Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәнебеҙ теле ни һөйләй?
Тәнебеҙ теле ни һөйләй?Ғүмеребеҙҙең һәр көнөндә беҙ үҙ-ара һүҙ һәм һөйләмдәр ярҙамында аралашабыҙ һәм аңлашабыҙ. Шулай ҙа әйләнә-тирәбеҙҙәге мәғлүмәтте аңлау һәм ҡабул итеү өсөн тағы ла бер үҙенсәлекле аралашыу юлы бар. Ул – тәнебеҙ теле. Мәҫәлән, көндәлек тормошта йылмаябыҙ, күңелһеҙләнәбеҙ, ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ, асыуланабыҙ, шатланабыҙ, кемдеңдер күҙҙәренә ҡарайбыҙ йә, киреһенсә, ҡарамайбыҙ, ҡулыбыҙ менән битебеҙгә ҡағылабыҙ, күҙебеҙҙе йома һәм башыбыҙҙы һелкә алабыҙ, ҡысҡырабыҙ йә бөтөнләй өндәшмәйбеҙ. Шул рәүешле тән хәрәкәттәре менән үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән кешеләргә билдәле һәм билдәле булмаған мәғлүмәттәрҙе еткерәбеҙ.


Фәнни телдә вербаль булмаған аралашыу сараһы тип аталған билдәләр ярҙамында кешеләрҙе нығыраҡ аңлау мөмкинлеге тыуа. Әлбиттә, был үҙенсәлекле аралашыу сараһында мәғлүмәтте ҡабул итеү йәһәтенән ҙур иғтибар һәм һиҙгерлек талап ителә. Йәғни күп осраҡта беҙҙең интуиция аралашыусы тарафынан ебәрелгән билдәләрҙе таныу һәм асыҡлау ролен үтәй.
Хеҙмәттәштәреңдең һиңә булған мөнәсәбәтен билдәләү, тормош иптәшеңдең әйткән һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә инаныу йә булмаһа йәмәғәт урындарында таныш булмаған кемдеңдер һеҙгә иғтибар итеүен тойомлау һәм яуап биреү — былар барыһы ла тән теленең үҙенсәлектәрен белеүҙән ғибәрәт.
Тән телен уҡыу китаптағы айырым яҙыуҙарҙы уҡыуға тиң, тип тә билдәләй ғалимдар. Ундағы айырым хәрәкәт-хәрефтәр бергә тупланып, кешенең һеҙгә һәм йәмғиәткә ҡарата булған мөнәсәбәтен тулыһынса билдәләргә лә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, һәр кемгә, һүҙ теленән тыш, йәмғиәтте нығыраҡ аңларға тырышыу өсөн тән теленең нескәлектәрен дә белеү мотлаҡтыр, сөнки былар барыһы ла – донъяны дөрөҫ ҡабул итеү һәм үҙеңде йәмғиәттә дөрөҫ тотоу сараһы.
Психологтар билдәләүенсә, вербаль булмаған билдәләрҙе аңлау кешеләр менән уңышлы һәм еңел аралашыуға мөмкинлек бирә, сөнки ул, беҙҙең телмәребеҙ кеүек үк, бай һәм үҙенсәлекле. Күп осраҡта вербаль булмаған саралар бер ниндәй яһалмалыҡһыҙ үҙенән-үҙе, ирекле килеп сыға, шуға ла хатта телебеҙ алдаған хәлдә лә, тән билдәләребеҙ уйлағандарыбыҙҙың хаҡлыһын ғына күрһәтә һәм аралашыусының ысын уйын белергә ярҙам итә. Шуға ла кешеләрҙе нығыраҡ аңлау һәм һәр ситуацияны дөрөҫ ҡабул итеү һәм тотоу өсөн дә тән телен белеү зарур. Тотош фәнни эҙләнеүҙәрҙе тәшкил иткән был өлкә бигерәк тә психологтар тарафынан ентекле өйрәнелә. Ә эш ерендә, ғаиләлә һәм башҡа урындарҙа кешеләрҙән килгән уй-фекер үҙенсәлеген белеү өсөн тән телен белеү беҙгә лә бер ҙә ҡамасауламаҫ.
Шулай итеп, тән теле аралашыу ымдарынан, тән хәрәкәттәрен һәм ишараларынан, тороштарынан, тән бәйләнештәре йәки тән мөнәсәбәттәре – ҡағылыуҙарҙан һәм аралашыу сиктәренән ғибәрәт. Бындай үҙенсәлекле һәм заманса аралашыу сараларына ныҡлы нигеҙ һалыусы телһеҙ, һүҙһеҙ төшөрөлгән киноларҙың актеры Чарли Чаплин һәм унан һуң килгән башҡа талант эйәләре булған. Заманында ошо рәүешле сығыш яһаған һәр артист тән теле – берҙән-бер аралашыу ҡоралы ярҙамында тамашасыларға үҙ хистәрен, тойғоларын, уйҙарын белдерә алған, уның оҫталығына ҡарап, кешеләр артистарҙың һәләтен баһалаған.
Шулай итеп, мимика, йәғни ым-ишара ла, һүҙ кеүек үк, аралашыу ҡоралы. “Мимика” һүҙе грек теленән mimikos – оҡшатып (эйәреп) эшләнгән тип тәржемә ителә, йәғни беҙҙең тән хәрәкәттәребеҙ эске кисерештәребеҙҙең, хис-тойғоларыбыҙҙың сағылышы булып оҙатыла һәм көсәйтелә. Шуға ла ым-ишараны тойғолар теле тип тә атайҙар икән.
Күп осраҡта кешенең бар торошо хаҡында уның йөҙ-ҡиәфәте мөһим мәғлүмәт бирә. Кеше йөҙө өс — өҫкө (маңлай, ҡаш), урта (күҙ, күҙ ҡабағы, танау, бит, яңаҡтың өҫкө өлөшө, танау-ирен араһы, өҫкө ирен), аҫҡы (эйәк, аҫҡы ирен, аҫҡы яңаҡ) – өлөшкә бүленә. Әйләнә-тирәгә хис-тойғоларыбыҙҙы еткерә алған мөһим ымдар бер нисәү. Ғәжәпләнеү – ошоларҙың береһе, көтөлмәгән һәм яңылыҡ булырлыҡ мәғлүмәтте ҡабул итеүҙән барлыҡҡа килгән ымдар. Был осраҡта беҙҙең ҡаштар юғары күтәрелә, маңлайҙа буй һырҙар барлыҡҡа килә, күҙҙәр ҙурайып, ауыҙ бер аҙ асыла төшә.
Ҡурҡыу иһә — туҡтатырға мөмкин булмаған көтөлмәгән ауыртыныуҙан йәки уңайһыҙлыҡтан тыуған хисле торош. Был осраҡта кешенең ҡаштары юғары күтәрелә йәки төйөрөлә, маңлайҙа ҡыҫҡа һырҙар барлыҡҡа килә, күҙҙәр көсөргәнешле итеп ҙурая, ауыҙ ҙур асылып, ирендәр тартыла.
Асыу йәки ярһыу физик хәүефһеҙлек ваҡытында барлыҡҡа килә. Был торошта йөҙ көсөргәнешле итеп тартыла. Ҡаштар төйөрөлөп, улар араһында вертикаль һыҙыҡтар барлыҡҡа килә, остары иһә өҫкә күтәрелә. Ирен ҡымтылып бер аҙ асыла, уның аша ныҡлап ҡыҫылған һәм кешенең ошо торошон асыҡ итеп биргән тештәрҙең көсөргәнештә булыуы һиҙелә.
Ытырғаныу, ерәнеү – ниндәйҙер еҫкә, тәмгә, тауышҡа, ҡағылыуға ҡарата тыуған яуап. Был осраҡта ҡаштар, киреһенсә, төшә, маңлайҙа артыҡ йыйырсыҡтар күренмәй, күҙҙәр ҡыҫыла төшә. Ауыҙ ситтәре түбән төшә, шул уҡ ваҡытта ирендең бер күтәрелеүе һәм телдең бер аҙ тышҡа сығыуы ла мөмкин. Бөтә торошо менән кешенең үҙ ризаһыҙлығын белдереүе күренә.
Шатланыу тойғоһон кисергәндә кешенең бар тойғолары сағыу һәм асыҡ күренә. Күп осраҡта йөҙҙә бигүк сағылмаған бер аҙ ғәжәпһенеү менән бергә тыуа. Шул уҡ ваҡытта шатланыу асыу, ярһыуҙы йәшергән сара булыуы ла мөмкин. Әммә ялған тойғоларҙы тауыш, тыш алышы, хәрәкәттәрҙе ҡарап тиҙ айырырға мөмкин. Ысын шатланыу кисергән осраҡта ҡаштар бик ҙур әһәмиәткә эйә түгел. Күҙҙәр асылып йә, киреһенсә, бер аҙ ҡыҫыла төшөп, янып тороуы мөмкин. Ирен мөйөштәре өҫкә күтәрелә, йылмайыу һиҙелә. Бындай йөҙ-ҡиәфәтте күреү һәм ҡабул итеү мәслихәт.
Кәйефһеҙләнеү, күңелһеҙләнеү – юғалтыуҙар, уңышһыҙлыҡтар нигеҙендә тыуған торош. Ниндәйҙер һағышы булған кешенең ҡаш остары һәм иренең мөйөштәре һәр саҡ аҫта. Ҡаштары араһында вертикаль һыҙыҡтар, ә маңлайҙа йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта күҙҙәр ҙә бер аҙ ҡыҫыла төшә.
Ошондай бәләкәй генә деталдәр беҙҙең һәм әңгәмәсебеҙҙең күңел торошо, әйтергә теләгәндәре, уйлағандары хаҡында ярайһы уҡ бай һәм дөрөҫ мәғлүмәтте еткерә ала. Шуға ла кешеләрҙең уй-хистәрен таныу һәм үҙ ым-ишараларыңа идара итеү өсөн тәү осраҡта бит-йөҙгә иғтибарлы булырға һәм яҡшылап өйрәнергә кәрәк. Айырым бер осраҡта ҡаштың, күҙҙәрҙең, ауыҙ-ирендең торошо менән идара итеү үҙ-үҙеңде йәмғиәттә дөрөҫ тотоу һәм матурлыҡ ҡағиҙәләренә лә бәйле булыуын онотмайыҡ. Былар барыһы ла беҙгә ым-ишараларыбыҙ булып сағылған ҡайһы бер йәмһеҙ ғәҙәттәребеҙҙән дә арынырға ярҙам итәсәк.
Нисек итеп үҙебеҙҙең хис-тойғоға һәм йөҙөбөҙҙәге ымдарға идара итергә һуң? Бының өсөн һәр саҡ үҙ тойғоларыбыҙҙың сағылышын күҙәтеп барыу мөһим, ти вербаль булмаған аралашыуҙы өйрәнгән белгестәр. Мәҫәлән, дуҫың менән сит телдәге тексты тәржемә итеү йә булмаһа фильм ҡараған осраҡта тойғоларыбыҙҙың бер аҙ сикләнгән булыуы ихтимал. Ошо осраҡта һәр бер аныҡ күренештән һуң үҙегеҙҙең һәм дуҫығыҙҙың торошон баһалай алаһығыҙ. Йөҙҙә барлыҡҡа килгән бәләкәй генә үҙгәрештәр беҙҙең уйҙарыбыҙ хаҡында әйтеп бирәсәк. Ошондай миҫал ярҙамында үҙ тойғоларыбыҙҙы сағылдырған йөҙҙәге ым-торошто контролдә тоторға, ә яныбыҙҙағыларҙыҡын иғтибарлы итеп күрергә өйрәнә аласаҡбыҙ.
Маңлайҙа барлыҡҡа килгән һырҙар тураһында мәғлүмәт алыу өсөн дә артабанғы экспериментты эшләп ҡарарға мөмкин. Бының өсөн дуҫтарығыҙ менән йыйылғанда ниндәйҙер үҙенсәлекле фокус күрһәтергә була. Ҡарап ултырыусыларға иғтибар итһәгеҙ, иң тәүге тыуған уйҙары уларҙың маңлайҙарында төрлө тиҙлектә тыуған вертикаль һырҙар булып сағылыш табасаҡ. Бындай йөҙ-ҡиәфәтте шулай уҡ ниндәйҙер мәсьәләне сискән кешеләрҙең йөҙөндә лә күҙәтергә була. Был осраҡта ҡаштарҙың бер аҙ һуҙыла барыуы мәсьәләне ҡабул итеү, ә маңлайҙа кинәт йыйырсыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе уны хәл итеү юлдарын эҙләүҙе сағылдыра.
Күп осраҡта эмоциональ шарттарҙа кешенең танау өлөшө ҙур үҙгәрештәр кисермәй. Шулай ҙа бик үк иғтибарға алынмаған бер аҙ ғына ишаралар шулай уҡ йөҙҙәге төрлө тороштоң сағылыуына булышлыҡ итә. Танауҙы сирыу нимәгәлер ризаһыҙлыҡ белдергән осраҡта айырыуса күренә. Әммә был хәрәкәтте күп ҡабатлау “ризаһыҙлыҡ йыйырсығы”ның, йәғни танау япраҡтарын йыш күтәреү һөҙөмтәһендә ауыҙ менән ирен араһындағы уймаҡтың танауға инеп торған рәүешкә алып килеүе мөмкин.
Ҡайһы бер ябай организмдар өсөн ауыҙ донъя менән берҙән-бер бәйләнеш ролен үтәй. Кешеләрҙең ауыҙ-ирене иһә, телмәрҙе тыуҙырған ағза булыуҙан тыш, тәм һиҙеү өсөн дә яуап бирә. Шуға ла беҙ күп осраҡта аңһыҙ рәүештә аҙыҡты күргән осраҡта ла, тәмләп ҡараған кеүек, ауыҙыбыҙҙы бер аҙ асабыҙ йәки, киреһенсә, тәмһеҙ, әсе аҙыҡты күреп, иренебеҙҙе ҡымтып ябабыҙ.
Шул уҡ ваҡытта нимәгәлер риза булмау йә ҡаршылыҡ күрһәткәндә ирендәр шулай уҡ ябыла, ауыҙ тирәләй йыйырсыҡтарҙың барлыҡҡа килеүенә лә иғтибар итергә мөмкин. Ҡымтылған ирен – аралашыусының һөйләшергә теләге булмауы йә нимәлер хаҡында борсолоуы тураһында ла хәбәр итеүе.
Күпселек осраҡта беҙ ауыҙыбыҙҙы етди уйланғанда, ниндәйҙер һорауҙы хәл иткәндә һәм физик көсөргәнеш ваҡытында ныҡлы ябабыҙ. Бер аҙ асылған ирен кешенең көсөргәнешһеҙ һәм тыныс хәл-торошо тураһында һөйләй. Ә йылмайыу иһә, билдәле – тыныслыҡ һәм ихласлыҡ билдәһе. Айырым алғанда иһә саманан тыш артыҡ йылмайыу – хуплауға мохтажлыҡ, тигеҙ булмаған ҡырын йылмайыу – ҡуҙғыусанлыҡ һәм ризаһыҙлыҡты аңлы контролдә тотоу алымы, күтәрелгән ҡаштар менән – буйһонорға әҙерлек, төшкән ҡаштар менән йылмайыу – өҫтөнлөк һәм эрелектең сағылышы, күҙ ҡабаҡтарын күтәрмәйенсә генә йылмайыу ихласһыҙлыҡты сағылдырыуы мөмкин.
Күренеүенсә, һүҙһеҙ ҙә йөҙ-ҡиәфәтебеҙ уй-фекерҙәребеҙ һәм тойғоларыбыҙ хаҡында еткерә ала. Шуға ла вербаль булмаған аралашыу һәм тән теленең кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр күпере булыуын да онотмайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872