Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Моңһоулыҡта үтә ғүмер көҙө...
Моңһоулыҡта үтә ғүмер көҙө...Был донъяла яҙмыш әҙәм балаһын бер һуҡмаҡтан ғына йөрөтмәй. Берәүҙәр матур ғаилә ҡороп, ғүмер көҙөн дә ҡулға-ҡул тотоношоп үткәрә, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй. Ләкин ҡартлыҡ көнөндә бындай шатлыҡ һәм ихтирам һәр кемгә лә тәтемәй. Арабыҙҙа яңғыҙлыҡтан интеккән, яҡындарын бер күрергә зар-интизар булып йәшәгән оло кешеләр ҙә аҙ түгел.
Шаран районының Баҙғыя ауылында бынан һигеҙ йыл элек асылған ҡарттар йорто әсе тормошҡа юлыҡҡан шундай кешеләрҙе үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған да инде. Хөкүмәттең һәм муниципаль властың хәстәрлеге менән бында өлкәндәр өсөн уңайлы көнкүреш шарттары булдырылған.
— Мин халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһендә 23 йыл эшләйем, — тип һөйләй ошо мәрхәмәтлек йортоноң мөдире Светлана Прокопьева. — Шул дәүерҙә бында ла ҙур үҙгәрештәр буkды. Тәүҙә Баҙғыялағы ошо йорт колхоз иҫәбенә асылғайны, һуңынан уны Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағына күсерҙеләр. 2000 йыл башында элекке бина үҙгәртеп ҡоролдо.
Моңһоулыҡта үтә ғүмер көҙө...Хәҙер беҙҙә бөтөн уңайлыҡтар бар. Әле дөйөм ятаҡта 25 оло кеше көн күрә. Әлбиттә, 70 — 90 йәшлек әбей-бабайҙарҙы ҡарау, уларҙың көйөн көйләү, тәрбиәләү хеҙмәткәрҙәрҙән ҙур түҙемлек һәм сабырлыҡ талап итә. Берҙәм коллективыбыҙҙа 17 кеше эшләй. Беҙҙең өсөн ял көндәре лә юҡ. Оло кешеләр бит хәстәрлекте һәм йылы мөнәсәбәтте тәүлек әйләнәһенә тойорға тейеш. Тәрбиәбеҙҙәге 25 кеше 25 ғаилә кеүек, улар бер-береһе менән һыйышып йәшәһен өсөн һәр ҡайһыһының күңелен күрә белергә кәрәк.
Светлана Евгеньевна әйтеүенсә, шәфҡәтлелек бөркөлгән был йортҡа “мин ауылдағы иҫке өйөмдә яңғыҙ тора алмайым” тип килеүселәр ҙә бар икән. Һүҙ ҙә юҡ, йәмғиәтебеҙҙә әле мохтаждар етерлек. Уларҙың да, ғүмер көҙөндә булһа ла, тормош рәхәтлеген күреп ҡалырға тулы хоҡуҡтары бар.
Ҡарттар йортонда яҙмыштың әсе һынауҙарын кисергән бер нисә оло кеше менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Тәүҙә йор һүҙле, шиғри тәбиғәтле Фәһим ағай Иҙрисов менән яҡындан таныштыҡ.
— Һуғыш осоро балалары беҙ. Бәләкәйҙән колхоз эшенә егелдек, мулыраҡ уңыш үҫтереп алып, фронтҡа икмәкте күберәк бирергә тырыштыҡ. Ҡыҙыу эш ваҡытында көлтә ташып барабанға биреп торҙоҡ. Донъя нужаһын күреп үҫтек. Атайым яу ҡырында ятып ҡалды, — тип хәтирәләргә бирелде ул. — Һарыһаҙ мәктәбендә уҡып сыҡҡас, колхозда умартасы, балта оҫтаһы булып эшләнем. Шунан клуб мөдире итеп ҡуйҙылар. Халыҡҡа кино ла күрһәттем. Тик заманалар үҙгәреп китте. Ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәре ауылыбыҙҙағы тормошто һүндерҙе. Мине күршеләге яңы хужалыҡтың умарталығына эшкә күсерҙеләр. Пенсияға сыҡҡас та өйҙә тик ятманым, алты йыл почта ташыным.
Ағай үҙ мәлендә өйләнмәй ҡалған. “Сәләмәтлегем булманы ул ваҡытта”, — ти ул. Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәгән. 2007 йылдың июнендә ошо йортҡа килеп һыйынған, сөнки ауыл таралып бөтә. Бөгөн бөтөнләй ташландыҡ ергә әйләнгән ауылын күреп, ағайҙың йөрәге әрней. “Ҡарттар йортонда кеше ҡәҙерен беләләр, беҙҙе яҡшы ҡарайҙар. Тормош ағышы бында һәүетемсә генә бара, тик балалыҡ, йәшлек дәүере үткән тыуған яҡтарҙы һағынабыҙ. Әлдә ағайымдың вариҫтары мине онотмай. Уларға ҡайтҡылап йөрөйөм. Ҡайһы саҡта йәшлек дуҫтарым да ҡунаҡҡа саҡырып ала. Йылы осрашыуҙарҙан һуң күңелдәр ҙә күтәрелеп киткәндәй була”, — тип моңһоулана ағайыбыҙ.
Үҙен тәбиғәт балаһы итеп тойған Фәһим Муллаян улы нәфис һүҙ ижадын бик ярата икән. IV класта уҡығанда уҡ тәүге шиғырҙарын яҙған. Шунан бирле ижадтан айырылмаған. Район гәзите биттәрендә лә байтаҡ шиғри әҫәре донъя күргән. Бер нисә йыл элек мөхәррир Раил Мусин ярҙамында китабын сығарыуға өлгәшкән. Хәҙер икенсе йыйынтығын баҫтырырға ниәтләнә.
Хеҙмәт ветераны, II группа инвалиды Дәүжән апай Яппарованың да хәлен белештек. Ул ошо райондағы Сөнбаш ауылында тыуып үҫкән. “46 йыл бабайым менән бергә донъя көттөм. Үкенескә ҡаршы, ул вафат булып ҡалды. Һигеҙ йыл бер үҙем йәшәнем, — ти ағинәй. — Хәлемдән килмәй башлағас, ҡарттар йортона ебәреүҙәрен һораным. Бында хеҙмәткәрҙәр бик тә иғтибарлы, йылы һүҙ менән дә күңелде йыуатырға тырышалар. Ашау яғы ла яҡшы. Беҙҙең кеүек мохтаждарға шәфҡәтле булғандары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт.
Хоҙай Тәғәлә бала үҫтереү бәхетен бирмәне. Шуны ғына әйтә алам: ҡартлыҡ көнөңдә яңғыҙ ҡалыуҙары, ай-һай, ҡыйын”.
Быйыл туғыҙынсы тиҫтәһен тултырырға йыйынған Хәжирә апай Сөнәғәтуллина ла ғүмер көҙөн ҡарттар йортонда үткәрергә мәжбүр. Ул тыумыштан күҙгә зәғиф булған, шуға үҙ ғаиләһен дә ҡора алмаған, яңғыҙ йәшәгән. Ярай, туған-тыумасаһы ярҙам ҡулын һуҙған. Апай тиҫбеһен тартып, Ҡөрьән сүрәләрен уҡый, күп доғаларҙы ятлап алған.
— Беҙҙе тәрбиәләгән, йылы ҡарашлы социаль хеҙмәткәрҙәргә рәхмәттән башҡа бер һүҙем дә юҡ, — ти ул.
Ә балалары булып та олоғайған көнөндә бында килеп һыйынған кешеләрҙең яҙмыштары аяныслыраҡ. Беҙ йыйнаҡ ҡына бер бүлмәлә йәшәгән Зөлхизә Ғәлимова янына инеп сыҡтыҡ. Уны бында 2006 йылда алып килгәндәр. Апай ике ҡыҙ балаға ғүмер биргән, ләкин уларҙың ҡайҙа көн күргәнлеген бөтөнләй белмәй. Тормош юлын бергә үткән бабайы вафат булып ҡала.
— Апайҙың күңеле тыныс түгел. Ҡыҙҙарынан ҡош телендәй ҙә хәбәр юҡ, — ти Светлана Евгеньевна. — Ундай кешеләр ҡарттар йортонда йәшәүҙе лә ауырыраҡ кисерә, күңелдәрендәге һағыштан арына алмай яфалана. Бәлки, Хоҙайҙың теләге менән Зөлхизә апайға ла берәй ваҡыт ғәзиз балалары менән осрашырға насип булыр.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Шаран районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы килем тураһында декларация тапшырыу ваҡытын иғлан итте

Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы килем тураһында декларация тапшырыу ваҡытын иғлан итте 13.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәр 30 апрелгә тиклем 2025 йыл өсөн килем тураһында декларация тапшыра ала. ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда кәмәлә йөҙөп киткән биш кеше юғалған

Башҡортостанда кәмәлә йөҙөп киткән биш кеше юғалған 13.04.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан 112 номерына юғалған кешеләр тураһында 28 хәбәр килгән: бөтәһе 50 кеше, шул иҫәптән 9 ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Вәсилә Фәттәхова һәм Николай Красников урамдары барлыҡҡа килә

Өфөлә Вәсилә Фәттәхова һәм Николай Красников урамдары барлыҡҡа килә 13.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөләргә баш ҡала топонимикаһын формалаштырыуҙа ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Аҙаҡҡы ҡарар ҡабул ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе сабый тыуған

Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе сабый тыуған 13.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығының ағаһы вафат булған
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр 10.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 7

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән 10.04.2026 // Йәмғиәт

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән...

Тотош уҡырға 4

Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде

Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде 10.04.2026 // Йәмғиәт

Сентябрҙән хеҙмәткәргә ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм өс йәшкә тиклемге балаһы булған әсәйҙәргә һынау ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда ауыл табиптары һәм фельдшерҙары 89,2 миллион һумды кире ҡайтарырға тейеш

Башҡортостанда ауыл табиптары һәм фельдшерҙары 89,2 миллион һумды кире ҡайтарырға тейеш 10.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы 2019-2024 йылдарҙа «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» ......

Тотош уҡырға 4

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде 10.04.2026 // Йәмғиәт

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 3

Республиканың 8 муниципалитетында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе һыу баҫҡан

Республиканың 8 муниципалитетында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе һыу баҫҡан 10.04.2026 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан яҙғы ташҡын буйынса ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды 10.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә