Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғаиләләргә — торлаҡ сертификаты
Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ — иң сетерекле һәм мөһим мәсьәлә. Ҡуртымға фатир алып йәшәү йәки уны һатып алыуға оҙаҡ йылдар аҡса йыйыу проблеманан сығыу юлы түгел. Дәүләт йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йүнәлешендә төрлө программалар булдырҙы.
Шуларҙың береһе — ипотека. Артабан инде ғаиләлә балалар тыуған һайын ошо хаҡтың өлөшөнә дәүләт тарафынан ташлама яһала.


Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиә­тендә ҡала-районда йәшәүсе ун туғыҙ ғаилә күптән көтөлгән торлаҡ сертификаттарын алды. Бындай ярҙам “Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү” республика программаһына ярашлы бирелде.
Был сертификат аҡсаһы йәш ғаиләләргә торлаҡ кредиттарын түләргә ярҙам итәсәк. Социаль түләүҙең дөйөм суммаһы 5,5 миллион һум тәшкил итте. Район хакимиә­тенең торлаҡ бүлеге етәксеһе Алина Агишева әйтеүенсә, йәш ғаиләләрҙең бары­һына ла бер үк суммала ярҙам күрһәтел­мәй. Был уларҙың алған фатирҙарының майҙанына бәйле, ғаиләлә нисә бала булыуы ла иҫәпкә алына. Мәҫәлән, ҡайһы бер ғаиләләргә беренсе бала өсөн 230 мең һум бирелһә, өс һәм дүрт бала тәрбиәләүселәргә 300-400 мең һумдан ашыулыҡ сертификат тапшырылды.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Ғиләжетдинов бындай ярҙамдың йәш ғаиләләр өсөн урынлы һәм мөһим икәнлеген билдәләне. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был дәүләт программаһы 2016 йылға тиклем сиратҡа тороусыларға ғына ҡағыла. Йәғни кемдәрҙең балаһы 2015 йылда тыуған, улар программаға инеп өлгөрҙө, артабан иһә дәүләт ярҙамы туҡтатылды. Бөгөнгө сарала 2013 йылда тыуған балалар өсөн сертификаттар тапшырылды, тағы 100 ғаилә сиратын көтә.
Руслан Ғәлийән улы, шулай уҡ төбәге­беҙҙә “Ауылды социаль үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһының да әүҙем эшләп килеүен билдәләне. Уға ярашлы, бөгөн ауылда төпләнергә теләүселәр арта бара. Агросәнәғәт комплексында, фермер хужалыҡтарында һәм социаль өлкәлә (мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һағында) эшләгән ғаиләләр һәм белгестәр торлаҡ сертификаты алып йортло була.
Ғаиләләрҙең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. Аҡсалата сертификаттар — күптән көтөп алынған бүләк. Уларҙың Яңы йыл алдынан бирелеүе икеләтә шатлыҡлы булды.
Динә менән Артур Ғабдуллиндар (фотола) программаға сиратҡа 2012 йылда торған. Ипотекаға ике бүлмәле фатир һатып алғандар. Социаль түләү беренсе улдары Тимур тыуғанға бирелде, уға дүрт йәш. Ноябрҙә Ғабдуллиндарҙың Таһир исемле улдары тыуған.
— Хөкүмәтебеҙҙең йәш ғаиләләргә күрһәткән ярҙамына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Торлаҡ сертификаты ипотекабыҙҙың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәк, яйлап бурыстан ҡотолабыҙ, исмаһам, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты йәштәр.
Сират ҙур булғанға күрә, ғаиләләр субсидияны йылдар буйы көтә. Ошо ваҡыт эсендә ғаилә ағзаларының береһенең йәше 35-тән уҙып китеүе ихтимал. Шуға күбеһе, сиратта торған хәлдә лә, ипотека юлларға мәжбүр. Әлфиә Әбшәһитованың ғаиләһе тап шулай эшләгән дә инде. Улар 2009 йылда “Йәш ғаилә” программаһы буйынса сиратҡа баҫа. Әммә 35 йәше тулғас, төшөп ҡалалар. Бәхеткә күрә, федераль программаның элекке шарттарына эләгеүе арҡаһында ғаиләнең был аҡса ярҙамында ипотеканы түләү хоҡуғы бар. Әбшәһитовтар ике малай тәрбиәләй. Искәндәргә — ун, Айварға — әле ни бары дүрт кенә йәш.
— Айварыбыҙ бигерәк “аҡсалы” булды. Әсәлек капиталын иғәнә итеп индереп, ипотекаға фатир һатып алдыҡ. Әле иһә сертификат алып ҡыуанышабыҙ.
Ярҙамды 2009 йылдан бирле көтәбеҙ. Сертификат аҡсаһына кредитты алдан түләп бөтөүгә өмөтләнәбеҙ. Программалар артабан да әүҙем эшләһен. Йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе һәр ваҡыт актуаль булып ҡала. Ғаиләң менән үҙ йортоңда йәшәүгә ни етә. Ҡайһы берәүҙәр, аҡса өсөн бала табалар, тип яңылыш фекерләй.
Һәр ғаилә балалары менән бәхетле, ә дәүләттән ошондай ярҙам күрһәтелеүе үҙе сикһеҙ ҡыуаныс, — тине Әлфиә Булат ҡыҙы, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Учалы ҡалаһы.


Автор: Әлиә ДАУЫТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә