Әле генә тетелгән мамыҡтай өлпәләнеп, күбек ише күперелеп, аҙ ғына елгә лә елпелдәп осорға әҙер, табан аҫтында ғырт-ғырт ятҡан сафтан-саф, пактан-пак тәүге ҡарҙы иң көтөп алғаны беләһегеҙме кем? Ул – һунарсы. Сикһеҙ түҙемһеҙлек менән, өмөт тулы хыялдарға бирелеп көтә ул ошо көндө. Уның өсөн нәҡ ошо көндән мөғжизә тыуа – ҡара көҙ ахырынаса шымтайып, эсендәген тышына сығармай торған урман – мөғжизәләр иле – йомартланып китеп эс серҙәрен сисә башлай. Әлбиттә, ҡырпаҡ ҡар өҫтөндәге үҙе серле, үҙе хикмәтле яҙма-һыҙмаларҙы “уҡый” белгән кешегә генә сиселә улар. Әйтәйек, таң алдынан ғына ҡабаланып ерән төлкө үткән. Ул бер урында ла туҡталып тормаған, уны бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмаған, тимәк, төнгө һунары уңышлы булған – тамағы туҡ. Күп тә бармай, көндөҙгө ялға ятасаҡ. Төлкө ғәҙәттәрен яҡшы белгән һунарсыға уны ошо мәлдә эләктереүе бер ни тормай. Ана, төлкө эҙҙәренә иғтибар ҙа итмәйенсә, үҙ юлын яҙлыҡтыра-яҙлыҡтыра шешҡолаҡ ҡуян да көндөҙгө ятағына ашыҡҡан. Эйе, ашыҡҡан. Ни өсөн тигәндә был юлы, күрәһең, эҫенгән төйәгенән алыҫыраҡ киткән. Ә был мәлдә инде яҡтыра башлаған. Бәләкәс ҡуянға бит йыртҡыс күҙенә салыныу һис ярамай. Бына уның алдын-артын ҡарамайса ашығыуының сәбәбе. Әммә ашығыуҙың аҙағы насар бөткәнлеген һәр кем белә: ашыҡҡан – ашҡа бешкән. Был әйтемде урман һылыуы һыуһар ҙа үҙләштереп алған. Ҡылыйҙың ҡайһы тирәнән үтерен ул алдан һиҙгән. Һиҙгән дә ағас ботағында сабыр ғына аңдып ултырған. Уны-быны уйламай килгән ҡуян уның тырнаҡтарына үҙе үк килеп эләккән, тип әйтергә була. Был турала ҡар өҫтөнә һибелгән ҡан таптары, туҙып ятҡан аҡ йөн киҫәктәре һөйләй. Бына хәҙер баяғы төлкөнөң ашығып барыу сәбәбе лә асыҡланды: һыуһарҙан ҡалған ҡуян емтеген эләктереп һыҙған бит хәйләкәр!
Арыраҡ, тын әрәмәлек эсендә, тигеҙ сылбыр булып сысҡан юрғалаған эҙҙәре күренә. Уны юллаптыр, һәр ҡыуаҡ, һерәйеп торған һәр ҡыу үлән төбөн ентекләп тикшерә-тикшерә, һикерәнләп йылғыр көҙән уҙған. Унан ҡалышмайым тигән кеүек, артынса һығылмалы йәтсә үтеп киткән. Һомғол йәш ҡарағайлыҡ ышығында ирәйеп китеп ҡоштар бәһлеүәне – һуйыр сүпләнеп йөрөгән. Ул, ғәҙәттә, туйынған еренән алыҫ китмәй. Мине күҙәтеп ошо тирәлә ултыралыр әле... Ана үҙе! Ботаҡтарға бәрелә-һуғыла ауыр гөрһөлдәп осоп та китте. Алдан күрә-белә барыуға ҡарамаҫтан, хатта тертләп ҡуйҙым – шул ҡәҙәре лә тауыш ҡуптарыр икән.
Белеп уҡый, тикшерә китһәң, күп ул һәр төрлө урман яҙмалары. Шуныһы ысынбарлыҡ: әлеге яҙмаларҙың байтағы фажиғә менән тамамлана. Ҡырағай тәбиғәттә шунһыҙ булмайҙыр ҙа. Берәүҙең ғүмере ҡыйылмайса, икенсеһенә йәшәү юҡ. Ә үҙең һуң, үҙең, һунарсы, шул уҡ фажиғәне юллап йөрөмәйһеңме һуң? Эйе, һунарҙың уңышлыһы мотлаҡ ҡан ҡойоу, уның эҙемтәһе булып йән ҡыйыу менән осланырға тейеш. Башҡаса юлы юҡ.
Алдан ҡыуанғанмын: күпме генә йөрәкһеп ашҡынһам да, был көн һунарсыныҡы булмай сыҡты. Ҡырпаҡ ҡар, үҙенең ышанысһыҙ икәнлеген иҫбатлағандай, саҡ ҡына йылытыу менән тәүҙә һыуланып епшене, унан ихласлап иреп, күҙ алдында юҡҡа сыға башланы. Алдаҡсы ҡар менән бергә уңышлы һунарға өмөттәр ҙә һүрелә барҙы.
Мин ултырған урындан алыҫ түгел, баҫыу ситендә, былтырғы һалам эҫкерте тора. Дәү эҫкерт ышығындағы ҡар әле иреп бөтмәгән. Уның өҫтөндә ниндәйҙер ваҡ эҙҙәр күҙгә ташлана. Ул эҙҙәрҙең ҡайһы йәнлектеке икәнлеген бынан тороп айырырлыҡ түгел.
Ҡапыл күҙ ҡырыма ниндәйҙер хәрәкәт салынып ҡалғандай булды. Ҡанға һеңешкән ғәҙәт: иғтибарҙы шул яҡҡа йүнәлтә һалдым. Эҫкерт тәңгәлендә кескәй генә кейек күренеп ҡалды. Күренде лә шунда уҡ юҡ булды. Бер аҙҙан тағы килеп сыҡты. Был юлы яҡыныраҡтан. Йығылып, ергә йәбешеп һоро япраҡтар менән ҡапланырға өлгөргән ҡаулан өҫтөндә ул иремәй ҡалған ҡар йомарламын хәтерләтә ине. Кемдер һелтәп ебәргән дә тәгәрәп бара. Селт-аҡ йәнлек асыҡ урында ус төбөндәгеләй күренә. Ошо хәтәр аҙымға уны кем этәргән? Ҡарғаның ҡарғаһына уны эләктереп алыу бер ни тормай хәҙер. Ниндәй ауан йән һуң ул? Йәтсәме, әллә уның яҡын ҡәрҙәше аҫмы?
Бәләкәс кейек туҡтала биреп һауаны еҫкәштерҙе. Шунда аңлап алдым: уны, күрәһең, мин ҡапҡылап алған тәмле ризыҡ еҫе, барлыҡ ҡурҡыныстарҙы инҡар итеп, көпә-көндөҙ күҙ алдына килеп сығырға мәжбүр иткән! Фаразымды дөрөҫләгән һымаҡ, йәнлек ашыҡмай ғына миңә табан килә башланы. Инде бар донъямды оноттом да һынағасҡа әүерелдем. Был ерҙә, гүйә, әлеге кейек тә мин генә ҡалдыҡ. Еүешлектән өшөргәнә башлаған тәнем йылынып китте, йөрәк тибешем йышайҙы, башыма ҡайнар тулҡын йүгерҙе. Әйтерһең дә, өҫтөмә ниндәйҙер бына-бына ташланырға әҙер ҙур йыртҡыс килә. Хәйер, ысын һунарсы өсөн табыштың эреһе-вағы юҡ. Үҙен һунарсыға һанаған ҡуянына ла, айыуына ла берҙәй ҡыуанасаҡ. Башҡаса икән, тимәк, ул һунарсы түгел, ә бары урман тапап, еңел кәсеп көҫәүҙән буштан төшкән ҙур ит киҫәге эҙләп йөрөүсе генә.
“Ҡар киҫәге” һығылмалы оҙонса кәүҙәһен матур уйната-уйната, аҡланды киҫеп үтте. Ул, гүйә, йөҙөп кенә бара. Хәрәкәттәре шундай еңел һәм ыҡсым. Инде бөтөнләй яҡынлашты, хәҙер, хәҙер һиҙеп-шәйләп ҡаласаҡ. Ҡалыр ҙа, шуның менән мөғжизә лә тамамланыр. Ләкин яңылыштым – мөғжизә тамамланманы, ул яңы башлана ғына ине әле.
Кейектең ҡойроҡ осо ғына ҡарайып күренә. Тимәк, минең алдымда – аҫ үҙе. Йәтсәнең ҡойроҡ осонда ҡараһы булмай. Аҫтың саҡ ҡына эрерәк булыуын һанамағанда, уларҙың ошонан башҡа айырмаһы юҡ тиерлек. Үҙемдең белемселектән ҡәнәғәт ҡалып ултырам.
Аҫ был мәлдә, ҡатып ултырған мине аптыратып, аяҡтарым осона уҡ килеп етте лә йәбешкәк мәтегә буялған итектәрҙе еҫкәштереп алды. Бына артҡы тәпәйҙәренә баҫты һәм ифрат ентекләп күҙәтә башланы. Мин хәҙер таш һынға әйләндем. Тын алырға, хатта керпек ҡағырға ла ҡурҡам. Ә тегенең муйынсаҡ бөртөгөләй йылҡылдаған күҙҙәре фәҡәт миңә төбәлгән. Аҫ ҡарашымды ла тоя. Уның күҙҙәрендә бер сама хәүефләнеү ҙә, аңлайышһыҙ ғәжәпләнеү ҙә сағыла. Артҡы тәпәйҙәренә баҫҡан килеш ул ялбара ла кеүек. Ни һорап ялбара – уныһы билдәһеҙ. Кейектең ғәжәп хәрәкәтсән, ҡара төймәсек морон осо туҡтауһыҙ ҡыймылдай. Ул күҙҙәренә ҡарағанда моронона нығыраҡ ышана, буғай. Ҡупшы, матур ҡолаҡтары һаҡсыл тырпайған. Кейек ошо мәлдә бер хәрәкәтте лә күҙҙән ысҡындырмай, бер тауышты ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай ине. Аҙ ғына хәрәкәт йә иһә саҡ ҡына тауыш – һәм ул юҡҡа сығасаҡ. Ә минең был әкиәткә тартым мөғжизәне нисек тә һуҙғым килә.
Аҫ мине кем йәки нимә тип ҡабул иткәндер? Тик шуныһын асыҡ әйтә алам: йән эйәһе йәш, быйылғы бала ғына. Ошоғаса уның әҙәми зат менән осрашҡаны юҡ. Шуның өсөн дә ул, кеше еҫен һиҙә тороп, уның менән ошо рәүешле тап булышыуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтеререн белмәй. Белгән саҡта былай алабарман ҡыланмаҫ ине. Кейек текләгән килеш тора бирҙе. Ҡарашы шул тиклем ентекле – көлөп ебәреүҙән көскә тыйылып ултырам. Шулай ҙа түҙәм. Ҡайҙа барыр тиһең, торор-торор ҙа китер әле. Ләкин ҡырағай кейек, ҡырағай урмандың барлыҡ ҡанундарын боҙоп, көтмәгәндә резина итек өҫтөнә килеп менде лә ынтыла биреп гәзит өҫтөндәге ризыҡты еҫкәштерҙе. Икмәккә ул бөтөнләй иғтибар итмәне, ә бына бешкән иттән семтем генә өҙөп алып тәмләп ҡараны. Тоҙло тәғәмде оҡшатманы, ахыры, башҡаса һонолоп торманы. Ул, ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, тамаҡ төбөнән ғырылдыҡ тауыш сығарҙы ла, оҙаҡ уйлап тормаҫтан, штормовканы шытырлатып тырнай-тырнай... иңбашыма менеп ҡунаҡланы. Бындайын инде һис көтмәгән инем. Нисектер түҙеп ултырыр көс таптым. Артабан ни булыр?
Әле мин ҡолағым төбөндәге аҫтың тын алышын ишетәм, һулышын тоям. Әммә алабарман кейек бының менән генә сикләнмәне, бар булған оятын юғалтып башыма уҡ барып менде лә, өҫтән ынтылып күҙҙәремә ҡараны. Мин барыбер ҡуҙғалманым. Ахырҙа ул ултырған ерендә бер-ике әйләнде лә яурыныма кире төштө. Ҡулға өйрәтелгәнме ни! Артабан һалҡын мороно менән ҡолағыма ҡағылып алды, яға буйлап килеп битемә үрелде. Һалҡын мороно сикәмә тейҙе. Ҡытыҡ килеүҙәнме, сирҡаныс ытырғаныуҙанмы, белмәйем, тәнем сымырҙап китте. Бына-бына урман яңғыратып көлөп ебәрәм инде. Һаман түҙәм.
Тик кейектең һөмһөҙлөгө һуңғы сиккә етеп танауыма ынтылғанда, үҙем дә теләмәҫтән башымды бора бирҙем. Саҡ ҡына сыҙамлыҡ етмәне. Ә тегегә ошо ғына хәрәкәт артығы менән булды. Йылғыр аҫ күҙ асып йомған арала ергә һикерҙе лә йәшен тиҙлегендә тамырҙар араһына инеп юғалды. Шунда башыма барып етте: тимәк, ошонда өңө бар. Уның төнгө һунарҙан ҡайтып килгән сағы булған, ә юлында мин осраным.
Тыныслана алмайынса, йылы кисерештәргә бирелеп, ҡарт ҡайын төбөндә байтаҡ ҡына ултырҙым. Ни өсөндөр был ерҙән киткем килмәне. Селт аҡ кейек бына-бына яңынан килеп сығыр төҫлө. Әммә тылсымға тартым мөғжизәләр ҡабатланмай шул...
Төшкән кәйеф күтәрелеп, бошоноуҙың эҙе лә ҡалманы. Ҡырағай мөхиттең барлыҡ ҡанундарын инҡар итеп, үҙен донъя батшаһы һанап йөрөгән кеше һынлы кешенең башына уҡ килеп менгән кескенә тәбиғәт балаһы үҙенә ҡарата, берҙән, ихтирам тойғоһо уятһа, икенсе яҡтан, уның ошо аҡылһыҙлыҡҡа тиң ҡылығы ысын-ысындан шаҡ ҡатырҙы. Осраҡтың бындайы һунарсы ғүмерендә бер генә булалыр. Уныһында ла барыһының да түгел. Шуның өсөн дә онотолмай.
Һыуыҡ иттән мул ғына киҫәк умырып алдым да әле генә ғәжәп кейек инеп юғалған тамырҙар араһына һалдым һәм, ойой башлаған аяҡтарымды яҙып, ары ҡуҙғалдым.