Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҙенең фәһемле, тәрән йөкмәткеле шиғырҙары менән даими ҡыуандырып тора. Әҙиптең замандаштарына әйтер һүҙе, бирер кәңәше мөлдөрәмә тулы. Шулай булмау мөмкин түгел, сөнки ул тормоштоң ауырлығын, яҙмыштың әсе һынауын үҙ иңендә аҙ татымаған. Шул ерлектә сыныҡҡан, һәр бер күренешкә, һәр ваҡиғаға үҙ аҡылы менән, үҙ тәжрибәһенән сығып ҡарарға, баһа бирергә өйрәнгән. Тормош ҡатмарлы, уны аңлауы ла, күҙаллауы ла еңел түгел. Бөгөн күккә күтәреп маҡтағандарың, шуның менән ғорурланғандарың иртәгә бөтөнләй бәҫһеҙ ҡалыуы бар, дуҫ тип ышанғандың хөсөтлөк ҡылыуы ла мөмкин, кемуҙарҙан ололауҙың да ҡайһы саҡта күҙ буяу булыуы ихтимал. Әҙип бына шуны яҡшы тоҫмаллай. Уның аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип әйтергә, яҡшыны ямандан айырырға ҡулынан килә. Шатлыҡ-ҡыуаныстарын да йәшермәй, йөрәге, күңеле ҡабул итмәгәндәргә тура бәреп, тейешле баһаһын да еткерә. Һәм ижадында дуҫлыҡ, тоғролоҡ, бәхет, намыҫ кеүек ҡиммәттәр төп урында тора. Тел, халыҡ, милләт мәсьәләләренә лә тыныс ҡарай алмай әҙип, тигеҙһеҙлек, ғәҙелһеҙлек, битарафлыҡ кеүек күренештәрҙе лә урап үтмәй. Шағирҙың гражданлыҡ бурысы, илһөйәрлек тойғоһо, йәшәү асылы, сәсәнлек рухы быға юл ҡуймай. Нисек кенә ҡабатлау булмаһын, әйтмәйенсә мөмкин түгел: шағир уйҙары башҡаларҙыҡына ҡарағанда күпкә тәрәнерәк, ҡараштары киңерәк, фекерҙәре тосораҡ. Шуға күрә һәр кемебеҙ әҙип һүҙенә, әҙип аҡылына мохтаж. Кешеләр ышандырғыс, инандырғыс, дәртләндергес һүҙҙәр көтә. Инәлтмәй шағир, үҙ уҡыусыларының ышанысына тап төшөрмәй, ең һыҙғанып ижад итә. Әленән-әле гәзит, журнал биттәрендә донъя күреп торған әҫәрҙәре – быға кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил.
Хәсән Назарҙың һуңғы осорҙа ижад ителгән әҫәрҙәренә бер ни тиклем байҡау яһап алайыҡ әле. Ир-егеттең борон-борондан килгән изге бурыстары һәр кемебеҙгә мәғлүмдер: ғаилә ҡороп, йорт һалыу, ағас ултыртыу, нәҫелеңде дауам итер вариҫтар ҡалдырыу. Хәсән Назарҙың “Һөйөнөс” шиғырында нәҡ ана шундай бурыстарҙы атҡарып сыҡҡан, хәҙер инде үҙе сәскәндәренең мул уңышын татып, ҡыуаныс тойғоһо кисергән баҡсасылай бәхетле олатай образы күҙ алдына баҫа. Һоҡланғыс, күңелде күтәрерҙәй матур күренеш сағыла шиғырҙа: йәйҙең матур бер көнөндә олатаһы менән ейәне еләк йыйып йөрөй. Еләк уңған (тимәк, уҙамандың ғүмер юлы уңышлы, ҡылған эштәре лә уңышлы булған, тип аңлайбыҙ), бар донъяһын онотоп, ейән еләк йыя (тимәк, тормош дауам итә, өр-яңы шәхес формалаша, тип ҡабул итәбеҙ), йәйге йылы ҡояш ергә нурҙарын һибә (тимәк, донъялар имен, тормош матур, тигән фекер аңлашыла). Киләсәккә ышаныс, өмөт бар. Шуға күрә олатайҙың шатлыҡ хисе лә, күкрәгенә һыймайынса, шиғыр юлдары булып урғыла:
Уйлап шуны, һөйөнөстәр
Эркелгәндәй йәнемдә.
Еләк үҫтерер вариҫты
Күрәм мин ейәнемдә.
Донъяның мәңгелеге, быуындар бәйләнеше һәм күсәгилешлеге мәсьәләһе “Уйланыу” шиғырында ла дауам итә. Донъяның да, ваҡыттың да мәңгелек икәне хаҡ. Әммә ошо урында кешенең тотҡан ролен дә урап үтеү мөмкин түгел. Кеше төҙөүсе лә, емереүсе лә икәнде иҫтә тотҡанда, донъяның мәңгелеге әҙәм балаһының үҙенә бәйле. Эш үҙенән-үҙе тәрбиәгә барып төртөлә. Ни сәсһәң, шуны урырһың тигәндәй, киләсәкте дауам итерҙәй бөгөнгө быуындың ниндәй ерлектә тәрбиәләнеүе, ниндәй өлгө алыуы, аҡыл туплауы донъяның артабанғы яҙмышына йоғонто яһай. Шуға күрә был тәңгәлдә өлкән быуын иңенә лә лайыҡлы алмаш тәрбиәләү яуаплылығы төшә. Шиғырҙағы лирик герой ҙа ошо хаҡта иҫкәртә бит:
Вариҫ хаҡында
Уйла иң элек.
Уға бит ҡала,
Ҡала мәңгелек.
Хәсән Назарҙың һәр бер шиғыры әҙәп-тәрбиәгә өндәй, төрлө сетерекле хәлдәрҙән нисегерәк сығырға, тормоштоң ҡатмарлы мәсьәләләрен ниндәйерәк юҫыҡта хәл итергә өйрәтә. Фекеребеҙҙе ҡеүәтләү өсөн “Әгәр…” шиғырына күҙ ташлайыҡ. Тәү ҡарашҡа әҫәр мөхәббәт лирикаһы өлгөһө һымаҡ. Әммә иғтибарлабыраҡ ҡарағанда, кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт һалынған дабаһа шиғыр йөкмәткеһенә. Был – һәр бер ҡылыр эштәреңде үҙ аҡылыңа таянып атҡарыу. Уйламайынса күпме хилафлыҡ ҡылына, күпме ғүмер ҡыйыла, ни саҡлы яҙмыш ҡыйрала. Ана шуға күрә шағирҙың әйткәндәре бик тә урынлы:
Билдәле – тәүҙә күҙ төшә,
Күҙҙәр ҡамаша тәүҙә.
Әммә күҙҙән үткер – аҡыл,
Аҡылды алға әйҙә.
“Үҙемдән һүҙем” шиғырындағы ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡапма-ҡаршылыҡтар осрамаһын, үҙ юлынан тайпылмаған, үҙ һүҙенән сыҡмаған, ғүмере буйы бурыс һәм намыҫ тигән төшөнсәләргә тоғро ҡалған лирик герой ҙа күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдыра. Нәҡ шундай бихисап ябай кешеләр төҙөй был тормошто. Нәҡ шундайҙар менән донъя матур, йәшәүе рәхәт.
Ғәҙәттә, ғүмер йылдары алға барған һайын һәр кемебеҙ үткәндәргә йышыраҡ әйләнеп бағыусан. Кинолағы кадрҙар һымаҡ, ап-асыҡ булып күҙ алдына баҫа төрлө хәтирәләр. Ҡыуандырғыс, һоҡландырғыс булып балҡығандары ла, күңел әрнеүҙәре, күҙ йәштәре аша иҫкә алынғандары ла бар уларҙың. Тәүгеләре рухландыра, күңелде күтәреп илһамландыра, икенселәре үкендерә, уйландыра, һабаҡ бирә. Артыҡ шашыныуҙан аралай ҙа, ҡылыр яҙыҡтарҙан ҡурсалай ҙа ул хәтирәләр.
Хәсән Назар шиғырҙарын уҡығанда ла ошондай тойғолар уяна күңелдә. Әҙиптең “Хәтирә” шиғырына иғтибар итәйек әле. Әҫәрҙә бәйән ителгән ваҡиға тетрәндергес: бер ҡабым икмәккә тилмереп, зар-интизар булған замандарҙа көлсә киҫәген рөхсәтһеҙ ашап ҡуйғаны өсөн лирик геройҙың бөгөн дә намыҫы тынғы бирмәй. Ризыҡһыҙ ҡалған апайҙың моңһоу ҡарашы һаман да күҙ алдында. Күптән булған ошо ваҡиға ғүмергә һабаҡ булып ҡала ла артабан яңылыш аҙымдар яһауҙан, яҙыҡ ғәмәлдәр ҡылыуҙан аралай. Бәлки, ана шуға күрә лә һағынып хәтерләрлек яҡты хәтирәләр күберәктер. Лирик геройҙың өмөтө лә шул яҡты хәтирәләргә төбәлә:
Аһ, ғүмер!.. Йырҙарҙа ҡалыр
Һин үҙең бер иҫтәлек.
Өмөт бар – яҡты хәтирә
Торһа ине өҫтәлеп.
Үткәндәрҙең яҡты, матур хәтирәләрен һағыныу “Ҡибла эҙләгәндә” шиғырына ла хас. Был юлы уйланыуҙар тотош ил юғарылығына күтәрелә. Үткәндәр менән бөгөнгөнө сағыштырып, лирик герой бик күп рухи ҡиммәттәрҙең юҡҡа сығыуына борсола. Эшсе, крәҫтиән, намыҫлы хеҙмәт тигән төшөнсәләрҙең һис фәтүәһеҙ төрлө шау-шоуҙар аҫтында күмелеп ҡалыуы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тик аҡсаға барып төртөлөүе, бәғзе бәндәләрҙең нәфсе ҡолона әүерелеүе лә йөрәген әрнетә донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған уҙамандың. Ғүмере буйы яҡты, бәхетле киләсәк тигән матур хыялдар менән рухланған кешенең өмөтө бүтәнсә аҡланмаҫмы икән ни? Ғәҙеллек, тигеҙлек, ябай кеше тураһында хәстәрлек тип һөйләгәндәр ҙә буш ҡыуыҡ осороу ғынамы әллә? Быны совет осорон һағынған айырым бер кешенең генә уйҙары тип ҡабул итергә ярамай. Бик күптәр шиғырҙа әйтелгән фекерҙәр менән ҡуш ҡуллап килешер ине.
Ни һуң тота дәрәжәһен илдең?
Ярты донъя ниңә ҡырын ҡарай?
Гербтағы ҡушбаш ҡарағошмо
Өркөтөрлөк ғәмәлдәрҙе юрай? –
тигән урынлы һорауҙар яңғырай шиғырҙа. Илебеҙҙең донъя кимәлендәге ысынбарлығы ярылып ята ошо юлдарҙа. Һүҙ ыңғайы бер үҙенсәлекте лә әйтеп китеү урынлы булыр. Был – һорауҙар эсендә үк яуаптарҙың да ярылып ятыуы. Шағирҙың һүҙ маһирлығы ана шунда күренә лә инде.
Һорауҙар күп, ә ваҡыт тик алға тәгәрәй. Киләсәктә нимә көтә? Ана шуны уйлап, күңеле тынғы тапмай лирик геройҙың:
Даһиҙар юҡ, инаныстар ҙа юҡ,
Ә барыбер бит маяҡтар кәрәк.
Ҡайҙа һуң ул алтын урталыҡ тип,
Толҡа тапмай һулҡып ҡуя йөрәк.
Хәсән Назар – ябай ғына нәмәләрҙе лә образ итеп, улар эсенә оло мәғәнә һала торған һүҙ оҫтаһы. Миҫал өсөн “Хәнйәр” тигән шиғырға туҡталайыҡ. Ундағы хәнйәр, бер ҡарағанда, ябай ғына ҡорал, етмәһә, йәнде ҡыя торған. Әммә шағир хәнйәрҙе ҡыйыулыҡ, ир-егетлек, азатлыҡ символы юғарылығына ҡуйып һүрәтләй. Шул уҡ ваҡытта ул көтөлмәгән хәлдәрҙә уяулыҡты, һиҙгерлекте юғалтмаҫҡа тип иҫкәртеүсе лә, халыҡтар араһында дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа саҡырыусы ла булып кәүҙәләнә. Улай ғына ла түгел, хәнйәр тарихи үткәндәрҙе хәтерләтеп торған изге ҡомартҡы ла. Шиғырҙағы лирик герой Дағстандағы дуҫтарынан алып ҡайтҡан бүләкте ҡәҙерләп һаҡлай, ғүмер-ғүмергә ырыҫ-бәхет билдәһе булып, тик сөйҙә генә эленеп тороуын теләй:
Дағстандан алып ҡайтҡан
Хәнйәр эленеүле сөйҙә.
Затлы бүләк. Дуҫтарҙан ул
Бер ҡомартҡы хәҙер өйҙә.
“Ер өҫтө тулы туҙан” шиғырында шағир төрлө вазифаларға үрләп, үҙ асылын юғалтҡан, әллә кем булып һауаланған, ябай кешеләрҙе һанға һуҡмаған, төймәне дөйәләй итеп күрһәтергә оҫтарған ҡайһы бер эшем эйәләрен туҙан менән сағыштыра. Бик тапҡыр, зәһәр сағыштырыу. Үҙ вазифаларынан файҙаланып, ябай кешеләрҙең теңкәһенә тейгән мәғәнәһеҙ әҙәмдәргә асыу, нәфрәт шул рәүешле белдерелә.
Ниңә әле яҙам быны,
Ни фәтүә яҙыуҙан?
…Атла, итегеңде һаҡла,
Ер өҫтө тулы туҙан.
Хәсән Назар туған телде данлап та, уны яҡлап та, ҡәҙерләп тә шиғырҙар яҙа. Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов кеүек аҫыл заттарҙың фекерҙәрен дауам итеп, әҙип туған телен оло бер хазинаға тиңләй (“Хазина” шиғыры). Шиғырҙағы лирик герой – үҙенең туған телен данлаған, уның яҙмышы өсөн борсолған, үҙ телендә аралашып, ижад итеүе менән ғорурланған илһөйәр рухлы шәхес. Ул туған телдә ижад итеп, халыҡ ихтирамын яулауы, шуның менән бәхетле булыуы өсөн ҡыуаныс кисерә:
Ҡыуанам – моңло ҡәүемдең
Бер улы булған өсөн.
Күңелемә тел ҡеүәһе,
Һүҙ моңо тулған өсөн.
Хәсән Назар ижадында, ғәҙәттәгесә, шиғриәт көсө, шағирлыҡ асылы хаҡында шиғырҙар иғтибарҙы йәлеп итә. “Әлбиттә” тигән шиғыр шуға миҫал. Бында батша – шиғыр – әҙип рәүешендәге бәйләнешкә оло мәғәнә һалынған. Батша һынлы батшалар уҡығас, шиғри һүҙҙең ҡөҙрәте, ҡиммәте аңлашыла инде. Әммә ана шул шиғырҙарҙы ижад итеүсене ғәҙел баһалай алһа ғына батшалар ысын батша була икән. Ситләтелгән мәғәнәлә әйтелһә лә, шул аңлашыла: һәр заманда ла ысын ижадсыларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаһын алырға тейеш.
Һәр кемгә мәғлүм: бар яҙған нәмә шиғыр тигән һүҙ түгел. Шиғыр ул – ысын ижад емеше, тыумыштан бирелгән һәләт һөҙөмтәһе. Һүҙҙәрҙән үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад итеү – бик һирәктәрҙең генә ҡулынан килә торған эш. Хәсән Назар шиғриәттә ҙур уңыштарға өлгәшеүҙең серен ошолайыраҡ аңлата:
Тик шулай өлгәшә шағир
Һүҙҙең бит ысынына –
Бөркөтлөк һәм һандуғаслыҡ
Ҡунһа рух асылына.
Бында “бөркөтлөк” әйтер һүҙҙең үткерлегенә, тапҡырлығына, тәрән мәғәнәлелегенә ишаралаһа, ә “һандуғаслыҡ” поэтик образлылыҡты аңлата булыр.
Кем ул шағир, нимә ул образлылыҡ, нимә ул шиғриәт тигән һорауҙарға түбәндәге дүрт юллыҡтан да шәп яуап табылмаҫ:
Шулмы икән әллә илһам көсө,
Шулмы шағир ысын-ысындан –
Һыҙып эстән, әрнеп яҙғанда ла,
Ҡояш уйнай ҡәләм осонда.
Йомғаҡлап әйткәндә, Хәсән Назар шиғриәте бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә тос урынды биләй. Әҙип халҡым тип йәшәй, халҡым тип ижад итә. Ана шуға күрә уның һәр бер әҫәрендә халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу беренсе урында тора. Тел байлығы, ижади һәләте, хеҙмәт әүҙемлеге бергә үрелеп, бынамын тигән шиғырҙар донъя күрә. Үҙе әйтмешләй, бөркөтлөк һәм һандуғаслыҡ рухы бөркөлә уларҙан. Артабан да шулай булһын, “ҡояш уйнаһын ҡәләме осонда”.