Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фаяздың дуҫтары
Фаяздың дуҫтарыКемдәр улар тип һорайһығыҙмы? Эттәр һәм бесәйҙәр! Аптырауға ҡалдығыҙмы? Аңлатам.
Фаяз Ғәбиҙуллин – Баймаҡта билдәле эшҡыуарҙарҙың береһе. Үҙ эше, йүнәлеше бар. Районда берҙән-бер берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәр өсөн приют асҡас, күптәр уның был аҙымына аптырап ҡалғандай булды. “Ниңә кәрәк ул һиңә? Башҡа эшең юҡмы?” – тип һораусылар ҙа табылды. Етмәһә, егет үҙе Учалы районынан.



Бөгөн күптәр йорт хайуандарын үҙ өйөндә ҡарауҙан баш тартҡан осраҡта, ысынлап та, Фаяз Фәтих улына берәҙәк эттәрҙе тотоу нимәгә кәрәк? Уларҙы тәрбиәләү, ашатыу, ветеринария ярҙамы күрһәтеү ҙә эшҡыуарҙың кеҫәһенә һуға түгелме һуң? Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу маҡсатында Баймаҡ ҡалаһының бер яҡ ситендә урынлашҡан хайуандар өсөн приютҡа юл алдыҡ.
Беҙҙе ҡаршылаған эттәрҙең күплеген күреп, бер аҙ албырғап ҡалһаҡ та, Фаяз Ғә­биҙуллиндың уларҙы яратып, һәр бере­һен һөйөп, аҙыҡ биреүе бер аҙ ҡыйыулыҡ өҫтәгәндәй булды. Күстәнәскә алып килгән йомшаҡ әпәкәйҙе тәмләп ҡараған “приют хужалары” үтегеҙ тигәндәй бер аҙ өрөп алды ла, юл биреп, һәр береһе үҙ “эшенә” тотондо.
“Берәҙәк эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе тотоу буйынса” дәүләт программаһына ярашлы ваҡытлыса асылған приют ҡуртымға алынған 20 гектар майҙанда урынлашҡан. Уны уратып кәртәләп алыу, эттәр өсөн махсус урындар – вольерҙар бүлеү, аш бешереү бүлмәһе төҙөү һәм бесәйҙәр өсөн айырым йорт ултыртыу өсөн киткән сығымдарҙың барыһы ла эшҡыуарҙың шәхси кеҫәһенән түләнгән. Программаға ярашлы, һәр бесәй һәм эт өсөн көнөнә 12 һумдан һәм ветеринар ярҙамы өсөн һәр береһенә 2 һум 50 тиндән аҡса һалынған. Әммә был сумманың бер ашатыуға ла ет­мә­үе көн кеүек асыҡ. Икенсенән, программа шартына ярашлы, берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәрҙе ҡарау ваҡыты йыл аҙа­ғында тамамлана һәм киләһе йылдың мартынан ғына ҡайтанан үҙ көсөнә инә. Тимәк, был айҙарҙа ябылыуға мәжбүр булып сыға түгелме һуң хайуандар приюты? “Яҡшы хужа был көндә этен дә урамға сы­ғармаҫ” тигән халыҡ мәҡәлендәсә, минең геройым, йорт хайуандары өсөн иң ауыр һәм һыуыҡ айҙар булыуын иҫәпкә алып, уларҙы үҙ иҫәбенә ҡарарға ҡалдыра.
– Улар ҙа тере йән бит. Нисек йәлләмәй урамға сығарып ебәрәһең? – тип һүҙ башланы Фаяз Фәтих улы. – Бала саҡтан мин берәҙәк эттәрҙе күреп, уларҙы йәлләй тор­ғайным. Һыуыҡта ас көйөнсә урамда темеҫкенеп йөрөүҙәре, йылы мөйөш эҙләп, ҡайҙа барырға белмәй автобус туҡталы­шында йәки магазин ишектәре янына йыйылыуҙарын күреп йөрәгем әрней ине. Артабан, балаларым үҫә барған һайын, урамда өйөрө менән йөрөгән эттәрҙең уларға ҙур хәүеф тыуҙырасағын, берәҙәк бесәйҙәрҙе һыйпап, ҡулына алып уйнатҡан бала-сағаның сир эләктереү ихти­мал­лығын аңланым. Тәү ҡарашҡа йәмғиәткә әллә ни зыян килтермәгән кеүек күренгән берә­ҙәк йорт хайуандары санитария-гигиена та­лаптары яғынан да, хәүефһеҙлек күҙ­легенән дә хәүефле. Район хакимиә­тенән “Берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәрҙе тотоу буйынса” дәүләт программаһында ҡатна­шырға тәҡдим иткәстәр, һис икеләнеп тормайынса риза булдым.
Дөрөҫ, был килемле тармаҡ түгел, кире­һенсә, әллә күпме сығым китә, ләкин бөтә­һен дә аҡса менән сағыштырырға кәрәк­мәй, изгелек тигән ғәмәл дә кәрәк. Ана, күрә­һегеҙ бит, күпме тоғро дуҫтарыбыҙ рә­хәтләнеп уйнай, тамағы туҡ, барыһы ла ветеринар күҙәтеүе үткән, тейешле прививкалар яһалған. Бесәйҙәр йортонда ни тиклем йылы һәм таҙа. Мыяуҡайҙар рәхәтләнеп ята, кемгәлер аҙ ғына булһа ла ярҙам итә алыуым үҙе бәхет.
Фаяз Ғәбиҙуллиндың үҙенең “дуҫтары” хаҡында ихлас бәйән итеүенә һоҡланып та ҡуйҙыҡ. Уларҙың күптәренә исем ҡушып, янына саҡырып, һәр береһе хаҡында сә­ғәт­тәр буйы һөйләргә лә риза ул. Әле приютта 40-тан ашыу эт-бесәй аҫрала. Уларҙы кемдер килтереп тә бирә, үҙҙәре лә ҡала буйлап йыйып ала. Ирекмәндәр ҙә был изге эштән ситтә ҡалмай. Баймаҡ­тан Рушана Кәримова буш ваҡытында приютҡа бесәйҙәрҙе тәрбиәләргә килә. Уларҙың торған урынын таҙарта, аш әҙерләй, урамға алып сыға. Мыяуҡайҙар яратҡан апайҙарына өйрәнеп тә бөткән: уның килеп кереүе була, шунда уҡ Рушанаға һыйынып, иркәләнеп ҡалырға тырышалар.
Изге эшкә ул үҙенең һеңлеһе Альбинаны ла йәлеп иткән. Аҙнаһына ике-өс тапҡыр килеп киткән осраҡтары ла бар. “Бесәйҙәрҙе урамдарҙан йыйып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙы мөмкин тиклем яҡшы ҡулдарға тапшырыу буйынса ла эш алып барабыҙ. Күптәр үҙҙәре приютҡа килеп, һай­лап ала. Кемдер оҙайлы эшкә йәки ҡайҙалыр китһә, бесәйен беҙгә килтереп тора, ҡайтҡас, килеп ала. Бындағы бесәй­ҙәр һау-сәләмәт, улар сирле тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Даими ветеринар күҙәтеүе үтеп торалар”, – ти ирекмәндәр.
Приютта ике кешегә эш урыны булды­рылған, улар эт аулаусылар тип атала. Шулай уҡ айырым бинала хайуандар өсөн йылы аш бешерелә. Ҡала мәктәптәре, ашханалар менән килешеүҙәр төҙөлгән, шулай уҡ теләге булған һәр кем приютта йәшәгән хайуандарға ашарға килтерә ала.
Тормошта һәр кеше үҙенсә йәшәргә тырыша: кемдер “текә” машиналарҙа елдереп, затлы һауыттарҙан йылы аш менән туҡланғанда, икенселәр үҙҙәренең һуңғы телемен дә эргәбеҙҙә йөрөгән дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ менән уртаҡлашырға ашыға. Кемдер килемле эшҡыуарлыҡ юлын һай­лағанда, икенселәре тап Фаяз Ғәбиҙул­лин кеүек изгелекте үҙ итә. Ошо дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға кешеләр тарафынан бер аҙ иғтибар, миһырбанлыҡ, изгелек күрһәтелһә, улар ҙа беҙгә тоғро ҡалыр ине. Эт йылында ла кеше булып ҡалайыҡ, мәрхәмәтлерәк булайыҡ.

Баймаҡ ҡалаһы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә