Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Салауат ҡалаһындағы бер ойошманың етәксеһен үҙ коллективына эш хаҡы түләмәгән өсөн ун тәүлеккә төрмәгә ултырталар. Ун көндән һуң иреккә сыҡҡас, ул суд приставтарына килә һәм бурысын ҡапларға ҡарар итеүен белдерә.

Суд приставтарының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эш хаҡы буйынса йыйылған был бурыс 240 мең һум тәшкил иткән. Етмәһә, етәксе тағы ла 170 мең һумлыҡ баш­ҡарыу эше буйынса бурыслы булып сыҡҡан. Улары – түләнмәгән кредит һәм һалымдар, иҫерек килеш автомобиль йөрөткәне өсөн штрафтар.

* * *
Башҡортостандың социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларының 2017 йылғы эшмәкәрлеген бойондороҡһоҙ баһалау үткәрелде. Уның маҡсаты – бындай ойошмалар эшмәкәрлегенең асыҡлығына өлгәшеү.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Йәмәғәтселек советы ҡарары менән ошо сараны үт­кә­реү өсөн 69 ойошма һайлап алынған. Уларҙың унауһы дәүләт социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы булһа, 59-ы – дәүләттән тыш булған һәм коммер­цияға ҡарамаған социаль йүнәлештәге предприятиелар. Әлеге ваҡытта был ойошмаларға тикшереү һөҙөмтәһендә эштең сифатын яҡшыртыу буйынса төҙөлгән саралар планын тормошҡа ашырырға ҡушылды.

* * *
2008 йылда уҡ Дыуан районының Михайловка ауылы эргәһендә юл-транспорт ваҡиғаһында имгәнгән һәм беренсе төркөм инвалиды булып танылған ҡатынға был һәләкәттәге ғәйепле ойошма 800 мең һум компенсация түләйәсәк.

Аварияның сәбәбе – урам сатында кәрәкле юл тамғаларының булмауы. Был эште “Башкиравтодор” йәмғиәте башҡарырға тейеш булған, ләкин бурысын үтәмәгән. Һөҙөмтәлә ҡатын ғү­мерлеккә ғәрип булып ҡалған һәм хә­ҙер үҙаллы хәрәкәтләнә алмай. Өфө ҡалаһының Октябрь районы суды әлеге ойошманы ғәйепле тип тапҡан. Аҡсаның тулыһынса һәм ваҡытында түләнеүен республика прокуратураһы контролдә тота. Ни өсөн был эш шулай туғыҙ йылға һуҙылған – ул хаҡта мәғлүмәт юҡ.

* * *
Ҡануниәткә ярашлы, 21 йәштән өлкәнерәк һәр кеше өс йылға бер тапҡыр диспансерлаштырыу үтергә бурыслы, ләкин ҡайһы берәүҙәр был талапты һанға һуҡмай. Ул ни өсөн кәрәк һәм һаулыҡты тикшереү нимәнән ғибәрәт?

Был процедураны үтеү өсөн ҡулда мотлаҡ медицина страховкаһы (ОМС), паспорт, хәүеф факторҙарын һәм хроник сирҙәрҙе анығыраҡ асыҡларға ярҙам итәсәк анкета булырға тейеш. Шунан һуң даими йәшәгән урындағы йәки беркетелгән поликлиникалағы терапевҡа инеү кәрәк, ул анализдарға йүнәлтмә бирә. Дөйөм анализдарҙы тапшырғас, һеҙҙе ЭКГ һәм флюорография йәки үпкәгә рентген көтә (рентгенды, ғәҙәттә, ҡурылдай быумаһы менән сирләгәндәргә билдәләйҙәр). Ҡатын-ҡыҙҙарға гинекологка күренеү ҙә мотлаҡ. 35 йәштән уҙған пациент­тарға окулист, ирҙәргә – уролог, ҡатын­дарға маммолог менән кәңәшләшеү, эске ағзаларға УЗИ үтеү зарур.

* * *
Көнбайыш райондарҙың эсәр һыуында көмөштөң артыҡ күп тупланыуы асыҡланды. Башҡорт дәүләт университетының география факультетындағы геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһы белгестәре был турала Йәрмәкәй һәм Бәләбәй райондарында тикшереү үткәргәндән һуң белдерҙе.

Һыу өлгөләре 2016 йылда уҡ алынып, бындай тикшеренеү өсөн тейешле ҡоролмалары булған Томск политехник университетына ебәрелгәйне. Өлгө­ләр­ҙә уран, торий, көмөш, алтын, тимер һәм башҡа элементтар миҡдары анализланды. Оҙаҡламай тикшеренеү һөҙөмтәһен ошондай өлгөләрҙе тап­шырған һәр кемгә бирергә вәғәҙә итәләр.
Факультеттың кафедра мөдире Исхаҡ Фәрхетдинов әйтеүенсә, эсәр һыуҙа көмөштөң үтә күплеге был ме­тал­дың урындағы ер төпкөлөндәге кү­ләме лә ҙур булыуы менән аңлатыла. Ҡасандыр ошо яҡтарҙа баҡыр рудаһы сығарыу менән шөғөлләнгәндәр, уның менән бергә ер өҫтөнә көмөш тә эләккән. Был – тау эштәренә хас күре­неш.
Томск медицина университеты менән Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары ҡайнатылған һыуҙа ҡалған юшҡын элементтарының кеше һаулы­ғына нисек тәьҫир итеүен өйрәнергә булды. Айырыуса онкология сирҙәре­нең һәм шәкәр диабетының таралыуына иғтибар итәсәктәр.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә