Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөк тейәлгән арба
Йөк тейәлгән арбаҺуңғы йылдарҙа Рәсәй халҡын донъяла барған иҡтисади көрсөк, эш хаҡының түбән булыуы борсой. Юғары иҡтисади мәктәп (ВШЭ) белгестәренең мәғлүмәттәре буйынса, илебеҙҙәге һәр өсөнсө ғаилә килемен аҙыҡ-түлеккә тотона, кейем-һалым, кәрәкле дарыуҙар алырға мөмкинлеге ҡалмай, курорттарҙа ял итеү, машина, фатир һатып алыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Шул уҡ ваҡытта эске тулайым продукт үҫә, һум тотороҡлана, бюджет дефицит булыуҙан сыға бара тигән һүҙҙәр ҙә йыш ишетелә. Әлбиттә, тормоштағы ысын­бар­лыҡты биҙәп, һылап-һыйпап күрһәтеү кемдәргәлер ҡулай булыуын халыҡ яҡшы аңлай. Был осраҡта Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың “бер түтәй алып ингән кү­кәйҙең юғарыға йөҙ булып барып етеүе” тураһындағы шиғырын иҫкә төшөрөү ҙә етә.
Иң аяныслыһы шул: Рәсәй халҡының күпселеге үҙҙәренең матди хәлен насар тип баһалай. Был күрһәткес быйылғы йылдың май айына ҡарағанда өс процентҡа артҡан.
Матди яҡтан ҡытлыҡ кисереү арҡа­һын­да халыҡ торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡтар күрһәткән хеҙмәттәр өсөн түләй алмай. Был мәсьәлә хәҙер ғәҙәти хәлгә әйләнә бара, күп ғаиләләрҙең бурысы ике-өс айҙан артып киткән.
Рәсәйҙәрҙең 17 проценты кәрәкле дарыу алыуҙан мәхрүм, ә һигеҙ процен­ты хатта аҙыҡ-түлеккә лә еткерә алмай. Бынан тыш, илдә иҡтисади көрсөк дауам итә тип иҫәпләгәндәрҙең һаны быйыл ете процентҡа артып, 77 процентҡа еткән.
Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, ауыл халҡының хәле мөшкөлөрәк – уларҙың 44 проценты аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары һатып ала алмай.
Шулай итеп, халыҡ был хәлдән ҡото­лоуҙың бер генә юлын күрә: элек алыу мөмкинлеге булған тауарҙарҙан, хеҙмәт­тәрҙән баш тартыу. Әйтергә кәрәк, был “алым”ды ярлы халыҡ ҡына түгел, үҙҙә­рен сағыштырмаса хәлле тип иҫәпләгән­дәр ҙә ҡуллана. Кешеләр беренсе сиратта медицина, мәғариф ойошмалары күрһәткән хеҙмәттәрҙе сикләй.
“Росстат” мәғлүмәттәре раҫлауынса, быйыл инфляция иң түбән кимәлдә билдәләнгән – 2,6 процент. Эске тулайым продукт үҫеше ике процентҡа артыр тип көтөлә. Иҡтисади үҫеш министр­лы­ғының етәксеһе әйтеүенсә, эш хаҡы быйыл өс процентҡа артҡан, киләһе йылда дүрт процентҡа күтәреләсәк тип күҙаллана.
Шул уҡ ваҡытта халыҡтың килеме (торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа түләгән­дән һуң ҡалғаны һәм инфляцияны иҫәпкә алып) өсөнсө йыл инде түбән тәгәрәй. Бындай хәл 90-сы йылдарҙа ғына күҙәтелде. Октябрь айында халыҡ­тың янсығы 1,3 процентҡа йоҡарған. Быға, әлбиттә, тауарҙарға хаҡтың артыуы йоғонто яһай.
Кредит алыу ҙа халыҡтың матди хәлен мөшкөлләтә. Яҡынса биш кеше­нең өсөһө бурысын кире ҡайтара алмай, хатта фатирынан йә башҡа мөлкәтенән ҡолаҡ ҡағырға мәжбүр була.
Әлбиттә, был күрһәткестәргә ҡарап ҡына илдең дөйөм иҡтисади хәлен баһалау мөмкин түгел, ләкин дауахана­лағы уртаса температура кеүек, нин­дәйҙер кимәлдә иҡтисади “һауа торошо”н күҙалларға мөмкин. Шулай ҙа ил иҡтисады һәр кешегә бәйле булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Ошонда үрҙә телгә алған Әнғәм Атнабаевтың бер шиғы­рындағы шундайыраҡ юлдар иҫкә төшә: “Дәүләт тигәнебеҙ һинән, минән тора лабаһа, үҙебеҙ бирмәһәк, ул нисек бирһен?” Үкенескә ҡаршы тип әйтәйем­ме, совет осоронан килгән “кемдәндер көтөп ятыу” сире бөтмәгән әле. Үҙебеҙ бирерҙән алда, һорарға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Тегенеһе кәрәк... Быныһы кәрәк... Ошо “кәрәк”тәрҙе үҙебеҙҙең булдырыу мөмкинлеге тураһында күптәребеҙ уйлап та ҡарамай. Әгәр айыҡ аҡыл менән күҙ һалһаң, юҡтан башлап, ҙур уңыштарға өлгәшкән кешеләр ҙә байтаҡ бит арабыҙҙа. Уларға берәү ҙә килтереп бирмәгән, үҙҙәренең башын һәм мускулдарын эшләтеп, ҡаҙаныштар үрен яулаған. Юғиһә, алименттан ҡасып йөрөгән шикелле, һалымдан ҡасып күләгәлә эшләгәндәр ҙә быуа быуырлыҡ. Аҙаҡ инде пенсия күләме аҙ булыуына зарланабыҙ, таптырабыҙ, талап итәбеҙ.
Ҡыҫҡаһы, йөк тейәлгән арба һөйрәгән ат эргәһенән “һоп-һоп!” тип барыуҙан ғына атҡа көс инмәй. Дөйөм ҡаҙанға үҙ өлөшөңдө индереү өсөн бөтә мөмкин­лектәр ҙә бар. Әйтәйек, ҡытайҙар һымаҡ йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү, малсылыҡ, ҡортсолоҡ һәм башҡа эштәр менән шөғөлләнеү ҡулыбыҙҙан килмәйме ни?! Ауылдарыбыҙҙа әзмәүерҙәй ир-ат ни ҡылырға белмәй ҡаңғыра, күптәр, оҙон аҡса артынан ҡыуып, Себер тарафтарына юллана. Шул уҡ ваҡытта шайтан таяҡтары үҫеп ултырған туған ҡырҙа­рыбыҙ етемһерәп ята. Әйтеүе лә оят, ошондай гүзәл һәм бәрәкәтле ерҙәр ҡытайҙарға эләкһен ине әле!..
Ғөмүмән, теләнсе психологияһынан ҡотолорға ваҡыт. Ил миңә нимә бирә тип түгел, мин илгә нимә бирә алам, тип йәшәргә кәрәк. Дәүләт ул һинән, минән тора лабаһа!..


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә