Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ хәтерендә йәшәй
Ул үҙен Сибайҙа ғына түгел, Башҡортостанда ла, күрше өлкәләрҙә лә ғәжәйеп талантлы шәхес итеп танытҡан. Заманында Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов иҫтәлегенә арналған ҡурайсылар, сәсәндәр бәйгеһендә төрлө музыка ҡоралдарында уйнап мәртәбәле исемгә лайыҡ булған. Француздарға, немецтарға Сибай ҡалаһында шундай үҙенсәлекле “маэстро” барлығын, милләтебеҙҙең уникаль халыҡ икәнен күрһәтеп ҡайтыусы ла ул. Заманабыҙҙың арҙаҡлы уҙаманы тураһында республика матбуғатында билдәле яҙыусылар, журналистар ҙа байтаҡ очерк-мәҡәлә, хәтирәләр яҙған. “Сибайҙың 100 шәхесе” проектында ла уның исеме урын алыр, тип уйлайым. Һүҙем – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсән, бейеүсе, скрипкасы Абрар Арғынбаев тураһында.


Яңыраҡ Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Хәсәнова оло шәхестең хәтер кисә­һен ойошторҙо. Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сыһы Гөлкәй Сәмерханова менән йәнле итеп алып та барҙылар. Абрар Солтангәрәй улының ҡатыны, 80 йәшлек Хәҙисә инәй ҙә кисә ойоштороуға ҙур өлөш индергән.
Сараға Абрар Арғынбаевтың туғандары, класташтары, дуҫтары килде. Тәүҙә институт директоры урын­баҫары Семен Чернов ҡунаҡтарға экскурсия ойош­торҙо. Уҡыу йорто музейында шәхескә бағыш­ланған, музыка ҡоралдарын, уның эшмәкәр­леге, ғаи­ләһе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ҡомарт­ҡы итеп һаҡ­лаған махсус мөйөш бар.
Семен Николаевич Абрар Арғынбаев тураһында йылы һүҙҙәр әйтте. Сибай башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ирек Бикмәтов, Хәҙисә Исмәғил ҡыҙын 80 йәше менән тәбрикләп, бүләк тапшырҙы. Кисәне алып барған журналист Рәүилә Сәфәрғәли ҡыҙы Сибай телестудияһында төшөрөлгән Абрар Арғын­баев тураһындағы тапшырыуҙар циклынан өҙөк күрһәтте. Институттың “Сармат”, “Ете ырыу” ансам­бл­дәренең дәртле бейеүҙәре, Йәштәр үҙәгенең “Йән­гүҙәй” фольклор ансамбленән дәртле инәй-ола­тайҙарҙың сығышы күңелдәрҙе елкендереп ебәрҙе.
Башҡорт дәүләт университетында уҡыған сағым­да профессор Ишбулатов, минең Баймаҡ районы­ның Байыш ауылынан икәнлегемде белгәс, һин бит үҙенсәлекле төйәктән, һеҙҙең ерлек Йыһан ме­нән бәй­ле, тигәйне. Ә мин йәшлегем менән ар­тыҡ әһәмиәт бирмәнем. Йылдар үтеү менән был һүҙ­ҙәр кинәт иҫкә төштө. Беҙҙең ерлектә тыуып үҫкән таланттарҙы барлайым да, профессорыбыҙ дөрөҫ әйткән, тип ҡуям.
Ысынлап та, үҙенсәлекле, талантлы шәхестәр сыҡ­ҡан тыуған еремдән. Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән төбәктең һауаһын һулап, һыуын эсеп, әүлиә йөрөгән һуҡмаҡ­тарҙан үтеп, тауҙар ҡыҙырып үҫтек. Бының менән ғо­рурланабыҙ. Уникаль моңло тауышлы ха­лыҡ йыр­сы­һы Рамаҙан Йәнбәков, оҫта ҡурайсы Таш­булат Дәү­ләт­шин, үткер һүҙле яҙыусы Буранбай Исҡужин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бейеүсе Фәй­зулла Ғөбәйҙуллин – ошо исемлектә. Һуңғы йылдарҙа республика матбуғаты биттәрендә Дәүләкән ерендә төпләнгән ауылдашыбыҙ Миңзәлә Хәлилова-Байышева үҙенең моңло шиғриәте менән таң ҡалдыра, мәктәп, ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәренә ҡарамай, китаптар сығара. Ауылыбыҙҙың утын һүндермәй уға ҡот-йәм биреп йәшәгән егәрле, дәртле, ихлас ауылдаштарым һуң?!
Ошо бәрәкәтле ергә Абрар олатайҙың ата-ба­баһы Килмәк Шырмайҙан (Ғәҙелбай) Урғаҙа йыл­ғаһы буйына йәйләүгә күсеп ултырған. Байыш ме­нән Манһыр ара­һында килмәктәрҙең тирмә ҡороп ултырған урыны бар, ул Килмәк мороно тип атала. Килмәктең Арғынбай, Дауытбай исемле улдары тыуған.
Абрар Солтангәрәй улы Байыш ауылында 1929 йылдың 15 июлендә донъяға килгән. Атаһы Сол­тан­гәрәй Хәнйән улы (1888 йылғы) үҙ тырышлығы менән Орск ҡалаһында белем алып, тыуған яҡта­ры­на ҡайтҡан. Тәүҙә Юлыҡ ауылында балалар уҡыт­ҡан. Күп тә үтмәй, Байыш ауылында мәктәп асҡан. Ә әсә­һе Хәлимә моңло, көслө тауышлы йыр­сы булған. Аб­рар­ҙың ағалары Икрам — скрипкала, Ғилметдин — тальянда, Ғилметдин дә төрлө музыка ҡорал­дарында уйнай белгән.
Бәләкәй сағымда Абрар олатайҙы ауылыбыҙҙа күргәнем булды. Һеңлеһе Гөлшат инәйҙәргә килер ине. Кейәүе Солтанәхмәткә оҡшағас, уның туғаны­лыр тип уйлай инем. Бына аныҡ ҡына хәтерләмә­йем, тәүге тапҡыр 1982 йылда ауылыбыҙҙа уҙға­рыл­ған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында сәхнәлә сы­ғышын күрҙем шикелле. Дәртле генә, ҡупшы ке­йен­гән, шаян, асыҡ йөҙлө олатай булып иҫтә ҡалған ул.
Абрар Солтангәрәй улы — техник белемле белгес, майор дәрәжәһенә эйә булған хәрби ҙә. Оҙаҡ йылдар Сибай баҡыр-көкөрт комбинатында мастер, конструктор, механик булып эшләй. Төрлө проект­тар, яңы ҡул­ланмалар уйлап таба, эштәре Мәс­кәү­­ҙә ВДНХ-лағы конкурстарҙа ҡатнаша. Ул “Иң яҡшы уйлап табыусы” исеменә лайыҡ була.
Комбинаттың ҡатмарлы, мең мәшәҡәтле эше ме­нән йәнәшә ҡаланың сәнғәт, мәҙәниәт тормошонда ҡай­нап йәшәй ул. Ҡаланың 5-се мәктәбенең шул ва­ҡыттағы директоры С.Н. Черновтың һорауы бу­йынса ун йыл музыка түңәрәге алып бара. Ҡурай­ҙа, мандолинала уйнарға өйрәтә, халыҡ көйҙәре серҙәренә төшөндөрә. Шул осорҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булған Зиннур Йәрмөхәмәтов­ты иҫкә алып үтеү ҙә фарыз. Халҡы өсөн янған етәк­се һәр башлан­ғыстың уртаһында ҡайнай, ҡалала уҙғарылған һәр сарала әүҙем ҡатнаша, ҡа­ланың бер төркөм сәнғәт оҫталары өсөн күрше өл­кә­ләргә сәфәр ойоштороп, милли ҡоралдарҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүгә булыш­лыҡ итә.
Абрар Арғынбаевтың тормошонда һәм мәҙәниәт эш­мәкәрлегендә һәр ваҡыт ҡатыны Хәҙисә терәк, моң­даш, фекерҙәш булып йәшәй. Сибайҙа үткәрел­гән һәр төрлө байрамдарҙа үҙ тирмәһен ҡороп, һәр бай­рамға йәм бирәләр: ҡул эштәре, ҡаралты-маҙар­ҙары, аш-һыуҙары менән йәнләндерәләр. Йәш быуын­ға шундай өлгө күрһәтеп, һәр эште матур итеп ойоштороп, иңгә-иң терәшеп күркәм ғүмер итәләр.
Әлеге хәтер кисәһендә: “Абрар менән бәхетле ғү­мер юлы үттем. Балаларға яҡшы терәк, ярҙамсыл атай булды. Уның оло йөрәкле, ихлас кеше булыуы һәр эшендә сағылды”, – тине ҡатыны Хәҙисә инәй.
Хәтер кисәһендә Абрар олатайҙың яҡындарына Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәға­риф отличнигы Әлнисә Алдырханованың сәсән Абрар Арғынбаев тураһында “Маһирлыҡта юҡтыр тиңдәре” тигән китабы бүләккә таратылды.
Был йыйынтыҡҡа билдәле әҙиптәребеҙ Ҡәҙим Арал­бай, Рәшит Шәкүр, Аҫылғужа Баһуманов, Буран­бай Исҡужин һәм башҡа күренекле ҡәләм оҫ­та­ла­ры­ның, журналистарҙың, сәнғәт эшмәкәрҙә­ре­нең төрлө йыл­дарҙа матбуғат биттәрендә ба­ҫылып сыҡҡан очерк-мәҡәләләре индерелгән. Шулай уҡ ҡала етәксе­легенең фекере лә урын алған. Сибай ҡалаһы хаки­миә­тенең мәҙәниәт бүлеген оҙаҡ йылдар етәкләгән Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Гөлназ Аҡна­зарованың хәтирәһенән юлдар килтерәм: “Абрар Ар­ғынбаев илем, халҡым тип йәшәгән ил ағаларының береһе булды. Башҡорт халыҡ музыкаһын, йырҙарын, йолаларын, уҡыусы­ларға, йәштәргә өйрәтеп ҡалдырыу өсөн бик күп эш башҡарҙы. Абрар ағайҙың думбыра, ҡурай, мандолина моңдары – сал Уралдың алтын-кө­мөш­тәренән дә ҡиммәтерәк һәм ғүмер-ғүмергә һоҡ­ланып туя алмаҫлыҡ ғәжәйеп бер ҡомартҡы ул”.
Миңә ҡалһа, барлыҡ ауылдаштарым, Абрар ола­тайҙың туғандары исеменән ошо хәтер кисәһен ойоштороп, һоҡланғыс яҡташыбыҙҙы онотмай, уның исемен рухи мираҫ итеп йәш быуындарға еткергән Сибай ин­сти­туты етәкселегенә, уҡытыусы­ларына оло рәх­мәтемде еткерәм.

Сибай ҡалаһы.


Автор: Земфира ҒИРФАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә