Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ағастан велосипед та яһаған
ағастан велосипед та яһағанКешене эше данлай, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Һәр хеҙмәт нигеҙендә – айырым яҙмыш, әммә ошо яҙмыштар тарихы аҡ ҡағыҙға төшмәһә, тора-бара онотола, халыҡ хәтеренән әкренләп юйыла. Һуғыштан һуң тыныс тормош ҡороуға йәшлеген, һаулығын сарыф иткән олатай-атайҙарыбыҙҙы, өләсәй-әсәйҙәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә ошо ҡаһармандар тураһында һөйләп ҡалдырырға тейешбеҙ. Шундай кешеләрҙең береһе, бөтә ғүмерен тынғыһыҙ хеҙмәттә, халыҡ мәнфәғәте өсөн көс түгеүҙә үткәргән Имаметдин Ғималетдин улы Биктимеров хаҡында һүҙем.

Ул Иҫке Сибай ауылында тыуа. 1936 йылда Иҫке Сибай башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Теүәл бер йылдан, 1937 йылда, репрессия ваҡытында, атайҙарын алып киткәс, ул, ғаиләлә иң ҙур бала булараҡ, 28 йәшлек әсәһенең берҙән- бер таянысы булып ҡала. Туғыҙ йәшлек малай әсәһе менән бергә ер һөрә, тырмата, атта йөк ташый. Шундай ауыр ваҡытта өләсәһенең ярҙамы сикһеҙ була. Ул балаларҙы картуф ҡабығы бешереп, тире өтөп ашатып, аслыҡтан алып ҡала.
Унан Бөйөк Ватан һуғышы... Бала саҡтары яу осорона тура килә. Күпме мих­нәт, ауыр хеҙмәт татый уларҙың әле ны­ғынып та етмәгән иңдәре. Ләкин “беҙ атайһыҙ” тип илап ултырмаған шул быуын кешеләре. Әсәһе менән торф сығарырға, Сибайҙан Баймаҡҡа почта ташырға ла, ат ҡараусы, балта оҫтаһы булып та, юл төҙөүҙә лә эшләргә тура килә Имамет­дингә. Нисек кенә ауыр булыуға ҡарамаҫ­тан, кистәрен улар йыйылып, таҡмаҡ әйтеп, йырлап, бейеп, үҙ-ара шаярышып, күңел асыр булғандар. Теремек, шаян малай үҙе таҡмаҡ сығарып, йырлап, гармунда уйнап башҡаларҙы бейеткән.
1943 йылда тырышып эшләгән һәләтле малайҙы Хәйбулла районының Һамар ауылына механизаторлыҡҡа уҡырға ебәрәләр. Йыл ярымдан ул тракторсы-шофер танытмаһы алып ҡайта. Тракторҙа, комбайнда тәүҙә стажер, унан үҙаллы эшләй.
Ауыр һуғыш йылдарында, бәләкәй генә сағынан ир-егет урынына эшләп таһыл­ланған, оҫтарған, белемен арттырыуға ла ынтылып торған ныҡышмал малайҙың фиҙакәр хеҙмәте юғары баһалана, 1947 йылдың йәйендә уға “1941–1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы тапшырыла.
ағастан велосипед та яһаған Шул йылдың көҙөндә армия сафына алына. Приморье крайында хеҙмәт итә. Ҡыҫҡа ваҡытлы курста уҡып, автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Унан һуң Төньяҡ Кореяға күсерелә, унда корей һалдаттарын шофер һөнәренә уҡыта.
Хәрби хеҙмәтен тамамлап, иленә тоғро, намыҫлы егет тыуған ауылына ҡайта. Ул ваҡытта ауыл Сибай руднигы тип атала. Һәр эште күңелен биреп, ихлас, еренә еткереп башҡарырға өйрәнгән егет “Уралспецстрой” тресының Сибай участкаһында водитель булып эшләй башлай, быуа төҙөүҙә ҡатнаша.
1953–1967 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында эшләй. Тырышлығы арҡаһында Үҙәк база директоры вазифаһына тиклем күтәрелә. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында ситтән тороп уҡый, агроном дипломы ала.
1968 йылда иһә “Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты”ның ярҙамсы хужалығы – “Дружба” совхозына директор итеп тәғәйенләнә. Ул етәкләгән осорҙа хужалыҡ алдынғылар рәтенә сыға. Совхоздың 250 мең һум бурысын ҡаплап, 100 мең килем ала улар. Талапсанлығы арҡаһында өлгәшә ул был уңышҡа.
Хужалыҡта төрлө тармаҡтар ҙур үҫеш ала. Эш ҡайнап тора. Күҙҙең яуын алып, мул уңышы менән ҡыуандырған баҫыуҙар, тулҡынланып ятҡан таҙа иген культуралары (гектарынан уртаса 15-20-шәр центнер уңыш алына), сағыу төҫтәргә мансылған көнбағыш, картуф, сөгөлдөр баҫыуҙары. Урал аръяғы хужалыҡтары араһында беренселәрҙән булып БМСК-ның ярҙамсы совхозы йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Улар өсөн 30 гектар ерҙә теплицалар, ике быуа төҙөлә. Ҡыяр, сөгөлдөр, кәбеҫтә, помидор үҫтереп, комбинаттың ашханаһына оҙаталар. Үҙәк йылылыҡ системаһы өсөн ҡаҙанлыҡ, ҙур ҡошсолоҡ фермаһы, инкубатор станцияһы төҙөлә һәм ҡала халҡын, яҡын-тирәләге район ауылдарын өйрәк, ҡаҙ, тауыҡ ите, себештәр менән тәьмин итә башлайҙар. Совхоздан Казанка ауылына тиклем 14 километр юл һалына, һыйыр фермалары яңыртыла, малсыларҙың, һауынсыларҙың эше механизациялана. Әлбиттә, ҙур хужалыҡ бик күп көс, тәжрибә, ҙур яуаплылыҡ, кешеләр менән эшләй белеү оҫталығын талап итә. 1971 йылда Имаметдин Биктимеров Өфөлә Башҡортостан ауыл хужалығы институтында етәксе кадрҙарҙың квалификацияһын камиллаштырыу факультетында уҡып ҡайта.
Ошонда эшләү дәүерендә ул социаль мәсьәләләргә лә ҙур иғтибар бирә. Мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, ашхана төҙөлә. Улар заманса матди-техник ҡорамал менән йыһазландырыла. Хужалыҡта эшләгән белгестәр, малсылар өсөн ҙур яҡты йорттар һалына.
Ат йәнле кеше бәләкәй сағынан үҙе тәрбиәләп үҫтергән “Тарзан” исемле аты менән юртаҡтар бәйгеһендә даими ҡатнаша, призлы урындар яулай: Силәбе өлкәһендә үткән ярышта еңеп мотоцикл, Пермдә – кубок, Баймаҡ ҡалаһында беренсе урынды ала.
Тырыш булһаң, күҙҙәреңдә осҡон янып, йөрәгең дәртле типһә, барыһы ла килеп сыға. Һигеҙ йылдан ашыу хужалыҡҡа оҫта етәкселек итеп, эште дөрөҫ ойоштороп, күп уңыштарға өлгәшә ул. Совхозға тәжрибә уртаҡлашырға ла күпләп киләләр. Ысынлап та, хужалыҡтың ҡыҫҡа ваҡытта күтәрелеүе, уңыштары нигеҙендә, һис шикһеҙ, хужалыҡ етәксеһенең ауыл хужалығына заманса һәм фәнни ҡарашы, ауыл эшсәндәренең тырыш хеҙмәте ята.
Шунан һуң ул, үҙ теләге менән эштән сығып, Сибай ҡалаһына ҡайта һәм төрлө ойошмаларҙа етәксе була. Һәр вазифаһын бар күңелен, ихласлығын биреп башҡара.
Матурлыҡты кеше хеҙмәте тыуҙыра. Оҫта ҡуллы Имаметдин Ғималетдин улы, үҙ ҡулдары менән фаэтон эшләп, ҡала буйлап пар аттарҙа йәштәрҙе Никах йортона, байрамдарҙа балаларҙы йөрөтә. Бала сағында ла тапҡыр, зирәк малай төрлө уйҙырмаларға оҫта була. Ағастан велосипед яһап балаларҙы йөрөтә. Клубта кино күрһәткән ваҡытта өҙөлгән таҫмаларҙы алып ҡайтып йәбештереп, үҙе эшләгән аппаратта өйөндә балаларға кино күрһәтә. Туҙ ҡайнатып һағыҙ яһай, тимер сыбыҡтан энә эшләп, күрше-күләнде ҡыуандыра, ағастан думбыра яһап, таҡмаҡ әйтеп, башҡаларҙы бейетә. Уның өйөндә лә һәр нәмә үҙ ҡулдары менән эшләнгән.
Имаметдин йыл һайын ҡалала уҙған парадтарҙа ҡатнаша. Шуларҙың иң иҫтәлеклеһе – 1967 йылда Октябрь революцияһының 50 йыллығына арналған парад. Унда улар комбинат коллективы менән граждандар һуғышы геройы Чапаевты һәм уның отрядын кәүҙәләндерә. Парадта иң алдан Имаметдин Ғималетдин улы – Чапаев ролендә атта һыбай, уның артынан тачанкала “Максим” пулеметы янында Анна менән Петька һәм башҡа ҡыҙылармеецтар урын ала.
Имаметдин Ғималетдин улы – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тиңләшкән хеҙмәт ветераны. Бик матур итеп йырлай, гармунда уйнай, шиғырҙар ижад итә. Әле лә бала саҡта сығарған шиғырҙарын, таҡмаҡтарын яҡшы хәтерләй. Филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов 2004 йылда “Салауат йыйыны” фольклор байрамындағы телмәрендә башҡалар менән бер рәттән уның ижадына ла юғары баһа бирә, энтузиаст-фольклорсы тип атай. Әле ижадын йыйынтыҡ итеп нәш­риәттә баҫтырырға әҙерләй ветерандың туғандары.
Төрлө тармаҡта эшләп ихтирам ҡаҙанған, тормош ауырлыҡтарына биреш­мәгән тырыш хеҙмәт кешеһе – ғаиләһендә хәстәрлекле ғаилә башлығы, балалары өсөн өлгөлө атай. Бар булмышы менән ябай, ҡунаҡсыл, эшһөйәр, яғымлы олатай. Ҡатыны Рәсимә Шәриф ҡыҙы менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләләренә ҡыуанып бөтә алмайҙар. Үҙе менән һөйләшеп ултыр­ғанда, ауыр тормошҡа бер ҙә зарланманы, ә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, мәҙәк хәлдәрҙе бәйән итте.
Ул әле данлыҡлы Биктимеровтар нәҫеленә тап төшөрмәй, ата-бабаларҙың рухына, аманатына тоғро ҡала.

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872