Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Беҙҙә йыр-моңға ғашиҡ халыҡ йәшәй”
“Беҙҙә йыр-моңға ғашиҡ халыҡ йәшәй”Ейәнсура районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре районда ғына түгел, республикала үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Төбәк йырсылары, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара йыр бәйгеләрендә призлы урын яулап, район данын бар донъяға тарата. Ейәнсуралар — дәртле һәм талантлы халыҡ: улар йыр-бейеүгә маһир, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына тоғро, йәш таланттарҙы күреү, үҫтереү өсөн төрлө эш башҡара. Халыҡтың рухиәт ҡанаттары талмаһын өсөн район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айҙар МӨХӘМӘТЙӘНОВТЫҢ ең һыҙғанып эшләүе оло хөрмәткә лайыҡ.

— Айҙар Зиннәт улы, райондың мәҙәни тормошо менән ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине.
— Районда барлығы 50 ауыл клубы, 33 ауыл китапханаһы бар. Сөләймән Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбе, район музейы, район мәҙәниәт йорто эшләй. Күпселек ауыл клубтарында һәм район үҙәгендә төрлө йүнәлештә түңәрәктәр асылды, ансамблдәр ойошторолдо. 16 коллектив халыҡ һәм өлгөлө ансамбль исемен лайыҡлы йөрөтә. Китапханаларҙың барыһы ла Интернет селтәренә тоташтырылған, һуңғы йылдарҙа моделле китапхана һәм күп функциялы мәҙәни үҙәктәр асыу киң таралды. Был тәңгәлдә лә беҙ заман менән йәнәш атларға тырышабыҙ. Абҙанда күп функциялы мәҙәни усаҡ сафҡа инде, аҡрынлап тағы ла бер нисә ауылда был тәңгәлдә эш алып барыла.
Һуңғы ваҡытта мәҙәниәт өлкәһенә, бигерәк тә ауыл клубтарына ҡарата иғтибар артты. Урындағы башланғыс­тарҙы яҡлау программаһына ярашлы, Башҡорт Үргене, Мәмбәтша ауылы клубтары ремонтланды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы мәҙәниәт йорто” проектына ярашлы, мәҙәни-ойоштороу учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу өсөн Таҙлар ауыл мәҙәниәт йортона өс миллион һум аҡса бүленде. Тиҙҙән заман талаптарына яуап биргән, техник саралар һәм музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары менән йыһазландырылған клуб ҡайтанан эшләй башлаясаҡ.
— Ейәнсура районына ғына хас булған мәҙәни саралар үтәме?
— Әлбиттә. Башҡа төбәктәргә хас булған кеүек, ейәнсураларҙың бренды булырлыҡ мәҙәни саралар исемлегенә “Башҡорт шәле”н атап үтер инем. Тәүгеләрҙән беҙҙең төбәктә ойошторолған бәйге хәҙер республика кимәленә сыҡты. Шулай уҡ “Ҡош юлы” республика гитарала уйнап йырлаусыларҙың конкурсы тап беҙҙә барлыҡҡа килеп, бер нисә йыл үтеп, быйыл Әбйәлил районында ойошторолдо. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Мәғфирә Ғәлиева, Сөләймән Абдуллин, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәжметдин Хәсәнов исемендәге йырсылар һәм ҡурайсылар конкурсы йыл һайын үткәрелә. Конкурстың төп маҡсаты — районыбыҙҙан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең ижадын пропагандалау, яңы исемдәр табыу, ҡурайға һәм йырға һөйөү тәрбиәләү. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙҙә фольклор йүнәлешендә ансамблдәр күберәк һәм халыҡ театры һәр ауылда тиерлек ойошторолған. Халыҡ шул тиклем ихлас, дәртле, бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмауҙары һоҡландыра.
— Мәҙәниәт — ул рухи байлыҡ, милли ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлау, үҙ-ара мөнәсәбәт, кеше менән аралашыу, матурлыҡҡа ынтылыу. Әммә ошо матурлыҡҡа ынтылыусыларҙың йәштәр араһында күренмәүе һиҙелә. Был тәңгәлдә һеҙҙә хәлдәр нисек?
— Дөрөҫөн әйткәндә, мәҙәниәт өлкәһендә күберәк үҙ эшен яратҡан, сәнғәтте үҙ иткән, йыр-бейеүгә ғашиҡ кешеләр генә эшләй. Шунһыҙ мөмкин дә түгелдер, сөнки хеҙмәт хаҡы түбән, ял көндәре, байрамдар юҡ, күберәк кис эшләргә кәрәк. Мәҙәни белемле белгестәрҙең ауылдарға бармауы сәбәпле, әле күп ауыл клубтарында пенсия йәшендәгеләрҙе эшләтергә мәжбүрбеҙ. Бәлки, барыр ине йәш белгес ауылға, әгәр һәйбәт эш хаҡы, уңайлы шарттар булһа. Бәтә клубтарҙа ла тейешле шарттар бар тип әйтеп булмай. Элекке аппаратураның йыш боҙолоуы, сәхнә кейемдәренең иҫкереүе, бинаға йылдар буйы ремонт үткәрелмәүе лә мәҙәниәт усағына йәш кадрҙарҙы туплауҙа үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бөгөн ауыл клубы халыҡтың “йөрәген” тәшкил итә. Берҙән-бер осрашыу, төрлө саралар үткәреү урыны — тап беҙҙең клубтар, шуға күрә уларҙы һаҡлап ҡалыу, бигерәк тә төпкөл ауылдарҙа клубтарҙы яптырмау мәсьәләһе киҫкен тора. Халҡыбыҙҙы рухи аҙыҡһыҙ, йыр-моңһоҙ ҡалдырырға ярамай, киреһенсә, мөмкин тиклем уларға бар шарттар тыуҙырыу зарур.
— Айҙар Зиннәт улы, мә­ҙә­ниәт өлкәһендәге уңыш­тарға килгәндә...
— Улар күп, әлбиттә (йылмая — авт.). Быйыл башҡорт һәм татар йырҙарын баш­ҡарыусы­ларҙың “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара конкурсында беҙҙең райондан Әлфиә Мырҙабаева Гран-при яуланы. Шулай уҡ халыҡ-ара ҡумыҙ­сылар һәм өзләүселәр бәйгеһендә Фуат Ҡужәхмәтов номинант булды. Бөтә Рәсәй “Таланттар турниры”нда (Ырымбур ҡалаһында) Гөлшаян Яҡшыбаева менән Морат Омарҙаҡовтың дуэты беренсе урынды алды. Бөтә Рәсәй хореография фес­тивалендә шулай уҡ беренсе урынды “Оло Эйек” халыҡ бейеү ансамбле яуланы. Төбәк-ара, республика конкурстарынан ейәнсуралар бер ваҡытта ла призлы урынһыҙ ҡайтҡаны юҡ. Гөрләтеп эшләйбеҙ ҙә, уңыштарыбыҙ ҙа, ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа етәрлек.
— Күрше Ырымбур өлкәһе менән сик­тәшһегеҙ, унда йәшәүсе милләттәш­тәребеҙ менән аралашып йәшәйһегеҙме? Мәҙәни өлкәлә үҙ-ара хеҙмәттәшлек бармы?
— Күптән инде ырымбурҙар менән туғанлашып бөткәнбеҙ (йылмая — авт.). Әлбиттә, Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ райондары, Төйлөгән ҡасабаһында йәшәүселәр беҙҙең район артистарын һәр саҡ көтөп ала, яратып ҡабул итә, унда күптән инде үҙ тамашасыларыбыҙ бар. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәребеҙ ырымбурҙарға барып, ҡумыҙ, ҡурай, бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, һуңғы ваҡытта милли башҡорт кейемдәрен (селтәр, хәситә, алмиҙеү) эшләргә теләүселәр ҙә оҫталыҡ дәресе ойоштороуҙы һорай. Туғандарса бәйләнеш йылдар дауамында нығытыла, киләсәктә был юҫыҡта эште тағы ла йәнләндерергә уйлайбыҙ.
— Айҙар Зиннәт улы, һеҙҙе оҫта ҡурайсы булараҡ ҡына түгел, ә районда ҡурай сәнғәтен үҫтереүҙә, ҡурай класын асыуҙа ҙур өлөш индергән уҡытыусыларҙың береһе булараҡ та беләбеҙ. Бөгөн районда ҡурай уйнарға теләгән уҡыусылар бармы?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар бик аҙ. Шулай ҙа беҙҙә ҡурай түңәрәктәре уңышлы эшләй, республика ҡурай бәйгеләрендә һәр саҡ ҡатнашабыҙ. Үҙебеҙҙең төбәктән сыҡҡан оҫта ҡурайсыларыбыҙ Рәсүл Ҡарабулатов, Артур Ғайсаров, Илһам Хәсәнов, Илсур Илтенбаев, Венер Килдейәровтар менән ғорурланабыҙ.

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.

Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә