Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы йыл һынамыштары
Серле, мөғжизәле Яңы йыл байрамы һәр төбәккә үҙ ваҡытында килә. Һәр халыҡ уны үҙенең һынамыштары менән милли йолаларына нигеҙләнеп ҡаршы ала. Шатлыҡлы йылмайыуҙар, бәхет ташып торған йөҙҙәр, байрам кәйефе бөтә кешеләрҙе берләштерә. Был көндә барыһы ла киләсәккә аҡ өмөттәр бағлай, изге теләктәр теләй.


Рәсәйҙә хужабикәләр Яңы йыл алдынан өйөн йыйыштыра, киләһе йыл муллыҡта, бай­лыҡта үтһен өсөн һығылып торған байрам табыны әҙерләй.
Австралияла гүзәл заттар байрам табы­нына ҡыҫаланан ризыҡ бешермәй, сөнки Яңы йыл алдынан ошондай аш ашаһаң, йыл буйы артҡа тәгәрәйһең тигән һына­мыш бар икән.
Илдә 1 ғинуар көндө 30-40 градус эҫе була, шуға күрә бында Ҡыш бабай йоҡа футболка һәм шорты кейеп килә. Ә Ҡарһылыу иһә һыу инеү кейемендә йөрөй.
Белоруссияла ҡатын-ҡыҙҙар 1 ғинуарҙа бер ниндәй ауыр эш башҡармай. Улар рә­хәт­ләнеп ял итә, әхирәттәре менән осраша. Әгәр ғинуарҙың тәүге көнөндә эш­лә­һәң, йыл дауамында ат һымаҡ тир түгер­гә мәжбүр була­һың, тигән фекерҙәләр икән.
Бөйөк Британияла хужабикәләр Яңы йыл алдынан сүп-сар йыйып түкмәй. Иҫке әйбер­ҙәр менән йорттан бөтә яҡшы энергия, мул­лыҡ, сәләмәтлек китә тип уйлайҙар, шуға күрә байрамдан һуң бер аҙна ваҡыт үткәс кенә ҡый-һай ташлайҙар икән.
Шотландия халҡы Яңы йылда йорт туп­һаһын беренсе булып атлап кергән кешегә иғтибар итә. Әгәр өйҙәренә ҡара сәсле ҡатын керһә, тимәк, киләһе йыл уңышлы буласаҡ. Ә бына ерән йә иһә һары сәсле гүзәл заттың ҡунаҡҡа инеүе бәлә һәм ҡайғы киләсәген хәбәр итә, ти икән.
Италияла ҡатын-ҡыҙҙар Яңы йыл төнөндә ҡыҙыл төҫтәге эске күлдәк кейергә ынтыла. Был төҫ – мөхәббәт билдәһе. Ҡы­ҙыл күлдәк кейгән гүзәл заттың шәхси тормошо киләһе йылда яҡшыға үҙгәрәсәк, имеш. Шулай уҡ Италия хужабикәләре өҫтәлгә ҡыҙыл ыуыл­дырыҡ ҡуя. Был ризыҡ – байлыҡ, яҡшы тормош билдәһе.
Скандинавия илдәрендә иҫке әйбер­ҙәр­ҙән ҡотолоу йолаһы бар. Ярылған, сат­наған тәрилкә, сынаяҡтарҙы ишек алдында ваталар. Һауыт-һаба ни тиклем күберәк киҫәктәргә селпәрәмә килһә, был йортҡа шул ҡәҙәр күберәк бәхет киләсәк.
Вьетнамда Яңы йылды “тэт” тип атайҙар һәм 19-20 февраль көндәрендә байрам итәләр. Яңы йыл төнөндә өрөк ағасы сәскә атһа, тимәк, был йорт нигеҙе ҡара көстәр­ҙән һаҡланған тип һанала. Байрам табынын хужабикәләр алма, кокос, папайя һәм манго емештәре менән биҙәйҙәр. Был еләк-емеш­тәрҙе бергә ҡуйыу “киләһе йыл аҡсалы бул­һын” тигән теләкте белдерә.
Ҡытай хужабикәләре байрам алдынан шарҙар, петарда, фейерверктар һатып ала. Яңы йыл төнөндә яңғыраған тауыш ни ҡәҙәр көслөрәк булһа, шул ҡәҙәр яҡ­шы­раҡ тип һа­най улар. Ҡытай гүзәл зат­тары байрам алдынан йорттарын йыйыштыра. Бында яңы йыл төнөндә ҡунған туҙан изге тип һанала.
Японияла ҡатын-ҡыҙҙар бер нимәгә ҡара­май яңы кейем алырға тырыша. Йылды яңы кейемдә ҡаршы алһаң, йыл буйы ауыры­маҫ­һың тигән һынамыш бар. Шулай уҡ япон гүзәл заттары өйҙәренә ҡара көс­тәрҙе, сихыр­ҙы индермәҫ өсөн байрам ал­дынан ишек башына һалам һабаҡтарын элеп ҡуя.
Һиндостанда йәшәгән халыҡ Яңы йылды ҡупшы кейемдә ҡаршы ала. Йыл уңыш­лы, төклө аяғы менән килһен өсөн улар күлдәк­тәрен төрлө сәскәләр менән биҙәй. Көньяҡ Һиндостанда үҙенсәлекле йола ла бар. Әсәй кеше балаларына байрам алдынан төрлө кәнфит, печенье әҙерләп, һауытҡа һалып ҡуя. Яңы йыл еткәс, балалар күҙҙәрен йомоп тәм-томға үрелә. Әгәр ҙә татлы кәнфит эләк­һә, йыл уңышлы буласаҡ. Ә инде әсе ризыҡты тотҡан са­бый­ҙарға төрлө һынауға әҙер булырға кәрәк.
Испанияла хужабикә өҫтәлгә йөҙөм емештәрен ҡуя. Яңы йыл төнөндә сәғәт тел­дәре ун икене һуҡҡан һайын берәр йөҙөм ашарға кәрәк. Ун ике йөҙөм ун ике айға тура килә. Һәр емеште ҡапҡан һайын бер теләк теләһәң дә, ул, һис шикһеҙ, тор­мошҡа ашасаҡ икән.
Латвия, Болгария илдәрендә йөҙөм урынына борсаҡ ашайҙар.
Данияла байрам табынына дөгө бутҡа­һы бешерелә. Ғаилә ағзалары бутҡаны бер­гәләп бер уртаҡ һауыттан ашай. Иң ҡыҙығы һауыт төбөндә ятҡан сәтләүектә. Уны ашаған кешегә йыл буйына уңыш килеп торасаҡ. Был йола бигерәк тә кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ­ҙар­ға оҡшай. Әгәр ҙә сәтлә­үек уға эләкһә, килә­һе йылда кейүгә сыға­саҡ тигән ырым йәшәй.
Португалияла ла Данияның дөгө бут­ҡаһына оҡшаған йола бар. Шулай уҡ был илдә йәшәгән хужабикәләр табынға миндаль һәм әфлисундан “батша” бәлешен бешерә­ләр. Уның эсенә бәләкәй уйынсыҡ йәшерәләр. Уйынсыҡ эләккән кешегә йыл буйына уңыш йылмаясаҡ.
Франция ауылдарында йылдың беренсе көнөндә ҡойонан беренсе булып һыу алған ҡатын-ҡыҙ төргәккә төрөп бәлеш ҡалдыра. Унан һуң һыуға килгән кеше ризыҡты алып, урынына үҙенең ризығын ҡалдыра. Шулай итеп, хужабикәләр бер-береһен һый­лай.
Таиландта Яңы йыл төнөндә осрашҡан дуҫтар, әхирәттәр бер-береһенә һыу һибешә. Ошондай үҙенсәлекле ысул менән улар бер-береһенә уңыш теләй икән.

Илмира ҠОЛБАХТИНА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә