Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ежишек күстәнәс тарата
Ежишек күстәнәс таратаЧех яҙыусыһы Владимир ГОДБОДЬ – гәзитебеҙҙең күптәнге әүҙем авторы Миләүшә Ҡолмөхәмәтованың хәләл ефете. Юридик фәндәр докторы, адвокат, оҙаҡ йылдар Томаш Гарри Масарик исемендәге Брно университетында хоҡуҡ фәненән студенттарға белем биргән, хәҙер хаҡлы ялда. Уның менән интернет аша аралашҡанда Владимир Владимирович һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Әлбиттә, чех теленән башҡортсаға “ауҙарғанда” Миләүшә ханымдың ярҙамы ҙур булды. Әйткәндәй, ҡунағыбыҙ быға тиклем дә беҙҙә бер нисә тапҡыр сығыш яһағайны инде.


– Ғәҙәттә, йыл тамамланыу ниндәйҙер кимәлдә йомғаҡ яһау осоро ла. Владимир әфәнде, Чехияла телгә алып һөйләрлек сағыу ваҡиғалар теркәлде­ме? Бәлки, үҙегеҙ ҙә уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшкәнһегеҙҙер?..
– Йыл тамамланғанда ниндәйҙер һығымталар яһау ише ғәҙәт Чехияла ла бар. Мәҫәлән, кем күпме аҡса эшләгән, йыйған, ниндәй дәрәжәләргә өлгәшкән һәм башҡалар. Һәр береһе үҙенең ҡаҙа­ныштарын ишеттерергә тырыша. Әлбиттә, мин дә үҙемсә ниндәйҙер һығымталар яһаным. Беләһе­геҙме ниндәй? Иҫән-һаумын! Шунан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң? Ижад итәм иркенләп, ул да – сикһеҙ шатлыҡ.
Ил кимәлендә һүҙ алып барғанда, шуны белде­рер инем: ысынлап та, уҙып барған йыл ваҡиға­ларға бик бай булды. Шуларҙың береһе – яҙғы һайлау. Ә хәҙер иһә киләһе йылдың ғинуар урталарында уҙасаҡ президент һайлауына ҡыҙыу әҙер­лек бара. Гәзит-журналдарҙа, телевидениела, радиола сығыш яһаған сәйәсмәндәр барыһы ла ха­лыҡҡа мул тормош вәғәҙә итә. Европала ла, һеҙҙә лә барыһы ла байлыҡта һәм муллыҡта йәшәргә ынтыла, сөнки күптән капитализмда ғүмер итәбеҙ. Әлбиттә, сәйәсмәндәр Рәсәйгә булған ҡа­рашын йәшермәй һәм, үкенескә ҡаршы, барыһы ла бер төрлө уйламай шул. Үҙегеҙ аңлайһығыҙ, һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара хәл үтә ҡатмарлашты. Чехтарға килһәк, улар дуҫлыҡ, туғанлыҡ яҡлы. Беҙ­ҙәге президент креслоһына дәғүә иткән ҡайһы бер сәйәсмәндәр иҡтисади санкцияларға ҡаршы сыҡһа ла, Евросоюзда ҡалыу яҡлы, шулай ҙа күп­тәренең Рәсәйгә һәм уның президенты Влади­мир Путинға хөрмәте ҙур. Уларҙы тағы ла бер нәмә берләштерә: дәғүәселәрҙең һәммәһе лә халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу, эшһеҙлекте булдырмау кеүек еңел булмаған проблемаларҙы хәл итергә вәғәҙәләй.
Әле туғыҙ кеше дәғүә итә, тик минең ҡарашҡа уларҙың тик икәүһе генә халыҡҡа яҡын: тәүгеһе – элекке премьер-министрыбыҙ Мирек Тополанек һәм хәҙерге президентыбыҙ Милош Земан. Әйткәндәй, күптән түгел Милош Земан Рәсәйҙә булып, Владимир Путин менән осрашып ҡайтты. Милош Земан санкцияларға ҡаршы, Рәсәй менән дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек яҡлы – шуныһы ҡыуандыра, уның Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына миҙалдар тапшырыуы ла шатлыҡлы күренеш.
– “Ғаиләм – ҡәлғәм”, тиҙәр. Ысынында, Яңы йылды ғаиләң, туғандарың менән ҡаршылау – борондан килгән йола. Һеҙ ошо фекер менән килешәһегеҙме?
– Чехияла ла социализм тарҡалғанға тиклем Яңы йылды ғаилә менән өйҙә йәки ресторанда ҡаршылай торғайнылар. Хәҙер иһә күркәм йола юғалды тиерлек, йәштәр бөгөн был байрамды дуҫ­тары, һөйгәндәре менән урамда, ҡала майҙа­нын­да уҙғарырға күнекте. Хәйер, был – респуб­ликабыҙҙа ғына түгел, ә тотош Көнбайыш Европала киң таралған күренеш. Заман башҡа – заң башҡа, тибеҙ. Ғөмүмән, Яңы йылды беҙ ҡатыным һәм уның ҡыҙының ғаиләһендә ейәндәребеҙ менән ҡаршылайбыҙ. Үҙемә ҡалһа, өр-яңы йыл тыуыу менән бер нәмә лә үҙгәрмәй, барыһы ла шул көйөнсә ҡала, тормош та үҙ ағышы менән дауам итә. Тик йылдар уҙыу менән бер аҙ олоғаябыҙ ғына. Бәлки, шуғалыр ҙа артыҡ әһәмиәт бирмәйем, шәхсән минең өсөн был мәл йылдар алмашыныуы ғына.
– Рәсәйҙе күптәр оҙайлы һыуыҡтар һәм ап-аҡ ҡарҙар иле тип күҙ алдына баҫтыра. Яңы йылды беҙҙәге ҡышта ҡаршыларға ниәтегеҙ бармы?
– Барыһы ла Рәсәйҙә урамдарҙа асыҡтан-асыҡ айыуҙар алпан-толпан йөрөй тип уйламайҙыр тим, сөнки араларында минең кеүектәр ҙә бар. Ни өсөн ошондай фекерҙәмен? 1988 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Фәндәр академияһында аспирантурала уҡығанда Яңы йылды ҡаршыларға тура килгәйне. Һаман да иҫемдә, ғәләмәт ҡаты һыуыҡ ине! Хатта метронан метроға күсеп йөрөгәндә лә ҡасып ҡотолоп булманы, ҡурҡып өйҙә ултырға­нымды хәтерләү хәҙер көлкө генә.
Шулай ҙа үтеп барған йылдағы матур хәтирә­ләрҙең береһе – Байкал күленә барыуыбыҙ. Унда ҡайҙа ғына туҡталһаҡ та, халыҡ яҡшы мөнәсәбәттә булды. Әммә 21 мең километр юл үтеп, күп ҡыҙыҡ­лы нәмәләр күрһәк тә, мәрәкә өсөн генә булһа ла айыуҙар осраманы. Шаяртып әйткәндә, хатта бер серәкәй ҙә тешләмәне!
Әлбиттә, Яңы йылды берәй ваҡыт Өфөлә ҡаршыларға насип булһа, айырыуса шатланыр инем. Башҡорттар шикелле төлкө тиреһенән тегелгән кәпәс кейеп йөрөргә сәбәп булыр ине, бәлки. Асылда Башҡортостанға йәйге миҙгелдә юлланырға яратам, башҡорттарҙы, уларҙың ихлас­лығын ихтирам итәм. Байтаҡ илдәр күреп, күп кеше менән аралашып, әлегәсә шул тиклем дә сабый холоҡло, ихлас күңелле, эшсән һәм ҡунаҡ­сыл милләтте осратҡаным булманы. Йырҙары­ғыҙға, моңдарығыҙға ғашиҡмын, фолькло­рығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ. Тик минең ҡарашҡа бөгөн башҡорттар капитализмға яраҡлаша алмайҙыр, тип уйлайым. Ә шулай ҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр ныҡ һиҙелә.
– Календарь буйынса Эт йылына аяҡ баҫабыҙ. Ниҙәр көтәһегеҙ?
– Эт йылының Көнсығыш календары буйынса нисек тасуирланғанын белмәйем, сөнки ҡыҙыҡһын­ғаным булманы, ләкин Яңы йылдан үҙем өсөн артыҡ әллә ниҙәр көтмәйем дә. Барыһы ла үҙ яйы менән барһын, донъялар имен булһын, сәлә­мәт­лек насип итһен.
– Һеҙ мөғжизәгә ышанаһығыҙмы?
– Элек был хаҡта уйланмай торғайным, хәҙер олоғайғас ышанам. Сәләмәт булыу үҙе бер мөғжизә түгелме ни?!
– Башҡортса – Ҡыш бабай, ә чехтарҙа ул нисек атала?
– Беҙҙә, чехтарҙа, һеҙҙәге кеүек Ҡыш бабай юҡ. Уны беҙ рус халыҡ әкиәте “Мразик” (чехса атамаһы шулай, ә руссаһы – “Морозко”) буйынса ғына беләбеҙ. Уны ололар ҙа, балалар ҙа көтөп ала, айырыуса Марфушаны. Уның хәл-торошон күреп, рәхәтләнеп көләбеҙ. 
Европа­ла католиктар йәшәй, шуға күрә бала­ларға күстәнәстәрҙе Ежишек алып килә. 24 декабр­ҙә тыуған Иисус Христосты (һеҙҙеңсә – Ғайса пәйғәмбәр) Ежишек тип атайҙар беҙҙә, ләкин уның Ҡыш бабай кеүек образы юҡ. Уның ҡарауы, халыҡ, бигерәк тә балалар уны мәрхәмәтле, кескәйҙәрҙе яратҡан, һиҙҙермәй генә ишек төбөндә бүләк ҡалдырып китә торған изге зат тип ҡабул итә. Унан һуң Европала ҡар юҡ тиерлек, дөрөҫөрәге, яуһа ла, тиҙ арала иреп бөтә, оҙаҡ ятмай. Быйыл иһә кешеләрҙе аптыратып декабрҙә ҡар күп яуҙы, хатта ҡулға көрәк тоторға тура килде.
– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, был теләктәргә кәләшем дә ихлас ҡушыла һәм үҙенең ҡайнар сәләмдәрен еткерә. Һәммәгеҙ ҙә күңелегеҙ нисек теләй, шулай йәшәгеҙ, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ, тәүәккәл булығыҙ! Шул уҡ ваҡытта әҙәм һүҙенә төшмәгеҙ, ситтәрҙең кәңәше, кеше әйткәне менән йәшәмәгеҙ, үҙегеҙсә нисек булдыра алаһығыҙ, шулай эшләгеҙ. Ҡыҫҡаһы, үҙ фекерегеҙ булһын! Уны яҡлай белегеҙ.
Ә бына башҡорт егеттәренә еткерер һүҙем түбәндәгеләр: тик башҡорт ҡыҙҙарын ғына һайлағыҙ, ғаиләгеҙҙән уңырһығыҙ, бәхетле булырһығыҙ! Үҙемдән сығып шуны әйтәм: башҡорт ҡыҙын кәләшлеккә алып уңдым. Әгәр Миләүшәгә өйләнмәһәм, Башҡортостан тигән гүзәл илде, күркәм Өфөнө һәм башҡорт халҡының барлығын белмәгән, үҙ сиратында, тормошта күпте юғалтҡан булыр инем.

Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20