Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Енәйәт һәм яза
“Кәкүк” әсәй

Дүрт йәшлек Өфө ҡыҙы өйөнән сығып китә лә юғала... Бала ике көн ҡайтмай. Ә уның юҡлығын өлкәндәр хатта абайламай ҙа. Беренсе Май урамында яңғыҙ йөрөп ятҡан ҡыҙҙы полиция хеҙмәткәрҙәре шәйләп ҡала.
Ҡыҙыҡай машина мыжғып торған урамды сығырға торғанда, ҡулынан тотоп ҡалалар. Ниңә яңғыҙы йөрөй? Ҡайҙа йәшәй? Был һорауҙарға ул яуап бирә алмай. Бары үҙен “Саша” тип таныштыра. Бала бөхтә кейенгән була. Ҡурҡҡан, өшөгән ҡыҙҙы 17-се дауаханаға алып киләләр. Саша хәл йыйған арала хоҡуҡ һаҡсылары уның ата-әсәһен эҙләй башлай. Тик уларҙы иртәгәһенә генә табалар.
Сашаны әсәһе 16 йәшендә тапҡан. Бала менән артыҡ ҡыҙыҡһынмай, йыш ҡына “төшөрөргә” яратҡан өләсәһе менән ҡалдыра. Күршеләре һөйләүенсә, өләсәһе лә баланы өйҙә бер үҙен ҡалдырып киткеләгән. Хатта сабый бикле килеш бер нисә көн яңғыҙы ла ултырған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаһы табылғандан һуң, әсә кеше, уның хәлен белергә тип, бер нисә тапҡыр ғына килеп киткән. Әле тикшереү эше башланған. Ә Сашаның үҙ өйөнә, яратҡан уйынсыҡтары янына ҡайтҡыһы килә…

“Атайым туҡмай, ҡотҡарығыҙ!”

Миәкә районы полицияһының дежур бүлегенә бәләкәй генә ҡыҙыҡай шылтырата. “Атайым әсәйемде лә, беҙҙе лә туҡмай! Ярҙам итегеҙ әле!” Шул асыҡланған: ғаилә байрамы уңайынан әсә кеше өҫтәл әҙерләгән. Тик иргә араҡы етмәй ҡалған, һәм ул ҡатынынан тағы ла эсергә таптыра башлаған. Аҡса бирмәгәс, өйҙән сығып киткән.
Ир иҫерек килеш төндә генә ҡайта. Шайтан һыуынан ҡоторған күңеле тыныслана алмай, уға артабан да байрам, кәйеф-сафа, тамаша кәрәк. Ул ҡатынын барлыҡ гонаһтарҙа ғәйепләй башлай, өйҙә ыҙғыш сыға. “Үлтерәм!” – тип балтаға тотона. Бер нисә тапҡыр киҙәнеп тә өлгөрә. Бәхеткә күрә, яҙа һуға. Быға тиклем дә ошондай “тамашалар”ҙың шаһиты булған балаларҙың береһе полицияға шылтыратырға була…
Был ғаилә рәсми никахһыҙ алты йыл йәшәй, береһенән-береһе бәләкәй өс балалары бар. Ғаилә башлығы бер ерҙә лә эшләмәй, эсә. Быға тиклем дә балаларына, ҡатынына йыш ҡына ҡул күтәргән, ләкин әсә кеше түҙгән. Бындай осраҡта бер ваҡытта ла эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, ти хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре. Эсеп, боларып, ҡул күтәргән ир менән йәшәүе ҡатынға ғына түгел, балалар өсөн дә хәүефле икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Фажиғә көн дә булмай, ләкин аҙағының үтә аяныслы тамамланыуы ихтимал.

Шаярыу хаҡы

20 йәшлек Өфө егете төнгә тиклем туғандарында ҡунаҡта ултырған да, ҡустыһы онотоп ҡалдырған уйынсыҡ пистолетты кеҫәһенә һалып, ҡайтырға сыҡҡан. Бала сағы иҫенә төшкәнме, әллә башҡа сәбәптәнме, алдан шәп-шәп атлап китеп барған ирҙең арҡаһына “ҡоралын” терәгән. Әле әйтеүенсә, йәнәһе лә, шаяртҡан.
Юлсы ҡурҡышынан кеҫәһенән аҡсаһын да, яңы ғына башланған тәмәке ҡабын да сығарып биргән. Был “уйындың” кеҫә байытҡанына ҡыуанған егеттән елдәр иҫкән, ә бына ҡаза күргән юлаусы шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Ярты сәғәттән егетте ҡулға алғандар. Ул үҙ ғәйебен таныған, тиҙ арала “шуҡлығы”нан зыян күргән иргә талап алған аҡсаны кире ҡайтарырға һүҙ биргән. Быға тиклем “шаян” егет машина урлаған өсөн шартлы рәүештә хөкөм ителгән булған, шуға элекке “батырлыҡтарын” иҫәпкә алып, уны ун йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Шаярыу хаҡы үтә лә ҡыйбат булмаҡсы.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә