Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Онотолған ауылдар
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре! Сәләмдәребеҙҙе Ырымбур сигендәге Бишбүләк районынан, Дим буйҙарынан юллайбыҙ.
Мин Бикҡол ауылында тыуып үҫеп, 30 йылдан ашыу төрлө урында юғары вазифалар башҡарҙым. Әле район мәҙәниәт йортонда башҡорт халыҡ ижады буйынса методисмын, районыбыҙҙа башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенә етәкселек итәм. Районыбыҙҙың көньяҡ битләүе буйлап Миәкә тарафтарына юлланған Димебеҙҙең ошо үрге ярҙарында бөгөн дә мең ырыуы вәкилдәре дүрт башҡорт ауылында — Ҡаныҡай, Бикҡол, Ҡасҡын һәм Аҙнайҙа йәшәй. Ә бит беҙҙә башҡорт ауылдары етәү ине. Күсәй, Аҡъяр һәм Тулыбайҙың хәлен һуңыраҡ аңлатырмын.
Бикҡолом, Ҡаныҡайым, Ҡасҡыным һәм Аҙнайым! Улар исеменән “SOS!” ҡысҡырам, сөнки был ауылдарҙың хәле бөгөн бик аяныслы, ә киләсәге бөтөнләй юҡ. Әле Ҡаныҡайҙа болапыр (тауыҡ), сумар, шаҡай, янғол һәм түпә (түбә) нәҫелдәре көн күрә. Берҙән-бер башҡорт мәктәбе ошо ауылда һуңғы һулышын ала. Бында шулай уҡ ҡайһылыр бабайҙан ҡалған бәләкәй генә алты мөйөшлө иҫке йортта ауыл китапханаһы эшләп килә. Урта мәктәп, ауыл китапханаһы... Ҡаныҡай халҡы, бигерәк тә йәштәр клубһыҙ интегә. Ырымбур тарафтарынан һуҙыла башлаған асфальт юл да Ҡаныҡайға ике километр ғына ҡалғас туҡталған. Шуға ҡарамаҫтан, был ауыл аша Ырымбур өлкәһендәге Плешановонан Өфөгә, Ҡаныҡайҙың үҙенән Бишбүләккә, Бәләбәйгә, хатта Өфөгә өр-яңы, йылы автобустар көн дә йөрөп тора. Күрше Бикҡолда ҡаратай, төйлөгән, күсәрбай һәм көҙән нәҫелдәренә ҡараған 286 кеше 108 хужалыҡты тота. Унда ауыл Советы урынлашҡан һәм ул — Салауат Юлаев исемен йөрөткән колхоз үҙәге. Бикҡол ауыл Советы өс — Ҡаныҡай, Бикҡол һәм Дүсән ауылдарын берләштерә. Ошо өс ауылды берләштергән “Марс” колхозы 1990 йылда социаль ғәҙелһеҙлектәр арҡаһында икегә бүленде. Бикҡолда хәҙер “Марс” колхозынан ҡалған ике ҡатлы бина ғына ултыра. Иҫкереп бөткән, 30 йылдан ашыу ултырған хакимиәт йорто, медпункт, ике ҡатлы мәктәп, ике ҡатлы мәҙәниәт йорто һәм колхоз тирмәне лә — Дүсәндә. Ә инде элекке мәсеткә һыйынған, бер быуат ултырған клуб бөгөн емерелеү хәлендә, ул бикле тора. ХIХ быуат ҡомартҡыһы булғанғалыр инде, ауылыбыҙҙың 375 йыллығына тип район депутаты Д. Ғимаев биргән аҡсаға түбәһен ябып, ихатаһын яңырттылар, ә эсендә күк әрем менән дегәнәк “үҫтерә” башланыҡ. Был ике ауылда ла клуб, ныҡ таушалыу сәбәпле, бикләнгәс, йәштәр ҡарамағына әлеге “Марс”тан ҡалған колхоз идараһының ултырыштар залын тапшырҙылар. Әллә шуға тынысланып, 1992 йылда һалына башлаған социаль үҙәк “һаҡаллы төҙөлөш”кә әйләнде, нигеҙен әле йәшел сиҙәм баҫты. 40 “йәшен үткән” башланғыс мәктәп бинаһы хәҙер ҡыштарын бөтөнләй йылы тотмай.
Өсөнсө ауылыбыҙ Ҡасҡында, нигеҙҙә, ҡыйғыр нәҫеле йәшәй. Бында 52 генә хужалыҡ, 203 кеше ғүмер итә. Ныҡ иҫкереү сәбәпле, бында башланғыс мәктәпте лә, клубты ла яңыраҡ бинаға урынлаштырҙылар.
Беҙҙәге башҡорт ауылдарының бөгөнгө йөҙө яҡынса бына ошолай.
Бикҡолома 1631 йылда нигеҙ һалынған. Минеңсә, илаһи донъяның һәр бәндәһе үҙенең кендек ҡаны тамған, тәүге һулышын алған, күҙҙәрен асып тәү тапҡыр ошо яҡты донъяны күргән урынды күңел түренә һеңдереп, ғүмере буйы уға иң ғәзиз тойғолар һаҡлай.
Татыу ғаиләлә атай хәстәрлегенә, әсәй наҙына кинәнеп үҫкән бәхетле сабый кеүек рәхәтләнеп йәшәй бөгөн республика халҡы. Иң сиктә йәшәһәк тә, беҙҙә лә күптән инде һәр йортҡа һыу, газ үткәрелгән. Былтыр элемтә селтәрен яңырттылар. Пенсия, пособие, эш хаҡын ваҡытында алабыҙ. Һәр йортта төҫлө телевизор, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес, машиналар ғына түгел, компьютерҙар күренә башланы. Сит тарафтарҙа төпләнеп ҡалған милләттәштәребеҙгә Хөкүмәтебеҙҙең бөгөнгө хәстәрлеген күреп, республиканы шаулатҡан “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” йәки шәжәрә байрамдарын “зәңгәр экран”дарҙан ауыҙ асып күҙәткән ауылдаштарымдың күңел әрнеүҙәре хаҡында бер нисә һүҙ.
2006 йыл республикабыҙҙа Төҙөкләндереү йылы булараҡ иҫтә ҡалды, ошо төбәктә иң оло ауыл һаналған Бикҡолдоң 375 йыллығына әҙерләнеү һәм байрам сараларын үткәреү өсөн район хакимиәтенең ҡаҙнанан бер тин дә сығармауы беҙҙе шаҡ ҡатырҙы. Бәлки, урыҫ күршеләребеҙ яғынан районыбыҙҙың ҡапҡаһы булып торған был ике ауылға Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуының 450 йыллыҡ оло юбилейында иғтибар итерҙәр, тип өмөтләндек. Әммә яҙ көнө район башҡорттары ҡоролтайы тиһәң, хәтер ҡалыр, бер йыйылышта “Быйыл бөтөн иғтибар һәм көс — башҡорт ауылдарына!” тигән лозунг бер яңғыраны ла тынды, онотолдо. Башҡорт телен дәүләт теле кимәленә күтәргән мәлдә, районыбыҙҙағы берҙән-бер башҡорт мәктәбенә ябылыу ҡурҡынысы янай. Клуб булмағас, мәктәп ябылғас — ул ниндәй ауыл?! Уҡыусылар Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Бәләбәйгә ағыла. Ә бит Аҙнайҙың да заманса йыһазландырылған, ике ҡатлы, яңы, яҡты мәктәбе һиҙелерлек бушап ҡалды. Бөгөн ауылдан уҡыусылар, йәштәр китә, ярай әле пенсионерҙар бар. Ә иртәгә ауылда кем ҡалыр?
Ләлә ХӘЛИУЛЛИНА.
Бишбүләк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә