Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәлиҙә Ильясова: “Уйҙарығыҙ булһа изгенән, сирҙәр һеҙҙе урап үтер”
Хәлиҙә Ильясова: “Уйҙарығыҙ булһа изгенән, сирҙәр һеҙҙе урап үтер”– Өс саҡрымлыҡ араны йүгереп үттем. Еңә алмаһам да, финишҡа етеп, үҙем өсөн яңы дәрәжәгә күтәрелдем, ышанысым артты, – ти Хәлиҙә Ильясова, быйыл көҙ Өфөлә үткән халыҡ-ара марафонда ҡатнашыуын хәтеренә төшөрөп. – Әүәл-әүәлдән тормошома яңылыҡ индереүҙән, тәүәккәллектән ҡурҡманым.


Уҙған быуаттың 80-се йылдарында район дауахана­һында шәфҡәт туташы эшен ҡалдырып, ире һәм улы менән Ҡаҙағстанға юллана ул. Таныш булмаған кешеләр ҙә, яңы урын да ҡурҡытмай, иң мөһиме – фатиры һәм яратҡан эше була. Эргә-тирәһендәгеләр ихлас, алсаҡ ҡатынға үҙҙәре үк ылығып тора.
Бер аҙ ваҡыттан ғаилә хәлдәренә бәйле Башҡортос­танға, Өфө районына әйләнеп ҡайтырға тура килә. Яҡшы ғына йәшәп китәләр. Әммә тыуған ауылы Мораҙымда врач амбулаторияһы асылыу менән шунда күсәләр. Хәлиҙә апай шәфҡәт туташы булып эшкә тотона.
Күп тә үтмәй ире вафат була. 44 йәшлек ҡатын ауыр­лыҡтар алдында баҙап ҡалмай, улдарын аяҡҡа баҫтырырға тырыша. Улар уҡып сыҡҡас, Хәлиҙә Сәмиғулла ҡыҙы Италияға юллана. Был саҡта уға 47 йәш була. Фирма аша ҡәтғи һайлап алыу нигеҙендә эшкә урынлаша.
– Яҡшы ғаиләлә йорт эштәрен башҡарҙым. Хужалар бик ихтирам итте. Хаҡты ла мул түләнеләр. Ял көндәрендә диңгеҙгә һыу инергә йөрөнөм, һаулығымды нығыттым, – тип хәтерләй ул.
Биш йылдан тыуған яғына әйләнеп ҡайта Хәлиҙә апай. Юҡ, ҡартлығын ҡаршылау өсөн түгел, ә ҡыҙыҡлы, әүҙем тормош ҡороу өсөн.
– Әүәлгесә күп уҡыйым. Гәзит, журнал, шулай уҡ классиканы, яңы әҙәбиәтте үҙ итәм. Өфөнән мөхәббәт, һаулыҡ, психология тураһында китаптар алып ҡайттым. Яңыраҡ ҡына уҡып ултырҙым әле: һәр йәштә лә көн үткәреү өсөн түгел, ә тулы тормош менән йәшәргә, бөхтә булырға кәрәк. Шул саҡта башҡалар ҙа һиңә яҡшы мөнәсәбәттә була, – ти ул.
Физкультура – Хәлиҙә апай өсөн ғәҙәти шөғөл. Йәш саҡта ла, әле лә саңғыла оҫта йөрөй. Өфө морждары менән ҡыш мәкегә лә сума.
– Ивановтың һауыҡтырыу системаһы бик оҡшай, – тип һүҙен дауам итә Хәлиҙә Сәмиғулла ҡыҙы. – Кире энергиянан ҡотолоу өсөн иртәле-кисле ялан аяҡ ергә баҫып, һалҡын һыу менән ҡойонам, Хоҙай Тәғәләгә рәхмәтемде әйтәм.
Йоҡонан бик иртә уяна ҡатын. Ата-әсәһе шулай өйрәткән. 95 йәшлек күршеһе лә йоҡларға иртәрәк ятырға һәм таң менән торорға кәңәш итә. Ауыл халҡы Хәлиҙә Илья­сованы ихтирам итә, ауыл Советы депутаты, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезына делегат итеп һайлай.
– Яҡташтарымдың яҙмы­шына битараф ҡала алмайым. Ауылда яңғыҙҙар күп. Шуға күрә димселәр институтын үҫтереп, яңғыҙ кешеләрҙе осраштырырға, яҙмыштарын бәйләргә кәрәк. Мәҫәлән, беҙ, әүҙемселәр, күптән түгел генә 75 йәшлек ир-уҙаманға ғаилә ҡорорға ярҙам иттек. Йәштәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ, – тип ҡыуана ауылдаштары өсөн Хәлиҙә апай.
Шәфҡәт туташы дарыуҙы бик һирәк эсә. Яҡшы уйҙа, изге күңелле булырға, күберәк хәрәкәт итергә кәрәк, шул саҡта сирҙәр ҙә урап үтәсәк тигән фекерҙә ул. Балалары Хәлиҙә апайға тыуған көнөнә велосипед бүләк иткән. Хәҙер өләсәй ейәндәре менән рәхәтләнеп велосипедта йөрөй. Әйткәндәй, быйыл 61 йәшлек ханым Өфөлә массажсы һөнәрен үҙләштереп, диплом алған.

Ауырғазы районы.


Автор: Ираида ПОЛЕЖАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә