Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урман яҡлауға мохтаж
Урман яҡлауға мохтажБыйылғы яҙ ҡапыл килде. Барлы-юҡлы ҡар күҙ асып йомғансы иреп тә бөттө. Көндәрҙең ғәҙәттән тыш йылы тороуы аптырата, хәүефләндерә. Интернетта ла алдағы аҙнала һауа торошоноң ошондай уҡ йылы, ҡоро буласағы тураһында хәбәр итәләр. Әлбиттә, был һәр кемде борсоуға һала — 2010 йылдағы ҡоролоҡ эҙемтәләре онотолмаған. Ул йыл урман хеҙмәткәрҙәре өсөн дә оло һабаҡ булды. Урман хужалығы министрлығы, янғындарҙы иҫкәртеү йәһәтенән, янғын-химик станциялар ойошторҙо, матди базаны нығытты. Ошо маҡсатта 2011 йылда Рәсәй Федерацияһы бюджетынан 67 миллион һум, Башҡортостан бюджетынан 33 миллион һум аҡса бүленгән.
Әлеге ваҡытта янғын һүндереүгә тәғәйенләнгән 108 техник берәмек бар. Быйыл да федераль ҡаҙнанан 107 миллион һум, шулай уҡ республика ҡаҙнаһынан 6 миллион һум аҡса бүленеүе көтөлә. Был осраҡта Урман хужалығы министрлығы тағы ла 30 берәмек техника аласаҡ.
Белорет районы — республиканың урманға бай иң ҙур төбәге. Әммә тау рельефы утты һүндереүҙә ауырлыҡ тыуҙыра. Шуға ла Белорет, Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан урмансылыҡтар һәм дәүләт унитар предприятиелары етәкселәре, ҡуртымға алыусылар ҡатнашлығында янғынға ҡаршы күнекмәнең ошонда — “Тирлән урмансылығы” дәүләт учреждениеһы биләмәһендә үтеүе тәбиғи. Әлеге сарала Башҡортостан урман хужалығы министры урынбаҫары Риф Ғүмәров ҡатнашты. Тәүҙә “Белорет урманы” дәүләт унитар предприятиеһының Тирлән ауылында урынлашҡан етештереү участкаһындағы янғын-химик станцияһы, техник ҡорамалдар, автотранспорттың һаҡланыу шарттары, ағас күмере етештереү барышы менән таныштылар. Һуңынан яланда күнекмәләр үткәрелде. Унда техниканың, янғын һүндереү өсөн яуаплы ойошмаларҙың, ҡуртымға алыусыларҙың янғын һүндереүгә әҙерлеге тикшерелде.
— Әлеге ваҡытта Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында 13-әр кешенән торған 34 мобиль төркөм эшләй. Өфө авиалинияһы менән килешеү төҙөлгән, янғын һүндереүҙә АН-2 самолеттары ла ярҙам итәсәк. Шулай уҡ Күмертау вертолет заводынан авиапатруль өсөн вертолеттар алыуға ла килешеү бар. Мәҫәлән, янғын сыға ҡалһа, мобиль төркөм республиканың бер мөйөшөнән икенсеһенә ике сәғәттә барып етәсәк. Урман хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә — дежурҙа. 2010 йылдағы янғын ҙур һабаҡ булды, әлбиттә. Ул 2007 йылда ҡабул ителгән Рәсәй Урман кодексының кире яғын да күрһәтте — Башҡортостанда ғына 4500 урмансы ҡыҫҡартылды. Хәҙер бер инспекторға 22 мең гектар урман тура килә. 1975 йылда 2010 йылдағынан да көслө ҡоролоҡ булды, әммә урман зыян күрмәне, сөнки ул саҡта һәр урмансы үҙ участкаһы өсөн яуаплы булды. Бөгөн урмансылыҡтар иңендә — контроль, ә янғын һүндереү менән дәүләт унитар предприятиелары, ҡуртымға алыусылар, муниципаль район-ҡала хакимиәттәре башлығы бойороғо нигеҙендә төҙөлгән дружиналар шөғөлләнә. Йыл да министрлыҡ тарафынан саралар планы төҙөлә, һәм ул Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән нығытыла. Әлеге көндә республиканың биш районында ошондай янғынға ҡаршы күнекмәләр бара. Бындай күнекмәләр тәжрибә туплау, шулай уҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн үткәрелә, — тине Риф Ғүмәров.
Рәмилә МУСИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә