Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сирҙе түгел, Кешене дауалайҙар
Сирҙе түгел, Кешене дауалайҙарТибет медицинаһының ғилми-тикшеренеү үҙәгенә инеү менән уның башҡа дауалау учреждениеларына оҡшамауын тояһың: бында һауаға дарыу түгел, ә шифалы майҙар еҫе тулған, тирә-яҡҡа талғын Көнсығыш көйҙәре таралған. Көнсығыш һәм традицион медицинаны камил берләштереүсе учреждение Өфөлә ике йыл элек эшләй башлағайны. Мартта Октябрь проспектындағы өс ҡатлы бинаға күскәс, уның дауалау һәм фәнни эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнеү мөмкинлеге киңәйҙе, утыҙлаған эш урыны барлыҡҡа килде. Үҙенсәлекле үҙәкте булдырыуға биш йыллыҡ тырышлыҡ һалған һәм бөгөн уға етәкселек иткән Азат ФӘЙЗУЛЛИН табиптарҙың һәм пациенттарҙың тәүге уңыштары, клиниканың киләсәккә ниәттәре тураһында һөйләне.
Сирҙе түгел, Кешене дауалайҙар— Азат Фәйзулла улы, йәмәғәтселек һеҙҙе философия фәндәре кандидаты булараҡ белә, шуға күрә бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эшмәкәрлеккә тотоноуығыҙ үҙенән-үҙе һорауҙар тыуҙыра...
— Уларға боронғо грек табибы Гиппократтың һүҙҙәре менән яуап бирер инем. “Табип — философ: тәрән аҡыл менән медицина араһында ҙур айырма юҡ”, — тигән ул. Был айырыуса Көнсығыш медицинаһы белгестәренә тап килә: уларҙың фекеренсә, кешенең һаулығы — үҙе тотош бер фәлсәфә. Беҙҙә эшләүсе Ҡытай, Тибет, Монголия табиптары ла сирҙе түгел, ә уның сәбәбен бөтөрә һәм пациентты үҙенең организмын, рухын яҡшыраҡ аңларға, тәбиғәт биргән көсөн мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланырға өйрәтә.
Көнсығыш медицинаһына ылығыу бәләкәйҙән Көнсығыш алыш төрҙәре менән мауығыуҙан килә. Бер нисә тапҡыр Тибет тауҙарына барып ҡайтҡас, үҙенсәлекле дауаның көсөнә инанғас, республикабыҙ халҡы ла уның файҙаһын күрһен, дауа артынан Ер сигенә интегеп йөрөмәһен, тип уйланым. Күмәк кешегә ярҙам итеү теләге лә күңелгә бала саҡтан һалынғандыр. Атайым олатайымдың йома һайын Ҡолҡан ауылындағы (Ғафури районында) етем-еһергә табын ойоштороуын, киң күңелле булыуын һөйләгәндә, ауылдаштар уны хөрмәтләп телгә алғанда: “Үҫкәс, мин дә кешеләргә ярҙам итә алһам ине”, — тип хыяллана торғайным.
— Бөгөнгө Өфө табиптары ил кимәлендәге коллегаларынан һис кәм түгел, улар иң ҡатмарлы операцияларҙы уңышлы яһай. Дауаханаларыбыҙҙағы техник мөмкинлектәр ҙә күптәр көнләшерлек. Ошондай шарттарҙа Тибет медицинаһы үҙәгенә ихтыяж бармы?
— Астың хәлен туҡ белмәй, тигәндәй, был һорауҙы беҙгә мөрәжәғәт итеүселәргә бирергә кәрәк. Әле эшкә килгән саҡта йоҡоһоҙлоҡ менән яфаланған пациентыбыҙ осраны. Дарыуҙар ярҙам итмәй башлағас, беҙгә килгән. “Кисәге консультациянан һуң тәүге тапҡыр рәхәтләнеп йоҡланым. Бөгөн дауалау курсына яҙылырға булдым”, — тип шатлығын уртаҡлашты ул. Табиптарыбыҙ уны дарыуһыҙ һауыҡтырырға теләй, кисәге консультацияла уҡ пациенттың эске көсөн “уятыу”ға өлгәшкәндәр.
Йәнә бер ғаилә балалар церебраль параличы менән ауырыусы өс йәшлек улын алып йөрөй. Бер аҙна элек бала туҡтауһыҙ илаһа, хәҙер йөҙөнән йылмайыу китмәй, тәүге дауанан уҡ тыныс йоҡлай башланы. Ата-әсәһе малайҙы Ҡытайға алып барырға йыйынған. Уларҙан 370 мең һум һорағандар. Шундай уҡ белгестәр беҙҙең үҙәктә әлеге сумманың 20 процентына ғына дауаларға әҙер.
— Көнсығыш медицинаһы барлыҡ ватандаштарыбыҙ тиерлек күнеккән Көнбайыш медицинаһын, химик препараттарҙы алыштыра аламы?
— Дауаның һөҙөмтәлелеге дауалау алымдарына түгел, ә “аҡ халатлылар”ға бәйле. Белемле, оҫта һәм иғтибарлы табиптар булғанда медицинаның һәр ҡайһыһы көслө. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәрҙе иләк аша үткәреп, иң тәжрибәлеләрен, һоҡланғыс ҡаҙанышҡа өлгәшкәндәрен генә һайлап алдыҡ. Улар тураһында мәғлүмәт туплауҙа Ҡытайҙа йәшәүсе яҡташыбыҙ ярҙам итте. Сит ил табиптарының дипломдары Рәсәйҙә эшкә яраҡлы тип табылды.
Ҡытай, Тибет, Монголия белгестәренә Көнсығыш дауалау серҙәре ана һөтө менән ингән. Үҙәктә заманса диагностикалау алымдары (УЗИ, УДС, УЗДГ, ЭКГ, ЭхоКГ ) ҡулланылыуға ҡарамаҫтан, улар ҡан тамыры тибеше, тел, күҙ һәм ҡолаҡтың торошо буйынса ла дөрөҫ диагноз ҡуя, хатта төрлө ауырыуҙы иҫкәртә. Һаулыҡты ҡайтарыуҙың да төрлө тәбиғи ысулын беләләр.
— Учреждение “ғилми-тикшеренеү үҙәге” тигән исемен нисек аҡлай?
— Пекиндағы Ҡытай медицинаһы академияһы ҡарамағындағы “Материа-медика” фирмаһы менән Рәсәйҙә беренсе булып хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Ул үҫемлектәрҙе өйрәнеү, тәбиғи матдәләрҙән торған дарыуҙар уйлап табыу менән шөғөлләнә. Ҡытайҙағы коллегаларҙың тәжрибәһенә таянып һәм технологияларын ҡулланып, үҙ еребеҙҙәге үләндәрҙән дарыуҙар яһау өҫтөндә эшләйбеҙ. Илебеҙҙә ике меңгә яҡын шифалы үлән бар, әммә фармацевтикала 180-е генә файҙаланыла. Ҡытайҙар 600-гә яҡын үлән һәм минералды ҡулланырға өйрәнгән. Рәсәй ғалимдарының фармацевтика өлкәһендәге байтаҡ хеҙмәте тормошҡа ашырылмаған, ул дарыуҙарҙы Ҡытай технологиялары ярҙамында етештерергә теләйбеҙ. Тағы ла Тибет препараттарын Рәсәйҙә ҡулланылышҡа индереү өҫтөндә әүҙем эш башланыҡ, әлегә дүртәүһенә рөхсәт алдыҡ.
Дарыуҙарҙы фәҡәт пациенттарыбыҙға ғына бирәбеҙ, башҡаларға һатмайбыҙ, сөнки тәртибен белмәйенсә эсһәң, файҙаһы булмай. Ҡайһы бер ҡытай препараттарын өс айға бер таңғы дүрттә ҡабул итергә, бер нисә көн махсус диета тоторға, ниндәйҙер ризыҡтан тыйылырға кәрәк. Ул дарыуҙарҙа етенән алып етмеш төргә тиклем ингредиент бар.
Өсөнсө ҡатта 35 урынға иҫәпләнгән конференция залы һәм телемедицина үҙәге булдырҙыҡ. Унда Рәсәй һәм сит ил табиптары менән тура бәйләнешкә инеп, пациенттарға консультация үткәрергә мөмкин. Шулай уҡ Тибет клиникалары ғалимдарының лекцияларын ойошторабыҙ.
Дөрөҫөн әйткәндә, медицина үҙәгенең рухи үҫеш үҙәге булараҡ та хеҙмәт итеүен теләйем. Унда табиптар ғына түгел, психологтар, философтар ҙа сығыш яһаясаҡ, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, тип күҙаллайым.

Азат Фәйзуллиндың сәләмәтлек серҙәре

* Барлыҡ дарыуҙарҙың иң яҡшыһы — ял һәм сама белеү. Был эшкә лә ҡағыла.
* Үткәндәргә үкенеү зарарлы. Бөгөнгөгә ҡыуанып йәшәргә кәрәк.
* Эргә-тирәңә яҡты күңелле, ихлас кешеләрҙе генә тупла.
* Уйҙар матур булһын. Насар уй менән асыу сиргә әүерелә.

Сирҙе түгел, Кешене дауалайҙарБал, һөт һәм шифалы ҡулдар

Тибет табибы Осор Даваасурэн бик һирәктәргә генә бирелә торған һәләткә эйә — меридиаль массаж яһау серҙәрен белә.
— Тамырҙарҙа ҡан йүгергән һымаҡ, күҙгә күренмәгән меридиандар буйлап йәшәү көсө аға. Меридиаль массаж һауығырына өмөт өҙгән байтаҡ кешене аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итте, — ти ул.
Осор ханым пациенттарын дарыуһыҙ дауалай. Эш ҡорамалдары — энә, бал, һөт, медицина банкаһы, әрем төтөнө һәм йомшаҡ ҡулдары.
— Һауыттан тура маңлайға тамған йылы һөт тамсылары нервы ауырыуҙарынан ярҙам итә, кешегә йәшәү көсө бирә, — тип аңлатты табип һүрәттәге ширадхара тигән көршәктең тылсымын.


Сирҙе түгел, Кешене дауалайҙарӨфөгә килеүе күптәр өсөн бәхет

Ҡытай табиптары ҡулында дауаланып ҡалырға теләүселәр сиратҡа теҙелгән. Чен Те Фу кеүек тәжрибәле белгестең Өфөгә ҡыҫҡа ваҡытҡа килеүе лә күптәр өсөн оло бәхеткә әүерелгән.
Церебраль паралич диагнозы менән тыуған нисә баланы аяҡҡа баҫтырыуын, инсульт һәм инфаркт кисергән күпме кешене элекке хәленә ҡайтарыуын Ҡытай табибы үҙе лә теүәл генә әйтә алмай.






Сирҙе түгел, Кешене дауалайҙарИке-өс көндә һауыҡтыра

Оҙаҡ йылдар яфалаусы сирҙәрҙе Ҡытай табибы Чжэнь Ченьсэнь ике-өс сеанста уҡ юҡҡа сығара.
Уҙған аҙнала уға хроник гастрит менән ауырыған оло йәштәге ир мөрәжәғәт иткән. Уның һәр ваҡыт үҙәге көйгән, тамағына аш бармаған. Чжэнь Ченьсэнь өс көн рәттән энәләр ҡаҙағандан һуң пациент тулыһынса һауыҡҡан. Елкә тапҡырындағы остеохондрозды юҡҡа сығарыу — уның өсөн бер сәғәтлек кенә эш.

Тибет медицинаһының ғилми-тикшеренеү үҙәге

Ниндәй сирҙән дауалай?

* Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары, гипертония, инфаркт менән инсульттың эҙемтәләре, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе;
* ашҡаҙан-эсәк буйҙары ауырыуҙары, матдәләрҙең алмашыныуы боҙолоуы, һимереү;
* бронхиаль астма, гайморит;
* бәүел тотмау, үт һәм бәүел ҡыуығындағы ташты бөтөрөү (операцияһыҙ);
* организмдың хәлһеҙләнеүе, иммунитеттың түбәнәйеүе, хроник арыу синдромы, йыш һалҡын тейеү;
* күңел ауырыуҙары, депрессия, үҙәк нервы системаһы сирҙәре, невроз һәм невралгия, тотлоғоу, мускулдарҙың тартышыуы, артрит, артроз, остеохондроз;
* шәкәр диабеты, онкология һәм эндокринология сирҙәре;
* тире ауырыуҙары, псориаз;
* түлһеҙлек, простатит, балаятҡы миомаһы;
* алкоголь эсемлеккә һәм тәмәкегә бәйлелек.

Ҡайһы белгескә күренергә мөмкин?

* Невролог, кардиолог, терапевт, нефролог, гинеколог, стоматолог, уролог;
* Ҡытай, Тибет традицион медицинаһы табиптары.

Ниндәй Көнсығыш дауалау төрҙәре ҡулланыла?


* Энә терапияһы (невралгия сирҙәренән арындыра, ҡан әйләнешен һәм матдәләрҙең алмашыныуын яйға һала, мускулға һәм тирегә ыңғай йоғонто яһай, төрлө бәйлелекте бөтөрә);
* вакуум терапияһы (банкалар ҡуйыу һәм улар менән массаж яһау);
* мокса терапияһы (әрем төтөнө менән тәнде йылытыу балаларға ла оҡшай);
* спелеотерапия (мәмерйәләге һәм тоҙ шахтаһындағы кеүек шифалы һауалы бүлмә тын юлдарын киңәйтә, күҙәнәктәрҙе аса);
* Ҡытай һәм Тибет массажы;
* мануаль терапия;
* кедр мискәһе (шифалы үләндәр төнәтмәһе быуында ултырыу);
* һыу массажы;
* процедура кабинетында һәм көндөҙгө стационарҙа дарыуҙар менән дауаланыу.

Хаҡы күпме?

“Һәр кемде үҙенсәлекле шәхес тип ҡабул итәбеҙ. Бер үк сирҙе кешеләр төрлөсә кисерә, дауалау ысулын да айырым билдәләйбеҙ. Шуға күрә теүәл хаҡты консультацияла күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәс кенә әйтә алабыҙ”, — тине табиптар.

Консультацияға яҙылыр өсөн
8 (347) 282-62-00, 282-62-21 телефондарына шылтыратығыҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте www.nictm.org сайтында эҙләгеҙ.

Адресы:
Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 5/2
(“Мир” фирмаһы” туҡталышы).
Материалдарҙы Н. ХӘСӘНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872