Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Имәндәй ныҡ баҫып торор өсөн
Имәндәй ныҡ баҫып торор өсөнБәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатында “Башҡорт халыҡ балалар уйындары” төбәк-ара конкурс-фестиваленең муниципаль этабы уҙҙы.


Уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы абруйлы ҡунаҡтарҙы – сарала ҡатнашыусыларҙы ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ихлас ҡаршы алды. Күтәренке кәйефтә барыһы ла тантана залына ашыҡты. Шуныһы шатландырҙы: уйнап алырға, етеҙлектә, сос­лоҡ­та, зирәклектә көс һынашырға теләгәндәр күп булып сыҡты. Йәмғеһе 19 команда тупланғайны.
Бөгөнгө компьютер заманы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әүәл-әүәлдән быуындан быуынға тапшырыла килгән балалар уйындарын да “оноттора” бара. Ә бит уйындар, халыҡтың көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, йәш быуынды тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә. Халыҡ уйындары физик һәм рухи яҡтан үҫтерә, фекерләү ҡеүәһен, ихтыяр көсөн нығыта, милли рух тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Бына ошондай изге маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп үткәрелде лә инде әлеге сара.
Башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Фәтхетди­нова, шиғыр юлдары менән ялҡынлы сәләмләп, командаларға сағыу сығыштар һәм лайыҡлы еңеү теләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күз­бә­кова сараның мөһимлеген билдәләне.
– Һеҙҙә ойошторолған конкурс-фестиваль республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарында уҙғарыласаҡ, – тине Рәйсә Абдрахман ҡыҙы. – Уның тап Бәләбәйҙә башланыуы ҡыуаныслы. Был – 2020 йылда Өфө ҡалаһында үтәсәк Бөтә донъя фольк­ло­риадаһына әҙерлектең бер башланғысы. Иң яҡшы командалар тап ошо абруйлы сарала ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ. Туған те­ле­беҙҙе, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡлаһаҡ, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе белһәк, беҙ тыуған еребеҙҙә имәндәй ныҡ баҫып торасаҡбыҙ.
Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Людмила Джима башҡорт халыҡ уйындарының берҙәмлек, дуҫлыҡ кеүек күркәм сифаттарҙы тәрбиәләүгә ярҙам итеүен билдәләне.
Алып барыусылар конкурс-фестивалдең талаптарын аңлатты: тәүҙә коллективтар үҙҙәре менән таныштыра, артабан ниндәй уйын ойошторасаҡтарын, уның үҙенсәлектәрен билдәләй һәм уны башҡарып та күрһәтә. Бынан тыш, командалар бер нисә уйын тураһында мәғлүмәт һәм фотолар менән альбомдар ҙа эшләп, жюриға тапшырҙы.
Ысын тамаша уҙҙы был көндө тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Ниндәй генә уйындар күрһәтелмәне! Улар араһында киң таралғандары ла, шулай уҡ ярайһы онотола барғандары ла булды. “Убыр әбей”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Һәпәләк”, “Кемдә йөҙөк?”, “Беҙ, беҙ, беҙ инек...” һәм башҡалар.
Балалар һәм уларҙың остаздары уйындарҙы һайлағанда төрлө сығанаҡтарға мөрәжәғәт иткән: махсус әҙәбиәтте лә фай­ҙа­ланғандар, өләсәйҙәре-олатайҙарының да хәтерҙәрен яңы­р­тырға мәжбүр иткәндәр. Мәҫәлән, Бәләбәй сыуаш гимназияһы уҡыусылары “Йылым” уйынының үҙенсәлектәрен Миәкә райо­ны­ның Сафар ауылынан Миңзифа Вилданованан һорашһа, Приют ҡасабаһының 16-сы мәктәбе командаһы “Йөҙөк һалам” ҡағиҙәләрен Йәрмәкәй районынан Дамир Сәйфуллиндан белешкән. Башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар төркөмө командаһы “Кем һуҡты?” уйынына уҡытыусылары Рүзи­лә Баймиева менән Гөлназ Ғабдрафиҡованың өйрәтеүен, ә уларҙың уны, үҙ сиратында, заманында беренсе уҡы­тыу­сы­ла­рынан отоп алыуы тураһында һөйләне. Был – үҙе үк уйындарҙың быуындан быуынға күсә килеүенә асыҡ миҫал. Приют ҡасабаһының 7-се урта мәктәбе командаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балалар араһында таралған “Танктар һәм самолеттар” уйынын сәхнәләштерҙе.
Ғөмүмән, сығыштарҙа башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләренең киң ҡулланылыуы, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барыуы шатландырҙы. Был йәһәттән башҡорт гимназия-интер­натының уртансы кластар төркөмө командаһының (улар “Ебегән” уйынын һайлаған) сығышы сағыу булды.
“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Бикбаева, саранан алған тәьҫораттары менән бүлешеп, былай тине:
– Балаларҙың уйнағандарын һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Уларҙы конкурсҡа әҙерләгән, туған телебеҙ һәм йолаларыбыҙ һағында торған уҡытыусыларға рәхмәт.
Жюри ағзаларына – мәғариф идаралығы белгестәренә, баш­ҡорт теле уҡытыусыларына – иң-иң шәп уйнағандарҙы һайлап алыу еңел булманы. Балаларҙың башҡарыу оҫталығы, этнографик сығанаҡтарҙың ышаныслылығы, уларҙың командала уйнай белеүе баһаланды. Һөҙөмтәлә конкурс-фестивалдең Гран-прийына башҡорт гимназия-интернатының ике командаһы ла (башланғыс һәм уртансы кластар уҡыусылары) лайыҡ булды. “Ҡабарып бешкән икмәктәр” уйыны менән Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбе командаһы беренсе урынды яуланы. Икенсе урын­ға Бәләбәй татар гимназияһы менән Бәләбәй мәктәп-ин­тернатының ижади коллективтары бүлеште. Өсөнсө урында – Приют ҡасабаһының 16-сы мәктәбе һәм 1-се гимназия командалары. Сыуаш гимназияһы уҡыусылары “Боронғо башҡорт ха­лыҡ уйынын тергеҙгән өсөн” номинацияһында билдәләнде, Бәләбәй ҡалаһының коррекция мәктәбе, 17-се урта мәктәбе, Приют ҡасабаһының 16-сы мәктәбе командалары “Иң дәртле башҡорт халыҡ уйыны өсөн” номинацияһында һынатманы. 1-се һәм 8-се мәктәптәр коллективтары “Үҙенсәлекле фольклор уйыны өсөн” номинацияһында еңеү яуланы.
Конкурс-фестиваль күңелле бүләкләү тантанаһы һәм бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Еңеүсе команда­ларға, уларҙың остаздарына (башҡорт теле уҡытыусылары) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының, Мәғариф идаралығының Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Беренсе тапҡыр уҙғарылған был тамаша оҙон ғүмерле бул­һын, йөкмәткеһе тағы ла байыһын! Күркәм сараның киләсәк быуын­ды – балаларҙы һау-сәләмәт һәм илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләүҙә ҙур урын биләүе бәхәсһеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874