Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ВАРШАВА? ТЕЛДӘРҘЕ ҠАЙҒЫРТА
ВАРШАВА? ТЕЛДӘРҘЕ ҠАЙҒЫРТАПольша иленә быйыл да юл төштө. Ошо йылдың ноябрендә Варшава университетында Шәрҡиәт факультетының 85 йыллығына арналған тантана һәм “Һирәк, онотол­ған һәм юғалыу хәүефе янаған телдәр һәм әҙәбиәттәр” исеме менән VI Халыҡ-ара конференция уҙғарылды. Унда Африка, Канада, Германия, Америка, Ҡытай, Монголия, Төркиә, Рәсәй һәм башҡа илдәрҙән 100-гә яҡын ғалим ҡатнашты.
Был юлы юлдаш-коллегаларым БДУ доценты Динара Дамир ҡыҙы Хисамова менән Томск университетында эшләп йөрөгән Лидия Фәтих ҡыҙы Әбүбәкерова булды. Әйткәндәй, улар былтыр ҙа Варшавала булған конференцияға барырға тип әҙерләнеп тә бөткәйне, әммә эш мәшәҡәттәре арҡаһында йырылып ҡына сығып китә алманы.


Беҙҙе саҡыралар... барабыҙ!

Февралдә конференция тураһында мәғлүмәт ҡағыҙы менән бергә саҡырыу ҙа килеп төшкәс, аҙаҡ билдәле булыуынса, беребеҙ ҙә оҙаҡ уйлап тормай, “ҡатнашырға кәрәк” тигән уй менән өсөбөҙ өс ерҙә конференцияға ба­рырға йыйына башлағанбыҙ һәм өсөбөҙҙө лә бер үк изге маҡсат берләштергән булып сыҡты. Берҙән, элекке йыл БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлап, әле Варшава университетының Шәрҡиәт факультеты докторантураһында өсөнсө йыл уҡып йөрөгән һәм башҡорт теленә бағышланған PhD диссертацияһы яҙыу өҫтөндә эшләгән коллегабыҙ — элекке студентыбыҙ Вячеслав Черневты яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа (ул заманда беҙ өсөбөҙ ҙә БДПУ-ла бергә эшләй инек) һәм ошо барыуыбыҙ менән уға теләктәш булыуы­быҙ, яңғыҙ ҡалдырмауыбыҙҙы белдерергә теләһәк, икенсенән, конференцияның темаһы беҙҙең иғтибарҙы йәлеп итһә, өсөнсөнән (быны ла бик мөһим тип һананыҡ), нисек инде саҡырылып та, Варшава университетында бынан 85 йыл элек барлыҡҡа килеп, әле гөрләп эшләп ятҡан ғына түгел, йылдан-йыл төрки телле халыҡтарҙы үҙ янына йыйған Шәрҡиәт факультетын байрамы менән ҡотламайһың!

Варшава университеты һәм Шәрҡиәт факультеты

Варшава университеты – бик боронғо уҡыу йорто. Унда 50 меңдән ашыу студент белем ала, көндөҙгө бүлектә барыһы ла бушлай уҡый, ә ситтән тороп белем алыу түләүле. Университеттың барлыҡҡа килеүенә былтыр 200 йыл тулған. Ул бик мөһабәт һәм боронғо икәнен күрһәтеп торған бер нисә корпустан тора. Корпустарҙың стеналарына боронғо грек стилендә уйып яһалған һындарға ҡарап туйғыһыҙ. Аңғармаҫтан үҙең дә уйҙарға бирелеп китәһең: ниндәй генә заман елдәре теймәгән дә кемдәр генә эшләмәгән, уҡымаған икән был уҡыу йортонда?.. Әйткәндәй, заманында бында билдәле төркиәтсе А. Заянчковский, тел ғилеме нигеҙҙәре менән шөғөлләнгән Бодуэн де Куртенэ, Эдвард Трыярски кеүек ғалимдар эшләгән.
Шәрҡиәт факультеты тәүҙә университет ҡарамағында институт булып барлыҡҡа килгән була. Факультетта бер мең ярым тирәһе студент уҡый, 150 уҡытыусы белем бирә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ниндәй генә телдәр өйрәнелмәй — ғәрәп, йәһүд, корей, ҡытай, фарсы, япон, әссүриә, төрөк, азербайжан һәм башҡа телдәр. Факультет ҡарамағында шулай уҡ Шәрҡи телдәр мәктәбе бар. Унда ҡаҙаҡ, үзбәк, һинд, ғәрәп, чечен һәм башҡа бихисап тел өйрәнелә.
Университетта һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән бер мең ярым тирәһе студентты ҡараған айырым бюро эшләй. Һәр дәрес өсөн материал алдан бирелгән ғаризалар буйынса әҙерләнә. Кәрәк булғанда был студенттарҙы йөрөтөр өсөн университет ихатаһының махсус урынында еңел машиналар ҙа әҙер тора. Береһе менән һөйләшеп киттек: беҙ улай уҡ бәлә һалмаҫҡа тырышабыҙ. Әммә беләбеҙ, беҙҙең өсөн машина һәр саҡ әҙер: алып киләләр, кәрәк ергә алып барып ҡуялар.

Конференция хайран ҡалдырҙы

Башта шәрҡиәт факультетын (элекке институтты) 85 йыллығы менән ҡотлау тантанаһы булды. Ундағы йылы, ҡыуа­ныслы мөхитте беҙҙең дә ҡатнашыуыбыҙ, ике телдә (башҡорт һәм инглиз телдә­рендә) ҡотлауыбыҙ (әйткәндәй, быға тиклем ҡотлауҙар бер телдә генә барҙы: йә инглиз, йә поляк телендә) тағы ла нурландырып ебәргәндәй булды. Беҙ факультетҡа һәм төркиәт кафедраһына башҡорттоң милли музыка ҡоралы – ҡурай менән айыу һынлы ағас бер һауыт бал, ҙур сәк-сәк, китап-журналдар тапшырҙыҡ. Бында ла беҙ башҡорттоң мул ҡул, иғтибарлы һәм ихтирамлы икәнен күрһәтә алдыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: башҡорт һүҙҙәре яңғырай башлағас та, зал бер башҡа ҡалҡынды ла шул көйө өнһөҙ ҡалды, һуңынан оҙаҡ ҡына ҡул сабыуҙар булды.
Артабан өс көн буйы конференция барҙы: иртәнге 10-дан киске 7-гә тиклем сығыштар тыңланыҡ, фекерҙәр алыштыҡ. Беренсе көндә пленар ултырышта тәбрик­ләү һүҙе менән Варшава университетының шәрҡиәт факультеты деканы, профессор Пётр Тараха, төркиәт һәм Урта Азия халыҡтары телдәре кафедраһы етәксеһе Агата Барея-Стажинска, Британия Колумбияhы университеты ғалимы Марк Турин (Канада), Африканан Созинью Франсиско Матсинье сығыш яhаны.
Пленар өлөштөң һәм конференцияның үҙәк ваҡиғаһы булып, билдәле төркиәтсе Эдвард Трыярскиҙың ҡатнашыуы, уның әрмән-ҡыпсаҡ телдәрен тикшереүгә арналған 1067 битлек һайланма әҫәрҙәр йыйынтығының презентацияһы булды. 95 йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул бер сәғәт тирәһе йөкмәткеле сығыш яһаны, әрмән-ҡыпсаҡ бәйләнештәрен төрлө яҡтан яҡтыртты.
Һәр бер ил, халыҡ өсөн, ҡайҙа ғына йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, туған тел мәсьәләһе, уны һаҡлау көнүҙәк һәм мөһим булғаны асыҡланды. Телдәрҙе өйрәнеү, юғалғандарын тергеҙеү, өйрәтеү, әҙәбиәтен өйрәнеү, халыҡ ижадын йыйып алып ҡалыу, уларҙы киләһе быуынға тапшырыу һәм башҡа мәсьәләләр кон­ференцияның төп һөйләшеү темаһы ине. Мәҫәлән, Канаданан килгән доктор Турин Непал һәм Һиндостанда бәләкәй ауылдарҙа йәшәп, һаҡланып ҡалған бер төркөм кешенең телдәрен өйрәнеп, алфавит төҙөп, дәреслектәр булдырған. Ул был кешеләрҙең хәрефтәрҙе теҙеп уҡып, үҙҙәренең телендәге һүҙҙәр килеп сыҡҡанын (ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр!) күреп тә, ишетеп тә ҡыуанғандарын бик тулҡынланып, хатта күҙенә йәш алып һөйләне.
Африканан килгән профессор Франсиско Матсиньеның “Юғалыу хәүефе янаған телдәрҙе һаҡлап алып ҡалыу: проблемалар һәм перспективалар” исемле доклады Мозамбиктағы Газа провинция­һында чописа һөйләшкән халыҡтың португал теленең көслө йоғонтоһонан үҙҙәренең туған телен һаҡлап алып ҡалыу тураһында барҙы. Газала милли байрамдар тап ошо чопи телендә үтә икән.
Шәрҡиәтсе, төркиәтсе, ҡарайым теле белгесе, ҡаҙаҡ теле уҡытыусыһы Генрик Янковский (Познань, Польша), уйғыр теле белгесе Ариэнн Дуайер (Канзас университеты) менән аралашыу, уларҙың сығыштарын тыңлау үҙе бер бәхет булды. Беҙ улар менән башҡорт телендә иркен аралаштыҡ.
Ирина Дрыганың сығышы Украинала йәшәгән ҡырым татарҙары һәм башҡа төрки халыҡтарының телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен һаҡлау, шулай уҡ оло быуын кешеләренән ауыҙ-тел ижадын яҙып алып ҡалырға өлгөрөү, уларҙың һүҙ корпустарын булдырыу, ошо нигеҙҙә ике телле һәм аңлатмалы һүҙлектәр төҙөү төп бурыс булып тороуына бағышланды.
Богуслав Загурскиҙың сығышы Молдавияла булған осман топонимияһына бағышланған ине. Әйткәндәй, Богуслав Загурски төрки телдәренең топонимдары менән бик ныҡ ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Беҙгә лә мөрәжәғәт итеп, башҡорт топонимдарының ике телле һүҙлектәре булһа, ебәреүебеҙҙе үтенеп һораны.

Һуҡырҙар үҙәгенә сәйәхәт

ВАРШАВА? ТЕЛДӘРҘЕ ҠАЙҒЫРТАКоллегабыҙ Вячеслав Чернев беҙ Варшаваға килеп төшкәс тә, ҡала янындағы Ляски ҡасабаһында Һуҡырҙар үҙәге барлығын һәм беҙгә уны күрһәтергә теләгәнен белдергәйне. Конференцияның һуңғы көнө лә булып китте. Ә беҙ унда һаман бара алмайбыҙ. Секция ултырыштарынан китер әмәл юҡ: бар сығыштар ҙа ҡыҙыҡлы, һәр береһе үҙенсәлекле. Ахырҙа һуңғы көндә Вячеслав менән мин, һеҙҙең фәҡирегеҙ — Миңһылыу Усманова, рөхсәт алып киттек.
Варшаванан Ляски ҡасабаһына тиклем бер 40 саҡрым икән. Ваҡыт тигәнең самалы булғанға такси менән киттек. Бына алдыбыҙҙа Күҙҙән яҙғандарҙы бағыу үҙәге (поляксаһы – Towarzystwo Opieki nad Ociemniałymi) биләмәһе. Биләмәгә аяҡ баҫыу менән үҙеңде икенсе бер мөхиттә — әкиәт донъяһында кеүек хис итәһең. Биләмә ҙур ғына: тегендә-бында борон­ғолоғон һаҡлаған һәм яңыраҡ төҙөлгәнен дә күрһәтеп торған, тирә-яғы зауыҡ менән ҡаралған корпустар һибелеп ултыра. Айырым иғтибарҙы ундағы йәшеллек — мөһабәт ағастар, ноябрҙә лә сәскә атып ултырған сәскәләр, ҡыуаҡлыҡтар тарта. Ағастарҙың арыуығы ысынлап та йөҙйә­шәр икәндәрен күрһәтеп тора: күрмәгәндәр үҙәге тап ошо ерҙә 1911 йылда, бынан 106 йыл элек, барлыҡҡа килгән бит.
Тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарай-ҡарай, уйҙарға бирелә-бирелә төпкәрәк — директор бүлмәһе урынлашҡан корпусҡа барып еттек. Беҙҙе Үҙәктең директоры Эльжбета Щепковска ихлас, күптәнге танышылай ҡаршы алды. Һөйләшә-һөйләшә икенсе ҡатҡа күтәрелдек. Бер аҙ аралаш­ҡандан һуң ул беҙҙе тифлология бүлеге мөдире Бэнита туташ Һадэмикка тапшырып, бөтәбеҙҙе сәй эсергә ултыртты ла үҙ эше менән китте. Мин уға башҡорт балын күстәнәс итеп бирергә өлгөрҙөм. Ул: “О, honey!” — тип ҡыуанып, балды ярат­ҡандарын белдерҙе һәм һәр йома бында өс-дүрт сәғәт йыйылышып һөйләшеүҙәре, шунда мотлаҡ сәй эсә торған ғәҙәттәре булыуы, ә был йома ошо балды уларға ауыҙ иттерәсәге хаҡында ҡыуанып әйтте.
Артабан һүҙ Бэнита туташ менән ошо Һуҡырҙар үҙәге тураһында барҙы. Үҙәктең тарихы былай икән: графиня Ружа Чацка 22 йәшендә ҡапыл күҙенән яҙа. Ул 1876 йылдың 22 октябрендә Аҡ Сиркәү ҡалаһында (элек ул Польшаға ҡараған булған, хәҙер Украинаның биләмәһе) тыуған була. Ошо йылдарҙа ул Европаның төрлө илдәрендә — Австрия, Германия һ.б. барып, һуҡырҙар менән эшләргә өйрәнә һәм 1910 йылда күҙҙән яҙғандарҙы ҡарау йәмғиәтен барлыҡҡа килтерә.
1911 йылда Ляскиҙа Һуҡырҙар үҙәге эшләй башлай. Ә 1918 йылда графиня Чацка, Эльжбета исемен алып, монахиня булып китә һәм монахинялар төркөмө – конгрегацияны булдыра. Уның төп миссияһы — һуҡырҙар менән эш итеү. Монахинялар төркөмө етәксеһе булып киткәс ул: “Миңә графиня тип әйтмәгеҙ, Эльжбета туташ тип әйтегеҙ”, — тигән.
Бэнита туташ артабан тағы ла уның әйткәндәрен килтерҙе: “Күрмәү — үҙе бер ҡыйынлыҡ. Ул ҡыйынлыҡты Аллаһ Тәғәләнән түҙем менән ҡабул итергә тейешбеҙ. Шулай итмәһәк, рәхәтлек күреп булмаҫ”. Ул үҙенең эш тәжрибәһен католик диненә таянып алып барған. “Минең эшләгәнем, — тигән ул, — Аллаһ Тәғәләнән килә, тик уның өсөн генә эшләнә. Аллаһ Тәғәләгә инанмайынса ундай эштәрҙе башҡара алмаҫ та инем”, — тип әйтер булған.
Эльжбета инәй (монахинялар төркөмө етәксеһенә “туташ” тип түгел, “инәй”, урыҫса “мать” тип өндәшеү хәйерлерәктер) тағы ла шуны айырып әйтер булған: Ляскиҙағы үҙәк һуҡырҙарҙы башҡаларҙан айырыр өсөн түгел, ә уларҙы киң донъяла йәшәр өсөн өйрәтергә йүнәлтелгән. Уға рухани Владислав Корнилович та ярҙам иткән. Эльжбета инәй 1961 йылдың 15 майында үлеп ҡала.
Әлеге мәлдә Һуҡырҙар үҙәгендә 222 бала тәрбиәләнә. Йәшәр өсөн дүрт ятаҡ бар: малайҙар, ҡыҙ балалар, мөмкинлек­тәре сикләнгәндәр һәм махсус хәжәтлеләр өсөн. Махсус хәжәтле (йәғни күрмәүҙән тыш тағы ла ишетеү һәләте йә интеллекты сикләнгән) балалар махсус програм­маларға ярашлы, йәғни индивидуаль рәүештә уҡытыла. Унан тыш, барыһы белер һөнәрҙәргә лә өйрәтәләр икән. Ат терапияһы, йыр, бейеү, йөҙә белеү, төрлө һөнәрҙәргә өйрәнеү барыһы өсөн дә мотлаҡ булһа, футбол, голбол һ.б. түңәрәктәргә йөрөү ихтыяри. Ата-әсә менән эш, уларға психологик һ.б. ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәрҙең төп өлөшөнә инә.
Беҙҙе балалар йәшәгән, уҡыған корпустарға алып барҙылар. Ундағы матурлыҡты, шул тиклем биҙәлеште күреп, хайран ҡалдым. Йоҡо бүлмәләрендә ике-өс карауат, һәр береһендә бәҙрәф, йыуыныу урыны. Бүлмәнең ишеге ҙур бер дөйөм залға сыға. Залдың бер яғында кухня, ә икенсе яғында кер йыуыу өсөн махсус бүлмәгә инә торған ишек. Уларҙың һәр береһе тормош өсөн кәрәк нәмәләр, уңайлы кәштәләр, шкафтар менән йыһазландырылған.
Бәғзе һәйбәт йәшәйем тигән ғаиләләрҙә лә ундағы кеүек бөхтә түгелдер. Коллегам Вячеславҡа, уның насар күреүен дә онотоп китеп, “Ҡара әле, ҡара әле!” — тигән булам. Бына ошо матурлыҡты, етеш тормошто күрмәгәндәрҙең өйрәтеүселәре үҙҙәре күреп, һоҡланып, тәрбиәләнеүсе­ләрен ошо йыһаздарҙы тотоп ҡарарға ғына түгел, һәр береһен тормошта иркен тотонорға, йөрәктәре менән һиҙергә, тойорға, күңел күҙе менән күрергә өйрәтәләр ҙә...
Әйткәндәй, ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең миссияһы һуҡырҙарҙы тормошҡа өйрәтеп, белгәндәрен башҡаларға таратыу ғына түгел, йәндәре һуҡырҙарҙың да күҙҙәрен асыу икән. Ысынлап та, әҙме ни беҙҙә күҙҙәре күреп тә, бар нәмәнән ваз кисеп, һаулыҡтарының ҡәҙерен белмәй, “Ник тыуҙым” тип, үҙ юлын таба алмай, аяҡтарын саҡ һөйрәп йөрөгәндәр йә еңел аҡса эҙләп ғүмерҙәрен үткәргәндәр... Улар кеүектәр менән дә психологик эш алып барыла икән бында.
Өс йәшкә тиклем баланы Үҙәккә ата-әсәһе алып килә. Балалар баҡсаһы йәшенән һуң бында ҡалыу мәжбүри түгел. Ул балалар ғәҙәти мәктәпкә лә йөрөй ала: унда ла һуҡырҙар өсөн шарттар булдырылырға тейеш. 14-15 йәшкә тиклем үҙәктәге урта мәктәптә уҡыған саҡта, үҙе теләгән һөнәрҙәрҙе үҙләштерә алалар. Артабан улар лицей (Рәсәйҙәге “өлкән мәктәпкә” тура килә ул), техникум, һөнәри мәктәптәрҙә (әйтергә кәрәк, Үҙәк ҡарамағында уларҙың барыһы ла бар), унан һуң вуздарҙа уҡый ала. Араларынан сит илдәргә лә китеп уҡығандар байтаҡ икән...
Үҙәк менән танышыу барышында кемде генә осратманыҡ, шул тиклем дә мөләйем һөйләшәләр, шул тиклем иғтибарлылар, эштәре, тормоштары, тәрбиәләнгән балалары тураһында хайран ҡалдырып һөйләйҙәр... Ысынлап та, уларҙың һөйләгәндәрен тыңлағанда тауыштарынан, интонацияларынан күңелдәренең нуры йөҙҙәренә сыҡҡанын, йылмайғандарын һиҙеп, һуҡыр кеше лә бар донъяны күргән кеүек була һымаҡ.
Кеше шулай ҙа еткереп, таң ҡалдырырлыҡ итеп һөйләй ала икән тип уйлап йөрөнөм... Бына улар һуҡыр кешенең күңеленә ошо рәүешле юл һалып, йөрәгендә өмөт уята, күңеле менән күрергә, шуның аша эшләргә, тормош көтөргә, юл табырға өйрәтә.

Мәсеткә барыуыбыҙ

ВАРШАВА? ТЕЛДӘРҘЕ ҠАЙҒЫРТАВаршавала мәсеттәр барын белә инек. Аллаһ йортона инеп сығырға форсат таптыҡ. Бына беҙ мәсет ҡаршыһында: бер ҡарауҙа уҡ йылы тойғолар, изге уйҙар уятҡан, ҡарашты арбап торған ике ҡатлы матур йорт. Ишеген һаҡ ҡына асып, эскә үтәбеҙ. Әҙ генә сыҡҡан тауышты ла ишетеп, 4-5 йәштәге бер ир бала ҡаршыбыҙға йүгереп сыҡты ла ишеге асыҡ бүлмәгә күрһәтте. Унда компьютерҙа ниҙер баҫып ултырған урта йәштәрҙәге бер ир-уҙаман беҙҙе күреү менән ихлас һаулашты, артыҡ нәмәләребеҙҙе уның бүлмәһендә ҡалдырып тора алыуыбыҙҙы әйтеп, икенсе ҡатҡа менергә ишараланы.
Бында беҙ ике егетте тап иттек: Мөхәммәт Рәсүли — поляк, ислам динен ҡабул итеп, ошо исемде алған, ә икенсеһе — Мәхмүт Ҡасим — Египеттан килгән, бында йәшәй һәм эшләй булып сыҡты. Уларҙың кем булыуҙарын һорашҡан арала өҫтәлдә сәй, тәм-том хасил булды.
Һөйләшеп киттек: Варшавала биш мәсет бар икән. Кеше мәсеткә ихлас йөрөй, йома көндәрендә 100-ҙән алып 1000-гә яҡын кеше килә, тиҙәр. Мәсеттә ғәрәп телен өйрәтеү ойошторолған. Беҙгә балаларҙы өйрәтер өсөн төҙөлгән, асыҡ төҫтәге, матур һүрәттәре күп кенә булған, дүрт китаптан торған ҙур форматлы дәреслектәрен күрһәттеләр. Араһында математика китабы ла бар. Беҙгә шуларҙан өсәр китап бүләк иттеләр. Поляк телендә Ҡөрьән дә баҫтырғандар. Ул бәләкәй форматта, ҡалын булһа ла, ыҡсым ғына. Беҙгә булған бүләк китаптар араһына икешәрҙән уны ла өҫтәнеләр.
Икенсе ҡатта — уҡыу, ә аҫта күмәк йыйылып, Аллаһ менән “һөйләшеү” бүлмәләре. Уларҙы ҡарарға беренсе ҡатҡа төштөк. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ намаҙ уҡый торған залдар шул тиклем иркен, һәр нәмәһе зауыҡ менән булдырылған. Күңелебеҙ булып, хәйер һалып, бүләк китаптарыбыҙҙы ҡосаҡлап, ҡайтырға сығырға йыйындыҡ. Шул саҡ беҙгә: “Ҡайтҡанда поезда ашарһығыҙ”, — тип бер ҡап печенье тотторҙолар. Бына бит ҡайҙа мосолмандың бер-береһен яҡын күреүе, мосафир икәнде белеп, оҙон юлыбыҙҙы хәстәрләп, ысын күңелдән еңеләйтергә теләүе...
Беҙҙе яҡын туғандарын оҙатҡандай, мәсетте ҡарап йөрөгәндә тап булған­дарҙың барыһы ла урамға сыҡты. Араларында ҡаршы алған бала ла (исеме Ислам булып сыҡты) бар ине. Ул, ҡараштары менән бында тағы ла оҙағыраҡ булыуыбыҙҙы теләүен белдереп, беҙгә һырынып-һырынып оҙатып ҡалды.
Польша иленә булған сәфәребеҙ тик йылы хистәр ҡалдырҙы.

Күңелдә тыуған уйҙар...

Сит илдә бер нисә көн генә булыу ҙа, ундағы кеше өсөн тыуҙырылған уңай­лыҡтарҙы күреп кенә түгел, файҙаланыу ҙа: “Халҡыбыҙ бик тырыш таһа. Ниңә беҙҙә лә шулай түгел икән?” тигән уйҙар тыуҙыра. Етәкселеккә, төрлө өлкәлә вазифа биләгәндәргә, бигерәк тә айырмаһы ер менән күк араһы кеүек күренгән өлкәләрҙә эшләгәндәргә өйрәнерҙәй нәмә күп унда. Беҙҙәге хәлде белгән кеүек: килһендәр, өйрәтербеҙ, тип әйтәләр, саҡыралар улар.

М. УСМАНОВА, Л. ӘБҮБӘКЕРОВА, Д. ХИСАМОВА.

Өфө — Варшава — Өфө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872