Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәләтеңә күрә – урының
– Бала саҡтан уҡ уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ инем, әммә, матди ярҙам булмағанлыҡтан, хыялым тор­мошҡа ашманы. Ауылда йәшәйем, ике бала үҫтерәм, мәктәптә иҙән йыуам. Бәғзе уҡытыусыларҙың үҙ эшенә шул тиклем яуапһыҙ ҡарауын, булдыҡһыҙ­лығын, ялҡаулығын, шул уҡ ваҡытта тәкәбберлеген күрәм дә йәнем әрней. Ниңә был изгеләрҙән-изге һөнәрҙең баһаһын төшөрөп йөрөйҙөр улар?! Хатта балаларымдың көндәлегенә хаталы яҙып ҡайтара бәғзеләр. Булдыра алмайһың икән – оял да кит. Шулай түгелме, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Х. ДАУЫТОВА.



Башҡортостан мосол­ман­­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нур­мө­хәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын төрлө итеп яралтҡан. Бармаҡ эҙҙәре тап килмәгән кеүек, һәр кемдең үҙ холоҡ-фиғеле, төҫ-ҡиәфәте, яҙмы­шы. Төрлө кеше шулай уҡ айырым һәләткә эйә. Ниндәй­ҙер һөнәргә ынтылып та, ҙур тырышлыҡ һалып та, алға китә алмағандар бар: тимәк, был йүнәлеш зауығына ярашлы түгел, һәләт етешмәй. Шул уҡ ваҡытта тап ошо һөнәр өсөн яралтыл­ғандарҙың ситтә йөрөүе ихтимал.
Бындай яҙмышлылар бихисап. Әлеге ҡәрҙәшебеҙҙекенә өҫтәп, үҙем белгән йәнә берәүҙекен бәйән итәйем. Һөй­ләүенсә, ул бала сағынан табиплыҡҡа уҡырға хыялланған. Әммә ата-әсәһе ҡыҙҙарына: “Һин, балам, һауынсы булырға тейеш. Ситкә китмәҫһең, яныбыҙҙа йәшәрһең”, – тип туҡтауһыҙ әйтеп торған. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙары мәктәптән һуң уҡыуын дауам итмәгән, байтаҡ йылдар фермала эшләгән. Шул уҡ ваҡытта, махсус белеме булмаһа ла, һәләтенә бәйле мал табибы вазифаһын да уңышлы атҡарған. Йыл һайын күпләп үлән, тамыр йыйған, уларҙан төрлө дарыуҙар әҙерләгән, халыҡ медицинаһын өйрәнгән. Кешеләр уға һаулығы буйынса кәңәшкә йыш килгән.
Ауылдары иһә бер ҡасан да махсус белемле табипҡа йәлсемәгән. Ҡырҙан килгәндәр ҙә киткәндәр, хатта йылына ике-өсәү алмашынған. Һөҙөмтәлә, байтаҡ йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әлеге ханым ҙур тырышлыҡ һәм теләк менән медицина белеме алыуға өлгәшеп, ғүмерлек хыялын тормошҡа ашырған. Ауылында алмаштырғыһыҙ табип хәҙер. Урындағы фельдшер-акушер пункты ла тап уның ныҡышмалылығы, фиҙакәрлеге, оҫталығы, һөнәрен сикһеҙ яратыуы арҡаһында ябылмай һаҡланып ҡалды.
Ошо ғәҙәти хәлдән күренеүенсә, әгәр ҙә һин үҙеңдең нимәгә һәләтле икәнлегеңде беләһең, ошо һөнәрһеҙ йәшәй алмайһың икән, тормошоңдо үҙгәрт! Был һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙ, “ике бала үҫтерәм”, “балаларымдың көндәлеге” тип яҙғас, моғайын, йәш кешелер. Башҡаларҙың уңышһыҙлығына көйөп ваҡыт үткәргәнсе, үҙеңдең көсөңдө күрһәтергә, тәүәккәлләргә – һөнәреңә эйә булырға кәрәк. Һәләтенә күрә һәр әҙәм балаһының тормошта тәғәйен урыны бар, уны һуңлап булһа ла табыу, юғалтмау зарур.
Әлбиттә, был йәһәттән тәү сиратта ата-әсәгә ҙур бурыс йөкмәтелгән. Улар балаһының нимәгә һәләтле икәнен белеп, шул йүнәлешкә күберәк иғтибар биреп үҫтерергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе өлкәндәрҙең саманан сығып китеүенә лә шаһитбыҙ: ул-ҡыҙҙарын заман талап иткән һөнәрҙәрҙә күрергә теләп, уларҙың зауығы, теләге менән иҫәпләшмәйҙәр. Эш урынын яратмаған, уның үҙенсәлектәренә ныҡлап төшөнмәгән, баһаһын аңламаған яуапһыҙ, булдыҡһыҙ хеҙмәткәрҙәр тап шул сәбәпле барлыҡҡа килә лә. Әҙәм балаһы бит үҙ һөнәрендә “балыҡ кеүек йөҙөргә”, унан кинәнес, дәрт-дарман алып йәшәргә, белгәндәрен йәштәргә өйрәтерлек тәжрибә туплап, хеҙмәт урынының киләсәген хәстәрләргә – тос орлоҡ сәсеп ҡалдырырға тейеш.
“Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ!” – тиелгән изге Ҡөрьәндә. Был һүҙҙәр бойороҡ рәүешендә әйтелгән. Ҙур яуаплылыҡ менән яратып ихлас башҡарылған эшкә генә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәтен юллай. Ялҡаулыҡ, тәкәбберлек, яуапһыҙлыҡ, булдыҡһыҙлыҡ хөкөм һөргән ерҙән иһә ырыҫ ҡаса. Шуға ла Раббыбыҙ һәр беребеҙгә тормошта үҙ урынын, һәләтенә күрә хеҙмәтен табып, уның баһаһын күтәреп, дөйөм уңышҡа тос өлөш индереп, бөтөн күңел менән йәшәргә яҙһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21