Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тәбиғәткә яҡын бул, ҡустым!”
“Тәбиғәткә яҡын бул, ҡустым!”Шундай кешеләр осрай: улар менән һөйләшкәс, күңелең үҫеп, ауырлыҡтар онотолоп, хистәрең урғылып ташып киткәндәй тойола. Уларҙың ихласлығы, ябайлығы, уйҙарының сафлығы арбай. Бар булмышын сәнғәткә бағышлаған Ейәнсура егете, ҡурайсы, йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл ҠАРАБУЛАТОВ – тап шундайҙарҙың береһе. Өҫтәүенә ул – оҫта һунарсы һәм балыҡсы ла.


– Башҡалар һымаҡ тәпәй баҫҡандан алып һыу буйындамын тиһәм, яҙыҡ булыр, – тине әңгәмәсем, йылмайып. – Атайым оҫта балыҡсы ине, табышһыҙ ҡайтҡанын хәтерләмәйем. Уның тотҡанын Миҙхәт ағайым менән дегәнәк йә томбойоҡ япрағына төрөп, утта бешереп ашай торғайныҡ. Эйек, Һүрәм, Өҫкәлек буйҙарын өлкәнәйгән һайын нығыраҡ һағынам. Атайымдың бер мәл Өҫкәлектән ун килоға яҡын суртан сығарғаны хәтергә ныҡ уйылып ҡалған. Эй ҡыуанғайныҡ шунда! Ғөмүмән, оҫта ине атайым, ҡулынан килмәгән эше булманы. Һунар саңғыһын ҡайындан үҙе бөгөп яһап алғаны иҫтә. Ҡуянға тоҙаҡ ҡорған мәлдәр ҙә күңелдә йылы хәтирә булып һаҡлана.
– Сәнғәт училищеһы, акаде­мия­һы, унан – әрме хеҙмәте… Был ваҡытта балыҡҡа йөрөү бәхете эләгә инеме?
– Дөрөҫөн әйткәндә, ауылдан сығып киткән ваҡыттан алып 2000 йылға тиклем яратҡан шөғөлгә бөтөнләй ҡул теймәне. Ғаилә ҡороп, ҡыҙымдың, улымдың тыуыуы, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, театрҙа эшләү, киноға төшөү, “Каруанһарай” төркөмөндә сығыш яһау… Бер мәл үҙемдең дискты сығарырға булдым. Был эштә Екатеринбургта йәшәгән яҡташым, изге күңелле Рәхим Дәүләт улы Мәһәҙиев ярҙам итте. Репетицияларҙан һуң ул мине балыҡҡа алып йөрөй башланы. “Тәбиғәткә яҡын булырға кәрәк, ҡустым, – тигән һүҙҙәре әле лә иҫтә. – Күңелең тыныс, бөтөн булыр”. Үҙе иһә, ҡайҙа ғына бармаһын, ҡармағын ҡалдырмаҫ ине. Күҙ алдында ҙур-ҙур суртандарҙы һөйрәп сығара торғайны. Бына ул, исмаһам, ысын балыҡсы! Йомарт, изге күңелле, шәп тәрбиәсе лә. Миңә хатта балыҡсы кейеме бүләк итте, ҡармаҡ сыбыҡтары, төрлө кәтүктәр, йылтырмалар һатып алып бирҙе. Ғөмүмән, яратҡан шөғөлөмә ҡайтарҙы Рәхим ағай, ҙур рәхмәт уға! Ә йылтырма тигәндән, атайым уны ғүмер буйы ҡалаҡтан эшләне.
– Күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ табышҡа юлыҡҡанығыҙ бармы?
– Күп булды ундай осраҡтар. Мәҫәлән, бер мәл Мәсетле районында йылтырмаға бер-бер артлы ете суртан сығарҙым, үҙебеҙҙең Өҫкәлектә биш килоға яҡын ауырлыҡтағыһы эләкте.
– Өҫкәлек тигәндән, бер ҡарауға бәләкәй генә йылға булһа ла, бәрҙе-бағрыға бай шикелле?
– Эйе. Бәрҙе байтаҡ эләгә. Ә бағры бер мәл бөтөп киткәйне, хәҙер кире яйлап күренә башланы. Шуныһы йәнде әрнетә: һөҙөп тотоусылар күбәйә, ау ҡуйыуҙан да тартынмайҙар. Ялҡауҙар арта, күрәһең. Әллә үҙаңдың түбәнлегеме был? Тәбиғәтте үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, кем хәстәрләргә тейеш?
– Һуңғы ваҡытта күптәр, айырыуса ҡалала йәшәүселәр, балыҡты электр сығанағына тоташтырылған ҡармаҡ менән дә тота башланы...
– Тотоу түгел, ҡоротоу ул. Балыҡ менән бергә һыу аҫтындағы башҡа йән эйәләрен үлтереү. Йылға-күлдәрҙе һаҡлаған инспекторҙар барыһын да күҙәтеп өлгөрмәй, әлбиттә. Һәр балыҡсы тәбиғәт алдында шәхси яуаплылыҡ тойорға тейеш.
– Әле күберәк ҡайһы яҡтарға йөрөйһөгөҙ?
– Ғафуриға. Унда яратып ҡармаҡ­лаған урындарым күп. Бигерәк тә ажау­ҙы эләктереүе күңелле. Төрлө ҡарыш­лауыҡтарға, селәүсенгә, тауыҡтың бауырына тотам. Балыҡҡа ҡыш та йөрөйөм, әле йылға-күлдәрҙең боҙ менән ҡапланғанын түҙемһеҙләнеп көтәм.


Автор: Әсләм КАМАЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә