Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хызыр Ильяс булдымы әллә?
Юл аҙабы — гүр ғазабы. Ысынлап та, кешене ғүмер буйы йонсотҡан, арытҡан, ғазаплаған кире ҡиммәттәрҙең береһе — юлдыр ул. Был фани донъяла башҡалар кеүек йәшәргә, балалар үҫтерергә теләһәң, ҙур тырышлыҡ һалырға, йүнләргә, йөрөргә кәрәк. Ә йөрөү өсөн юл кәрәк. Билдәле булыуынса, илебеҙҙә элек-электән юл торошо насар булды. Үҙебеҙҙең тирә-йүнде генә алайыҡ. Яҙлы-көҙлө, оҙаҡҡа һуҙылған ҡышҡы бурандарҙа район үҙәге Иҫәнғолға барып ҡайтыу ауыл кешеһе өсөн ҙур ғазапҡа әйләнә торғайны. Туранан юл һалыу сәбәпле, Иҫәнғолға Һарыҡташ, хатта Ырымбур аша ла йөрөнөләр. Өфөгә барырға кәрәк булһа, ат менән сығып, тәүге кистә Абҙанға, Самаҙыға йә Үрге Муйнаҡҡа килеп йоҡлайһың да, иртәнге ундарға Иҫәнғолға барып, кәрәкле документ-ҡағыҙҙарҙы йыйнап, икенсе кисте бында ҡунып, өсөнсө көн иртүк берҙән-бер иҫке “Пазик” менән 55 саҡрымдағы Төйлөгәнгә килеп етәбеҙ. Уның ҡотһоҙ тимер юл вокзалында 5-6 сәғәт ултырғас, тауар поезына тағылып, бер-ике сәғәттән Күмертауҙа булабыҙ. Байтаҡ көтөп ултырғас, беҙҙе Күмертау – Өфө пассажир поезына тағалар. Ярты тәүлек юлда булып, ниһайәт, һөйөклө баш ҡалаға килеп етеү бәхетенә өлгәшәбеҙ. Ҡайтҡанда ла ошо мәшәҡәттәр ҡабатлана. Әгәр былай йөрөү оҡшамаһа, йә Силәбе, йә Кинель аша поезда ике тәүлектән һуң Өфөбөҙгә аяҡ баҫабыҙ. Ошондай төрлө вариантта йөрөүгә беҙҙең халыҡ өйрәнеп тә бөттө буғай. Һыҡранмай-шыңғырламай, күңелле итеп йөрөп ҡайтабыҙ...
Хәҙер, хөрмәтле уҡыусым, һеҙгә үткән быуаттың 60-сы йылдары башында мәктәп эштәре менән Өфө — Байыш маршруты буйынса ҡайтыуымды һөйләмәксемен. Шулай, ҡыштың бер ажарлы көнөндә үрҙә һөйләнгән схема буйынса Өфөнән Иҫәнғолға килеп төштөм. “Сәғит” колхозы рәйесе Ильяс ағай Йылҡыбаевтың бында икәнлеген әйттеләр. Уны күреп, иртәгәһенә ҡайтырға сығырға һөйләштек. Колхоз айғыры Карийҙы бесән санаһына егеп килгән икән. Ат яҡшы, оҙаҡламай Хәсән тауына килеп тә еттек. Тау бейек, оҙон, иң текәһенә еткәс, сананан төштөк тә арттан эйәреп киләбеҙ. Тауға менеп еттек, инде санаға ултырабыҙ тигәндә генә санабыҙ юлдың уң яғында бәләкәй генә һалыуға шыуып төштө лә, тәртә аттың аяғына һуҡты. Был хәл айғырға оҡшаманы, ахыры, ҡытығымы, әллә асыуымы килде, ҡапыл ырғып киткәндәй булды ла Хәсән утары яғына йән-фарманға сабып төштө лә китте. Беҙ ауыҙ асып тороп ҡалдыҡ. Тәүҙә йүгергән булдыҡ, йәнәһе, ҡыуып етәбеҙ, ҡайҙа етеү, атаң башы, өс-дүрт минуттан ылауыбыҙ юҡ та булды. “Был Карий бик ҡыҙыу мал, йә аяғын һындырыр, йә бүтән бер бәләгә тарыр инде”, — тип борсолдо ағай. Етмәһә, сананан әллә ҡайҙа ситкә ырғытылып ятып ҡалған сумкаларыбыҙҙы, септәне, толоп тунды (Ильяс ағайҙыҡы) йыйнап киләбеҙ.
Арыныҡ. Муйнаҡҡа хәтлем алыҫ әле. Бына бер мәл алда пар ат егелгән бер ылау күренде. Ныҡлабыраҡ ҡараһаҡ, күрәбеҙ: ҡаршы килеүсенең сана тәртәһенә ҡыҫҡа ғына итеп беҙҙең айғыр бәйләнгән. Саналағы мөләйем йөҙлө, мыҡты кәүҙәле оло ғына ағай: “Был айғыр һеҙҙекеме, минән боролғанда тәртәгә тәртә эләкте, минең ат та бирешмәне, туҡтатырға ғәйрәте етте”, — тине. Был игелекле ағайға рәхмәтебеҙҙе әйтеп, юлыбыҙҙы дауам иттек. Карийыбыҙ тағы ла нығыраҡ ярһыған, ауыҙында, арҡаларында аҡ күперектәре сәсрәп тора, әммә күҙ ҡарашында уҫаллыҡ һиҙелмәй, үҙенең ғәйебен танығандай, ҙур тиҙлек менән беҙҙе алға елдерҙе...
— Ну, Карий, мин әле Абҙанда ҡунырбыҙ тип уйлап килә инем, былай булғас, терпи Байышҡа тиклем, — тип айғырға асыуын белдерҙе Ильяс ағай. Бер аҙ килгәс:
— Был Хоҙай бәндәһе “Хызыр Ильяс” булманымы икән? Шуны уйлап киләм әле, — тип миңә ҡарап ҡуйҙы ул.
— Әллә шул... Бәлки...
Аптыраулы ҡарашымды мин дә уға текәнем.


Автор: Булат АҠМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы 24.03.2026 // Йәмғиәт

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 0

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала 24.03.2026 // Йәмғиәт

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал 23.03.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы эше ойошторолған....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы 23.03.2026 // Йәмғиәт

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы...

Тотош уҡырға 1

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты 23.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетендә төҙөлөш эштәре барышы хаҡында һөйләне
Башҡортостанда +15° тиклем йылыта

Башҡортостанда +15° тиклем йылыта 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда +15° тиклем йылыта...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан тәүге тапҡыр йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде...

Тотош уҡырға 1

Адалин һәм Эльхан: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәрен атанылар
Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана?

Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана? 20.03.2026 // Йәмғиәт

Атайсал ҡайҙа башлана? Башҡортостан Башлығы өсөн ул бында — Шиҙе йылғаһы буйында, тау-урмандар ......

Тотош уҡырға 2

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар 19.03.2026 // Йәмғиәт

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә