Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр кем ярҙамға мохтаж
Һәр кем ярҙамға мохтажСоциаль өлкә — иң ҡатмарлы, сетерекле тармаҡтарҙың береһе. Дәүләттең социаль хеҙмәт күрһәтеүгә иғтибары арта, был өлкәлә хеҙмәтләндереүҙең яңы төрҙәре күбәйә. Элегерәк ауыл ерендә йәшәгән яңғыҙ әбей-бабайҙарға барып, тимурсылар командаһы ярҙам күрһәтһә, бөгөн ярҙамға мохтаж ололарҙы ҡарауҙы хөкүмәтебеҙ үҙ өҫтөнә алды. Ҡурсалауға мохтаждар булғанда, уға ярҙам итеүселәре лә бар. Район үҙәге Асҡарҙа эшләп килгән коммерцияға ҡарамаған автономиялы “Ярҙам” халыҡты социаль тәьмин итеү үҙәге ойошмаһы ошо юҫыҡта эш алып бара.


Ойошма директоры Рәйлә Ғүмәрова әйтеүенсә, әле коллективта 33 кеше эшләй, шуның 30-ы — социаль хеҙмәткәрҙәр. Төп бурыс — олоғайыу йәки ауырыу сәбәпле өлөшләтә йә иһә тулыһынса үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмаған граждандарға социаль-көнкүреш, табипҡа тиклемге медицина ярҙамы күрһәтеү.
Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең бурысы ярҙам күрһәтеү менән генә сикләнеп ҡалмай, ауыр хәлдәгеләргә яҡшы мөнәсәбәт булдырыуҙы, күңел һалып эшләүҙе лә күҙ уңында тота. Һәр кем бындай көсөргәнешле хеҙмәтте башҡара алмай, үҙенең кисерештәрен тота алған, тәрән аҡыллы, мәрхәмәтле, изге күңелле, мөләйем кешеләр генә беҙҙең хеҙмәттә эшләй, ти Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы.
Райондың барлығы 15 ауыл биләмәһенең 13-өндә социаль хеҙмәткәрҙәр үҙ эшен яуаплы башҡара. Бөтәһе 446 өлкән кешегә ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ 20 ғаилә балаларын ваҡытлыса ҡарап тороу ярҙамынан файҙалана. Ололар өсөн социаль-көнкүреш (аҙыҡ-түлек килтереү, магазинға барыу, йорт йыйыштырыу, ашарға әҙерләү), социаль-медицина (дарыуҙар һатып алыу, дауаханаға оҙатыу, тәүге ярҙам саҡыртыу), социаль-психологик (ауыр ваҡытта уларҙың хәленә инеү, һөйләшеп ултырыу, күңелле әңгәмә булдырыу) һәм социаль-хоҡуҡи (пенсия юллауҙа ярҙамлашыу, документтар йыйыу) кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә.
Һуңғы йылдарҙа социаль хеҙмәт күрһәтеүҙең яңы төрҙәре лә барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн аҙнаһына ике тапҡыр бушлай өс йәшкә тиклемге баланы өс сәғәткә тиклем ҡарау кеүек хеҙмәт индерелгән. Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ойошманың был хеҙмәтенә йыш мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, ауылда йәшәгән өлкән кеше йәки бала тәрбиәләгән ғаилә, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж булып, был турала ауыл биләмәһе башлығына хәбәр еткерһә, ул беҙгә мөрәжәғәт итә. Урынға барып, ярҙам һорағандар менән шәхсән осрашып, уларҙың теләктәрен тыңлағандан һуң, был кешегә төп һәм өҫтәмә социаль хеҙмәт күрһәтеү картаһы тултырыла. Ошо эштәрҙән һуң ғына был хаҡта урындағы социаль хеҙмәткәрҙәргә еткерелә. Әгәр ҙә өлкән кеше башҡа эштәргә йәлеп итә икән, ул саҡта был хеҙмәттәр түләүле башҡарыла.
Социаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса оҙаҡ йылдар эшләгән, миһырбанлы һәм мәрхәмәтле хеҙмәткәр­ҙәрҙе телгә алмау яҙыҡ булыр. Улар — Нурия Сәфиуллина (Рауил ауылы), Гөлнара Фәритова (Ишҡол), Сәүиә Ситдыҡова (Ишбулды), Миләүшә Исхаҡова (Әбделғәзе) . Шулай уҡ ойошманың хисапсыһы Гөлнара Зарипова менән социаль хеҙмәткәрҙәрҙең етәксеһе Зилә Мырҙағәлиналар ҙа күптән инде үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән.
Ололарға ярҙам күрһәтеү менән генә сикләнмәй ойошманың хеҙмәте. Йыл һайын “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!”, “Ололарға ярҙам!” кеүек хәйриә акцияларында әүҙем ҡатна­ша, “Дар­марка”лар ойоштора. Был саралар һәр ауыл биләмәһендә социаль хеҙмәткәрҙәр тарафынан эшләнелә, артабан район үҙәгендә үтә. Район күләмендәге барлыҡ сараларҙа ойошма хеҙмәт­кәрҙәре даими ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай, мәҙәни, спорт ярыштарында һәр саҡ беренселекте бирмәй. Бер маҡсатта — хеҙмәт һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, ҡурсалауға мохтаждарға ярҙам күрһәтеүҙә эшләгән коллективҡа артабан да уңыштар, фәҡәт изге күңелле кешеләр осрауын теләйбеҙ.

Әбйәлил районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә