Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәйкәлдәр — тереләр өсөн
Һәйкәлдәр — тереләр өсөнКүптән түгел Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш осоро балаларына арналған һәйкәл асылды. Ул Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн һалған ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар хеҙмәтен данлай. Район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев әйтеүенсә, һәйкәлде төҙөү идеяһы менән бер төркөм ветерандар сығыш яһағас, уларҙың теләген барыһы ла күтәреп ала. Район хакимиәте яғынан хуплау тапҡас, һәйкәлде ҡайҙа урынлаштырыу, ул нисек булырға тейеш тигән һорауҙар тыуа. Бер нисә һәйкәл проекты тикшерелә, шулар араһынан ошо төбәккә хас булған, шул осорҙағы кейемдәр сағылыш тапҡан, балаларҙың башаҡ йыйыуы иҫәпкә алынып, дөйөм халыҡ көсө менән тормошҡа ашырыла.

Һәйкәлдең хаҡы — 400 мең һум. Тейешле сумманы туплауға районда йәшәгән һәр йорт, һәр кеше үҙ өлөшөн индерә. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ауылда йәшәгәндәр һанына ҡарап, һәр йорттан аҡса йыйыу бурысы ҡуйыла. Шулай уҡ изге эшкә урындағы хакимиәт етәкселәре, предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡушыла. Бигерәк тә Әлмөхәмәт, Буранғол, Гусевка, Рауил, Дәүләт ауыл биләмәләре һәм Әбйәлил юл төҙөлөш-ремонт идаралығы тиҙ арала тейешле сумманы йыйып тапшыра.
— Һәйкәл ҡуйыу идеяһы барлыҡҡа килгәс тә, урындағы тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балаларын бергә йыйып, улар менән кәңәшләштек, фекер алыштыҡ. Уртаҡ фекергә килеп, беҙгә тәҡдим ителгән эскиздарҙың тап ошоноһон һайлап яңылышманыҡ, — ти Ансар Ғаттар улы.
Һәйкәлдәр тереләр өсөн кәрәк. Йылдан-йыл тыл хеҙмәтсәндәренең дә, һуғыш осоро балаларының да сафы һирәгәйә, күптәре олпат йәштә. Быуындары ла ҡатып өлгөрмәгән ҡыҙ һәм малайҙар ололар менән бер рәттән колхоз-совхоз эшенә егелә. Ағыуланған башаҡ ашап үлеүселәр ҙә осрай. Әммә был ауыр йылдарҙа барыһы ла “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!” лозунгы аҫтында эшләй. Шуға күрә һәйкәлде асыу тантанаһында олораҡ быуындың күпләп килеүе, һуғыш осоро балаларының йәш быуынға ауыр эштә, аслыҡта, ауырлыҡта үткән бала саҡтарын бәйән иткәндә, күптәрҙең күҙҙәре йәшләнеүен күреү тәбиғи.
Асҡарҙың үҙәк урамдарының береһендә, район китапханаһы янында барлыҡҡа килгән был тарихи һәйкәл янына килеп, һәр кем ҡулына ураҡ, көрәк, һәнәк тотоп үҫкән быуынға, ир-егеттәр урынына ауыр эшкә егелгән ҡатын-ҡыҙҙарға баш эйер, уларҙың фиҙакәр хеҙмәтен хөрмәтләп телгә алыр. Йәш быуында улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяныр, илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләнер.
Әлегә һәйкәлдең тирә-яғы тулыһынса эшләнеп бөтмәгән, яҙ урындағы эшҡыуар Әҡсән Тутаевтың эшселәре тарафынан уны тулыһынса төҙөклән­дереү, тирә-яғын матурлау, үҫентеләр ултыртыу ҡаралған.


Автор: Кәримә УСМАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә