Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсәйҙәрҙе ҙурлаған ауыл
Әсәйҙәрҙе ҙурлаған ауылБөрйәнгә аяҡ баҫҡан һайын халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың был төбәктән яҙған юлъяҙмалары иҫемә төшә. Юлдар ул заманда хәтәр булған бит инде, көн эсендә түгел, аҙнала был төбәктән урап ҡайтыу мөмкин булмаған. Беҙҙең хәлдәр күпкә яҡшыраҡ, тип уйланым, тәғәйенләнгән ваҡытта “тимер ат”ыбыҙ Бөрйән районының Әбделмәмбәт дөйөм белем биреү мәктәбе ҡапҡаһына килеп туҡтағас.
1930 йылда асылған был белем усағының бөгөн өс филиалы бар, һәм уларҙа 288 бала уҡый. Юҡҡа ғына бында элек-электән сәсән Сабирйән Мөхәмәтҡоловты данлап телгә алмайҙар, ул — төбәктең тәүге мәғрифәтсеһе, уҡытыусыһы ла. Һәр ерҙәге һымаҡ, бында ла башта башланғыс мәктәп кенә эшләгән, торараҡ, атап әйткәндә 1938 йылда, ете йыллыҡ белем усағы асылған. Ә инде 1978 йылда урта мәктәп булып киткән. Әле минең бала саҡта иҫке ағас мәктәптәрҙә белем ала инек, күрәһең, был күренеш һәр төбәккә хас булған. 1997 йылда ғына 108 балаға белем алыу өсөн мөмкинлектәре булған өр-яңы белем усағы һалынған. 2007 йылдан Килдеғол һәм Ҡолғана ауылдары мәктәптәре уның филиалына әйләнгән.

Әсәйҙәрҙе ҙурлаған ауылӘбделмәмбәт мәктәбендә быйыл йәйен “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” ораны менән “Турист слёты-2017” байрамы ойошторолдо. Был хаҡта ваҡытлы матбуғат са­ралары ла хәбәр иткәйне. Бына улар баш ҡалабыҙ Өфөнән әллә нисәмә саҡ­рым алыҫлыҡта йәшәйбеҙ тип тормай, тота ла эшләй. Ошо турист байрамында ла бит плакат, командалар исеме, девизы, махсус спорт кейем­дәре ярышы менән бер­гә видео һәм электрон вариантта әҙерләнгән исем туйҙарының бәйгеһе лә үткән. Беҙ бала саҡта ла ойошторола ине спорт ярыштары. Төрлө ҡаршылыҡтар аша һынауҙар үтеп, беренсе ярҙам күрһә­теү, компас менән ҡуллана белеү һәм башҡа ярыштар элек-электән килә. Ә бына робот техникаһын ентекле үҙләштергән әбделмәмбәттәр Интернетты, электрон техниканы файҙалана белгән балаларҙың һәләтен үҫтереү маҡсатынан тап видеоны ҡулланып үҙҙәре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Әйткәндәй, быйыл Иҫке Собханғол мәҙәниәт йортоноң фойе­һында ла улар “Тимербатыр” робот техни­каһы студияһының күргәҙмәһен ойоштороп өлгөргән. Унда балалар һәм ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ярыштар, робот­тар эшләү, яңы уҡыу йылында ойошто­роласаҡ лагерҙар менән таныштыр­ғандар.
Һәр барған һайын был белем усағының ишеге генә түгел, йөрәге һәр килгән кешегә асыҡ булыуына инанып ҡайтам. Бында ба­лалар хәҙер кемдер әрләр, өйгә бирел­гән эште үтәмәһәң, кәрәкте бирерҙәр тип килмәйҙер ул. Нисектер йылы мөхит тыуҙырылған. Әйтерһең, мәктәп — балаға киләсәккә юл ярыу өсөн заман талаптарына яуап биргән махсус база. Ана, дирек­торҙары Инсур Рәмил улы Үтәбаевтың да ишеге асыҡ тора. Хәйер, һәр кабинет уҡыусылар өсөн асыҡ. Әйткәндәй, бында балаларҙан йәшереп, ҡасып бер нимә лә эшләнмәй тигән тойғо ҡала. Ба­рыһы ла асыҡтан-асыҡ, барыһы ла – балалар файҙаһына.
Быйыл ҡышҡы каникул ваҡытында ла улар робот тех­никаһы һәм инглиз теле буйынса махсус лагерь ойошторорға йыйына. Көнөнә алты тапҡыр ашатыу, һыбай йөрөү, саңғыла шыуыу, электрон саралар­ҙан ҡулланыу һәм башҡа ҡыҙыҡлы ярыштар, конкурстар уҙғарыу ҙа ҡаралған. Балалары менән бергә ата-әсәләргә лә килеү мөмкинлеге бар.
Ата-әсәләр тигәндән, белем усағы ха­ҡында һөйләп, ниндәй маҡсат менән юлланғанымды ла онотоп ебәрҙем, ахыры. Әбделмәмбәт мәктәбенә беҙ, Башҡорт­остан матбуғаты хеҙмәткәрҙәре, әсәйҙәр, “Рух һандалы – Милләт тотҡаһы” конфе­рен­цияһында ҡатнашырға килдек. Мәктәп директоры Инсур Үтәбаев “Аҡбуҙат” жур­налының баш мөхәррире Тамара Юлдашеваны, “Киске Өфө” гәзите хәбәрсеһе Ми­ләүшә Ҡаһарманованы, “Шоңҡар” журналы хеҙмәткәре Гөлнара Мостафинаны, “Йәшлек” гәзите журналисы Баныу Ҡаһар­манованы, “Йәншишмә” гәзите журналис­тары Гөлназ Иҡбаева менән Хәлиҙә Чембарисованы, “Таң” гәзите хеҙмәткәре Айһы­лыу Ғарифуллинаны һәм мине мәктәп, ундағы музей, робот техникаһы, ағасты һырлап заманса сувенирҙар эшләү клас­тары менән таныштырҙы. Махсус әҙер­лән­гән күргәҙ­мәләр, әллә ҡайҙан күренеп торған спорт ҡаҙаныш­тары – кубоктар, шаярышҡан балалар тауышы танһыҡ һағыш­тарға әйҙәй.
Килгән ҡунаҡтар сарала ҡатнашып, балалар өсөн махсус дәрестәр ҙә бирергә тейеш инек. Миңә VIII класс уҡыусылары тура килде. Уҡытыусы Шәфҡәт Ғәликәев асыҡ дәрес­тең темаһын “Башҡортостан – тыуған тө­йәгем” тип атағай­ны. Ир-егеттәр дәресте икенсе төрлө ойоштора. Улар тыныс, пред­меты хаҡында белем биреү өсөн мөм­кинлектәрҙе балалар менән бергә үҙҙәре уйлап сығара ала. Һәр хәлдә үҙем­де уҡытҡан ир-егет уҡы­тыусыларым хаҡында шундай фекер уяна торғайны. Шәфҡәт Юлай улы ла Башҡорт­остан тарихы буйынса балаларға белем биреү, булған­дарын нығытыу маҡ­сатынан ҡорған дәресте һорау биреү, ярышып белем менән уртаҡлашыу форма­һында ойош­торҙо. Улар “Са­лауат вариҫ­тары” һәм “Урал тауҙары” исемле коман­да­лар­ға бүле­неп, бе­лем­дәре буйынса көс һынаш­ты. Шу­ныһы ҡы­уа­ныс­лы – егеттәр ҡыҙ­ҙарға ҡа­рағанда әүҙеме­рәк.
Һәр саҡ шуға иғ­тибар итәм: ауыл бала­лары – бөтөн­ләй башҡа аудитория. Улар­ҙың ҡа­раш­тары нурлы, йөҙҙәре яҡты. Һәр әйткәнеңде тыңлап, күңелдәренә һеңдереп баралар. Палдискиға, Ҡырғыҙс­танға сәйә­хәттәр, Салауат Юлаев, Шайморатов генерал хаҡында “Мең дә бер кисә” әкиәтен һөйләгән кеүек бәйән итергә булыр ине, әммә беҙҙең осрашыуҙың аҙағы хаҡында иҫкәртеп, ҡыңғырау шылтыраны. Башҡорт­са аралашҡан, фекерләгән уҡыусылар ме­нән күрешеү минең өсөн ҙур шатлыҡ булды.
Йөрөтөргә яҡын тип, кесе улымды өй эргәһендәге балалар баҡсаһына биргәй­нек. Хәйбулла районындағы “Шатлыҡ” баш­ҡорт балалар баҡсаһын күреп: “Әсәй, ниңә минең садикта ла бөтәһе лә башҡорт­са һөйләшмәй, ошолай биҙәлмәгән?”– ти­мә­һенме, йөрәгемде әрнетеп. Быны шуға әйтәм, туған мөхитендә ҡанат нығыт­ҡан балалар көслө ихтыярлы, рухи яҡтан нығынып үҫә. Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына ата-әсәләр баш ҡаланың төрлө мөйө­шө­нән, уның тирә-яғындағы ауылдарҙан балаларын юҡҡа ғына йөрөтмәй бит! Ана шул туған мөхит ҡәҙерле бөтәһе өсөн дә! Ҡайһылай бәхетле был Әбделмәмбәт балалары, тип ҡараным уларҙың заман талаптарына ярашлы белем алыуҙарына, ата-әсәләре ышығында, тыуған ерҙәрендә ҡанат нығытыуҙарына.
Әсәйҙәрҙе ҙурлаған ауылБайрам конференция рәүешендә мәктәп коридорында дауам итте. Был коридор күптән инде тантаналар залына ла, сәхнәгә лә әүерелгән. Мәктәп уҡытыусылары Г. Сә­ғитова “Милләт тотҡаһы. Ауылымдың социаль паспорты”, Г. Ғәбиҙуллина “Һан­дал­дарҙа сүкелә башҡорт рухы”, М. Ғәли­кәева “Матбуғат һәм беҙ”, Р. Боҫҡонова “Беҙҙең бизнесвумендар” тигән темаларға доклад менән сығыш яһаны. Уларҙа был ауылдың тормошо, йәшәйеше, ниндәй генә ҡатмарлы замандар килмәһен, әсә йө­рәгендә милләт бишеге бәүелеүе ха­ҡын­да фекер әйтелде. Һәр бер сығышты гәзитебеҙҙә баҫтырырға тип алып ҡайттым, сөнки бында беҙҙең баҫманы алдырып уҡыусылар һаны бермә-бер арта.
Шағирә Айһылыу Ғарифуллина районда ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙемлеген маҡтап телгә алды. Журналист Баныу Ҡаһарманованың үҙ геройҙарының яҙмышы менән йәшәүен күптән беләбеҙ, был юлы ла ул әсә һәм бала хаҡындағы тормошсан хәтирәһен һөйләп, күптәрҙе уйға һалды. Ваҡытлы матбуғат баҫмалары был ауылда йәшәгән авторҙарын тәбрикләп бүләктәр тапшырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда башҡорт­са уҡытҡан бер мәктәп тә ҡалмаған. Байназар мәктәбе урыҫса уҡытыуға күсеп бөтөп бара. Ырғыҙлыла ла ҡатмарлы хәл – 97 баланың 7-һе башҡорт түгел, шуға күрә урыҫсаға күсергә йыйынып бөткәндәр. Беҙҙең күҙ төбәп торған Бөрйәндә, хал­ҡыбыҙҙың аҫыл заттарын биргән төбәктә, ошондай хәлдәр ҙә бар. Ул мәктәптәрҙең барыһына ла һәр яҡлап өлгө Әбделмәмбәт мәктәбе. Тик башҡортса уҡыйҙар, аралашалар, Рәсәй кимәлендә еңеүҙәр яулай­ҙар, бер ерҙә лә юғалып ҡалмайҙар. Ошо күренеш үҙе үк белем усағының кимәле, ата-әсәләрҙең милли рухы, гражданлыҡ позицияһы хаҡында һөйләй түгелме һуң?
2016/17 уҡыу йылында бирелгән награ­даларға ғына күҙ һалайыҡ: Рәсәй кимә­лендә – 207, республикала – 318, төбәктә – 74, районда 553 призлы урын яулаған Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары.
“Үҙән” халыҡ фольклор ансамбле ағинәй­ҙәре, әсәйҙәр исеменән “Юлдаш йыры-2015” республика конкурсы лауреаты Сәлимә Ғарифуллинаның сығышы байрамды моңло ла, дәртле лә итте. Сәли­мә­нең тауышының тәбиғи аһәңенә оҙаҡ һоҡланып йөрөнөк әле. Аллаһ Тәғәлә, тө­бәктәрҙән урғылған шишмәләй, халҡыбыҙ таланттарын милләтенә танытып тора.
Әсәйҙәрҙе ҙурлаған ауылМәктәп уҡыусылары Айгөл Сөләймә­но­ва, Рәйлә Ғәлина, Нургизә Вәлиева, Гөлмирә Ғарифуллина, Айгүзәл Сәйфет­ди­нова, Әлиә Айытбаева, Алина Мәхмү­това беҙҙе шиғри күстәнәс, йырҙар, бе­йеү­ҙәр менән “һыйланы”. Уҡыусыларҙың сығышын дәртле 5-селәр башлап ебәрҙе. Айгизә Әхмәтшина “Сувенир” бейеүен башҡарҙы. 3-сө класс уҡыусыларының йырын 4-селәрҙең “Ирәндек сәскәһе” бейеүе алыштырҙы. Рәфилә Мәсәғотова, Ғәлиә Ҡарамышева йырҙар бүләк итте. Ә инде халыҡ шағиры Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған “Туған тел” йырын ике тауышҡа бик оҫта башҡарҙы 9-сы класс уҡыусылары. Ун һигеҙ мәктәп тү­ңәрәге эшләгән белем усағында бала­ларҙың талантлы булып үҫеүенә һис ғә­жәп­ләнергә түгел, улар, әйтерһең, уңышлы тупраҡҡа эләккән орлоҡ.
Беҙ барғанда Өфөлә ҡар ятмағайны әле, ә Бөрйәндә — ап-аҡ ҡар. Был үҙенә күрә төбәк халҡының рухи сафлығына ишара кеүек тойолдо. Бына хәҙер беҙҙә лә буран сыға башланы. Ә был ваҡытта Әбделмәмбәт балалары хоккей майҙан­сығына йыйылып, шайба артынан ҡыуа­лыр. Бәлки, “Мәргән уҡсы” спорт студия­һында уҡ аталарҙыр. Нисек кенә булма­һын, уларҙың ҡыҙыҡлы шөғөлө бар, сөнки был – Әбделмәмбәт мәктәбе!


БӨРЙӘН

Ниндәй мөғжизәгә тиңләргә һуң
Боронғолоҡ бөрккән Бөрйәнде?!.
Бары ожмахтарҙа күрәлерһең,
Тигәйне шул берәү был йәмде.

Беҙҙең юлдар ожмахҡамы икән –
Белһә белер быны тик Күктәр.
Матурлыҡтың ерҙә сиге булһа,
Бөрйәндәрҙә ошо сик үткән!

Хур ҡыҙҙары кеүек һылыуҙар бар –
Ысын йәннәт микән был яҡтар?
Өфө төтөндәрҙә тонсоҡҡанда,
Бында аҡлыҡ бөркөп, ҡар ятҡан.

Аҡ япмала, ана, тамғалар бар,
Кемдер һалып киткән эҙҙәрен.
Был сафлыҡты дан намаҙлыҡ итеп,
Доға ҡылырғамы теҙләнеп?!.

Ҡасан ғына килеп һыйынһаң да,
Ҡаршыларға был яҡ гел әҙер.
Заманымдың баш ҡалаһы – Өфө,
Бөрйән – Урал нәбиебеҙ мәркәзе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873