Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баҡыйҙар күперле булды
Баҡыйҙар күперле булдыБыйыл йәй Белорет районының иң төпкөл ауылдары Баҡый менән Һаралыға барғас, ошондай шарттарҙа ла түҙемле, тыуған нигеҙенә тоғро халыҡ йәшәй икән, тип берсә аптырап, берсә һоҡланып ҡайттым.

Юлдары э-эй насар шул, йөрәгеңде устарыңа тотоп ҡына үтәһең. Ә бит бында халыҡ быуаттар буйы көн иткән, әле лә шул уҡ хәлдә йәшәй. Ярай әле 90-сы йылдарҙа электр уты үтте, Баҡыйҙа яңы мәктәп һалдылар. Әммә юлһыҙлыҡ мәсьәләһе һаман асыҡ ҡала. Шул арҡала күптәр, бигерәк тә йәштәр балалары хаҡына тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр. Әгәр ҙә юлы булһа, уларҙың күпселеге ауылдарында ҡалыр ине, сөнки бында бал ҡортондай уңған халыҡ йәшәй. Заманында тимер рудаһы, күпләп ағас оҙатҡан төбәктең ошондай шарттарҙа көн күреүе аяныслы, әлбиттә. Ә бөгөнгө көнитмештәре нисек? Ошо хаҡта булыр артабанғы һүҙебеҙ.
Төбәк халҡының иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе – быйыл Еҙем йылғаһы аша күпер һалынды. Баҡый халҡы күпер яңырырына күптән өмөтөн өҙгәндер, бәлки. Ошоғаса элеккеһен ямап, ялғап көн күргәндәр. Әммә, шайтан ғына өмөтһөҙ тигәндәй, Белорет район хакимиәте объектты Башҡортостан Республи­каһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән урындағы файҙаланыу әһәмиәтенә эйә булған дөйөм автомобиль юлдарын ҡарау, ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса сығымдарҙы бергә финанслауҙа урындағы муниципаль бюджетҡа субсидия бүлеү тураһындағы килешеүгә индереп, ыңғай хәл итеүгә өлгәште. Өфөнән “Лидер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Егәҙе – Баҡый юлындағы күперҙе ремонтлау эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта атҡарып та ҡуйҙы. Егерме дүрт метр оҙонлоғондағы, алты метр киңлегендәге күпер өсөн 5 миллион 735 мең һум сарыф ителгән. Объекттың нигеҙе монолит тимер бетондарҙан, терәге һәм ара тороҡлоғо – металдан, ике ҡатлы өҫкө түшәме ағастан тора.
Баҡыйҙар күперле булдыБелорет ҡалаһынан 100 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Егәҙе ауылында совет осоронан бирле электр бағаналары яңыртылмаған. Быйыл иһә Егәҙелә, шулай уҡ көнбайыш Мәйгәшле – Өмөтбай ауылы йүнәлеше участкаһында электр уты тапшырыу линиялары яңыртылған. Ауыл эсендәге юлдарҙы ла рәтләйҙәр. Һуңғы йылдарҙа Ботай менән Баҡый араһындағы юлды ла өлөшләтә ремонтлау буйынса эш алып барыла.
...Эйе, теләк һәм тырышлыҡ булғанда, тауҙар аҡтарырға мөмкин. Төпкөлдөң йылдар дауамында хәл ителмәй килгән көнүҙәк мәсьәләләренең бөгөн тормошҡа ашырыла башлауы ошоно иҫбатлай ҙа инде. Юлдар, күперҙәр төҙөү Баҡый яҡтарындағы туризмды үҫтереүгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Белорет районы.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә