Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерлек һөнәр – ул йәшәү рәүеше
Ғүмерлек һөнәр – ул йәшәү рәүеше “Йәнеңде үҙеңә хас булмаған шөғөлгә күнектереп ыҙалатма. Һөнәр иҫәп-хисапҡа ҡоролған никах түгел, ә мөхәббәт емеше булырға тейеш. Һуң булмаҫ элек шуны онотма: ғүмерлек һөнәр – ул ғүмерҙең үҙе”, – тигән билдәле япон яҙыусыһы Харуки Мураками. Рәсәйҙә һуңғы осорҙа хеҙмәт баҙары ныҡ ҡына үҙгәрҙе. Ҡайһы бер профессия вәкилдәре кәрәгенән артыҡ, ә бәғзеләрен предприятие һәм ойошма етәкселәре эҙләп тә таба алмай. Ләкин был бөтә донъяла шулай. Яҡшығамы ошо үҙгәрештәр, насарғамы? Артабан был йүнәлештә нимәләр көтөргә һәм үҫеп килгән быуынға ниндәй йүнәлеш һайларға?


Хеҙмәт баҙарындағы бөгөнгө төп үҙенсәлек сер түгел: етештереү тармаҡтарында эшләгәндәр һаны кәмей, ә хеҙмәтләндереү өлкәһендә арта. Айырыуса ауыл хужалығында тир түккәндәр аҙайғандан-аҙая, ә сауҙала һәм финанс учреждениеларында күбәйә генә. Эйе, был бөтә донъяла шулай: заводтар яңыр­тыла, ҡул эшен автоматика алмаштыра, тормош ки­мә­лен күтәрергә һәләтле яңы тармаҡтар барлыҡҡа килә.
– Беҙҙең илдәге мәшғүллек структураһы хәҙер күп кенә алдынғы дәүләттәрҙәге кеүек үк, – ти Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт идараһы академияһының халыҡ-ара демография һәм кеше капиталы лабора­торияһы мөдире Сергей Шульгин. – Хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм уның менән бәйле сауҙа, банктар, телекоммуникациялар йылдам үҫешә. Ғәҙәти эш урындары аҙая бара.
Әммә, ошо уҡ эксперт билдәләгәнсә, эшсе ҡулдар барыбер етешмәй. Яңы завод асылғас та, мәҫәлән, һәйбәт белгес табыуы еңел түгел. Әле электән эш­ләп килгән предприятиелар ҙа уларға ҡытлыҡ кисерә бит. “Иҡтисадтың реаль секторы” тигән төшөнсә бар. Ул тейешенсә булмаһа, хеҙмәтләндереү өлкәһе генә беҙҙең йәшәүҙе тейешенсә тәьмин итә алмаясаҡ.
Ләкин етештереү тармаҡтарында белгестәр (эшселәр һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәр) кәмей, уның ҡарауы, дәүләт хеҙмәтендә мәшғүл булған­дар­ҙың һаны арта. Сағыштырыу өсөн: 1988 йылда РСФСР-ҙың дәүләт учреждениеларында 1,16 миллион кеше эшләһә һәм 10 мең халыҡҡа 81 чиновник тура килһә, хәҙер был күрһәткес 20 процентҡа юға­рыраҡ (графиканы ҡарағыҙ). Ә 2009 йылда дәүләт хеҙмәткәрҙәре армияһы тағы ла ҙурыраҡ булған – 1,67 миллион бюрократты тәшкил иткән. “Дәүләт хеҙ­мәткәрҙәренең бөгөн совет осоро менән сағыш­тырғанда ла күберәк булыуы ғәжәпләндерә, – ти Сергей Шульгин. – Бер ҡараһаң, киреһенсә булырға тейеш һымаҡ: ул саҡта Дәүләт планлаштырыу комитеты һәм министрлыҡтар тотош халыҡ хужалығына идара иткән, ә хәҙер хужалыҡ эштәренең күбеһен эшҡыуарҙар башҡара”.
Техник яҡтан алға китеш сәнәғәттә эшләгәндәр һанын кәметә, ләкин дәүләт учреждениеһында эшлә­гәндәргә ул ни өсөндөр ҡағылмай. Идара итеүҙе компьютерлаштырыу бында ла хеҙмәткәрҙәр һанын аҙайтырға тейештер бит... Күп функциялы үҙәктәр (МФЦ) булдырыу, мәҫәлән, дәүләт хеҙмәткәрҙәре һанын һис ҡыҫҡартманы.
“Яңылыҡтар” мәғлүмәт аҙналығы был юҫыҡта ошондай ғибрәтле һандар килтерә: уҙған быуаттың 80-се йылдарында 130 мең кеше йәшәгән ҡалала ете судья, биш суд приставы һәм 11 прокуратура хеҙ­мәткәре эшләгән. Хәҙер ошо уҡ ҡалала 20-ләп судья һәм уларҙың һәр береһенең ярҙамсылары бар, суд ҡарарын үтәүселәрҙең тотош ойошмаһы эш­ләй, тәфтиш комитетының айырым бүлексәһе булдырылған һәм унда бүлек мөдирҙәре, урынбаҫар­ҙары, ярҙамсылары бар... Ә ҡала халҡы 100 мең ке­шегә саҡлы кәмегән... Әйткәндәй, предприятиелар һаны ла элеккенән аҙыраҡ.
Хеҙмәт баҙарындағы тигеҙһеҙлеккә демографик көрсөк тә сәбәпсе. Совет статистикаһы эшсе көстөң йыл һайын бер-ике миллион кешегә арта барыуы тураһында рапорт бирә ине. 1961 йылдан 1985 йыл­ға саҡлы, мәҫәлән, халыҡтың хеҙмәткә яраҡлы өлөшө 42 миллион кешегә артҡан.
Ҡайһы бер эксперттар демографик көрсөктөң, йәғни хеҙмәт йәшендәгеләрҙең кәмей, ә пенсиялағы халыҡтың арта барыуының 2035 йылға саҡлы дауам итәсәге тураһында белдерә. Ни эшләргә – һалым­дарҙы арттырырғамы, пенсияға сығыу йәшен оҙай­тырғамы... Аныҡ ҡына яуап юҡ әлегә.
Юғары иҡтисад мәктәбенең социаль-сәйәси тотороҡһоҙлоҡ хәүефтәре буйынса ғилми-уҡытыу лабораторияһы мөдире Андрей Каратаев яҙғанса, яҡын киләсәктә сит илдәрҙән эшсе ҡулдарҙың күпләп килерен көтөргә ярамай. Тажикстан да, мәҫәлән, 90-сы йылдарҙа беҙҙекенә оҡшаш демографик “со­ҡор”ға дусар булған, тимәк, был дәүләттән эмигранттар ҡырҡа аҙаясаҡ. Быйыл, 2012-2013 йылдар менән сағыштырғанда, Әрмәнстан, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстандан эшкә йүнәлгәндәр ҙә аҙайған. Быйылғы тәүге өс айҙа сит илдәрҙән Рәсәйгә даими йәшәү маҡсаты менән 122 мең мигрант килгән, былтырғы шул осор менән сағыштырғанда был 8,1 процентҡа кәмерәк.
“Ул эшсе көс Рәсәйҙең хеҙмәт баҙарында үҙ урынын стихиялы рәүештә эҙләй, шуға күрә бында юғары квалификация тураһында әйтеп тораһы ла түгел”, – ти Мәскәү дәүләт университеты профессоры Валерий Елизарьев. Рәсми статистикаға ҡарағанда, беҙҙең илдә Көнбайыштан килгән белгестәр һаны ла аҙая: 2014 йылдың йәйенә Рәсәйҙә Европа советы илдәренең 1,1 миллион һәм АҠШ-тан 219 мең белгес йәшәһә, быйыл йәй тәүгеләренең һаны 453,7 мең булды, американдар иһә 43 мең кеше тәшкил итте. Хеҙмәт ресурстарына идара итеү өлкәһендәге ҡайһы бер белгестәр сит илдәрҙән мигранттарҙың даими килеп урынлашыуы өсөн уларға ташламалы шарттар булдырырға ла тәҡдим итә. Был айырыуса элекке совет республикаларына ҡағыла: ундағы халыҡ урыҫ телен ярайһы уҡ белә, Рәсәй шарттарына еңелерәк яраҡлаша.
Үҫешкә кире йоғонто яһаған тағы ла бер сәбәп – “күләгәләге” иҡтисад өлөшөнөң һаман да ҙур булып ҡалыуы. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец раҫлауынса, бөгөн 20 миллион кеше эш хаҡын “конвертта” ала. Ә “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡара­ғанда, был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ – 34,2 миллион кеше тәшкил итә. Күренеүенсә, аныҡ һандар хатта юғары даирәләрҙә лә юҡ.
“Росстат” шундай мәғлүмәт тә килтерә: рәсәйҙәргә “конвертта” тапшырылған килем йылына 10 триллион һумға етә икән! Икенсе төрлө әйткәндә – бөтә ил халҡы алған килемдең сирек өлөшө самаһы! Ошо йәшереп алып ҡалған килемдән һалым түләтһәләр, ул дәүләт ҡаҙнаһының күпме етешә алмаған урынын ҡаплар ине. Был – табиптарға, уҡытыусыларға, бюджет ойошмаларындағы башҡа хеҙмәткәрҙәргә түләп еткерелмәгән эш хаҡы. Ә бит дауахана, мәктәп кеүек түләүһеҙ урындарҙан ҡаҙнаға һалым түләгәне лә, түләмәгән кеше лә берҙәй файҙалана.
Күҙаллауҙар буйынса, тағы ла бер нисә йылдан илебеҙҙең хеҙмәт йәшендәге халҡы өс миллион ке­шегә кәмейәсәк (әле ошо йәштәгеләр 83,7 миллион­ды тәшкил итә). Шуға күрә хәҙерге ваҡытта эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙы әлеге хеҙмәт урынындағы шөғөлөн дауам итергә дәртләндереү саралары күре­лә. Тап шул маҡсатта быйыл августа уларҙың пенсия­һына ла индексация яһанылар (ә быға саҡлы хаҡлы ялда булып, эшләмәгәндәргә генә өҫтәлә ине). Сә­бә­бе асыҡ: был пенсионерҙарға ҡасан да булһа эш­тән китергә тура киләсәк, ләкин ошо осраҡта улар эшләмәгән һәм даими индексация алып барғандар менән сағыштырғанда отоласаҡ. Ә был ғәҙел булма­ған шарт оло йәштәгеләрҙә хеҙмәт урынын ҡалдырыу теләген уятмай ҡалмай ине. Әлеге көндә илебеҙҙә пенсия йәшен уҙып киткән 14 миллион кеше эшләүен дауам итә һәм улар – юғары квалификациялы бел­гестәрҙең бик ҙур өлөшө (анығыраҡ әйткәндә, хеҙмәт йәшендәге халыҡтың 16 проценты). Шул сәбәпле Хө­кү­мәт ваҡыты етеп тә пенсия юлламаған граж­дандарға яңы ташлама булдырҙы: әйтәйек, хаҡлы ялын биш йылға кисектергән кешенең пенсияһы ошо ваҡыт уҙғандан һуң бер ярым тапҡырға артырға тейеш. Рәсәй Хөкүмәте шулай уҡ инвалидтарҙы төр­лө ойошмаларға йәлеп итеүҙе дәртләндереү сараһын да эҙләй. Улар араһында ниндәй генә оҫталар юҡ, тик бына эш шарттары һаулығы буйынса мөмкин­лек­тәре сикләнгән кешеләр өсөн күпселек осраҡта тура килеп бөтмәй шул.
Гайдар институты менән Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт идараһы академияһы быйыл көҙ үткәргән тикшеренеү күрһәтеүенсә, завод директорҙарының 23 проценты предприятие үҫешендәге төп тотҡарлыҡ итеп эшсе һөнәрҙәре буйынса кадрҙар етешмәүен атаған. Бигерәк тә юғары разрядлы эшселәргә ҡыт­лыҡ арта бара икән.
Ләкин хәл өмөтһөҙ түгел: Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Олег Фомичев әйтеүенсә, эш­се ҡулдар аҙайыуының ыңғай яғы ла бар – берен­сенән, был эшһеҙлектең артыуына юл ҡуймаясаҡ, икенсенән, ҡайһы бер профессияларҙың кәрәге ҡал­маған осорҙо сағыштырмаса еңел үтергә мөмкин­лек бар, йәғни ошо һөнәр кешеләренә эшсе ҡулдар етешмәгән урынға барыу йәки яңы шөғөлгә өйрәнеү фор­саты тыуа. Барыһына ла түгел, әлбиттә: белгес­тәр күҙаллауынса, яҡын йылдарҙа яңы белгеслек алыуға һәләте булмаған өс миллион самаһы кеше “артыҡ” булып сығасаҡ. Уларға эшһеҙлек буйынса пособие йәки ваҡытынан алда пенсия юллайһы ғына ҡала. Демография ла ҡасан да булһа рәтләнәсәк, был осорға инде яңы тармаҡтар һәм эш урындары барлыҡҡа киләсәк тип өмөт итәйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20