Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Дәүләт Думаһы илгә рөхсәтһеҙ ингән мигранттарға фатирҙы һәм транспортты ҡуртымға биргән, башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәткән өсөн ҙур штраф түләтеү тураһындағы проект әҙерләй.

Бындай мигранттарға ярҙам иткән өсөн вазифалы кешеләргә – 50 мең, ә ойошмаларға 500 мең һумға саҡлы штраф һалырға тәҡдим ителә. Дөрөҫ, граждандар өсөн ул әллә ни ҙур түгел – ике меңдән биш мең һумғаса. Админис­тратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ошондай төҙәтмә индереү башланғысы менән Рәсәй Хөкүмәте сығыш яһаны. Һүҙ ошо Кодекстың 18.9-сы статьяһының өсөнсө өлөшө ха­ҡын­да бара.
Проектты тәҡдим итеүселәр бил­дә­ләгәнсә, бығаса саҡлы булған штраф санкциялары рөхсәтһеҙ миграцияға ҡаршы көрәштә йоғонтололоғон күрһәтә алманы. Әлеге статья буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар арта бара: 2015 йылда улар­ҙың һаны 38 меңгә яҡын булһа, был­тырғы йомғаҡ буйынса, 40 меңдән ашып китте.

* * *

Оҙаҡламай машина йөрөтөү хоҡуғы буйынса танытма профессиональ водителдәр һәм һәүәҫкәрҙәр өсөн айырым биреләсәк. Проектты әҙерләүселәр уның төп маҡсаты тип профессиональ шоферҙарҙың оҫталығын арттырыу зарурлығын билдәләй.

Был ҡануни проектты Транспорт министрлығы әҙерләгән. Элегерәк Мәскәү автомәктәптәре союзы һәм Автомәк­тәптәр гильдияһы ла ошондай уҡ баш­ланғыс менән сығыш яһағайны. Шофер­ҙарҙың был ике төрөнә талаптар, тәбиғи, төрлөсә буласаҡ. Бынан тыш, уларҙы йөрөтөргә өйрәтеү сис­те­малары ла бер-береһенән айыры­ласаҡ. Документ ҡабул ителгән осраҡта уҡытыу программаларын әҙерләү менән Мәғариф министрлығы шөғөл­лә­нәсәк. Ә был министрлыҡта ышан­дырыуҙарынса, проект ҡануниәт көсөнә эйә булғас та, ошо программалар бер йыл эсендә төҙөләсәк.

* * *

Айырылышҡан ир менән ҡатын милекте нисек бүлешеү тураһында үҙ-ара килешә алмаһа, бер нисә йыл үтеүгә, ул автоматик рәүештә ҡап уртаға бүленергә тейеш. Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников күптән түгел шулай тип белдерҙе.

Был шарт алған килемдең асыҡлығы өсөн кәрәк. Мәҫәлән, банктан кредит ал­ғанда йәки күсемһеҙ милекте һат­ҡан­да. “Шундай хәлдәр ҙә булғылай: ниндәйҙер бер йылғыр әҙәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә өс-дүрт никахтан сы­ғып һәм шул арала бер нисә кредит алып та өлгөрә, ә аҡсаны кире ҡайта­рыу буйынса гарантия ҡағыҙында ул бөтә мөлкәтен уртаҡ тип күрһәтә”, – ти депутат. Тимәк, бындай осраҡта ошон­дай кеше менән килешеү төҙөү хәүефле. Павел Крашенинников Рәсәй Йәмәғәтселек палатаһының Күсем­һеҙ мөлкәттең берҙәм дәүләт реестрында (ЕГРН) мөлкәттең ир менән ҡатын өсөн уртаҡ булыуын мотлаҡ күрһәтергә кәрәк тигән тәҡдимен хупланы. Юғиһә мөлкәт ир йәки ҡатындың береһенең генә милке тип яҙыла һәм айырылышҡан саҡта ҙур бәхәс тыуа. Ул шулай уҡ суд органдарына никах тураһындағы киле­шеү­гә үҙгәреш индереү хоҡуғын би­рер­гә лә тәҡдим итте. Бер үк ваҡытта пар­ламентарий эшҡы­уарлыҡты айы­рылышҡан ир менән ҡатын араһында бүлмәү, ә уны ғәмәлдә ошо биз­несҡа етәкселек иткән кешелә ҡал­дырыу, икенсе яҡҡа фәҡәт компенсация тү­ләтеү яҡлы.
“Ғөмүмән, суд айырым объекттарҙы – әйтәйек, фатирҙы йәки машинаны – түгел, ә барлыҡ милекте дөйөм рә­үештә иҫәпләргә тейеш”, – тип һығымта яһай Йәмәғәтселек палатаһы. Бүлеүҙе ябайлаштырыу өсөн Ғаилә кодексына “никах осоронда тупланған мөлкәт” тигән тө­шөнсә индерергә тәҡдим ителә, был иһә ир менән ҡатындың милек хоҡуҡ­тарын да, бурыстарын да уртаҡ итәсәк.

* * *

Өфөләге зыяраттарҙа урын етмәү мәсьәләһе күптән инде көнүҙәккә әйләнгән. Хәҙерге мәлдә ун зыяраттың “Төньяҡ” тип аталғаны ғына эшләй, “Көньяҡ зыярат”та граждандарҙың ғаризаһы буйынса туған-тыумасаһы ҡәбере янына ерләргә рөхсәт итәләр. Был проблеманы нисек хәл итергә уйлайҙар?

Ике йыл элек баш ҡала Өфө районы менән ер алмашҡайны. Һөҙөмтәлә “Төньяҡ зыярат”та 20 гектар өҫтәмә майҙан барлыҡҡа килде. Өфөлә йыл һайын 12 мең самаһы кеше үлә, улар өсөн 6,5-7 гектар ер талап ителә. Тимәк, алдағы өс йылға ҡала ҡәберлек урында­ры менән тәьмин ителгән. Ләкин, аң­ла­шылыуынса, был – ваҡытлы сара ғына.
Өфө ҡала хакимиәтендә аңлатыу­ҙарынса, 2018 йылда ике яңы зыярат өсөн майҙан бүлеү планлаштырыла. Улар Орджоникидзе һәм Калинин ра­йондарының төньяҡ сәнәғәт зонаһынан көнсығыштараҡ һәм Орджоникидзе районындағы ташландыҡ Яңы Александровка ҡасабаһы менән Көнбайыш магистраль урамы араһында урынлашасаҡ. Проектты уңышлы төҙөгән хәлдә зыярат өсөн 110 гектар майҙан барлыҡҡа ки­ләсәк.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә