Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәктәрҙе өттө “Йөрәк һүҙе”
Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә етә, ти халыҡ. Ә бына Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән “Йөрәк һүҙе” бәйгеһе йөрәктәргә үтеп кенә ҡалманы, йөрәктәрҙе өтөп алды. Нисек инде өтмәһен! Халҡыбыҙҙың ялҡынлы һүҙ оҫталары, күкрәгендә милли рух усағы дөрләгән шағирҙары күтәрелде бит сәхнәгә.
Хәтерләйһегеҙҙер, Башҡорт­ос­тан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәр­ғолованың “Рәсәй – Башҡортостан” телеканалында ойошторған “Әйтер һүҙем бар” шиғыр, башҡорт һүҙ сәнғәте байрамы халыҡ араһында киң танылыу алғайны. Тәүге сара Мәжит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрында ҡанат киреп, шиғриәттең илаһи нурҙарына сорнаны. Артабан “Йөрәк һүҙе” проекты “Ҡурай” каналында эфирға сығып, башҡорт теленең сихри көсөн, һутын, ҡеүәтен халыҡҡа еткерҙе.
Шулай итеп, “Йөрәк һүҙе” проектында ҡатнашыусыларҙың сығы­шын баһалау этабы ла килеп етте. СМС тауыш биреү аша еңеү яу­лағандар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһенә күтә­релде. Улар сығыш яһағанда тындар ҡыҫылды, йөрәк елкенде, күҙҙәргә йәш төйөлдө... Хәйер, кисерештәрҙе, тойғоларҙы һүҙ менән аңлатыу мөмкин түгел һымаҡ. Шағирә Гүзәл Ситдиҡова әйткәнсә: “Иҫ киткес проект, иҫ киткес тамаша, рух байрамы, башҡорт рухы байрамы булды! Иреп китеп, инеп китеп шиғыр тыңланыҡ”.
“Йөрәк һүҙе” йөрәктәрҙе өттө. Ул, ҡапыл иҫкән елдәй, күңел тө­бөндә көлгә күмелеп барған күмер­ҙәрҙе терелтеп, рухи усағыбыҙға йән өрөп ебәрһен!

Йөрәктәрҙе өттө “Йөрәк һүҙе”Иң тәүҙә һүҙ булған. “Йөрәк һүҙе” бәйгеһенән һуң был юлдарҙың хаҡлығына тағы ла инанаһың. Һүҙ көсө, һүҙ ҡөҙрәте меңәрләгән милләттәшебеҙҙе тупланы, телебеҙҙең асылын, бәҫен, йәмен асып һалды.
“Бынан алда “Әйтер һүҙем бар” шиғриәт кисәһе бик оҡшағайны. Шуға ла бөгөн бар эштәремде ситкә ҡуйып, сараға килдем”, – тине эргәмдә торған оло ғына апай. Эйе, милләттәштәремдең йәше лә, олоһо ла, ябайы ла, абруйлыһы ла атлығып килде тамашаға. Шулай булмаһа, билеттар алдан уҡ һатылып бөтөр инеме ни?!
Шиғриәт бәйгеһенең финалына телевизион проектта ҡатнашыусыларҙан 12 пар сыҡты, уларҙы тауыш биреү юлы менән телевизор ҡараусылар һайланы. Конкурсанттарҙың сығышын билдәләү өсөн тәүҙә театрҙың Грек залында йәрәбә тартыу тамашаһы ойошторолдо. Унда сәнғәт оҫталары, шул иҫәптән йәш сәсәниә, “Зәңгәр ҡош-2017” проекты финалисы Ләйсән Золотарева ҡатнашты.
Шиғыр бәйгеһе көсөргәнешле буласағын алдан уҡ күҙалларға мөмкин ине – илаһи мөхит тамашасыны ла үҙ донъяһына йолоп алғайны. Кем еңеүсе булыр икән, тип һәр кем йөрәген усында тотоп ултырғандай булды. Конкурсанттар шиғыр һөйләгән саҡта тамашасы, бер һүҙҙе лә төшөрөп ҡалдырмайым тигәндәй, тынып ҡала, ә инде сығыш тамамланыу менән зал тағы ла көслө алҡыштарға күмелә.
“Был бәйгенең еңеүсеһен алдан уҡ белә инем. Еңеүсе берәү – башҡорт теле!” – тине сарала ҡатнашҡан шағир, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев. Эйе, бәйге майҙанына төрлө һөнәр эйәләре – актер, уҡытыусы, журналист, студент һәм башҡалар сыҡһа ла, уларҙың бөтәһен дә башҡорт теленә, еребеҙгә, шиғриәткә булған һөйөү берләштерҙе.
Финалға шағирә Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы Гүзәлдең, тәрбиәсе Дилара Әйүпова һәм ҡыҙы Зөлхизәнең, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтарҙың дуэттары сыҡты. Уларҙың сығыштары, һайлаған шиғырҙарының үҙенсәлекле булыуы, күңелгә үтеп инеүе һәм башҡарыу оҫталығы, парҙарҙың бер-береһен аңлау тойғоһо юғары баһа алды.
Тамашасының хис-тойғолары урғылып торған сарала баһалама ағзаларына ла эшләүе еңелдән булмағандыр. Әйткәндәй, был ауыр ҙа, яуаплы ла бурыс республикабыҙҙың абруйлы шәхестәре – Әхтәм Абушахмановҡа, Олег Хановҡа, Флүрә Мурзинаға һәм Әхәт Мортазинға, йәш шағирә Эвита Ғәйнетдиноваға йөкмәтелде.
“Йөрәк һүҙе”ндә ҡатнашҡан һәр кемдең тамашасыны арбарлыҡ, тетрәндерерлек әйтер һүҙе бар ине. Уларҙың һәр береһе үҙ маҡсатына өлгәште. Шағирә Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы Гүзәл Әлибаеваның нескә ҡатын-ҡыҙ лирикаһы, әсәлек хис-тойғолары менән һуғарылған сығышы тамашасыны битараф ҡалдыр­маны. Шуға ла үҙ поэмаһынан өҙөктө юғары оҫталыҡта, йөрәкте тетрәндерерлек итеп уҡыған Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы Гүзәлдең “Йөрәк һүҙе” бәйгеһе еңеүсеһе тип иғлан ителеүен һәр кем шатланып ҡабул итте. Уларға төп бүләк – “Лада Гранта” автомобиле тапшырылды.
Проектта ҡатнашҡан һәм төп бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғы алған шағирә Йомабикә Ильясова, йәштәргә юл бирәм тип, бәйге алдынан үҙенең кандидатураһын алды һәм “Тамашасы һөйөүе” конкурсын ойошторҙо.
Башҡорт теленең тормошобоҙҙа артабан нисек йәшәйәсәге, ҡулланыласағы тураһында бәхәстәр, тартҡылаштар барған саҡта үҙенсәлекле һәм сағыу сара – “Йөрәк һүҙе” проектын ойоштороусы “Башҡорт­остан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Ҡурай” телеканалына, проекттың авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғоловаға һәм унда ҡатнашҡан ҡыйыу йөрәкле милләт­тәштәребеҙгә тамашасы рәхмәт әйтеп таралышты. Сара һәр кемебеҙҙә милләт өсөн ғорурлыҡ һәм киләсәккә ышаныс тыуҙырҙы. Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ һәм буласаҡбыҙ!

С. ӘБҮЗӘР, Р. МУСИНА.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ,
Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты:

– Шау шиғырҙан торған сараның, ошондай ҙур тамашасыны йыйып, бар республиканы гөрләтеүен күреп, аптырап та ҡуйҙым. Ғәҙәттә, ике сәғәтлек концерт ҡарағансы арып бөтәһең, ә бында сығыштарға әүрәп, биш сәғәт үткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. Ғөмүмән, был милли рухты күтәргән тантана булды. Исеме есеменә тура килеп, уларҙың йөрәгенән сыҡҡан шиғри һүҙе һәр кемебеҙҙең күңеленә үтеп инеп, берсә тетрәндерҙе, берсә һоҡландырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20