Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелде өйкәгән һорау
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 18 февраль һанында Зыя Юлмөхәмәтовтың “Тағы күпме көтөргә?” тигән мәҡәләһен уҡығас, мин дә уға ҡушылып, үҙ фекеремде яҙырға булдым.
Ғәҙел талаптар ҡуя автор. Атайым Ғәйнетдин Ваһап улы Ҡылысбаев Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та хеҙмәткә алынған. Ағаһы Мөхәмәтдин, ҡустылары Зәйнетдин, Сәйфетдин, Яхъя ла тәүге көндәрҙән фронтҡа киткән. Һуғыш башланғанда Шакир ағайыма 16 ғына йәш булған. Ырымбурҙа хәрби училищены тамамлағандан һуң, 1942 йылда үҙ теләге менән фашистарға ҡаршы яуға китә. Атайым Мәскәү өсөн барған утлы ғәрәсәттә һәләк булған. Шакир ағайымдың беҙҙе йыуатып, ҡайғыбыҙҙы таратырға теләп яҙған хаты ла иҫтә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе лә һуғыштың һуңғы көндәрендә, Варшава ҡалаһын азат иткәндә һәләк булды. Шулай итеп, Ҡылысбаевтарҙың бары береһенә — Зәйнетдин ағайыма ғына Тыуған иленә ҡайтырға насип булды. Ул күргән михнәттәрҙе һөйләп бөтөрөрлөк тә түгел: дәһшәтле һуғыш яландары, бер түгел, ике концлагерҙа булыу, тотҡонлоҡтан ҡасыу, йыртҡыстарса туҡмалыу... Ҡайтҡанда арҡаһы эренле яралар менән тулы ине. Шулай булһа ла, колхозда иң ауыр эштәрҙе башҡарҙы.
Ҡартсәйем вафат булғас, ағайымдың һеңлеһе Хәбипъямал апайым туғыҙ балаһы өҫтөнә мине тәрбиәгә алып, Башҡортостанға, ул саҡтағы Иҫәнғол районының Урта Муйнаҡ ауылына алып ҡайтты. Ағайыма ла, апайыма ла ҙур рәхмәт, береһе лә рәнйетмәне, ҡаҡмай-һуҡмай үҫтерҙе. Уҡып, кеше булһын тигән ниәттән сығып, Өфөләге мәктәп-интернатҡа ебәрҙе апайым. Интернаттағы тормош ожмахтай тойолдо. Тәрбиәләнеләр, кейендерҙеләр, ашатып-эсерҙеләр. Бер туғандарҙай татыу йәшәнек.
Атайым һуғышҡа киткәндә 11 йәшлек кенә булып ҡалған Зәкир ағайым, Ленинградтан эвакуацияланған кешеләргә утын ҡырҡып, һыу ташып йөрөнө. Йоҡа ғына кейенгән ағайымдың өшөп-туңып ҡайтып, ҡулын йылыта алмай интеккәне иҫтә ҡалған. Аҙаҡ ололар ыңғайына һал ағыҙыуҙа эшләп, сәләмәтлеген юғалтты.
Бала саҡта күңелдә уйылып ҡалған хәтирәләрҙән йөрәкте иң ныҡ өткәне “ҡара ҡағыҙ” булды. Ҡартсәйем нисек кенә түҙгәндер был юғалтыу ҡайғыларына. Поезд тауышын күрә алманы, ишетеү менән ҡайғы-хәсрәте яңыра торғайны. “Балаларымды алып киттең дә кире алып ҡайтманың. Мине ҡайғыға һабыштырыу өсөн генә сыҡҡан һуғыштыр был”, — тип әрней ине.
Атайһыҙлыҡ бөтә ил өҫтөнә төшкән бәлә булһа, әсәйһеҙлек — әсе хәсрәт. Әсәйем миңә өс йәш тулғанда вафат булған. Кешеләр ҙә, Хөкүмәт тә етемдәрҙе ташламаған. Үҙ ҡанаты аҫтына алған, ярҙам күрһәткән. Халыҡта рух көслө булған. Ә бит һуғыш емергән ҡалаларҙы, производствоны, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырырға аҡса ла, көс тә аҙ китмәгәндер. Беҙ бит хәҙер ул замандың кире яҡтарын ғына шаштырып һөйләргә яратабыҙ. Уныһы ла булғандыр. Барыһы ла үҙебеҙҙең тарих. Йәштәр ил тарихын бар яҡлап та белергә, хөрмәт итергә, уның менән ғорурланырға тейеш. Һуғыш балаларының сибек кенә, нығынмаған быуындарына төшкән ауырлыҡ, һай, ныҡ булды. Хәҙерге тыныс тормош, яҡшы киләсәк өсөн баштарын яу ҡырында һалған яугирҙәрҙең һуғыш осоронда йәшәгән балаларына ҡәҙер-хөрмәт йөҙөнән Хөкүмәтебеҙ тейешле хәстәрлек күрһен ине. Атайҙарыбыҙ ил алдындағы бурысын тулыһынса үтәгән бит. Уларҙың яҡты иҫтәлеге хаҡына был бурысты етемлек михнәттәре кисергән балаларына ҡайтарырға күптән ваҡыт. Мәсьәләнең әхлаҡи яғын да онотмайыҡ. Ул балалар хәҙер әҙ ҡалды.
М. Шолоховтың “Кеше яҙмышы” хикәйәһендә һуғыш, концлагерь тамуҡтарын үтеп, иҫән ҡайтҡан Андрей Соколов йәшәгән еренә ҡайтҡас, өйө урынында тәрән соҡор күреп тетрәнә. Яҙмыш һынауҙары уның күңелен ҡатырмаған. Үҙендә көс табып, урамда йәшәгән етем бала Ванюшаны уллыҡҡа ала. Ванюша — шул ваҡыттағы һуғыш етемдәренең йыйылма образы ул. Тормош елдәре уларҙы саң бөртөгө кеүек илебеҙҙең төрлө тарафтарына туҙҙырған. Тамуҡтарға тиң ауырлыҡ кисереп тә, Соколов мәрхәмәтле кеше булып ҡалған, баланы күкрәгенә һыйындырып, бер-береһенә көс-терәк булып йәшәй улар.
Донъяға саф күңел менән, кешеләргә ышанып йәшәгән Ванюшалар хәҙер ҡартайҙы инде, һаулыҡтары ла ҡаҡшаған. Уларға хәстәрлек, иғтибар күптән кәрәк.
40 йылға яҡын балалар уҡытып, 8 мең һум пенсия алып, осон-осҡа ялғап йәшәйбеҙ. Ул аҡсаны ҡайҙа бүлергә һуң: дарыуғамы, ашауғамы, коммуналь хеҙмәттәргәме? Һаулыҡты нығытыу өсөн шифахана һәм ял йорттары төшкә лә инмәй торған хыял ғына. Шулай ҙа көн дә атҡан таңға ҡыуанып, балаларыбыҙҙан ҡәнәғәт булып, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп йәшәп ятабыҙ. Тормош та бик үҙгәрҙе, фән дә алға бара, нанотехнологиялар заманы аптырата ла, һоҡландыра ла. Магазин кәштәләре затлы тауарҙарҙан һығылып тора. Ә ошондай мул тормош өсөн кемдәр башын һалған һуң? Һуғыш балалары хәстәрлеккә лайыҡ түгелме ни? Ғүмер буйы күңелемде өйкәп тора ошо һорау.
Мәрйәм ҠЫЛЫСБАЕВА.
Әлшәй районы,
Мәндән ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә