Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шул көн һаман иҫемдә...
Мәрйәм апай — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың әсәһе. Үлемһеҙ әҫәрҙәр тыуҙырған шағирҙың әсәһе үҙе лә кешеләр күңелендә яҡты иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Шағир Назар Нәжми әйтмешләй, халҡыбыҙға бөйөк шәхес бүләк иткән ҡатындар һәйкәлгә лайыҡ. Күпме ҡайғы-хәсрәт, күңел ғазаптары кисергәндә лә рух ныҡлығын һаҡлай алған, сабыр холоҡло була белгән Мәрйәм апай Ғарипова тураһында хәтирәләр яҙмау мөмкин түгел.
Уны Үҙән буйы кешеләре бик тә ихтирам итерҙәр, беҙҙең Гөлмәрйәм тип кенә йөрөтөрҙәр ине. Мосолман динен ҡабул иткән, милләте урыҫ булған әсәһе менән бәләкәйҙән башҡорттар араһында үҫкәнгә, башҡорт телен “һыу кеүек эсте”. Ул Үҙән буйы башҡорттарының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы үҙләштергән ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙы ине.
Беҙ ул саҡта (1946–1948 йылдар) Арҡауылда йәшәнек. Ҙур ағас өйөбөҙ — үҙәк урамда мәктәпкә ҡаршы. Мәрйәм апайҙар контораға яҡын өҫкө яҡта йәшәне. Улдары Рәмил (Рәми), Рауил, Урал һәм ҡыҙы Мәршиҙә йәй көндәре етәкләшеп Йүрүҙәнгә төшһә, беҙ ҙә, Ира апайым, ҡустым Сәләх һәм мин, уларҙың артынан эйәрҙек. Берәүҙәр селәүсен ҡаҙа, балыҡ ҡармаҡлай, икенселәр һыу инә, ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙ шөғөлө менән мәшғүл. Ул йылдарҙа Рәмиҙең, бәлки, Өфөнән йәйге каникулға ҡайтҡан сағы булғандыр. Сәләх менән мин мәктәпкә йөрөмәй инек әле. Ә бына Ира апайым Арҡауыл мәктәбендә Рауил ағай менән бер класта уҡыны. Һабаҡташы йыш ҡына беҙгә килеп йөрөнө, апайым да йомош табып уларға инде, мин дә унан ҡалмай торғайным. Мәрйәм апай иһә беҙҙе ихлас ҡаршылар, көлдә бешергән арыш әпәкәйе менән һөтләп сәй эсерер ине.
Мәрйәм апайҙың ире Йәғәфәр ағай һуғышҡа тиклем “Игенсе” колхозының рәйесе булып эшләгән, фронтҡа тәүгеләрҙән булып китә. Атайым иһә Көҫәпәйҙә “Алға” колхозының рәйесе сағында һуғышҡа оҙатыла. Йәғәфәр ағай яу яланында ятып ҡала. Ә атайым Саҙрый Ғәббәсов һуғыш бөткәс, 1945 йылдың көҙөндә генә II группа инвалиды булып ҡайтып төшә. Күп тә үтмәй, ул партия район комитетының тәҡдиме менән Арҡауыл ауыл Советының рәйесе итеп һайлана. Беҙҙең ғаилә Арҡауылға күсеп килә. 1949 йылда атайым, Молотов исемендәге колхоз рәйесе итеп һайланғас, ғаиләбеҙ яңынан Көҫәпәйгә күсеп ҡайтты.
...Алтмышынсы йылдар уртаһы ине. Июнь айының бер йомаһында Арҡауылдан Мәжит еҙнәйем менән Хәҙисә апайым үҙҙәре менән арбаға Мәрйәм апайҙы ла ултыртып алып килде. Атайым менән әсәйем ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы. Уларҙың килерен белгән кеүек, әсәйем бешеренеп ҡуйғайны. Мин Мәсетле ауыл Советының рәйесе инем, ялға ҡайтҡайным. Рәмиҙең әсәһе Мәрйәм апайҙың килеүенә беҙ бик шатландыҡ.
Ҡунаҡтар өҫтәл тирәләй ултырышҡас, һәр кем күңелендәген бушатырға тырышып, хәтирәләрен яңыртты...
— Йөҙ йәшә, Мәрйәм, һуғыш йылдарында һин “Игенсе” колхозының данын күтәрҙең. Аслы-туҡлы бер гектар ер урып, 100 көлтә бәйләнең бит! — тине элекке “Арҡауыл” МТС-ы директоры Мәжит еҙнә. — Арҡауылдың ғына түгел, тотош райондың маяғы, йондоҙо булдың.
— Ҡуйсәле, Мәжит, мин дан өсөн тырышманым. Бер мин генәме ни. Үҙән буйының барса ҡатын-ҡыҙҙары, хатта быуындары ла нығынмаған бала-сағаһы көндө төнгә ялғап эшләне лә баһа, — тигән булды Мәрйәм апай баҫалҡы ғына.
— Мәлиха, Йәмилә, Мәҙинә, Рәхимә, Мәхмүҙә, Гөлнәҙек Әрмәншәндә арыш ура инек. Шунда район вәкиле Йосоп Яҡупов килеп сыҡты. Фронт хәлдәре менән таныштырғас, ул хәл-әхүәлдәребеҙҙе һорашты. Шунан Арҡауылдан “Игенсе” колхозсыһы Мәрйәм Ғарипова 100 көлтә бәйләп рекорд ҡуйҙы, шуға уны күлдәклек ситса, бер бот он, француз яулығы менән бүләкләнек. Һеҙҙе лә оҫта ураҡсы Мәрйәм кеүек эшләргә саҡырам, тип дәртләндерҙе беҙҙе, — тип әсәйем дә һүҙгә ҡушылды.
Хәҙисә апайым, уның һүҙен йөпләп:
— Нәғимә апай, һин дә һынатмай торғайның, — тине.
— Эйе шул, — тип әсәйем ғорур йылмайҙы. — Мәрйәмгә эйәреп, беҙ ҙә тырыштыҡ инде. Стахановса эшләнек. 50 көлтә бәйләгән өсөн күлдәклек сатин, бер ҡаҙаҡ он, бер әсмуха сәй, бал менән бүләкләндем. Яҡуповҡа ла рәхмәт, ауыр саҡтарҙа күңелебеҙҙе күтәрә белде, шуның арҡаһында балаларым астан үлмәй ҡалды.
Фронтовик атайым һәр береһен һүҙһеҙ генә тыңлап ултыра торғас, Мәрйәм апай яғына боролдо:
— Йәғәфәр ҡорҙаш та, илем, балаларым, Мәрйәмем тип башын һалды. Маладис, Мәрйәм, һынатманың, балаларыңды кеше иттең. Береһе лә йөҙөңдө ҡыҙартырлыҡ түгел, — тип ҡуйҙы. — Һай, Рәми, алтын егет бит ул. Уралың менән Рауилың да шәптәр. Мәршиҙәң дә изгелекле күренә...
— Маҡтанып әйтмәйем, балаларым ҡул арама кереп үҫте, бер эштән дә сирҡанманылар, эшләнеләр, — тине Мәрйәм апай, сәйен эсә-эсә. — Рәмилем ете йәшенән минең менән баҫыу таҙартырға, утауға, ураҡҡа йөрөнө. Әгәр ул миңә булышмаһа, үҙем генә нисек 100 көлтә бәйләр инем? Эшләгәнемде ҡарап торор ҙа: “Әсәй, ҡана мин дә бәйләп ҡарайым әле”, — тиер ине балаҡайым. Тәки өйрәнде бит. Мин бил яҙмай арыш урам, улым ҡамылдарҙы көлтәгә бәйләп бара. Арып-талсыҡһа ла, асыҡһа ла мыжыманы, болоҡһоманы. “Ана, атайығыҙ ут эсендә дошманға ҡаршы һуғыша, һеҙҙең барығыҙ өсөн үҙен үҙе аямай фашист менән алыша, тип ҡабат-ҡабат таҡылдай инем”, — тине ул, күңеле йомшап, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.
Мәжит еҙнәйем Мәрйәм апайҙы тынысландырырға теләне:
— Ҡурсалап торғанға ла Рәми имәндәй ныҡ, таҙа булып үҫкәндер инде, етмәһә, шағир икән улың.
— Шиғырҙары ла ниндәй бит уның! “Совет Башҡортостаны”нда сыҡҡан бер-ике сатирик шиғырын ғына тыңлап ҡарағыҙ әле, үәт яҙған, исмаһам. Ғиниәт ҡусты менән Хөснөтдин ағайым да утҡа баҫҡан бесәй кеүек йөрөнө шул саҡта, — тип көлөп ҡуйҙы атайым.
— Үткер ҡәләме, һис баш бирмәҫ холҡо менән үҙенә дошман йыйҙы инде. Нишләйһең, тыумыштан бар булмышы шулай ине улымдың. Тас атаһы, ул да шулай була торғайны. Ә бына хис-тойғоһо, ғорурлығы үҙемә оҡшаған.
— Һиңә арнап шиғыр ҙа яҙған икән, үҙеңде өҙөлөп яратмаһа, һиңә табынмаһа, йөрәктәрҙе тетрәндергес, тәрән уйҙарға һалырлыҡ шиғыр ҙа тыумаҫ ине күңелендә, — тине атайым һәм минән Рәмиҙең шиғырын уҡып ишеттереүемде һораны. Мин Рәми ағайҙың “Әсәм ҡулдары” тигән шиғырын эҙләп таптым да уҡый башланым:
Аямағас донъя сабый саҡты,
Ун етелә мине тапҡанһың да,
Мин етелә — Шартау битендә —
Тәүге ҡабат бесән саптыҡ...
Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй?
Шул көн минең һәр саҡ иҫемдә.
Һәммәһенә лә шиғыр ныҡ тәьҫир итте, ахырыһы. Һәр кем үҙ уйҙарына сумды. Әсәйем менән Хәҙисә апайымдың күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне. Эйе, күңелдең иң нескә ҡылдарын ҡуҙғатҡан был шиғырҙы битараф ҡына тыңлау мөмкин дә түгел ине шул. Ниһайәт, Мәрйәм апай телгә килде.
— Рәмилдең бесән сабырға өйрәнеүе минең өсөн үҙе бер байрам ине. Йәғәфәремде һағынһам, һиҙҙермәйенсә Рәмилемә ҡарап, һағыштарымды баҫа инем. Һуңынан улыҡайым алдан тас атаһы кеүек саба башланы. Кәбән ҡойоуҙарын күрһәгеҙ...
Әсәйем самауырын яңыртты. Мин ҡулыма мандолинамды алдым да һуғыш йылдарындағы көйҙәрҙе уйнап ебәрҙем. Әсәйем менән атайым ҡушылып йырланы. Күңелдәрҙе һағышландырып, моң ағылды ла ағылды... Мәрйәм апайға күҙ һалһам, түгелеп илап ултыра.
— Йәғәфәремде һуғышҡа оҙатҡандағы көй бит был, мәңгелеккә айырылышырбыҙ тип кем уйлаған. Белгән булһам, ылау менән Карпашауға тиклем оҙата барған булыр инем... — тине ул, яулыҡ осо менән йәшле күҙҙәрен һөртөп.
— Йә, Мәрйәм, илап ултырма, ана, алтын кеүек балаларың бар, улар һинең менән Йәғәфәрҙең дауамы, һинең таянысың, — тип еҙнәм уның иғтибарын икенсегә йүнәлтте лә:
— Зилә, әйҙә, булмаһа, бейеү көйөн уйна әле, — тип өндәште.
Бейеү көйөнә бөтәһе лә Мәрйәм апайҙы саҡыра башланы. Өҫтөнә балитәкле күлдәк, бәрхәт камзул кейгән, башына сәскәле кешмир яулыҡ ябынған, аяҡтарына йөн ойоҡ, калуш кейгән Мәрйәм апай тартынып ҡына урынынан ҡуҙғалды ла бейергә төшөп китте. Бейеүе лә, хәрәкәттәре лә башҡортса. Шунан Мәжит еҙнәйем үҙенең яратҡан йырын — “Мәрфуға”ны һуҙып ебәрҙе. Бергәләп уйнап-көлөп ултырыуҙы, хәтирәләрҙе яңыртыуҙы әсәйем оло мәртәбәгә һананы һәм, үткән ғүмерҙәрен иҫләп, ул да йыр һамаҡлап алды.
Ҡыҙыл гөлдәр булмаһа ине,
Айырылышыу менән үлем
Донъяла булмаһа ине.
Ҡунаҡтар, йылы хушлашып, ҡайтып китте, әммә уларҙың ихласлығы, йыр-бейеүгә маһирлығы бәләкәй генә өйөбөҙҙө һәр саҡ йылытып, нурландырып торор булды.
1971 йылдың октябрь аҙаҡтары ине. Редакцияға Рәми Ғарипов менән Тимер Йосопов килеп инде. Форсаттан файҙаланып, Рәмиҙән Мәрйәм апайҙың хәлен һораштым.
— Әсәйем иҫән-һау. Урал ҡустыларҙа йәшәп ята, бала ҡарай, Мәршиҙәгә лә килеп сыҡҡылай, кейәүемдең дә исеме Урал бит, — тине ул, йылмайып. — Үҫеп ир уртаһы етһәк тә, үҙебеҙ атай булһаҡ та, әсәйебеҙгә һаман балабыҙ, ә балаларыбыҙ — уның өсөн йөрәк пәрҙәһе.
Тимәк, шағирҙың “Бал-бала” тигән шиғыры тиктәҫкә генә тыумағандыр.
Ә мин Мәрйәм апайҙы көтмәгәндә осраттым. Мәсәғүткә, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа эшләгән журналистарҙың кәңәшмәһенә барғайныҡ. Һеңлемдең хәлен белеп киләйем әле тип педучилищеға китеп барһам, Мәрйәм апайҙы күреп ҡалдым. Ул 3, 4 йәштәрҙәге ике бала етәкләгән. Урал ағай менән Фәниә апайҙың улдары икән, уларҙы балалар баҡсаһынан алып ҡайтып килә. Онотмаған, таныны мине. Ихлас күңелдән өйөнә сәй эсергә саҡырҙы, йортобоҙ алыҫ түгел, ана бәләкәй ҡапҡалы, тәҙрәләре был яҡҡа ҡарай, тине. Тик мин:
— Әле бик тә ашығам шул, Мәрйәм апай, кәңәшмәгә һуңлап ҡуйыуым бар, икенсе бер килгәнемдә мотлаҡ керермен, — тиеү менән сикләндем. Ул атайымды, әсәйемде һорашып торҙо. Атайымдың мәрхүм булыуын әйткәс:
— Һәйбәт кеше ине, ауыр тупрағы еңел булһын, Хоҙайым, — тип ҡуйҙы. — Яңыраҡ ҡына Рәмилем Тимер тигән дуҫы менән килеп сыҡҡайны, педучилищела студенттар менән осраштылар. Ҡайтҡас — әсәйеңә, Өфөгә барһаң, Рәмилгә, киленгә, ейәндәремә, Гөлнарама күп итеп сәләм әйтерһең.
Башҡортостан телерадиокомитетына ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыуға саҡырғайнылар. Буш ваҡыттан файҙаланып, Матбуғат йортона ла барып сыҡтым. Маҡсатым — Рәмиҙе күреп, әсәһенең аманатын еткереү, “Совет Башҡортостаны”на мәҡәләләремде тапшырыу. Бәхеткә күрә, көтмәгәндә-уйламағанда, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы урынлашҡан ҡаттың коридорында Рәмиҙе осратып (1974 йылдың март айы ине шикелле), әсәһенең сәләмен тапшырҙым. Район хәлдәре хаҡында һөйләшеп торҙоҡ, дөрөҫөрәге, ул һорашты, мин яуап бирҙем. Ҡулында ҡағыҙҙар бар ине, күрәһең, машбюроға йәки баш мөхәрриргә китеп барышы булғандыр инде. Кәйефе лә юҡ ине шикелле, йөҙө борсоулы күренде. Шунан һуң миңә бүтән Рәми менән осрашырға насип булманы. Ике-өс йылдан шағирҙың йөрәге ярылып үлеүе тураһында некрологты уҡып шаңҡыным. Ә Мәрйәм апай менән Өфөлә Актер йортонда осраштыҡ. Ул һөйөклө улы Рәмиҙең тыуыуына 50 йыл тулыу уңайы менән юбилейға килгәйне. Дөрөҫөрәге, донъяға һоҡланғыс шағир бүләк иткән әсәне улының хәтер кисәһенә саҡырып килтергәйнеләр. Бик ауыр, һағышлы юбилей булды ул. Уны яҙып та, һүҙ менән һөйләп тә аңлатырлыҡ түгел. Кемдәр нимә тип кенә сығыш яһамаһын, һәммәһе лә Мәрйәм апай алдында баш эйҙе, уға иң оло рәхмәттәрен белдерҙе. Ә әсә сәхнәләге ҙур портретҡа — һөйөклө улы Рәмиҙең йөҙөнә баҡҡан да таш һымаҡ ҡатып ҡалған. Тик күҙҙәренән генә субырҙап йәштәр ҡойолоуы, үкһеүе генә уның тере икәнен күрһәтә. Иҫенә килгәс, Мәрйәм апай торҙо ла ҡәҙерле улының рухын, ижадын ҙурлап килгәндәре өсөн бөтәһенә лә оло рәхмәтен белдерҙе, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне.
— Бесән сапҡанда: “Улым, алдыңды тар ал, быуындарың нығынғас, сабырға өйрәнгәс, киңерәк алырһың. Һуңынан үҙаллы сабырһың, матур-матур кәбәндәр ҡойорһоң, һинең ҡойған кәбәнеңде күреп, кешеләр һоҡланыр”, — тип әйткән һүҙҙәрем хәтергә төштө лә күңелем болоҡһоп ҡуйҙы. Эйе, минең өйрәткәндәрем бушҡа булмаған икән, һуңынан улым оҫта салғысы, кәбән ҡойоусы булып китте. Тик шуныһы үкенесле: үҙе ҡойған мөһабәт кәбәндәренең кешеләргә ниндәй ҙур файҙа биреүен аңлаһа ла, үҙе генә күрә алманы, ҡайҙандыр ҡара болоттар араһынан аждаһа килеп сыҡты ла улымдың йәнен ҡыйҙы, — тип ул күҙҙәрен сәскәле яулыҡ осо менән ҡапланы...
Зилә ҒӘББӘСОВА-БУРАНҒОЛОВА,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар
союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 139

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 488

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 229

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 933

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 699

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 276

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 697

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 455

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 531

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 357

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 538