Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөрәгенән йылы бөркөлә
Йөрәгенән йылы бөркөләБашҡортостандың мәғариф отличнигы, атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәфҡәт Ишҡыуатов Ҡырҡты тауҙары итәгендә, матур Ҡолсоғаҙы йылғаһы буйында урынлашҡан Абҙаҡ ауылында Фәтҡулла апа менән Нәфисә инәйҙең бишенсе балаһы булып донъяға килә. Туған мәктәбенән һуң Белорет педучилищеһында белем алғас, Туҡан ауылында уҡытыусы булып эшләй. Унан 1958 — 1969 йылдарҙа БДУ-ның филология факультетында уҡый. 1964 йылдан алып ғүмерен Өфөгә бәйләй.
Баш ҡалала йәш белгес алты йыл Мәғариф министрлығында инспектор, өлкән инспектор була. Ул ваҡытта министрлыҡҡа данлыҡлы шәхес — Фатима Мостафина етәкселек итә. Рәфҡәт Фәтҡулла улы ғүмеренең был осорон бик йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала, тормош һабаҡтары алыу миҙгеле тип иҫәпләй.
Артабан Р. Ишҡыуатов мәғариф, юғары мәктәп һәм фән учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюздарының өлкә комитеты секретары вазифаһын башҡара. Уның ҡупшы ҡиәфәте, бай эске донъяһы, мәрәкәләүгә һәләте кеше менән тиҙ уртаҡ тел табыуға, йылы мөнәсәбәт урынлаштырыуға ярҙам итә. Эшлекле, дәрте ташып торған Рәфҡәтте КПСС-тың Ленин районы комитетына пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Был ифрат яуаплы вазифала ун йыл эшләй.
Партияның ышанысын аҡлаған хеҙмәткәргә 1982 йылда БАССР телевидение һәм радиотапшырыуҙар идаралығының баш мөхәррире вазифаһын ышанып йөкмәтәләр. Был эште лә ул бар күңелен һалып башҡара, ҙур ихтирам яулай.
Рәфҡәт Ишҡыуатов тормошоноң артабанғы 18 йылын Өфөнөң 1-се педагогия училищеһына бағышлай. Ул етәкселек иткән осорҙа белем усағы колледжға әүерелә, майҙаны өс тапҡырға ҙурайтыла, заманса йыһазландырылған спорт һәм тамаша залы, ашхана, уҡыу кабинеттары асыла. Рәфҡәт Фәтҡулла улы республиканың төпкөл райондарынан, алыҫ төбәктәрҙән килгән балаларға айырым иғтибар бүлә, йәштәргә тейешле белем биреп, яҡшы белгестәр әҙерләүгә күп көс һала. Педагогик коллективтың һөнәри тәжрибәһен үҫтерә, уҡытыу алымдарын камиллаштырыу буйынса арымай-талмай эшләй.
Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша Рәфҡәт Ишҡыуатов: 26 йыл дауамында Рәсәйҙең педагогик коллектив директорҙары советы ағзаһы була, Мәскәүҙә үткәрелгән йыйылыштарҙа даими ҡатнаша.
Рәфҡәт Фәтҡулла улы бөгөн хаҡлы ялда. Әммә ветеранды онотмайҙар: 1-се педагогия колледжында ойошторолған һәр байрамдың мәртәбәле ҡунағы ул. Тыуған Әбйәлиле, яҡташтары уңышына һөйөнөп ғүмер итә, ҡайһы саҡта борсолоп та ала. Район һабантуйына йыл һайын тигәндәй бара, ерҙәштәре менән осрашып, күңелен күтәрә. Хәҙер Белорет районына ҡараған тыуған ауылы Абҙаҡты йәндәй күреп ярата, туғандары, ауылдаштары янына ашҡынып ҡайта. Шунда ерләнгән СССР-ҙың халыҡ рәссамы, бер туған ағаһы Әхмәт Лотфуллиндың ҡәберен хәстәренән өҙмәй.
Рәфҡәт Ишҡыуатов ҡатыны Светлана Әхмәт ҡыҙы менән 48 йыл матур ғүмер итә. БДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаған Светлана хаҡлы ялға киткәнсе уҡытыусы булып эшләне. Ҡыҙҙары Гүзәл Ишҡыуатовтарҙың юлын дауам итә — педагог, улдары Рауил эшҡыуарлыҡ өлкәһен үҙ итте. Икеһе лә матур тормош ҡороп, улдар үҫтерә.
Рәфҡәт Фәтҡулла улы — һуғыш йылы балаһы. Күпте күргән, ҡыйынлыҡты үҙ иңендә күтәргән кешенең күңеле асыҡ, тормош юлы фәһемле була. Үткәндәрҙе уйлаһам, тиҫтәләгән йыл яҡындан аралашып йәшәгән дуҫым Рәфҡәттең моңло йырҙары, мандолина тауышы ишетелгәндәй була, оҫта итеп бейеп йөрөүе күҙ алдына килеп баҫа. Ул һәр ваҡыт кешене бейеклектәргә ҡанатландыра, матур йәшәргә өндәй. Бөгөн дә һис һыр бирмәй ғүмер итә.
Иң “һаҡаллы”, иң яҡын, тирә-яҡҡа нур сәсеп, яҡындарына, иптәштәренә ҡеүәт һәм дәрт өҫтәп, гел йылмайып йәшәүсе дуҫым Рәфҡәт Ишҡыуатовтың ғүмеренең 75-се баҫҡысына күтәрелеүенә ҡыуанам, уға сәләмәтлек, бәхет теләйем.
Вил ӨМӨТБАЕВ,
техник фәндәр докторы, профессор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә