Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағинәйҙең аҡ хәстәрҙәре
Бөгөнгө һүҙем Айыуһаҙы ауылында йәшәгән биш бала әсәһе, хаҡлы ялдағы әүҙем йәмәғәтсе Хәмиҙә Исмәғил ҡыҙы Хөснөтдинова тураһында булыр.

Аһылай ауылы ҡыҙы, ғүмеренең 38 йылын балаларға белем биреү һәм тәрбиә­ләүгә арнаған мөғәллимә бу­ла­раҡ, уҡыу­сыларының күңелен яулаған. Өйөндә биш балаһын тәр­биә­ләргә лә ваҡыт таба, бөт­мәҫ-тө­кән­мәҫ йәмәғәт эштәре тураһында әй­теп тә тораһы түгел. Уны ярты һүҙҙән аңлаған ҡәйнәһе балаларына күҙ-ҡолаҡ булып, әсәгә уларҙы аяҡҡа баҫтырырға ярҙамлаша. Ғүмере буйы ошо Мәрйәм апай­ға рәхмәт уҡый ул.
Тынғыһыҙ уҡытыусы-тәрбиәсенең асыҡ дәрестәре һәр ваҡыт юғары ки­мәлдә үтте. Маҡсаты халыҡ педа­го­ги­каһына, белем биреүҙең дидактик принциптарына таянып, юғала барған йо­ла­ларҙы тергеҙеп, милләт менталитетын тәрбиәләү булды. Уҡытыусы эшен­дә ата-әсәләргә, йәмәғәтселеккә таянып, үҙен һәләтле педагог итеп күр­һәтте һәм Айыуһаҙы мәктәбендә матур уңыш­тар­ға өлгәште. Уҡытыусы-тәрбиә­се эскер­һеҙ күңеле менән кескәйҙәрҙе ысын мәғә­нәһендә шәхес итеп үҫте­реүгә бар көсөн һалды, яңынан-яңы алымдар ҡулланды. Та­лапсанлығы, ныҡышмаллығы, сапсан­лы­­ғы һөҙөмтә­һендә үҙ эшенең оҫта­һына әүе­релгән педагог “Башҡорт­остандың мәғариф алдынғыһы” бил­дәһе менән бүләк­ләнде.
Район хакимиәтенең мәғариф бү­леге инспекторҙары үткәргән тикшереү Хәмиҙә Исмәғил ҡыҙы етәкселек иткән мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эштәренең юғары кимәлдә ойошторолоуын күр­һәтә һәм уның эше башҡа мәктәптәргә өлгө итеп ҡуйыла, өйрәнергә тәҡдим ителә. Уҡыу йортоноң бер бүлмәһендә ойошторолған этнографик музей ауылдың үткәне, хеҙмәт батырҙары, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, тыл ге­­ройҙары, билдәле уҡыусылары ту­ра­һында һөйләй. Үҙе мандолинала уй­на­һа, уҡыу­сылары ҡалаҡ һуғып, ҡу­мыҙ­ҙа уйнап, милли кейемдә баш­ҡорт бейеүҙәрен, көйҙәрен башҡарып мә­ҙә­ниәт, мәктәп залында сығыш яһай. Тын­ғыһыҙ педагогтың уҡытыу алымдары башҡаларҙыҡына оҡшамаған, үҙенсәлекле, ижади, үҫә барған кон­цеп­­цияға ҡоролған. Бындай сара­лар­ҙың илһөйәрлек рухы, милли үҙаң тәр­биәлә­гәне көн кеүек асыҡ.
Хаҡлы ялға сыҡһа ла, ветеран уҡы­тыу­сының йөрәгендә дәрт һәм ялҡын һүрел­мәй. Әүҙем йәмәғәтсе әле лә ха­лыҡ ара­һында ҡайнап йәшәй. “Ҡәй­нәләр һәм ки­лендәр”, “Балалар һа­бан­туйы”, “Шәжәрә”, “Кә­күк сәйе”, “Ям­ғыр те­ләү”, “Ҡыҙҙар ҡайт­ты ауылға” һәм башҡа байрамдарға йө­ҙәрләгән кешене йәлеп итеүе, халҡының изге ғөрөф-ғәҙәттәренең йәш быуынға тәр­биә биреүҙең аҫыл сығанағы икәнлеген белеп эш итеүен асыҡлай.
Быйыл тынғыһыҙ ветерандан Айыу­һаҙы ауылына клуб мөдире булып килеүен үтенделәр. Тиҙ арала ауыл ҡатын-ҡыҙ­ҙа­рынан ансамбль ойоштороп, октябрь айында клуб миҙгелен асыуҙа ла ҡатнашырға өлгөрҙө. Ун бишләгән ураҡсы бер төрлө күлдәктә, аҡ яулыҡ ябынып, йырын да йырлап, “баҫыуҙа” ураҡ урҙы, “көлтә” бәйләне. Әйтерһең, һуғыш осороноң ауыр йөгөн тартҡан әсәй-өләсәйҙәре, туғандары көндө төнгә ялғап, маңлайындағы әсе тирен һөртөп яланда тир түгә...
Ташбулат ауылына баш ҡаланан талант эҙләп килгәндәргә төбәктең рухи ҡомарт­ҡыларын шәхсән күр­һә­тергә лә онотмай Айыуһаҙы ағинәйе Хәмиҙә Исмәғил ҡыҙы. Мәҫәлән, бил­дәле драматург, балалар яҙыусыһы Сәрүәр Сурина менән фольклор йыйыусы Өфө студенттарына Хәмиҙә Ис­мәғил ҡыҙы 80 йәшлек инәйҙе алып килеп, онотолған боронғо йырҙы башҡарт­ты.
Айыуһаҙы ауылының скрипкала уйнаусылары ла, өҙә баҫып бейегәндәре лә, диндарҙары ла егәрле, күҙәтеүсән Хәмиҙә Исмәғил ҡыҙы иғтибарынан сит­тә ҡалмай. Халыҡ үҙе лә уға ынтыла, тартыла, эйәрә. Тирә-йүнде йә­шел­лән­дереүме, экологик өмәләрме, ху­жа­бикәләрҙең мал, ҡаҙ һуйыу, һарыҡ йөнө ҡырҡыу сараларымы, байрам-ки­сәләрме – тиккә үткәрелмәй. Быуындар бәйләнешен булдырыу, йәш­тәрҙе хеҙ­мәткә, үҙаллы тормошҡа әҙерләү, ха­­лыҡ традицияларын дауам итеү – бөтә­һенең дә башында иң беренсе нәү­бәттә ауылым, балаларым, телем, мил­лә­тем тип йән атҡан ветеран уҡы­тыу­сы, хөрмәтле Хәмиҙә Исмәғил ҡыҙы ойошторған Айыу­һаҙы ауылы ҡатын-ҡыҙҙары тора.
Ағинәй ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өсөн тырыша, һүнеп барған ауылдың яҙмышы өсөн көйөнә, тәбиғәттең бысраныуы йәһәтенән форумдарҙа ҡат­наша һәм тәҡдимдәр индерә. Урында йәмәғәт ойошмаларында экологик мәҙәниәтте үҫтереү, тирә-яҡҡа һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, тәбиғи мираҫты юҡҡа сығарыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу маҡсатында һәр ауылда экологик комитеттар булдырырға әйҙәй.
Хәмиҙә апай күпләп гәзит һәм журналдар алдыра, белемен даими камил­лаштыра. Ейән-ейәнсәрҙәрен дә баҫ­маларһыҙ ҡалдырмай. Матбуғат бит­тәренең замана көҙгөһө икәнен аңлай. Тиҙҙән, март айында, Рәсәй Президентын һайлау кампа­ния­һы. Илебеҙ яҙмышының ошо илдең рәғиә­ләре ҡу­лында икәнлеген ауылдаштарына аң­латырға кәрәк икәнлеген аң­лаған агитатор тиҙҙән һәр өйгә йөрөр. Һайлау алдынан ауылдаштары менән Шыршы байрамын да үткәрергә кәрәк әле.
...Ауыл уртаһындағы юлдан еңел кәүҙәле, йылы ҡарашлы, мөләйем йөҙ­лө ҡатын атлай. Уны бер күреүҙән генә тын алышың иркенәйә, йөрәгеңдә өмөт ос­ҡондары ҡабына, бар шатлыҡ-ҡы­уа­ныс­тарың менән уртаҡлашҡың килә.

Әбйәлил районы.


Автор: Зөһрә БӘШӘРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә