Һәр кем транспорттың ҡайһы төрөнә өҫтөнлөк биреүҙе шәхсән үҙе хәл итә. Йәнемдән артыҡ күргән үҙемдең “тимер ат”ым аҡһаған мәлдә генә йыраҡҡа юл төштө. Юрамал иткәндә лә улай килеп сыҡмаҫ. Бүтән саҡта “Рено”мда тыуған яҡтарыма елдереп кенә ҡайтып төшөүҙе йәки бүтән яҡҡа “һә” тигәнсә барып килеүҙе хәтерләгәс, күңелем болоҡһоуланды, эсем бошто. Кемгәлер тағылыуҙы йәки сит машинала юл йөрөүҙе күҙ алдына ла килтерә алманым. Әммә ни хәл итәһең? Теге ваҡыт дуҫымдың таксиҙа сәйәхәт ҡылыуын иҫләнем. Әлбиттә, шылтыратып, ошо турала кәңәшләшеп алмаҡсы иткәйнем, телефондың теге осонда яғымлы тауыш уның “вне зоны действия сети” булыуын еткерҙе. Нәфсеңде тыя бел...Такси хеҙмәтенең һандарын йыйып, диспетчер ҡыҙға үтенесемде ишеттерҙем. Юл мәсьәләһен өлөшләтә хәстәрләп күңелемде тынысландырғас, тамаҡ ялғарға ултырғайным ғына, өҫтәлдә ятҡан кеҫә телефоным “бейей” башламаһынмы! Кем икән?
– Һаумыһығыҙ, һеҙ Сибайға ҡайтырға заказ ҡалдырғайнығыҙмы?
– Ҡайтырға ул тыуған яғым түгел, – тип шаяртам.
– Ну, бараһығыҙмы? – тип төҙәтмә индерҙе был. – Онотоп торам, таксист был, исемем Вадим.
– Эйе.
– Бер сәғәттән Үҙәк баҙарҙа булырмын, шунда осрашырбыҙ.
“Ҡотҡарыусым” автомобиленең маркаһын, дәүләт номерын, хатта төҫөн өҫтәүҙе лә урынлы тапты. Әгәр барырға мөмкинлегем булмаһа, килеп аласағын да аңлатты, әммә ундай уңайлыҡтан баш тарттым. Шулай итеп, күп тә үтмәне, Көньяҡ Уралға юлға сыҡтыҡ.
Ғөмүмән, ҡала-ара маршрутты хеҙмәтләндергән таксистар менән аралашыу ошолайыраҡ бара. Әлбиттә, араларында төрлөһө осрай: кемдер дорфа һөйләшә, юхаланыусылары ла юҡ түгел, әммә хеҙмәтләндереүҙең аҡсаға бәйле булыуын төшөнгәс, ғәҙәттә, халыҡҡа ҡаты ҡағылыу юҡ тиерлек. Таксист туғаным әйтмешләй, һәр клиент алтынға бәрәбәр тигән фекерҙән сығып эш итәләр.
Такси хеҙмәтен ойошторған ағайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡалалар араһына саң ҡундырмаған биш водителе бар, асылда барыһы ла тиерлек туған-тыумаса, дуҫ-иш. Әгәр ҙә инде юлаусылар күбәйеп китһә, ундай ҡыҙыу осор бигерәк тә байрам алдынан күҙәтелә, ул үҙе “тимер ат”ын йүгәнләй, етмәһә, таныш водителдәренә лә мөрәжәғәт итә. Дуҫтары һәм туғандары менән хеҙмәттәшлек итеүен аңларға мөмкин. Барыһы ла һыналған һәм ышаныслы. Бер нисә тапҡыр ситтәр төп башына ултыртҡас, хатаны ҡабатлағыһы килмәйҙер.
Таксиға ҡараш ниндәйерәк? Ошо турала икәүҙең бәхәскә инеүенә шаһит булдым.
– Күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй елдереүҙәре оҡшамай, – ти өлкәнерәге.
– Киске сәғәт 7-гә алып ҡайтып еткерәм тигән вәғәҙәһен үтәне, биш сәғәт тә үтмәне, унда инек, рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ, – ти һарысәс.
– Юл билдәләрен һанға һуҡмай, теге ваҡыт алдағы машинаны уҙам тип ҡаршы килгән “КамАЗ”ға саҡ бәрелмәне, – тип һүҙен бирмәй теге.
– Машинаһы ялтырап тора, күңелле көй тыңлай-тыңлай рәхәтләнеп ҡайттыҡ, – тип быныһы ла бирешергә теләмәй...
Миңә ҡалһа, бындай осраҡта һәр йәһәттән дә иң беренсе яуаплылыҡ тураһында һүҙ алып барырға кәрәктер. Таксистарға минән китте, эйәһенә етте тигән әйтем ят. Ни өсөн тиһегеҙме? Ул бит диспетчер аша эшләй. Водитель ниндәйҙер һорауға яуап биреүҙән ҡасҡан осраҡта көнө-төнө телефонда ултырған ҡыҙ менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Ә иң мөһиме, уны кемдер эшкә яллаған икән, тимәк, етәксеһе бар тигән һүҙ. Водитель дә, диспетчер ҙа өндәшмәһә инде йәки һөйләшергә маташыуҙың был ысулы ла килеп сыҡмаһа, бөтә яуаплылыҡ хужаның иңенә ята. Шуға күрә, ниндәй ҙә булһа аңлашылмаусанлыҡ менән күҙгә-күҙ осрашҡанда, туранан-тура такси хеҙмәтенең хужаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ә уны табыуы һис кенә лә ауыр түгел.
Гәзит уҡыусы “таксиҙа йөрөү уңайлымы-юҡмы?” тип уйлана икән, бик дөрөҫ фекер йөрөтә. Уға ултырыу-ултырмау кеүек икеләнеү минең мейемде лә бырауланы. “Ларгус” автомобиленең тыштан да, эстән дә бөхтәлеге водителгә, үҙ сиратында, дөйөм алғанда, такси хеҙмәтенә ихтирам тойғоһо уятты. “Таҙа машинаға осраҡлы килеп эләктемме?” тип түгел, ә “уны матур итеп тотоуға нисек ваҡыт еткерәһегеҙ?” тип һорамай түҙмәнем. Әңгәмәсем белдереүенсә, клиенттар менән итәғәтле һөйләшеү уңышҡа бер аҙым, шуның өҫтәүенә “ҡорос ат”ыңды һылап-һыйпап тотоу икеләтә отошло. Биш сәғәт буйы саң еҫкәп йәки бысраҡҡа батып килеүсенең тағы ла уны һайлауы бик тә икеле.
Таксистарҙың һәр тинен һанауын түбәнселеккә тиңләргә мөмкинме? Уйланырға урын бар, әлбиттә. Мәҫәлән, берәүҙе фатирынан килеп алғаны өсөн 800 һумға өҫтәп тағы ла хаҡ түләтте, “барыбер янымдан үтәһегеҙ ҙә инде” тип ялбарыуына ҡарамаҫтан. Бынан тыш, бер юлдашыбыҙ һыу алырға үтенесен белдергәс, унан да аҡса алды. Һуң, магазин юл буйында ғына урынлашҡан да инде! Юҡ инде, имеш, уның эргәһенә яҡынлаған, машинаны һүндергән, кире тоҡандырған, ҡыҫҡаһы, ваҡыты тығыҙ булһа ла көткән. “Һеҙҙең аҡсағыҙға – бөтә уңайлыҡтар” тигәне шул буламы икән?!
Билдәле, күп осраҡта водитель тәғәйен ергә килеп етәрәк: “Һеҙҙе адрес буйынса алып барырға кәрәкмәйме?” – тип ҡылды тартып ҡарай. Һиҙгәнһегеҙҙер, аҡсаға бәйле бит. Күршем ҡасандыр таксист менән килгән баш ҡалаға. Унан да һорағандар, “эйе” тигән яуапты ишеткәс, урын-еренә алып барған йүнсел. Уның менән икенсе берәү ҙә ҡапыл ғына уйлап шунда төшөп ҡалған, әммә бер үк урынға алып барғаны өсөн уртаҡ хаҡ урынына, тегенән дә, бынан да аҡса алған. Нәфсең артһа, тыйып туҡтатыуҙары мөмкин түгел, тиҙәр, дөрөҫтөр.
“Бер генә урын ҡалды”Сибайҙа эштәрҙе теүәлләгәс, тиҙерәк баш ҡалаға һыпыртыу сараһын күрә башланым. Мине – тегендә эш, иң мөһиме, ғаиләм көтә! Бер нисә көн элек танышҡан таксисҡа шылтыратыуҙан фәтүә булманы, сөнки ул үҙе юлда ине. Бүтәндәрҙә урын юҡ йәки машинаны тултырмайынса юлға сыҡмайҙар, был хаҡта диспетчер еткерҙе. Ысынлап та, бер минең менән генә сәфәр сығырға уның башына тай типмәгән дә! Инде ни хәл итергә? “Бәйләнештә” селтәрендә “ҡаҙынғанда” “Юлдаш Өфө–Сибай” төркөмөнә барып эләктем. Ниһайәт, күк көмбәҙе асылғандай итте. “Өфөгә ике урын бар”, “Бер сәғәттән ҡуҙғалам”, “500 һумға – Өфөгә”, “Өфөгә тиклем юлдаш алам”, “Бер генә урын ҡалды” кеүегерәк ымһындырғыс иғландар менән тулған ул. Ҡарбузды сиртеп йөрөп һайлаған шикелле, ҡайһыһына туҡталырға белмәнем. Уңырмынмы, туңырмынмы?
Кемделер юл ыңғайы берәй ергә ултыртып алып киткән сос водителдәрҙең халыҡ телендә – “попутка” йәки “попутка” машинаһы, ә экономиялап йәшәгән юлаусыларҙың “попутчик” тип аталыуына ла асыҡлыҡ индерәйек.
“Алло, иғлан буйынса шылтыратам”, – тип һүҙ башларға ла өлгөрмәнем, “урын юҡ шул” тип телефонды һүндереп тә ҡуйҙылар. Кәрәк тирәк йыҡтыра тигәндәй, икенсе һандарҙы йыям, әммә файҙаһыҙ, сөнки өс сәғәт көтөргә кәрәк быныһын. Тағы ла айфоныма үреләм.
– Сәләм, Айсыуаҡ, һин Өфөгә бараһыңмы? – тип сөсөләнәм.
– Эйе-эйе. Әй, һин кем булаһың ул? – ти был, аптырап.
– Ҡасан ҡуҙғалаһың?
– 20 минуттан. Ҡара әле, Ислам, һинме ул? – тип таный алмай йонсой был мине.
Эй, бер ҡатлылыҡ! Тегегә кәртте асып һалырға мәжбүр булдым. “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдә исем-шәрифе яҙылған һәм башҡа мәғлүмәт теркәлгән. Шуларҙы тәфсирләп аңлатҡас, хахылдап көлөп ебәрмәһенме!..
– Исем менән өндәшкәс, берәй танышым тип торам, – тигән була.
Йөҙөнән йылмайыу китмәгән егет йорттан килеп алды, тағы ла ике урын буш булыуға ҡарамаҫтан, баш ҡалаға юлландыҡ. Машина тулыр-тулмаҫ булғас ни, бик еңел юрта. Сит машинала барыу иҫте китермәне. “Минең “Шкода” нисек?” тип һорағас, “шәп” тип яуапланым инде. Салон әллә ни бысраҡ түгел-түгеллеккә, әммә шәхси әйберҙәренең таралып ятыуы ғәжәпләндерҙе.
– Карманчиктағы асҡыстарыңа берәйһе “айыу майы һөртөр” тип ҡурҡмайһыңмы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Артҡы яҡта кассеталарымды күрәһеңме, тейгәндәре юҡсы, – тип һыр бирмәй.
Ысынлап та, нимә генә юҡ. Фонарь, изолента, отвертка һәм юл йөрөгәндә башҡа кәрәк-яраҡ – шуға асыҡ миҫал. Моғайын да, бик тарҡау кешелер был тигән фекер тыуҙы. Таксистар кеүек, “попутка” машиналарының да Үҙәк баҙар тирәһен ҡуҙғалыу нөктәһе икәнен (шулай уҡ пассажирҙарҙы ҡалдырыу урыны) белһәм дә, юрамал тегенән фәлән-фәлән адресҡа алып барыу-бармауын төпсөндөм һәм ыңғай яуапты ишеттем. “Бына һиңә коммунизмдың бер туған ҡустыһы!” тип һөйөндөм.
Водителдең тарҡаулығы бер аптыратһа, изге күңелле булыуы, киреһенсә, ғәжәп иттерҙе. Ни тиһәң дә, 300 һумды янда ҡалдырҙым, хатта өйгә хәтлем килтерҙе, етмәһә, бушлай. Бер нисә көндән унан был турала һораштым. Айсыуаҡ һөйләүенсә, юлайҡан кешеләр алып китеүҙең отошло яҡтары күп. Беренсенән, ике кеше түләгән аҡса яғыулыҡты тулыһынса ҡаплай, хатта берәй ерҙә кафела ашауға ла етә. Әгәр ҙә инде өсәү йәки дүртәүҙе табаһың икән, айырыуса һәйбәт, күпмелер сумма кеҫәгә инеп ята. Икенсенән, ул яңғыҙ йөрөргә яратмай, кем менәндер һөйләшеп барыу юлды ҡыҫҡарта, рулдә килеш йоҡлап китеү ише хатанан ҡурсалай.
– Аҡсаны ҡатыным йәки туғаным ҡаршы алғанда бирә, тип ышандырып алдаған осраҡтар ҙа булғыланы, – тип дауам итә ул хәбәрен. – Фатирына инеп китә лә сыҡмай ҙа ҡуя. Еткермәй биреүҙәрен телгә лә алмайым, тормош бит, ниндәй генә хәлдәр булмай. Ғәфү итергә тура килә инде.
– Мин биргәнде һанамай ҙа кеҫәгеҙгә тыҡтығыҙ...
– Кешене үтә күрәм, һеҙ икегеҙ ҙә намыҫлыһығыҙ, әйтәйек, бөгөн мине отһалар, иртәгә үҙҙәре алданасаҡ. Хоҙай бөтәһен дә күреп тора...
Таяҡ ике осло булған кеүек, ҡайһы бер яҡтарын ҡабул итеү мөмкин түгел. “Елде яландан эҙлә” тиҙәрме әле? “Попутка” машинаһының хужаһы бөгөн бар, иртәгә унан елдәр иҫкән булырға мөмкин. Көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаясаҡһың. Туғаным шундай автомобилдә кеҫә телефонын онотоп ҡалдырған, күпме генә шылтыратмаһын, барыһы ла бушҡа. Тәүҙә шылтырау барҙы, аҙаҡтан бөтөнләй һүндереп ҡуйҙылар.
Эйе, араларында кемдәр генә юҡ. Миңә иһә, юғарыла әйтеүемсә, аҡсаға әллә ни иҫе китмәгән, уға еңел ҡараған водитель осраны. Еңел тиеүем шунан ғибәрәт: таксистар ҡулға эләккән һәр аҡсаны һанап һала, ә был хәстрүш йомарлап кеҫәһенә тыҡты. Һөйләшеү аша уның иретеп йәбештереүсе булып эшләүен, бер туған ҡустыһын армияға оҙатырға ҡайтыуын белдем.
Сатирик көлөп әйтмешләй, һуңғы йылдарҙа “попутка”лар ямғырҙан һуң баш ҡалҡытҡан бәшмәкте хәтерләтә. Ысынында шулай, автомобиль һатып алыу шарттары еңелләште, халыҡта машина күбәйҙе, хатта ғаиләләрҙә икешәр дана иҫәпләнә.
Ғәҙәттә, ниндәй ҙә сәфәрҙән һуң уйҙар аша үткән көндәргә яңынан әйләнеп ҡайтаһың, анализ яһайһың. Иң беренсе миндә “попутка таксиға конкурент була аламы?” тигән һорау тыуҙы. Заманында һанлы фотоаппарат сыҡҡас, күптәр, ай-һай, фотографтар эшһеҙ ҡалмаҫмы, тип икеләнде. Барыбыҙ ҙа шаһит, профессионалдар ҡалды бит. “Попутка” машиналарын да улар менән сағыштырыу урынһыҙ. Үҙ эшенең оҫталары элек тә булған, хәҙер ҙә бар, киләсәктә лә ҡаласаҡ.
Күҙәтеү органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, легаль булмаған кеше ташыусыларҙы язаға тарттырыу йәки бизнестарына кәртә ҡуйыу бер нисек тә мөмкин түгел. “Еңел автомобилгә кеше ултыртырға ярамай” тигән тыйыу әлегә юҡ. Туҡтатып тикшереү үткәргән осраҡта берәү ҙә “эйе, кеше ташыйым” тип танымаясаҡ. Был тәңгәлдә таксистар көрәште дауам итә, әлбиттә. Әммә уларҙан күпме генә ялыу килмәһен, барыһы ла бушҡа. Өлөштәренә инеүенә нисек асыуҙары килмәһен?! Улар һалым, пошлина һәм башҡа түләүҙәрҙе башҡара. Ике яҡ араһында шулай йыш ҡына низағ сығып тора икән.
* * *
Һуңғы ваҡытта таксистар араһында милләттәштәребеҙҙең күбәйә барыуы маҡтауға лайыҡ, шул уҡ ваҡытта такси хужалары ла. Был – башҡорт борондан эшҡыуар булған тигән һорауға яуап. “Алма беш, ауыҙыма төш” тип ҡайҙандыр көтөп ятыу урынына әсе тир түгеп аҡса табыуға ынтылыш көслө уларҙа.
Заман башҡа – заң башҡа, тибеҙ. Үткән быуаттың 80-се йылдары хәтергә төшә, ул осорҙа был тәңгәлдә хәл-торош бөтөнләй бүтәнсә ине. Уҡытыусы йөгөн тартҡанда эшләгән мәктәбем тыуған ауылымдан 80 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта булғандыр. Дәүләт автобусын иҫәпкә алмағанда, ултырып ҡайтҡан “попутка”ға аҡса биргәнемде иҫләмәйем, ә такси ике ятып бер төшкә инмәй торғайны. Улай ғынамы, Мәләүез ҡалаһында (ара 200 саҡрым тирәһе) шоферға уҡыған атайымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, элек аҡса биреүҙе водителдәр түбәнселек һанаған, хатта үпкәләгән дә. Кешелеклелек бына ҡасан “сәскә атҡан” булған!
Һәр кем транспорттың ҡайһы төрөнә өҫтөнлөк биреүҙе шәхсән үҙе хәл итә. Кемдер таксиға ултыра, икенселәр “попутка” машинаһын һайлай, ә шәхси автомобиле булғандар икеләтә бәхетле – берәүгә лә бәйле түгелдәр. Хәйер, онотоп торам, дәүләт транспорты ла бар бит. Бына уныһын инде киләһе һөйләшеүгә ҡалдырайыҡ...