Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡалдың, ағай, беҙҙең арала
Ҡалдың, ағай, беҙҙең аралаШундай кешеләр була, ваҡыт үткән һайын уларҙы юҡһыныуың һис тә кәмемәй. Танылған шағир, арҙаҡлы замандашыбыҙ Ирек Кинйәбулатовтың арабыҙҙан китеүенә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уны онотҡаныбыҙ юҡ. Уға бәйле яҡты хәтирәләр һалҡын көндәрҙә күңелде йылыта.
Ирек ағай Матбуғат йортоноң ҡаршыһында йәшәне, шуға уның һәр көнө гәзит редакцияларына инеп сығыуҙан башлана ине. “Арыумы, ағай!” тип “Башҡортостан” гәзите редакцияһына килеп инеүенә беҙ күнегеп тә бөткәйнек. Үҙенән кесерәк кешегә шаяртып, шулай “ағай” йә “апай” тип өндәшергә яратты шағир. Артабан беҙҙең һөйләшеү шундайыраҡ юҫыҡта дауам итә.

— Ултырығыҙ, ағай! — тим, ғәҙәттәгесә.
— Рәхмәт! Мине былай ҙа күп ултырттылар, — ти ул, шаярып.
— Әйҙәгеҙ, улайһа, сәй эсеп алайыҡ.
— Әй, сәй генә эскән бар! Һин лутсы миңә гәзиттең бөгөнгө һанын бир. Әтеү почта өйгә оҙаҡ килә...
Ғөмүмән, Ирек ағай бүлеккә килеп керһә, бүлмәбеҙ йәнләнеп китә ине. Уның мәрәкәсел, шаян булыуын иҫәпкә алғанда, бүтәнсә мөмкин дә түгел.
Ирек Лотфый улы менән яҡындан танышыуым студент йылдарында булды. Башҡорт дәүләт университетының тамаша залында бер төркөм әҙиптәр ҡатнашлы­ғында күркәм сара ойошторолғайны. Олпат-олпат ағайҙар сәхнәгә күтәрелеп шиғыр уҡыны, ижадҡа илткән юлдары хаҡында бәйән итте. Грипп сиренең ҡо­торған сағы ине, шуға залда күптәр мыршылдап, йүткереп ултырҙы. Етмәһә, ҡайһы бер ағайҙар телмәрҙе яртышар сәғәт тота, оҙаҡ итеп һөйләй. Шуға ла күптәр ҡасан тамаша бөтә икән тип көткәндер. Ә бына шул кисәлә шағир Ирек Кинйәбулатов сәхнәгә килеп сыҡҡас, зал йәнләнде лә китте. Һәм ниңәлер нәҡ уның сығышы хәтеремдә һаҡланып ҡалған.
“Карантин булыуға ҡарамаҫтан, осра­шыуға талпынып килдем. Әле нығыраҡ йүткергән студенттар янына ултырырға тырыштым, сөнки яратҡан уҡыу йортома килеп, шундай сибәр башҡорт ҡыҙҙарынан киҙеү сире йоҡтороп ҡайтыу — оло бәхет ул!” — тип Ирек ағай әйтеп тә ебәрҙе, студенттар геүләтеп ҡул сабырға тотондо. Йылдар үткәс, шуны аңланым: Ирек Кин­йәбулатовтың тамашасыны үҙенә ҡара­тыуының үҙенсә бер алымы булған икән. Иң тәүҙә шаяртып ала, шунан етди һөй­ләү­гә күсә. Иң мөһиме — ихласлығын, ябайлығын юғалтмай. Шуға уның һәр сығышы — үҙе бер ҡабатланмаҫ тамаша. Уның сәхнәнән һөйләгәндәрен стенограмма рәүешендә яҙып барһаң, үҙе бер уҡымлы китап булыр ине.
Шул осрашыуҙа Ирек ағай үҙенең нисек БДУ-ға уҡырға ингәндә мәрәкә хәлгә тарыуы тураһында ла һөйләгәйне. Уныһын да яҡшы хәтерләйем. “Бәҙрәфкә инһәм, унда кемдер шундай яҙыу элеп ҡуйған: “Воду из унитаза не пить”, — тине Ирек Лотфый улы. — Теге шаяртыуға яуап яҙырға булдым. Ручка алдым да: “Мы вашу ошибку не повторим!” — тип сый­маҡ­ланым. Шул саҡ университеттың ху­жалыҡ эштәре буйынса проректоры күреп ҡалды ла еңемдән тотоп алды. Бөттө баш! Документымды һорай. Етмәһә, уҡыр­ға алдыртмайым, тип янай. Йән көсөмә тегенең ҡулынан ысҡындым да сығыу яғына һыпырттым.
Нимә эшләргә? Бер сәғәттән имтихан! Әлдә юғалып ҡалманым: ҡайта һалып, ғә­ҙәти костюмымды сисеп, әрменән ҡайт­ҡан моряк формаһын кейеп килдем. Университетҡа ингәндә теге проректор мине моряк кейемендә таныманы, честь биреп тороп ҡалды”...
Бындай хәлдәр тураһында яҙғас, һеҙ Ирек ағайҙы шулай көлдөрөп йөрөүсе генә икән тип уйламағыҙ. Юҡ, ул сығыш­тарында бик етди мәсьәләләрҙе лә күтәрә ине. Шуны тыңлаусының күңеленә лә һеңдерә белде. Үрҙә яҙғандарым менән уның ябай, ихлас икәнен дәлилләп үтмәксе инем. Икенсе яҡтан, уйлап ҡараһаң, ижадсы рухлы булмаһа, милләте өсөн янмаһа, әле илдәге ҡатмарлы осорҙа үҙ китабын “Мин — башҡорт!” тип атар инеме?! Был бит үҙе ижади ҡаһарманлыҡ...
Ирек Кинйәбулатовтың шиғырҙары еңел аңлайышлы, халыҡсан булыуы менән алдыра. Шуға ла уның күп кенә шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Мәҫәлән, Фәрүәз Урманшин йырлаған “Ут алырға ҡайтам яныңа”, Йәмил Әбделмәнов йырлаған “Кейек ҡаҙҙар” йырҙары киң билдәлелек яуланы.
Ирек ағайҙың ижады күп яҡлы, бай. Тағы бер үҙенсәлекле жанрға мөрәжәғәт иткәне — ул бағышлауҙар. Бының өсөн уны тәнҡитләп тә, аңлап бөтмәгән осраҡтар ҙа күп булғандыр. Ләкин ул жанрға бер яҡлы ғына ҡарау дөрөҫ түгелдер. Ирек ағай арнауҙарын шул тиклем юғары оҫ­талыҡта яҙа ине, үҙе бер камил әҫәр. Уның Зәйнәб Биишеваға, Назар Нәжмигә, Таһир Кусимовҡа арнап яҙған поэмалары шиғриәтебеҙҙе байытманымы ни! Хал­ҡы­быҙҙың арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарына шиғри формала әҫәр яҙыуҙан әҙәбиәтебеҙ ярлыланып киттеме?! Дөрөҫөн әйткәндә, бағышлауҙы бөтәһе лә яҙа белмәй. Бына Татарстанда был йәһәттән Роберт Миң­нуллинды уҙыусы юҡ. Уның шау ар­нау­ҙарҙан торған “Мыек астынан гына...”, “Дусларым, дус-ишләрем...” китаптары туғандаш республикала бик популяр. Был йәһәттән Ирек ағайҙың арнауҙары буйынса ғына ла тотош бер дәүерҙе, шул осорҙағы шәхестәрҙең йәшәйеше, ҡаҙанышы ту­раһында өйрәнергә була.
“Ғәҙәттә, кем арнауға лайыҡ түгел, шулар мине тәнҡитләп маташа. Ә мин, уларҙың асыуын килтереп, тағы бер бағышлау яҙҙым әле”, — тип һөйләгәне хәтерҙә шағирҙың.
Шағир беҙгә тормошто яратырға ла өйрәтеп китте. Бик һирәктәр генә беләлер уның ни тиклем ауыр сир менән айҡа­шыуын. “Алты сәғәт дауамында операция эшләнеләр. Бирешмәнем бит”, — тип үҙ-ара ғына һөйләгәне яҡшы хәтерҙә. Ә бит шунан һуң ул ун йыл йәшәне, ижад итте. Һәр ваҡыт ха­лыҡ араһында булды, гелән йөҙөнән ихлас йылмайыуы китмәне. Уның бәхетле йөҙөнә ҡарап, берәү ҙә шағирҙың ни тиклем ауыр сирләгәнен уйлап та бирмәҫ ине, сөнки ул тормошто яратты. Халыҡ араһында булыу уның өсөн иң ҙур ҡыуаныс ине. Һәр осрашыуҙы башлап ебәрер шиғы­рында былай тип юҡҡа яҙмаған бит:
Эй, кешеләр, һеҙгә ашығамын,
Бармы икән миндә эшегеҙ?
Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә,
Мин бит кеше түгел кешеһеҙ...
Бар шатлығым һеҙҙең менән бергә,
Бергә булһам — ҡайғым тарала.
Һәр саҡ сарсап осрашыуҙар көтәм,
Ҡалғым килә һеҙҙең арала...
“Яҙыусыларҙан иң күбе Ирек Кинйә­булатов менән Ҡәҙим Аралбай райондарға сыға. Улар һәр саҡ осрашыуға барырға әҙер”, — тигәйне әҙиптәр союзы рәйесе.
Ирек ағайҙың кеше булараҡ тағы бер үҙенсәлеге — ул бик матур кейенә тор­ғайны. Бүтәндәрҙә булмаған тундар, ҡой­роҡло бүректәр... Һәр сараға төрлө костюм кейеп килә. Уның был сифатына бөтәһе лә һоҡланып ҡарай торғайны. “Ирек һымаҡ үҙенсәлекле кейенгән яҙыусы беҙҙә юҡ”, — тигәйне бер заман профессор Тимер­ғәле Килмөхәмәтов. Нисек кенә булмаһын, кешенең өҫ-башына ҡарап та уның тура­һында фекер төйнәргә була. Ирек ағай әллә ниндәй төбәккә барып сыҡһа ла, уның кейеменә ҡарап башҡорт интел­ли­генцияһы вәкиле тип әйтерҙәр ине.
Китаптар... Матур кейем яратҡан кеүек, Ирек ағай матур китаптарҙы ла ифрат яратты. Был осраҡта матур — сифатлы, яҡшы, кәрәкле мәғәнәһендә. Уның фатирында ниндәй генә китап юҡ ине! Милли, Рәсәй, сит ил әҙәбиәтенең тулы арсеналы! Һәр сыҡҡан йәш авторҙың йыйынтығын алып уҡып барҙы ул. Әгәр яҡшы булһа, йылы һүҙен дә йәлләмәне. Райондарға осрашыуға барһа, мотлаҡ шәп китаптар алып барыр ине. Бының өсөн ул иң тәүҙә “Китап” магазинына инеп сыға.
Һуңғы йылдарҙа, үҙенең һаулығын самалаптыр, был ҡәҙерле ҡомартҡыларын таратыу тураһында йыш һөйләне. Миңә лә күп китаптарын бүләк итмәксе булғайны. Фатирында булып та, алып ҡайтырға йә уңайы тура килмәне, йә мөмкинлек тыу­маны. Һуңғы тапҡыр осрашҡанда Кар­повтың Сталин тураһындағы “Генералиссимус” тигән китабын биреп ҡайтарғайны. “Уҡып сыҡ. Хәтәр кеше булған! Ил өсөн хатта үҙ улынан баш тартҡан!” — тигәйне, ҡалын китапты һуҙып.
Үрҙә әйтеүемсә, Ирек Кинйәбулатов менән бик күп райондарҙа бергә йөрөргә насип итте. Әммә шуларҙың иң иҫтә­леклеһе һәм һуңғыһы тыуған яғым Белорет районына сәфәр булды. Унда беҙҙең менән халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, сатирик Венер Исхаҡов, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов барғайны. Белорет ҡалаһында ике урында, һуңынан Абҙаҡ ауылында бик матур осрашыуҙар үтте. Һуңынан күмәкләп Абҙаҡта атай-әсәйемдең ҡәберенә зыярат ҡылдыҡ. Был матур осрашыуҙы яҡташтарым әле булһа йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. “Яҡташтарың бигерәк ихлас. Әйҙә, йәйгеһен тағы Абҙаҡҡа барып ҡайтайыҡ әле”, — тигәйне яҙын Ирек ағай. Ауылыбыҙға барып, Ҡырҡты тауына ла күтәрелербеҙ тип килешкәйнек. Тик яҙманы шул... Ул йәйҙә әҙип арабыҙҙан китеп барҙы.
Ирек ағайға бәйле тағы бер хәл иҫкә төштө әле. Бер заман ҡала ситенән баҡса алам тип янып йөрөгән саҡ.
— Айгиз, һин баҡса һатып алырға йө­рөйһөң, тип ишеткәйнем.
— Эйе, тик ҡайһы яҡтан алырға бел­мәйем.
— Әйҙә минең яҡтан ал, Стәрлетамаҡ юлында ғына. Алыҫ та түгел. Күрше булырһың. Бер нисә оло кеше һата тип ишеткәйнем.
Ағайҙың хәстәрлегенә ҡыуанып киттем. Ысынлап та, яныңда таныш кешең йәшәһә, ҡайһылай шәп бит!
— Бына ошо ялда барһам, һораш­ты­рырмын, – Ирек ағай етди һөйләшеүҙе дауам итте. – Тик һин ниндәй суммаға иҫәп тотаһың?
— Әлләсе...
— Ну күпмегә алыр инең баҡсаны? Һорашып йөрөгәндә хаҡын да самалар кәрәк бит миңә.
— Өҙөп кенә әйтә алмайым шул, — тигән булдым.
— Яҡынса булһа ла әйт. 150 меңгәме, әллә 250-гә самалайһыңмы? – шағир төпсөнөүен дауам итте.
— М-м-м...
— Аңланым! – тине Ирек ағай, көлә биреп. – Һиңә почти бесплатно кәрәк!
“Ярай, эҙләп ҡарармын” тине лә ағай сығып китте. Ә бер нисә көндән шағирҙың йөрәге туҡтауы хаҡында ишетеп, тетрәнеү кисерҙек. Күрше булырға яҙманы... Хәләл ефете Лида апай хәтерләүенсә, һуңғы көндәрендә Ирек ағай миңә тип баҡса эҙләп йөрөгән икән.
Арҙаҡлы шағир, Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов менән бер осорҙа йәшәү — йәш быуын әҙиптәре өсөн оло бәхет. Уның менән һәр осрашыу күңелдәрҙә йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Үҙе арабыҙҙан китһә лә, китабы ҡулдан төшкәне юҡ. Уның шиғырҙарына ҡат-ҡат мөрәжәғәт итәһең, ә йырҙары күңелде моңландыра. Шулай булғас, беҙ нисек унһыҙ булайыҡ ти?! Ҡалдың, ағай, беҙҙең арала!

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ,
Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872