Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир бәхете ниҙәр менән үлсәнә?
Ир бәхете ниҙәр менән үлсәнә?Ҡарлымандың ҡарлы яландары
Ҡараш етмәҫ ергә һуҙылған.
Ҡарлы-боҙло юлдар тапай-тапай
Ярты быуат ғүмер уҙылған.

...Һин йәшәйһең һәр көн булһын, тиеп,
Һәр саҡ мәнфәғәткә ярарлыҡ;
Кешеләрҙең тағы күп йылдан һуң
Күҙҙәренә тура ҡарарлыҡ.

(Ирек Кинйәбулатов).

Ғәзиз төйәгемдә мине бала саҡтан әсир иткән, ике ярын һары тал ҡаплаған һәм шул хозур таллығында йәйҙәрен өҙҙөрөп һайрар йырсы ҡоштары менән арбар Ҡарлыман тигән таҙа һыулы йылғабыҙ бар. Ул йылға тыуған ауылым Бишауыл-Уңғарға терәлеп тигәндәй аға. Артыҡ киң дә түгел, үтә тар тип әйтергә лә тел әйләнмәҫ. Балыҡ ҡармаҡларға яратҡан Йәгүр (Егор) тигән бер кешенең тирмән быуаһы, инде хужаһы үҙе булмаһа ла, күңелгә яҡын. Ҡарлыманыбыҙ Аҡташ тәңгәлендә Ағиҙелгә ҡоя. Ифрат хозур ул ошо урын, ожмахтың үҙе тиерһең. Шуғалыр унда үткән балалыҡ йылдарым ярты быуатлыҡ хәтирәләр томанына төрөнһә лә, һағыныуҙарымдың баҫылаһы юҡ.

Хыялдары
Олоташтай бейек


Ҡарлыман тигәс тә “ҡылт” итеп хәте­регеҙгә Ҡарлыман станцияһы, Ҡарлыман шәкәр заводы, һөт-консерва комбинаты, Ҡарлыман мәмерйәһе, Ҡарлыман, Ҡар­лы­манбаш ауылдары иҫкә төшәлер, моғайын. Тыуған ауылым эргәһенән генә сылтырап аҡҡан йылғабыҙ ана шулай Ҡырмыҫҡалы районының киң таралған атамаһына, данлы исеменә әүерелгән, хәҙергесә әйтһәк, брендыбыҙға әйләнгән. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ошо тормош юлдарым менән үрелгән яратҡан йылғам тамағынан уның үренә – Ҡарлыманбаш тарафына юл тотайыҡ әле: хәтер йомғағын сисә-сисә, үткәндәрҙе барлайыҡ. Уй-хыял­да­рыбыҙға ирек биреп, кешенең бәхете – сәғәҙәте тураһында фекер йөрөтәйек.
Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылына тәү башлап Бишауыл-Уңғар һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең VII класс уҡыусыһы булғанымда аяҡ баҫтым. Класс етәксебеҙ Миңнебай Вәлиев Абҙан шарлауығынан туп-тура беҙҙе велосипедтарыбыҙҙа, байтаҡ ара үтеп, Ҡарлыманға алып килде. Беҙ класыбыҙ менән Олоташ мәмерйәһенә сәфәр ҡылдыҡ, кисен ауыл халҡына мәктәп уҡыусылары “ҙур” концерт ҡуйҙы. Халыҡ эркелеп килгәйне.
Ошонан һуң ауыл менән ҡыҙыҡһыныу арта барҙы. Элгәре ҡарлымандар урта бе­лемде беҙҙең мәктәптә алыр булған. Күренекле халыҡ шәхестәренән булыр шағир Шәриф Бикҡол, журналист Әниф Бикҡолов, бик күп орденлы механизатор Фән Исхаҡов, газ-нефть сәнәғәтенең кү­ре­некле белгесе, партия һәм дәүләт эш­мәкәре Фәнис Исхаҡов, идеология буйынса райком секретары Мөхтәр Аба­ҡасов, мәғариф ветераны Борис Абаҡасов, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән Фәрит Ҡотлобаевтар ошо ауылдан. Улар­ҙың һәр береһе менән яҡындан танышып, аралашып йәшәлде. Шәриф ағай Бикҡол ҡаты ауырып киткәс, янына инеп хәл белешеп ултырыуҙар ҙа булды. Уның шиғ­риәтен дә, моңло йырҙарын да ярата, үҙ итә инем мин.
Яҙмышыма рәхмәт. 1970 йылдар уртаһында Фәрғәт Фәрит улы Ҡотлобаев менән таныштыҡ, ул ғына түгел, районы­быҙҙың Алайғыр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә бер коллективта ең һыҙғанып эшләргә лә яҙҙы. Бына ошо матур дуҫлығыбыҙ, йә­мәғәт эшендә бергә ҡайнап йәшәүебеҙ тиҫтәләрсә йыл дауам итә.
Фәрғәт Ҡотлобаев 1957 йылда башлан­ғыс кластар уҡытыусыһы Финә һәм мәктәп директоры булып эшләгән Фәрит Ҡотло­баевтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә... Әҙәм балаһын кеше итеүҙә ғалимдар ике йүнәлеште күрә: беренсеһе ата-әсә ҡаны аша килер нәҫел ҡиммәте булһа, икенсеһе – мөхит, һине уратып ал­ған донъя һиммәте. Фәрғәт Ҡотлобаевҡа иһә ике бәхет тә бер юлы йылмая. Әсәһе яғынан егеттең олатаһы Нурислам Нәзи­ров үҙ заманының алдынғы шәхесе, өс һуғыш ветераны, уҡытыусы, ауыл Советы хеҙмәткәре була. Батша генералдарын, 1917 йылда Ваҡытлы Хөкүмәт рәйесе Александр Федорович Керенскийҙың һалдаттар алдында сығышын тыңларға насип булған уға, һуғыштан ҡайтҡас, ауылда Совет власын урынлаштырыу, колхоз төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнаша.
Ысынлап та, уҡымышлылығы менән Алайғыр ауылы өлкәндәренән айырылып торҙо олатай. Балаларын да кеше итте, педагогтар, медицина хеҙмәткәрҙәре итеп үҫтерҙе. Бына актер, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Кәшәф Нурислам улы Нәзировты республикабыҙҙа кем генә белмәй. Зама­нында үҙем дә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының артиллерия дивизионы командиры Әсҡәт Нәзиров хаҡында материал тупланым, уның хаҡында уҡыу­сы­ларыма һөйләнем. Яҡташыбыҙ капитан Әсҡәт Нурислам улы Нәзиров илебеҙ именлеге өсөн яу ҡырында батырҙарса һәләк була.
...Фәрғәт шулай һәр каникулын олатаһы янында уҙғара. Ауыл тарихын, Нәзировтар шәжәрәһен, ер-һыу атамаларын, риүәйәт­тәрҙе тыңлап үҫә. Уның ауыҙынан Егоревка крепосы, Ҡаҙаҡтар юлы, Ағиҙел буйындағы Табын крепосы тураһында мин дә ишетеп белдем. Ә бит былар – XVI – XIX быуаттағы ваҡиғалар. Шулай бик йәштән тәүарихҡа тартыла башлай баланың төпһөҙ киң һәм ихлас күңеле.
– Ҡарлыман һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыным. Ата-әсәм уҡытыусы булғас, миңә, бер яҡтан, еңел дә, икенсе яҡтан, ауыр ине, – тип хәтерләй бөгөн Фәрғәт Фәрит улы. – Сөнки “директор малайы” булыу һи­нән күп нәмәне талап итә: тәртибең дә, уҡыуың да башҡаларға өлгө булырға тейеш. Бүтән малайҙар кеүек шашып-шаяраһы, тыйылғандарҙы ла эшләп ҡарағы килә, ләкин ярамай...
Мәктәптәге һәм өйҙәге ыңғай мөхит, баланы формалаштырыуға йүнәлтелгән тәрбиә системаһы беҙҙең геройҙы шәхес итеүҙә бик отошло булған. Ана, Фәрғәт тә китап уҡыуға әүәҫләнде, төндәрен фонарь яҡтыһында ҡасып тигәндәй ҡалын-ҡалын романдар, тарихи китаптар уҡыны. Николай Островскийҙың “Ҡорос нисек сы­ныҡ­ты?” романындағы Павка Корчагин хатта кумирына әүерелде. Мөхтәр Әүәзовтың “Абай юлы”, Степан Злобиндың “Салауат Юлаев”, Әнүәр Бикчәнтәевтең “Нисә йәш һиңә, комиссар?” романдары ҡулынан төшмәне уның. Мәктәптең ҡайнап торған тормошо уны үҙ эсенә йотто, аҙ ғына ваҡыты булғанда, ғилемле уҡытыусылары янына атлығып торҙо. Ә Хоҙай уның үҙенән артислыҡ һәләтен дә йәлләмәгән икән. Бейеүгә маһирлығы халҡыбыҙҙа киң таралған “Өс таған”да ҡарт образын тыуҙырырға ярҙам итте. Әле булһа Ҡыр­мыҫҡалыла уҡыусы егеттәрҙең ошо сағыу һәм еңел бейеүен хәтерләйҙәр. Фәрғәт башҡарыуындағы “Бә­рәң­ге” йырын да ябай сәнғәт һөйөүселәр йылы ҡабул итте. Йырға ма­һирлығы әлегәсә дауам итә уның, ҙур сәхнәләр­ҙә, таныл­ған шәхестәр ара­һында яратҡан эстра­да йыр­ҙарын ихлас күңелдән башҡара ул.
Фәрғәт Ҡотлобаев тыу­ған төйәген бала са­ғынан яратты. Даръялай киң булып йәйелеп ят­маһа ла, ауыл осондағы ыҡсым ғына Аҡ­күл буйында уйнап үҫте, ғәзиз тәби­ғәттең матурлығын шунда күрә һәм тоя белергә өйрәнде. Ә ауылдан ситтәрәк, аҡ ҡылған­дарын елгә тирбәлдереп үҙенә әйҙәгән, күккә олғашҡан Олоташ күптән инде йәшәү мәғәнәһенә әйләнде, хыялы ла, рухи таянысы ла булды. Тау ҙа бит, ана, күкрәген киреп баҫҡан ғорур егеттәй, байтаҡ ғүмер ирәйеп, әллә ҡайҙан күренеп тора. Маҡ­саты бер уның: тәбиғәт, кешеләр ни тиклем рәхимһеҙ булмаһын, бөгөлөп төшмәй! Ел-ямғыр ҙа аҙ кимермәне уның күкрәген, бина, өй нигеҙҙәренә тип, итәген дә аҙ еме­рмәнеләр. Шулай ҙа Олоташ мыҡты һы­нын ташламаны – йөҙө йыйыр­сыҡлан­ды, әммә һыҙланыуын тышҡа сығарманы. Шөкөр, хәҙер изге тау, респуб­ликабыҙҙың тәбиғәт ҡомартҡыһы – матур Ҡарлыман мәмерйәһе кәртәләп алынған, ян-яғында һомғол шыршы һәм ҡарағайҙар ҡолас йәйеп үҫеп ултыра. Хәстәрлекле кеше ҡулдары тейгән саҡта тәбиғәт алған яраларын тиҙ арала уңалтырға ғына тора шул.

Хөрмәт Абдуловтың мәктәбе

Тарих фәненә ғашиҡ егет, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлағас, 1976 йылда хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Был ва­ҡыт­та беҙ инде бер нисә йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш­ләргә өлгөргәйнек. Директорыбыҙ Хөр­мәт Ғайса улы Абдуловтан бик уңдыҡ. Бай тормош тәжрибәһе туплаған, Бөйөк Ватан һуғышында артиллерист булып яу юлын үткән капитан Абдулов Көйөргәҙе райвоенкомы вазифаһынан отставкаға сыға һәм 1950 йылдар башында тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Кисәге кадровый офицер райондың Ленин исемендәге хужалығында парторг, һуңынан рәйес булып эшләй. Ырымбур педагогия институтын тамамлап өлгөргән юғары белемле география уҡытыусыһы мәктәпкә, яратҡан балалар янына ашҡына. Шул осорҙа ху­жалыҡты район патриоты, арыу-талыу­ҙың ни икәнен белмәгән Рафаэль Шәғәли улы Хәмитов етәкләй.
Тиҙ арала уңған һәм тырыш рәйес райком, райсовет менән уртаҡ тел табып, Алай­ғырҙа участка дауаханаһы, 320 урынлыҡ мәктәп төҙөтә. Башланғыс мәк­тәпле ауыл халҡы ла дәррәү күтәрелә, ал-ял белмәй эшләй, уҡыусыларға тиклем йүгерешеп, өлкәндәргә ярҙамлашырға әҙер була ул саҡтарҙа. Яңы 1967/68 уҡыу йылында ҙур һәм яҡты бинала һабаҡ ала башлай балалар. Некрасовка, Казанка, Егоревка, Матросовка, Мөрсәк ауылы балалары уҡый, теләгәндәр интернатта, аҙна буйы ятып, белем ала. Бөгөн ул көндәрҙе алайғырҙар XX быуаттағы иң оло ваҡи­ғаларҙың береһе итеп хәтерләй. Шулай булмай ни: бер-ике йылда ҙур-ҙур матур биналар ҡалҡып сыҡһын әле! Рәйес Рафаэль Шәғәли улына булған хөрмәт әле лә халыҡ телендә “Хәмитов яланы”, “Хәмитов күле” кеүек ер-һыуға бәйләнгән атамаларҙа һаҡлана. Изгелекте, яҡшыны халыҡ онотмай, быуындан быуынға тапшыра шулай.
Алайғыр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 70–80-се йылдарҙа 300-ҙән ашыу башҡорт, рус, сыуаш балаһы белем алды, башҡорт һәм рус кластары булды. Теләгәндәр ба­лаһын рус телендә уҡытты. Башҡорт клас­тарында бөтә фәндәр ҙә туған телдә алып барылды. Коллективта, балалар ара­һында милли ерлектә бер генә аң­лашылмаусылыҡ булғанын хәтерлә­мәйем. Мәктәп директорыбыҙ Хөрмәт Абдулов хәстәрлекле, киң күңелле, кәрәккәндә бик талапсан етәксе ине. Элекке парторг бул­ғанғамы, ҡулынан гәзит-журналдар төш­мәне. Ғәҙәттә, ял көндәрендә эш бүлмә­һендә политзанятиеларға, дәресенә әҙер­ләнеп ултырыр булды. Беҙҙе, йәштәрҙе, эшкә өйрәтте, һәр кемебеҙгә партия сафына инеү өсөн рекомендацияһын (тәҡ­димнамәһен) яҙып бирҙе. Уҡытыусы­лар­ҙың һәр береһе сәхнәлә – артист, фермала, колхоз баҫыуында агитатор булды. Үҙенә рәхмәтемде күп әйтһәм дә, халыҡ алдында йылы һүҙ еткерә алманым. Мөмкин булһа, ошо һүҙҙәрем һуңлап булһа ла рухыңды яҡтыртып ебәрһен, Уҡытыу­сым!
Беҙ уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директорҙың урынбаҫары Анна Николаевна Балабанованан да уңдыҡ. Был ихтирамлы кешеләр арабыҙҙа күптән юҡ, әммә изгелектәре, беҙҙе кеше, уҡытыусы итеүҙә һалған хәләл көстәренең, тырыш­лыҡтарының хаҡын онотаһы түгел. Беҙ тигәнебеҙ – Зилә Мәхмүт ҡыҙы, Риф Ғи­лемхан улы Сәхәповтар, Рауия Ҡолоҡаева, Нәфисә Абдуллина-Ҡорбанғәлиева, Фәйрүзә Әбҡәдир ҡыҙы һәм Фәрғәт Фәрит улы Ҡотлобаевтар, Әминә һәм Йыһанша Ҡыҙрасовтар, Әлфиә Ирмәкова, Рүзилә Нәзировалар һәм бән фәҡирегеҙ. Һуңынан, күптәребеҙ төрлө тарафтарға йүнәлеп, төрлө ерҙә эшләһәк тә, Хөрмәт Абдулов­тың мәктәбендә алған һабағыбыҙ, туплаған тәжрибәбеҙ, эш стилебеҙ Һөнәрсебеҙ­ҙе­кенә тартты. Бәхетлебеҙ, кеше араһында, уҡыусыларыбыҙ алдында йөҙөбөҙ ҡыҙар­маны. Тик шуныһы ғына үкенесле: бөгөн ҡәҙерле мәктәбебеҙ – 70 йылға яҡын йә­шәп килгән белем усағы заман һынау­ҙа­рына ҡаршы тора алманы, белем нурҙары һибелеүҙән туҡтап ҡалды. Хатта башлан­ғыс класс балалары ла Ефремкин йә Иҫке Бәпес мәктәбенә йөрөп белем алырға мәжбүр хәҙер. Ауылда уҙған яҡты дәүерҙең тере һәйкәле булып буп-буш бина ултыра. Ҡыңғырау, шатлыҡлы бала-сағаның тауыштарын ишетермен, тимә. Шуныһы йәл...
Фәрғәт Ҡотлобаев бик белемле, киң эрудициялы тарих уҡытыусыһы булды. БДУ-ның тарих факультетында профессор Марат Ҡолшәрипов етәкселегендә диплом эшен юғары баһаға яҡланы.
Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр бит. Уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәлән­гән, итәғәтле, талантлы йәш уҡытыусы шу­лай күҙ алдында үҫте. Алайғыр брига­даһы комсомолдарының пропагандисы йөгөн теләп тартты, геосәйәсәтте яҡшы белде, һәр нәмәне ябай тел менән ха­лыҡ­ҡа аңлата алды. Кешеләр менән эш­ләү, уларҙың әйткәнен, үтенесен тыңлау, ярҙам итергә ынтылыу тәжрибәһе шулай тупланды уның. Олатаһы Нурислам Нә­зировтың ауылдаштары үҙ итте уны, ошо ауылда башлы-күҙле булды. Йәмәғәте, Ҡарлыман ауылы һылыуы Фәйрүзә лә, затлы нәҫелдән: Абаҡасовтар – районда киң билдәле ырыу. Бер-бер артлы улдары Айҙар һәм Илдар тыуҙы, шарттар маҡ­та­нырлыҡ булмаһа ла, бер ниндәй балалар баҡсаһыҙ, ярҙамсыһыҙ улдарын туптай итеп үҫтерә алды шулай йәш ғаилә. Район үҙәгенә күскәс иһә ҡыҙҙары Айһылыу донъяға килде. Ана шулай үҙенә яҙған бәхет ҡошон ҡулынан ысҡындырманы Фәрғәт. Ә ул ҡош эйәһенең педагогик хеҙ­мәтенән, кешеләр менән аралашыуҙан алған шатлығынан, ғаилә кинәнесе кисе­реүенән ҡыуанды, хужаһына тағы ҙурыраҡ вазифалар, яңы бәхеттәр теләп, баш осонда ҡанаттарын ҡаҡты.

Ҡанаттар осҡанда нығый

Йәш уҡытыусы, өлгөргән тарихсы, коммунист Фәрғәт Ҡотлобаевты 1984 йылда КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы райкомындағы пропаганда һәм агитация бүлегенә инструктор итеп эшкә саҡыралар. Ауылда туплаған тәжрибәһе ярап ҡала. Йәш кеше, ғәҙәтенсә, ең һыҙғанып эшкә тотона, ни ҡушылһа, шуны еренә еткереп үтәй. Ә бер аҙҙан өмөтлө егетте бүлек етәксе­һенең урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡырмыҫҡалы – элек тә, әле лә республи­кабыҙҙың өлгөлө районы, илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар, ауыл хужалығындағы, агросәнә­ғәттәге яңылыҡтар иң тәүҙә бында тоҡана.
Республика етәкселегенең, Мәскәү вәкилдәренең юлы ла ошонда төшөүсән. Ә заманында етәкселәр ҙә егәрле, талапсан һәм ҡаты булды. Социалистик Хеҙмәт Геройы Н.Я. Батанов, билдәле шәхес Ғәзим Аллаяров, оҙаҡ йылдар Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, хәҙер райондың почетлы гражданы Иван Фомич Воликтарҙың исемен атау ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Шуғалыр районыбыҙҙа тәртип һәр саҡ ярайһы ҡаты булды. Талап итә лә, халыҡты эшләтә лә белделәр. Ҡайһы тарафта бер райондан сыҡҡан өс сөгөл­дөрсө Социалистик Хеҙмәт Геройы бар, әйтегеҙ әле?
1965 йылдар тирәһе. Ауылыбыҙ эргә­һенән генә һалынған Ҡарлыман – Ҡабаҡ автомобиль юлы. Оло йәштәге әсәйем, күрше Шәрғиә әбей көйәнтәләп сөгөл­дөр­ҙән ҡайтып киләбеҙ. Шажлатып өр-яңы “УАЗ” автомобиле килеп туҡтаны. Беҙҙең ҡот осто. Шунда ҡәтғи тауыш ишетелде:
– Ниңә колхоз милкен урлайһығыҙ, ултыраһығыҙ килдеме?!
– Урламаныҡ, улым, уңышы йыйып алынған баҫыуҙан көрәк менән ҡаҙып алдыҡ...
– Юҡ, был – уғрылыҡ, ишшо уҡыусы баланы этлеккә өйрәтәһегеҙ!..
Буш машинаны туҡтатып, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда аслыҡтан ыҙа сиккән, әле лә әллә ни мандып китмәгән ҡарт әбейҙәрҙең һәм тарамыш ҡына бер ябыҡ малайҙың – көнө буйы асығып, ҡаҙ һимер­терлек ризыҡ булһын тип йөрөгән бәндә­ләрҙең өс көйәнтә сөгөлдөрөн, колхоз мал­дарына тип, фермаға оҙаттылар... Бик шикләнәм бөгөн, барҙымы икән шофер ағай әллә ҡайҙағы йәйләүгә? Алып барһа ла, меңәрләгән колхоз малына энә осолай ғына сөгөлдөр ризыҡ булып баттымы икән? Бисараларҙың һыҡтай-һыҡтай буш күнәк менән ҡайтып барғаны һис онотолмай. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа йыйылмай ҡалған ҙур-ҙур сөгөлдөрҙәрҙе, юғалтыуҙы күрһәм, күҙҙәремә йәш эркелә, миңә ҡу­шылып, әсәйем, Шәрғиә әбей илай төҫлө...
Булмышы менән Фәрғәт Ҡотлобаев – яңы типтағы етәксе, үтә сабыр, итәғәтле, олоно оло итер, кәңәш алып йөрөр, кесене кесе итер, кәңәш биреп йөрөр зат. Ике телде лә юғары кимәлдә белеүе, даирә киңлеге төрлө милләт вәкилдәре алдында иркен сығыш яһау мөмкинлеген бирҙе. Тәбиғәттән ҡуйылмыш көр тауышы, кеше алдында үҙен тотошо, күркәм телмәре уны районыбыҙҙың ысын мәғәнәһендәге идеологы итте. Шуға күрә тиҙ арала ул райкомдың идеология бүлеге етәксеһе, ә бер аҙҙан Ҡырмыҫҡалы райкомының II һәм I секретары итеп һайланды. Бәлки, был фекерем кемгәлер оҡшамаҫ, ҡайһы заманды данлай, тип әйтерҙәр. Әммә мин инанғанмын: һәр осорҙа ла кешелә яуап­лылыҡ, эшеңә фиҙакәрлек, башҡаларға яҡшы мөнәсәбәтең, үҙеңдәге матур сифаттар юғары баһалана. Йәнә килеп, ул дәүерҙә кадрҙар сәйәсәте төплө уйланыл­ған һәм эҙмә-эҙлекле ине, кадрҙар резервы булды. Ҡотлобаевтың районда беренсе секретарь ваҡытында ябай, ихлас булыуын, халыҡ менән һин дә мин аралашыуын яҡшы хәтерләйем.
– 1991 йылдың август уртаһында райком ишеген һуңғы тапҡыр миңә ябырға тура килде. “Партократтар”, “халыҡ елкә­һен кимереүселәр” тигән буш хәбәр көсләп тағылды, мәғлүмәти һөжүм төплө уйланып алып барылды, күптәр быға ышанды. Ә шулай ҙа беҙ, урындағы ойошмалар, етәкселәр, халыҡ өсөн эшләнек, үҙебеҙ ҙә шул уҡ халыҡ араһынан сыҡҡан етәк­селәр инек бит. Күптән түгел район хаки­миәтендә ветерандар менән осраштыҡ, Октябрҙең 100 йыллығына доклад менән сығыш яһаным, хәтирәләр менән уртаҡ­лаштыҡ. Үткән тарихҡа ҡарата бер кемдә лә насар фекер булманы, рәхмәт һүҙҙәре күп ҡабатланды, – ти Фәрғәт Фәрит улы.
Башҡарма власть етәкселәре Ф.Ф. Ҡотлобаевҡа яңы эш урыны тәҡдим итә. Райондың рус һәм татар телдәрендә баҫылған “Хеҙмәт даны” гәзитен етәкләү кәрәк. Яҙыу-һыҙыу, әҙәби ижадҡа маһир кешегә ҡулай. Ғәҙәтенсә, бында ла ярһып матбуғат эшенә тотона йәш мөхәррир. Таянырҙай журналистар ҙа бар: Миҙхәт Рәжәпов, Марат Хәсәнов, Фәнил Солтанов, Эльза Саттарова, Рәмилә Сәйфуллина, Әхәт Юлмөхәмәтов. Ҡәләмдәре үткер, ра­йондың иҡтисадын, социаль өлкәне яҡшы беләләр, барыһы ла ошо гә­зиттә үҫкән. Мөхәр­рир ҙә яңы идеялар таба, баҫ­маны йөк­мәткеле итә. “Баш­ҡорт­остан” гәзите ме­нән тығыҙ бәйләнеш ойошторола, район­да төп гә­зит меңдән ашыу да­на менән тарала. Тап ошо йылдарҙа район гәзите урында нәшерлә­неп, Өфө полиграфия комбинатында ташҡа баҫыл­ды. Элек сифат түбән ине, фо­торәсемдә кешене таныу ауыр булды. Гәзит күр­кәмләнде, сығымдар кә­мене. Һәм, бер көн килеп, аяҙ көндә йәшен уйнаны, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығыл­ды...
1993 йыл... Мөхәррир районда артыҡ шашына башла­ған, хужалыҡтарҙы талау менән шөғөлләнгән диктатор хужа, уның әшнәләре тураһын­да үткер мәҡәлә баҫ­тыра. Эшләмәҫ ине, элекке принципиаллеге, намыҫы ҡушмай, икенсенән, редакциянан яҡлау табырға тырышҡан ябай кеше­ләрҙең хаттары... Район хужа­һы ниҙәр генә ҡылмай, ҡурҡы­тыу, янау һәм башҡа һыймаҫ ҡара яғыуҙар... Олоташ кеүек ҡая­лар ҙа сыҙамаҫ быға, таштары гөрһөлдәп ергә ҡолар. Шун­дайына ирҙәр нисек түҙ­һен?! Маң­лайҙарға тәрән һыр­ҙар һу­ҙылды, сикәләргә мәңге иремәҫ ҡар­ҙар ят­ты, йөрәк үҙенең ҡайҙалығын иртәрәк һиҙҙерҙе. Әммә күңеленә тап төшмәне, кешеләргә һы­уынманы, Ауыр­ғазы райо­нына сығып китһә лә, ғәзиз туп­ра­ғына рәнйемәне Фәрғәт Ҡотлобаев.
– Шундай ғазаплы көндәрҙә Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Миңлерәйес Миңлеғәли улы Ишморатов “Ватан юлы” гәзитенең мөхәррире итеп эшкә саҡырҙы. Рәхмәтем сикһеҙ, ауырғазылар мине ҡабул итте. Бындай изгелек мәңге хәтерҙә ҡала, – тип тулҡынланып хәтирәләргә бирелә Ҡотлобаев.
Ҡырмыҫҡалыға 1994 йылда яңы етәксе, Баш­ҡортостан Хөкүмәтендә эшләгән Дамир Асҡаров килеү менән Фәрғәт Ҡотлобаевты район хакимиәтенә кадрҙар идаралығы етәксеһе сифатында эшкә саҡыра.
– Тәжрибәгеҙ ҙур, халыҡ ихтирам итә, миңә тап һеҙҙең кеүек утты-һыуҙы кискән егеттәр кәрәк, – ти Дамир Ғәлиәскәр улы. Солтанлыҡтан баш тартып, яңынан үҙ тупрағында олтанлыҡты һайлай ир-уҙа­маны. Төрлө етәксе вазифа башҡара Фәр­ғәт Ҡотлобаев, ҡайҙа кешеләр менән уртаҡ тел таба торғандар, принципиаль етәксе кәрәк, уны шунда тәғәйенләйҙәр.
Бына 12 йыл инде Фәрғәт Ҡотлобаев хакимиәттең эштәр идарасыһы йөгөн тарта. Кәңәшмәләр үткәреүгә әҙерлек, төп етәксенең көндәлек эшен планлаштырыу, ойошма етәкселәрен ҡабул итеүгә булыш­лыҡ итеү, ауылдарҙа халыҡ менән осра­шыуҙар, эш ҡағыҙҙарын ваҡытында һәм теүәл итеп алып барыу...
– Фәрғәт Фәрит улы – беҙҙең өсөн оло табыш, – ти район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов та. – Ул – һәр яҡлап әҙерлекле етәксе, шәхес. Уның үҙ эшенә үтә яуаплы ҡарауы, ижади фе­керләүе, иң мөһиме – ябай кешеләр менән аралашыу оҫталығы башҡаларға өлгө. Сер түгел, район, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге саралар үтеп тора. Улар ентекле әҙерлек, яуаплылыҡ талап итә. Шуғалыр ҙа таяныр кешең булыу – уңыштың яртыһылыр ул.
Эйе, яратҡан хеҙмәтенән, бөтмәҫ-тө­кән­мәҫ йәмәғәт эштәренән йәм табып йәшәй замандашыбыҙ. Ҡайһы бер кеше­ләр бәхетте лә тап эшенән таба, шуның тәмен татып йәшәй. Рәсәй, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Табын ыры­уының ҡор башы, КПРФ-тың урындағы ли­деры Фәрғәт Ҡотлобаев ана шундай­ҙарҙан. 23 йыл урындағы башҡарма власть органдарында эшләгән муниципаль хеҙмәт кәңәшсеһе Башҡортостан Республика­һы­ның Маҡтау ҡағыҙы, республика Прези­дентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Етмеш төрлө һөнәр эйәһе

Яҡты күңелле кешеләр һәр ваҡыт үҙҙәренең янына башҡаларҙы ылыҡтырып йәшәй. Күрәһең, ерҙең тартыу көсө булған кеүек, шәхестәрҙең дә үҙенсә тартыу көсө булалыр. Фәрғәт Фәрит улы ла үҙ янына кемдәрҙе генә тартмай, араларында дәү­ләт хеҙмәткәрҙәре генә түгел, бихисап яҙыу­сылар, журналистар, сәнғәт әһелдәре, педагогтар ҙа бар. Беҙгә лә ошо бәхетте кисереп йәшәү насип булды. Ауылда ғаилә дуҫтары булдыҡ, балаларҙы бергә үҫтер­ҙек. Дуҫлығыбыҙ йылдар үтеү менән нығына ғына бара.
Миңә Айҙар, Илдар, Айһылыу музыка белеме алған Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен­дәге республика гимназия-интернатында директор булырға яҙҙы. Айһылыу, бынан тыш, студентым да булды. Уларҙың һәр береһе – талантлы музыкант, юрист. Ошо һөнәрҙәргә йүнәлтеүҙә ҡатнашыуым менән бәхетлемен. Фәйрүзә Әбҡәдир ҡыҙы менән Фәрғәт Фәрит улы егәрле, аҡыллы һәм итәғәтле балалар үҫтерҙе. Шулай булмау мөмкин дә түгел, сөнки икеһе лә – юғары белемле педагогтар, эшһөйәр, талантлы шәхестәр. Ҡотлобаевтарҙы бө­гөн музыка, йыр, халыҡ ижады берләш­терә. Улар райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, халыҡҡа эстетик тәрбиә бирә. Өфө сәнғәт училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған Фәй­рүзә Абаҡасова Ҡарлымандағы Шәриф Бикҡол музейының директоры булып эшләй, әҙәбиәтте әүҙем пропагандалай һәм халыҡ ижадын үҫтерә.
Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы була, тиҙәр. Фәрғәт тә байтаҡтан бирле ши­ғырҙар яҙа, улар район гәзитендә әленән-әле донъя күреп тора. Уның һүҙҙә­ренә районыбыҙҙың билдәле композиторы Фәрит Яҡшығолов бынамын тигән йырҙар ижад итте. Авторҙар үҙҙәре лә матур итеп башҡара уларҙы. Мәҫәлән, шағирҙың “Ғүмер көҙө” әҫәренән:
...Ғүмер көҙө – күңел көҙгөһөләй,
Бар үткәндәр асыҡ күренә.
Бер нәмәне йәшерерлек түгел, –
Эйәргәндәр йылдар түренә.
Уңыштар ҙа, хаталар ҙа килгән,
Матур эштәр нурлай бәҫемде.
Бөтә булғандары – үҙемдеке,
Аңлағандар өсөн – фәһемле.
Мәғәнәле, төҙөк шиғри юлдар, поэтик әҫәрҙәргә ҡуйылған талаптарға яуап бирерҙәй шиғыр өлгөһө был, минеңсә. Шуға ла ижад ит, Фәрғәт, янып ижад ит, тип әйткем килә. Йыр-моңға, тормошҡа ғашиҡ йәндәр генә, ғәҙәттә, шиғырҙар яҙа. Ә шағирлығы күңел байлығынан, ҡат­марлы заманда ла матурлыҡҡа табыныу­ҙан киләлер. Бәғзе ирҙәр, ана шулай, хеҙ­мәтенән, көндәлек тормошонан ҡыуанып ҡына ҡалмай, өҫтәүенә илһам ҡанаттары ла уға ижад бәхете бүләк итә.
Шәхси тормошта ла Фәрғәт Ҡотлобаев – өлгөлө замандаш. Ҡулынан бөтә эш тә килә, бынамын итеп донъя көтә ул. Хәләл көсө менән балаларын аяҡҡа баҫтырған хәстәрлекле атай, олатай ҙа. Ошо юлдар­ҙы яҙған көндә ҡорҙашымдың әсәһе Финә апай гүр эйәһе булды. Көнө-сәғәте менән ҡорҙашымдың ауыр ҡайғыһын күтәрергә тырыштым, йылы һүҙҙәр әйттем. Ә яуап ҡыҫҡа: “Еңел булып ҡалды!..” Атаһы Фәрит ағайҙың да хәле шәптән түгел, ул түшәктә ята.
Фәрғәттең ни тиклем дә ата-әсә йәнле кеше икәнен беләм. Ҡәҙерлеләренең яндарынан китмәй, ни алып, ни бирергә бел­мәй, дауаханаларҙа аҙ дауаламаны. Беҙ инанған хәҙистә лә ошоға бәйле ана ни тиелә: “Атайың һәм әсәйеңә ярҙамсыл булһаң әгәр, сауаптары хажға барыу сауабына бәрәбәр”. Әллә нисә тапҡыр хаж сәфәре ҡылыр сауап-фатихалы ул Фәрғәт Ҡотлобаев. Йәннәт ҡапҡаларының әсәләр­ҙең аяҡ аҫтында икәнен бала саҡтан белеп үҫкән егет.
Минең йәнә шундай яҡын дуҫым, яҡташым бар. Ул – Марат Рафаэль улы Хә­митов. Рафаэль Шәғәли улы Хәми­тов­тың “Ленин” колхозын күтәрәм, мәктәп, да­уахана, мал һарайҙары һалдырам, колхозсыларҙы мул тормошта йәшәтәм тип яныуҙары, сабыуҙары эҙһеҙ үтмәй: аяҡтан йығыла легендар шәхес. Марат Рафаэль улы ла фалиж һуҡҡан атаһын ике тиҫтә йыл бала урынына тәрбиәләне. Бәхетле итәм тигән ирҙәрҙе, күрәһең, Хоҙай ана шундай юлдар менән һынап ҡарайҙыр. Аяғында ныҡ баҫып торған, кешеләр күҙенә тура ҡарап йәшәгән яҡташтарым менән ысын мәғәнәһендә ғорурланам! Үҙегеҙ булып ҡалығыҙ, миһырбанлы йән дуҫтарым!

Фәнзил САНЪЯРОВ,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар, Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873