Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Таҙа кейем төҫ бирә
Таҙа кейем төҫ бирәӨҫ-башына ҡарап кешегә баһа биреп буламы? Әлбиттә! Көндәлек кейемең һинең турала, йәшәү рәүешең хаҡында бик күпте һөйләй. Махсус кейем үҙе үк тирә-йүндәгеләргә үҙ хужаһының һөнәре тураһында мәғлүмәт бирә. Үҙенсәлекле, сағыу, матур кейенгән кеше кисәләрҙә шунда уҡ иғтибарға эләгә. Ә май тамған пинжәк, таплы салбар йәки күлдәк? Байрам кәйефеңде боҙа ғына... Ошондай осраҡта һеҙҙең хәлдә тик профессионалдар ғына аңлап ярҙам итәсәк!
Учалы “Химик таҙартыу, буяу һәм йыуыу” фабрикаһына Марат Нурғәлин яңы етәксе булып килгәс, эш тамырынан үҙгәрҙе.
— Февралдә директор вазифаһына тәғәйенләнгәс тә, элекке иҫке ҡорамалдарҙы яңыртырға тәҡдим иттем, сөнки файҙаланыу ваҡыты күптән үткән йыһаздар ике йылға ла түҙмәҫ ине, — ти Марат Львович. — Апрелдә Мәскәүҙә уҙған Бөтөн Рәсәй конгресында белгестәр менән осраштым. Улар миңә эште нимәнән башларға, ниндәй ҡорамал алырға кәңәш бирҙе. Өйгә яңы идеялар менән ҡайттым.
Таҙа кейем төҫ бирәШул уҡ белгестәр аша Италияла етештерелгән көнкүреш хеҙмәтләндереүе машиналары юллай хәстәрлекле етәксе. Бының өсөн банктан ссуда алыу ҙа еңел булмай уға. Кредит артынан күп йүгерә һәм теләгенә ирешә. Ҡорамалдарҙы яңыртыу тиҙҙән предприятиеның эшмәкәрлегендә лә сағыла. Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү яҡшыра, сифат яғынан да айырма һиҙелә. Фабрикала оҙаҡ йылдар эшләүсе технолог Елена Башлыкова һөйләй:
— Үҙебеҙҙәге үҙгәрештәргә шатланабыҙ, сөнки яңы сит ил ҡорамалы — ул таҙалыҡтың яңы баҫҡысы. Хәҙер эшләүе күпкә еңелләште. Иҫке һәм яңы йыһаз араһындағы айырма тутыҡҡан “копейка” менән уңайлы “иномарка” һымаҡ. Италия машинаһы, дизайнына хәтлем, кеше өсөн уңайлы эшләнгән. Уны үҙебеҙ урынлаштырҙыҡ, ә Мәскәү белгесе эшләтеп ебәрҙе, ул нисек ҡулланырға ла өйрәтте.
“Premium-300” тип атала был универсаль машина. Ул кер йыуыу ҡорамалы кеүек эшләй, тик бында һыу урынына “перхлорэтилен” иреткесе файҙаланыла. Машина компьютер аша идара ителә, ҡул менән дә эшләтергә була. Ҡорамалда махсус кейемде, йөн, күн, тиренән тегелгәндәрен дә таҙартырға мөмкин. Быға тиклем ҡайһы берҙәрен ҡабул итмәгәндәр бында, сөнки шарттар булмаған. Был ҡорамал ярҙамында хәҙер туҡыма әйберҙәрҙе лә эшкәртергә (йыуыу, һығыу, киптереү, таҙартыу) була.
Универсаль машинаны төрлө кейем-һалымды, балаҫ, келәм кеүек әйберҙәрҙе лә йыуыуға көйләп була. Әгәр боҙолһа, ул үҙе үк проблеманы асыҡлай ала.
Алина Шакирова аппаратсы булып бында 12 йыл эшләй. Ул яңы ҡорамалдың уңайлыҡтарынан һоҡланыуын йәшермәй. Беренсе көндәрҙә, ғәҙәт буйынса, аппаратсы машина янынан бер аҙым да китмәй. Аҙаҡ, уның ышаныслы эшләүен белгәс, Алина кейемдәрҙең икенсе төркөмөн әҙерләй һала: төймәләрен ҡырҡып ала, таптарҙы бөтөрә һәм башҡалар.
“Premium-300” машинаһынан тыш, тағы дүрт яңы ҡорамал урынлаштырыла. Улар — иҫкеһенән шаҡтай айырылған 30 килограмм әйбер һыйҙырышлы кер йыуғыстар; сәғәтенә 78 килограмм әйберҙе үтекләргә иҫәпләнгән үтек (дымлы һәм хатта һыу кейемде лә үтекләп була), 20 режимда эшләгән киптереүсе барабан.
Мөрәжәғәт итеүселәр ҡәнәғәт бындағы хеҙмәтләндереүҙән. Ҡала дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Зөлфиә Кочетова йыуыу сифаты яҡшырҙы, керҙә бер ниндәй тап ҡалмай, ныҡлы үтекләнә тип билдәләне. Һәм хаҡтар ҙа элеккесә.
— Көнбайышта күптән инде берәү ҙә керҙе үҙе йыумай, — ти фабрика директоры Марат Львович. — Тағы унда хеҙмәтләндереүҙең яңы йүнәлеше — клининг үҫешкән, йәғни килгән йыйыштырыусы өйҙө тәртипкә килтерә, мебелде таҙарта. Беҙ ҙә учалыларҙы артыҡ мәшәҡәттәрҙән арындырырға теләйбеҙ, йорттарға, офистарға барып йыйыштырабыҙ, бер юлы бөтә мебелде, балаҫ-келәмдәрҙе, хатта автомобиль салондарын да таҙартабыҙ.
Шулай булғас, кешеләргә ни өсөн ҡиммәтле кер йыуыу машинаһы, кер онтағы (порошок) һәм башҡа нәмәләр алырға? Кейем-һалымды беҙгә тапшырып, уларҙы таҙа, үтекләнгән көйө алыу күпкә уңайлыраҡ бит. Беҙ ҡаланың күпселек ойошмаларын хеҙмәтләндерәбеҙ, даими клиенттарыбыҙ ҙа бар.
Яңы технология индерелә, заманса ҡорамал алына. Оҫталар Рәфилә Мәхмүтова, тегенсе Рима Сакаева, үтекләүселәр Лена Шилова, Миләүшә Теләүбирҙина һәм башҡаларҙан торған бынамын тигән коллектив тупланған. Хәҙер иң мөһиме — һөҙөмтәле эш талап ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә