Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының халыҡ шағиры, СССР-ҙың В.И. Ленин, М. Горький исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Ҡайсын Кулиевтың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк шағирҙың бер быуатлыҡ юбилей тантанаһы Кавказға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән бихисап ҡунаҡтар йыйҙы. Юбилей саралары шулай уҡ Мәскәүҙә, Төркиәлә һәм башҡа республикаларҙа киң билдәләнәсәк.
Әҙәбиәттең алтын бағаналарыXX быуат беҙҙең йәмғиәт өсөн үтә ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы, данлы һәм шанлы осор булараҡ тарихта ҡалды, ләкин ошо осор халыҡтың аңында бихисап еңеүҙәр, бөйөк эштәр менән дә билдәләнә. Тормошобоҙҙоң барлыҡ яҡтарына түгел, ә рухи донъяһын сағылдырған һүҙ сәнғәтенә генә күҙ һалайыҡ әле.
СССР дәүләтендәге бик күп милли әҙәбиәттәр өсөн осор бигерәк тә уңдырышлы һәм юғары кимәле менән айырылып торҙо. Һәр бер төрҙөң, жанрҙың асыш йәки күренеш булырлыҡ әҫәрҙәре әленән-әле донъя күрҙе. Улар замандың йылъяҙмаһы ғына түгел, ә быуаттарҙы аша атлап, тәрән фекере һәм художестволы юғарылығы менән ваҡыт арауығы сиктәренә лә һыймай. М. Шолоховтың “Күтәрелгән сиҙәм” һәм “Кеше яҙмышы”, Б. Пастернактың “Доктор Живаго”, М. Булгаковтың “Мастер һәм Маргарита”, С. Айытматовтың “Плаха”, О. Сөләймәновтың “Аз и Я”, Р. Ғариповтың “Табыныу”, М. Кәримдең “Ярлыҡау”, Һ. Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” һәм З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” әҫәрҙәре һүҙ сәнғәтендә өлгө булырлыҡ.
Үзбәк шағирҙары Зөлфиә һәм Шукрулло, әрмән Сильва Копутикян һәм украин Микола Батан, венгр Антал Гидаш һәм ҡалмыҡ Давид Кугультинов, татар Һаҙи Таҡташ һәм Хәсән Туфан, башҡорт Мостай Кәрим һәм Назар Нәжми, рус шағирҙары Булат Окуджава, Белла Ахмадуллина, Анна Ахматова, Марина Цветаева, Евгений Евтушенко, Михаил Дудин, Ярослав Смеляков һәм башҡа һүҙ оҫталары үҙ халҡының ғына түгел, ә тотош Советтар Союзының рухи илсеһенә әүерелде. Тап уларҙың ижады аша һәр милләттең һулышын, донъяға ҡарашын тойомлай ала инек.
Халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Давид Кугультинов, Ҡайсын Кулиев, прозаик Сыңғыҙ Айытматовты юғары кимәлдәге ижад ҡына түгел, ә мәңгелек дуҫлыҡ ептәре лә бәйләп торған XX быуаттың икенсе яртыһында үҙ иңдәренә ижад тигән ауыр йөктө алып, оҙаҡ йылдар дауамында бейеклеккә күтәрҙеләр.
Быуат башында тыуған, үҙенсәлекле яҙмышлы һәр шәхестең булмышы бер-береһенә оҡшаш, сөнки ил яҙмышына бәрәбәр. Илебеҙгә оло һынау булған Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡалып, үҙҙәре өсөн генә түгел, ә ятып ҡалған тиңдәштәре өсөн дә ижад утында дөрләп яналар. Шуға ла һәр милли әҙәбиәт тарихында уларҙың һәр береһе – ижады менән алтын бағаналарға тиңләрлек шәхестәр. Халыҡтар араһына рухи күпер һалыусыларҙың тәүгеләренең береһе – Ҡайсын Кулиевтың тыуыуына 100 йыл тулды. Республикабыҙ өсөн бик ҡәҙерле олуғ шағирҙың юбилейын Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҡын дуҫы Назар Нәжмиҙең башҡорт теленә тәржемәһендә “Яралы таш” тигән китабы ҡабаттан нәшер ителде. Әлбиттә, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының юбилей тантанаһына саҡырыуҙы ихлас ҡабул иттек.
Сәхәрҙән сәфәргә…Республикабыҙға Төньяҡ Кавказдан Ҡайсын Кулиев юбилейына саҡырыу килгәс, оҙаҡ йылдар Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеген етәкләгән, хәҙер беҙҙә йәшәгән балҡар Каншаубей Мизеев менән икәүләп йыйындыҡ. Һәр сәфәр – яңы асыштар, таныштар һәм сиктәрҙе киңәйтеү. Бигерәк тә башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгө хәле, уның үҫеш перспективалары менән дә уртаҡлашыу фарыз. Шуға ла әҙерлек ваҡытында М. Кәрим көндәлектәре һәм башҡорт әҙәбиәте тарихы ҡулдан төшмәне. Республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы әҙерләгән этнографик ете томлыҡ бай китаптарҙы һәм З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең махсус баҫмаһын — “Яралы таш” шиғри йыйынтығын дуҫтар бик ихлас ҡабул итте. Әйткәндәй, һуңғы китап шағирҙың ҡатыны Элизатты ғына ҡыуандырманы, ә Чегемдағы музейҙы ла биҙәне. Башҡортостандың Премьер-министры урынбаҫары С.Т. Сәғитовтың ихлас ҡотлау сәләме лә иш янына ҡуш булды. Бар яуаплылыҡты иңдәргә алып, таң менән сәфәргә сыҡтыҡ.
Моң һәм йыр иленең илсеһендә
Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының баш ҡалаһы Нальчик ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы. Аҡ һаҡаллы һәм түбәтәйле мәшһүр ҡарттар һымаҡ тауҙар менән уратып алынған ҡаланың исеме “даға” һүҙен аңлата икән.
Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһының (ТӨРКСОЙ) генераль директоры Дюсен Касеинов, Ҡырғыҙстандан Әкбәр Рыҫҡол, Азербайжандан Эльдар Исмаилов һәм Сабыр Рәхмәт, Чечнянан Канта Ибраһимов, Ингушетиянан Раиса Дидигова, Ҡарасәй-Черкес Республикаһынан Ләйлә Безикова һәм халыҡ шағиры Разбаш, Ставрополь крайынан Александр Куприн, Сыуашстандан Валерий Турғай һәм Раиса Сәрби, Татарстандан Рәфис Ҡорбанов, Мәскәүҙән “Новый ключ” нәшриәте директоры Вадим Рахманов, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретары Геннадий Иванов, Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты профессоры Анатолий Парпара һәм башҡа ҡунаҡтар Ҡайсын Кулиевтың юбилей тантанаһына килгәйнеләр.
Ҡала уртаһында шағир исемендәге проспектта мәҙәниәт йорто алдын Ҡайсын Кулиев һәйкәле биҙәй. Уның таш һыны тауҙарға баҡҡан да уйға ҡалған. Шағирҙың булмышын, эске донъяһын да табырға мөмкин һәйкәлдә.
Юбилей тантаналары олуғ шағир Ҡайсын Кулиев һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Сарала республика башлығы Ю. Коков, премьер-министр А. Мусуков, мәҙәниәт министры М. Кумахов, Яҙыусылар союзы рәйесе М. Беппаев, саҡырылған ҡунаҡтар һәм бихисап халыҡ ҡатнашты. Һәйкәл рауза гөлләмәләренә күмелде, тиһәң дә хата булмаҫ. Кавказ илдәрендә шағирҙарға оло иғтибар һәм ихтирам менән бағалар. Был һыҙат айырым-асыҡ күренә.
Т.К. Мальбахов исемендәге дәүләт милли китапханаһындағы “түңәрәк өҫтәл” халыҡ шағиры Ҡ. Кулиевтың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы һөйләшеүҙә йәмәғәтселек һәм ҡунаҡтар күҙгә-күҙ ҡарашып аралашты. Бигерәк тә балҡар шағирының шиғырҙары тиҫтәләгән телдә яңғырауы матур күренеш булды. Шуныһы ҡыҙыҡ: һәр милләттең балҡар шағиры Ҡайсынға бәйле үҙ тарихы, ваҡиғалары бар. Шуға ла ҠБР-ҙың мәҙәниәт министры Мухадин Кумахов үҙ телмәрендә: “Бөгөн һәр берегеҙҙән Ҡ. Кулиев тураһында яҡты иҫтәлектәр, хәтирәләр көтөп ҡалабыҙ”, – тип тамамланы.
Дағстандың халыҡ шағиры, Яҙыусылар союзы рәйесе Магомед Ахмедовтың “Балҡар халҡына һәм шағирҙарына” тигән шиғыры менән ҡунаҡтарҙың сығышын асып ебәрҙе. Артабан Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы идараһы секретары Г. Иванов, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Алтай Республикаһының халыҡ шағиры И. Бесеков, Сыуашстандың халыҡ шағирҙары В. Турғай һәм Р. Сәрби, Татарстандан Р. Ҡорбанов һәм М. Кәримдең шиғри телмәре менән мин Ҡ. Кулиевҡа йылы мөнәсәбәттәрҙе белдерҙек. “Түңәрәк өҫтәл”дә бөйөк шағирҙың ҡатыны Элизат Кулиева барлыҡ ҡунаҡтарға ла юбилей уңайынан сығарылған шиғри йыйынтыҡты һәм үҙенең “Үткәндәр бөгөн кеүек” тигән хәтирәләр китабын бүләк итте. Эшлекле һәм яғымлы, барыһына ла иғтибарлы Элизат ханым Башҡортостан, Мостай Кәрим ғаиләһе тураһында бик тулҡынланып һөйләне. Уны беҙҙең республика менән күп нәмәләр бәйләй: ҡустыһы Мөсәлим Ҡулбаев – М. Кәрим исемендәге йәштәр театры режиссеры.
Юбилей тантаналары кис Нальчик ҡалаһының Музыкаль театрында дауам итте. Мәҙәниәт министры Мухатдин Кумахов Ҡайсын Кулиев тормошо һәм ижады хаҡында ентекле сығыш яһаны. Уның “Кулиев йөҙөндә Балҡарстан үҙенең Прометейын тапты – улар уға лайыҡ!” – тигән һүҙҙәрен алҡыштарға күмделәр.
“Беҙҙә Ҡайсынды шул тиклем үҙ итәләр, яраталар, шуға ла бер ауылға уның исеме бирелде”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Алтай халыҡ шағиры И. Белеков.
Кавказда һүҙ оҫталарын, шағирҙарҙы оло хөрмәт менән ҡабул итәләр, яраталар. 1944 йылда тотош балҡар халҡын Урта Азияға депортациялағас, Ҡ. Кулиев госпиталдән һуң шунда юллана. Ҡырғыҙстанда тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. 12 йыл шунда йәшәй. Шуға ла ҡырғыҙ делегацияһы “балҡар-ҡырғыҙ шағиры” тип нарыҡланы. Ҡаҙаҡтар үҙҙәренең милли кейемдәрен шағирҙың улы Әхмәткә бүләк итте. Тантанала Ҡайсындың шиғырҙары, йырҙары яңғырап торҙо. Ул үҙе уҡыған яҙмалар ҙа күпләп һаҡланған. Һәр береһендә оло һәм тәрән кисерештәр, йөрәк ауазы саң булып урғыла.
Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһында 100 йыллыҡ тантананың йорт-музейы Чегемда, тыуған ауылы Эль-Төбәлә оло байрам булып үтте. Тыуған ауылындағы Таш китап һәр кемде һоҡландырҙы. Тыуған йортона табан тауға юл ҡырында Ҡайсындың йөҙ шиғыры һәм уның шиғриәте тураһында бай мәғлүмәттәр тупланған.
Шуныһы ҡыуаныслы: Таш китапта Башҡортостандың халыҡ шағирҙары М. Кәрим һәм Н. Нәжми һүҙҙәре лә төп урындарҙың береһен биләй. Мостай Кәримдең: “Ҡайсын Кулиев тормош, бәхет, ерҙең матурлыҡ көсөнөң хаҡын яҡшы белде: шуға ла бәләкәй генә үләндең ҡалҡып сығыуын да Ғаләм яңылығы тип ҡабул итте, ә бәләкәй генә ерҙәге юғалтыуға ла тәрән көрһөндө, әйтерһең, ошоноң менән кеше күңеленең бер өлөшө юҡҡа сыҡҡандай. Мин бик алыҫтан дуҫымдың тауышын ишетәм. Ул Чегем шарлауығында онотолоп баҫып тора. Шарлауыҡ тауышын еңеп ҡысҡыра: Кешеләр! Мин һеҙгә тылсымлы изге донъя – шиғриәт донъяһын бүләк итәм!“ тигән яҙмаһы таштарҙы ғына йылытмай, ә күңелдәрҙе, тәржемәсеһеҙ ҙә аралашҡан башҡорт һәм балҡар халыҡтарының мөнәсәбәтен дә сағылдыра. Юҡҡа ғынамы ни балҡарҙар Чегем тарлауығындағы ике бейек тауға Ҡайсын Кулиев һәм Мостай Кәрим исемдәрен бирмәгәндер бит?! Халыҡтар дуҫлығы тураһында һөйләгәндә ғәжәп күренештәрҙе күреп хайран ҡалаһың. Беҙҙең Мостай ҙа дуҫлыҡ илсеһе булараҡ бар төбәккә күпер һалған, башҡа милләттәрҙең рухи ҡиммәттәре менән беҙҙе таныштырған.
Киске аш ейер өсөн ҡунаҡтарҙы матур итеп йыһазландырылған ресторанға алып барҙылар. Уның хужаһы Морат яңыраҡ ҡына “Урал батыр” эпосын уҡыуын һәм һоҡланыуын белдерҙе. Шуға ла был эпик ҡомартҡының күп телдәрҙә баҫылыуы халҡыбыҙҙы донъя аренаһында юғары баҫҡысҡа күтәрә. Ә беҙҙең бит Рәсәй, донъя кимәлендә танытырлыҡ әҙәби әҫәрҙәр ҙә, шағирҙар ҙа, яҙыусылар ҙа бар! Әйткәндәй, Чечен Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, РФ Дәүләт премияһы лауреаты, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Ҡанта Ибраһимовтың романдары бик күп телдәргә тәржемә ителеп, ҙур популярлыҡ яулаған. Хәҙер Нобель премияһына дәғүә итеүселәр исемлегендә лә йөрөй. Ә ни өсөн беҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнайбыҙ? Ситтән баһалаусыларҙан шөрләйбеҙме? Бындай аҙымға ынтылыусылар юҡмы? Тап ошондай һорауҙар менән ҡайттым сәфәрҙән. Беҙ булғанды күрһәтә белмәйбеҙ шикелле. Ҡырҙа йөрөгәндә үҙең хаҡында күберәк уйланырға, баһаларға өйрәнәһең шул. Бар нәмәләр ҙә сағыштырған саҡта ғына күренә бит.
Шағирҙың тыуған яғындағы тауҙар ҙа, шарлауыҡтар ҙа, кешеләр ҙә Ҡайсын башлаған йырҙы, шиғырҙы дауам итә төҫлө. Һәр нәмәнән йыр ағылды. Бер аҙ моңһоу ҙа, уйлы ла, йыһандарға еткерер дәртле лә, мәңгелеккә тоташтырыусы талғын моңдар менән тулғайны күңел.