Бүздәк районының Иҫке Боғаҙы ауылына юлланабыҙ. Кемдәр йәшәй икән был төбәктә, тип Интернет селтәрендәге мәғлүмәттәргә күҙ һалам. Арыҫлан ауыл Советы үҙәге. Сәрмәсән йылғаһы бассейны буйында урынлашҡан. 1906 йылда – 1290, 1920 йылда – 1284, 1939 йылда – 1043, 1959 йылда – 586, 1989 йылда – 496, 2002 йылда – 504, 2010 йылда 547 кеше иҫәпләнгән. Башҡорттар, татарҙар көн итә бында. ХVIII быуат башында Ҡазан даруғаһы Ҡаңны улысы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ҡәрҙәшлек килешеүе буйынса шул уҡ даруғаның Йәнәй улысы Боғаҙы ауылы башҡорттары нигеҙ һалған. 1738 йылда типтәрҙәр килеп урынлашҡан. Электән бында мәсет булған. Аллаға шөкөр, беҙ ауылға барып ингәндә лә манараһы балҡып ҡаршы алды. Тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡалмантаев, телсе ғалим Искәндәр Сәйетбатталов менән Иҫке Боғаҙы ауылы мәктәбе уҡыусылары, Ҡоролтай алдынғылары, уҡытыусылар менән осрашыуға барыуыбыҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев сығышын төбәктең уңғандары, тарих, мәҙәниәт менән халыҡты таныштырып торғандарҙы тәбрикләүҙән башланы. Рида Вәлиева менән Резеда Фәйрушина – Ҡоролтайҙың, Гөлдәр Һәүбәнова “Башҡортостан” гәзитенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Нурислам Мирхәйҙәр улы ошо яҡта тыуған, бөгөн милләт тарихын өйрәнеүгә ҙур иғтибар биргән Фәнил Шәриповтың эшмәкәрлеген ҙурлап телгә алды. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгән көндәрҙә автономия башында торған һәр шәхестең исемен мәңгеләштерергә кәрәклеген әйтеп үтте. Муллаян Халиҡов исемен йөрөткән урам бар Бүздәктә, әммә эш уның менән генә, әлбиттә, тамамланырға тейеш түгел.
Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Йәнәй ырыуы башҡорттарының тарихына айырым туҡталды, сөнки бөгөн залда уларҙың вариҫтары ултыра. Ул шулай уҡ үҙе менән ауылдың шәжәрәһе буйынса тарихи яҙмалар ҙа алып килгәйне. Унда халыҡ иҫәбен алыуҙа теркәлгән мәғлүмәттәр тупланған. Кем, ҡасан, нисек йәшәүе, ниндәй милләттән булыуы, нисә балаһы, ҡатыны барлығы ла күрһәтелгән ул.
– Йәнәй ырыуы башҡорттары бында Аҡтаныш яғынан килеп ултырған. Әйткәндәй, Боғаҙы ауылы унда ла бар. “Гәрәй ырыуы башҡорттары” китабына ла ингән йәнәйҙәр хаҡында мәғлүмәттәр, әммә беҙ йыйылған материалды туплап, яңынан уларҙың айырым китабын сығарҙыҡ. Алығыҙ, танышығыҙ! – тип тарихсы боғаҙыларға китаптар таратты.
Искәндәр Сәйетбатталовтың сығышын уҡыусылар бигерәк тә ҡыҙыҡһынып тыңланы. Уның, V класҡа тиклем башҡортса бөтөнләй белмәй инем, тигәненә хайран ҡалдылар. Бына бит теләк һәм тырышлыҡ ниндәй һөҙөмтәләр бирә: бөгөн Искәндәр Рәсүл улы — Башҡортостан юлдаш телеканалының алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы, ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле тапшырыуҙар авторы. Ғалим үҙ сығышында диалекттар мәсьәләһенә ҡағылды. Ниндәй генә һөйләштә аралашһа ла, әҙәби тел нормаларына тап килмәһә лә, һәр кем үҙенең тарихи тамырҙарын өйрәнергә, донъяның башҡа телдәрен өйрәнеү маҡсаты менән дә йәшәргә бурыслы, тине ул.
Килгән ҡунаҡтар хөрмәтенә мәктәп уҡыусылары “Ете ҡыҙ” һәм парлы бейеүҙәр башҡарҙы.
Бүздәк районында уңғандар йәшәй. Матур осрашыуға “Алтын ҡаҙ” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рафаэль Чанышев та килгәйне. Ул балаларҙы белем алырға, тырыш булырға, тыуған яҡ менән тығыҙ бәйләнештә йәшәргә өндәне. Ҡыҙҙарҙың “Ҡайтарығыҙ гармун тауышын” йыры уның фекерҙәренә лә ауаздаш булды. Кисәлә ҡатнашҡан Арыҫлан ауыл хакимиәте башлығы Ирина Зиннәтуллина ла уның әйткәндәрен ҡеүәтләне, ә район хакимиәтенең мәғариф бүлегенән баш белгес Илмира Кальметьева белем алыуға ҙур иғтибар бүлергә саҡырҙы.
Өлгө алырлыҡ шәхестәре етәрлек боғаҙыларҙың. Радик Фәйезов атлы табип, ғалим хаҡында ишетә белә инем, әммә уның ошо төбәктән булыуына иғтибар итмәгәнмен, күрәһең.
Сараны ойоштороусы, төбәк башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән Лариса Баймөхәмәтова: “Табип… Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙҙә күпме мәғәнә ята. Ул — ябай кеше лә, дауалаусы ла, ә кем өсөндөр Аллаһы Тәғәләнең уң ҡулы ла. Табип һөнәре – ул батырлыҡ. Ул үҙ-үҙеңде аямауҙы, күңелеңдең һәм уйҙарыңдың саф булыуын талап итә, тип яҙған Антон Чехов. “Алтын скальпель” эйәһе, районыбыҙҙың даны, медицина фәндәре докторы, профессор Радик Рәдиф улы Фаязов һәм Октябрьский ҡалаһы дауаханаһының хирургия бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Мирзаһит Мөсәүир улы Баһауетдинов – мәктәбебеҙҙең йыш ҡунаҡтары”, – тип таныштырҙы ошо төбәктән сыҡҡан ике күренекле шәхес менән.
Бөгөн тел мәсьәләһенә ҡағылышлы икеле фекер йөрөткән ата-әсәләр ошо замандаштарыбыҙҙың ҡаҙаныштарына, төпкөл ауылдарҙа үҫеп, урыҫса бер һүҙ белмәйенсә тәрбиәләнеп тә, ана ниндәй ҙур үрҙәргә өлгәшеүенә иғтибар итһен ине. Әйткәндәй, бөгөн Иҫке Боғаҙы мәктәбендә 120 бала уҡый, шуның 20-һе башҡорт телен өйрәнмәй, I һәм Х кластарҙа башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә.
Был йәһәттән райондың туған телдәр уҡытыусылары берләшмәһе етәксеһе Зилә Рауил ҡыҙы Мостафина балаларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашыуы, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, призлы урындар яулауы хаҡында һөйләне. Беҙҙең өсөн башҡорт теле буйынса олимпиада еңеүсеһе Юлиә Шәфиева менән танышыу бик тә күңелле булды. “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Надежда Царабаева ниндәй матур шиғырҙар яҙа! Гәзитебеҙҙә лә тәҡдим итәбеҙ уларҙы.
Райондың йәш сәсәне, тел ғилеме буйынса конкурс-олимпиадаларҙа еңеүсе Рәмилә Ғиззәтуллина ана нисек илһамланып һөйләне “Урал батыр”ҙан өҙөктө. Шул фекергә инанғанмын һәм тағы ла ҡабатлайым: “Урал батыр” эпосын ятлаған баланың эсенә боронғо милли тарихи ҡот инеп ултыра, һәм ул Күктәр ярҙамы менән был тормошта үҙенең лайыҡлы урынын таба.
Татар теле буйынса район олимпиадаһы призеры, шиғри бәйгеләр конкурсы еңеүсеһе Розалина Миңлебаева, Бәләкәй фәндәр академияһының “Филология” йүнәлеше буйынса еңеүселәре Гүзәл Хәсәнова һәм Адель Йәнғураҙова, “Тыуған яҡты өйрәнеү” йүнәлешендә еңеүсе Фиҙәлиә Миңнебаева, тарих, биология, география, хеҙмәт буйынса район олимпиадалары еңеүсеһе, төрлө конкурстар призеры Гүзәл Аҡылова менән таныштыҡ был көндә. Мәктәп уҡыусыларының күҙҙәре янып тора, ҡайһы берәүҙәре шәжәрәһен төҙөгән, йырҙары менән хайран итә. “Афарин!” тип ҡайттыҡ беҙ уларға.
Мәктәп директоры Риф Хисаметдинов менән бергә белем усағында асылған музейға аяҡ баҫҡанда, эйе, тарихы бай, шәхестәре күренекле, был ауылдың матур киләсәге тап ана шул ҡыҙҙарҙа һәм малайҙарҙа, башланғыс класс уҡыусыларында бит, тигән яҡты уй килде зиһенгә. Шулай була ғына күрһен!
Бүздәк районы.