Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ергә эйелһәң, уңышҡа һөйөнөрһөң
Ергә эйелһәң, уңышҡа һөйөнөрһөң Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Юрис Хәйҙәр улы Латипов етәкселегендәге “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Мәсетле районында иң эреләрҙән һаналып, төбәктә алдынғылар иҫәбендә. Биш ауыл – Яңы Мишәр, Аҙанғол, Көршәле, Ясин, Иҫәнбай ингән хужалыҡ – үҙ таҡта ярыу цехы, иген келәте, иген киптергесе, ашханаһы булған берҙәм, көслө йәмғиәт.

Быйыл игенселектә уңыштар ҡыуан­дыр­ҙы. Бөтәһе 1200 гектарҙағы иген культураларының гектар ҡеүәте 25 центнерҙы уҙып китте. Был мал аҙығына ла, орлоҡҡа ла, халыҡҡа эш хаҡы түләүгә лә етә. Унан тыш, күп йыллыҡ үләндәр ҙә мул төшөм бирҙе – мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ. Йәмғиәттә әле 700 баш ҡара-сыбар һыйыр малы аҫрала, шул иҫәптән һауын һыйырҙары – 300 баш.
“500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән хужалыҡта 75 кеше тырышып эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы – ҡасандыр ҙур аҡса артынан Себер тарафтарына, башҡа өлкәләргә сығып киткән ауыл халҡы әле тыуған яғына әйләнеп ҡайта башлаған. Хужалыҡ етәкселеге үтенес менән килгән ауылдаштарын эш менән тәьмин итергә тырыша. Йәштәрҙең ауыл мөхитен үҙ итеүе үтә лә һөйөнөслө.
Элекке тар, тынсыу, ҡараңғы һөтсөлөк фермаларын бөгөн иҫләргә генә ҡала. Малсыларҙың кәйефе күтәренке, ҡул көсө талап иткән күп кенә эште бөгөн заманса ҡорамалдар башҡара.
Йәмғиәттең тағы ла бер фермаһына былтыр капиталь ремонт үткәрелгән. Заманса йыһазландырылған яңы бинала малсыларға эшләүе күпкә еңел. Етәкселек билдәләүенсә, ауыл биләмәһе, мәктәп һәм хужалыҡ бына нисә йыл инде татыу, берҙәм ғаилә булып йәшәй, һәр эштә бер-береһенә ярҙамлашып көн итә. Бында, әлбиттә, район советы рәйесе урынбаҫары Юрис Латиповтың хеҙмәте лә маҡтауға лайыҡ. Әле ҡышҡы осорға тулыһынса әҙерҙәр, мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ.
– Беҙҙең һөттө яраталар, сифаты ла яҡшы бит, көнөнә 1,5 тоннанан ашыу һатабыҙ, – ти ферма мөдире Илһам Фәтҡуллин.
Йәмғиәттә үҙ эшен намыҫлы башҡарған хеҙмәткәрҙәр бихисап. Баш бухгалтер Зоя Хисамова, экономист Нәфисә Хәйретди­нова, Вәғиз Шафиҡов, Зәлиә Мөхәмәтйә­нова, тракторсы Салауат Латипов, һауынсы Лилиә Хәмиҙуллина, Рәзимә Шакирова, шофер Ринат Закиров, баш зоотехник Ғәйфулла Сәхәүетдинов һәм башҡалар күптәргә өлгө булып тора.


Автор: Г. ӘүәлбаеВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә