Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был афәттән ҡотолоу юлы бар
Был афәттән ҡотолоу юлы бар 2017 йыл... Барыбыҙҙың да замандыҡы заманға тип, булғанына шөкөр итеп йәшәп ятҡан көн. Ашар ризығыбыҙ, кейер кейемебеҙ, йәшәр еребеҙ бар. Әммә әле булһа Мөжәүир хәҙрәттең фекерҙәре күңелгә тынғы бирмәй. Борсой тигәндән әйтмәйем, сөнки ул беҙҙең заманды ярты быуат самаһы алдан күҙаллаған. Фәһемле һүҙҙәре бөгөнгө көнгә лә ауаздаш.

“...Күпте күргән, донъяны зирәк аҡылы менән иңләп-буйлап сығырға һәләтле Мөжәүир юл буйы уйланып барҙы. Башҡорттоң ғына түгел, бөтә Рәсәй иленең киләсәген күҙаллап, күңелен ҡаты борсоу алды.
Бынан ары 60-70 йылдан һуң ниҙәр булыры ла ҡаты ҡурҡыуға һала уны. Моғайын, ер өҫтөндә эсәр һыуҙар бысранып бөтөр, тупраҡ, ныҡ ағыуланыу сәбәпле, уңдырышлылығын юғалтыр, һауа, шифалы үләндәр, һыуҙар бысраныр. Төрлө йоғошло аҙғынлыҡ сирҙәре күбәйер. Кешеләр, тәрегә табынған һымаҡ, мөйөшкә текәлеп ултырыр, ундағы “заман йәшниге”нән бөтә донъяға әҙәпһеҙлек, ҡаты бәғерлелек, аҙғынлыҡ, әшәкелек сәселер. Кешеләр уның һайын “ҡумтаға” мөкиббән китер. Шулай итеп, ахырызаманды, Ҡиәмәт көнөн, кеше үҙе яҡынайтыр. Был афәттән ҡотолоу юлы ла бар: был – иман, әҙәп, тәүфиҡҡа ҡайтыу...”
Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” китабынан алынған һүҙҙәрҙең аҡлығы ла, хаҡлығы ла был. Заман һорауы һәм йәшәйе­шебеҙҙә сағылған яуабы ла...
Эй, был телевизор – “зәһәр ҡумта”... Яңы заманға компьютерҙар, ноутбуктар, планшеттар, сенсорлы телефондар килһә лә, бер ҙә генә үҙ баһаһын төшөрөргә теләмәй, заманына күрә яраҡлаша ғына... Үрҙә һанап кителгәндәре лә уның һыңарҙары инде... Әгәр ҙә саманан тыш һәм аңһыҙ ҡулланылһа...
Ҡыҙыҡ өсөн бер көн үҙегеҙҙе күҙәтеп ҡарағыҙ әле. Көндәлек тормошоғоҙҙоң “заман йәшниге”нән йә уның һыңарҙарынан башҡа үтмәгәнен аңғарырһығыҙ. Күптәр өсөн бөгөн улар – айырылмаҫ иң яҡын дуҫ. Дуҫтарҙың да дуҫы, уның да ниндәйе әле: бар булған буш ваҡытын да, энергияһын да йәлләмәй кеше.
Беҙҙең бер көнлөк ғүмеребеҙҙең яҡынса һигеҙ сәғәте, йәғни өстән бер өлөшө, йоҡо өсөн иҫәпләнгән. Тағы ла шул уҡ ваҡыт хеҙмәткә бүленгән. Ҡалған дүрт сәғәтен кеше шул телевизор (компьютер, ноутбук, телефонда ултырыу) ҡарауға бүлһә, дүрт сәғәтебеҙ йыуыныу, ашау, юл йөрөү һәм башҡа көндәлек эшкә тәғәйенләнгән. Әгәр ҙә инде телевизор күберәк ваҡытты алһа, уйлап ҡарағыҙ... Тотош ғүмерегеҙҙең алтынан бер йәки ике, бәлки, ярты өлөшө ошо “дуҫығыҙ” менән күҙгә-күҙ ҡарашып ултырыуҙан ғибәрәт.
Кино-фәлән ҡарап, ял итеп алырға ла кәрәк инде ул, файҙаһы ла бар уның, тиер кемдәрҙер. Тик, әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ, ысынлап та, зарарынан файҙаһы күберәкме?
Иғтибарыбыҙҙың күпселек өлөшө телеэкран тарафынан йотолған һайын беҙҙең фекерләү ҡеүәһе кәмей. Әлбит­тә, аң телевизорҙағы күренештәрҙе күреп ҡабул итә, фекерләй, әммә уйлау әүҙемлеге уның хөкөмөнә генә бәйле. Шуға ла ниндәйҙер сериал, шоу, рекламаларҙы оҙағыраҡ ҡараған һайын, үҙебеҙҙең шәхси фекер кәмей йәки бөтөнләй булыуҙан туҡтай тиерлек. Әммә был ял түгел, ә ситтән тағылған мәғлүмәт тәьҫирендә йәшәү. Был иһә гипноз хәлендә булыуға тиң. Ошонан сығып, телевидениены аң менән идара итеү сараһы тип әйтеүҙәре буштан ғына түгел.
Аңдың бындай торошо алкоголь һәм наркотик тәьҫиренә бәрәбәр. Бынан тыш, ул бер ауырыу йә бәйлелек хәлен тыуҙыра. Һәр кем телевизор ҡараған саҡта пультты әленән-әле төрлө каналдарға баҫҡылап ултырғанын аңғарғаны барҙыр. Был ниндәйҙер ҡыҙыҡлы күренеш эҙләүҙән түгел, ә, киреһенсә, ҡыҙыҡлы факттар булмауҙан. Йәғни кеше үҙе менән идара иткән “ырғаҡҡа” эләгә, һиҙелмәҫ бер трансҡа инә. Иғтибары тулыһынса экранда һынланған образдарға йүнәлтелә, ә үҙенең фекер әүҙемлеге туҡтап ҡала. Ҡараған тапшырыуҙар ни хәтлем мәғәнәһеҙ булған һайын, уның гипноз тәьҫире лә шул тиклем юғарыраҡ.
Әлбиттә, бөтә ғәйепте йәнһеҙ “ҡумта”ға ғына һылтау дөрөҫ тә булмаҫ. Кем беҙҙең ҡылыҡтар өсөн яуап бирә? Теләктәребеҙҙең аңлылығы, кәрәкле тәғәйен программаларҙы алдан һайлау иһә фәһемле яңылыҡтарҙы ла, файҙалы фекерҙәрҙе лә үҙләштерергә ярҙам итә, тормошобоҙға икенсе ҡараш тәрбиәләй, хатта китап кеүек матур фекерҙәр тыуҙыра алыр ине. Был йәһәттән телевидение кешелеккә асылып бөтмәгән серҙәрҙе һаҡлай.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡса мәсьәләһенә ҡағылған был заманда, кеше күңеленә матурлыҡ орлоҡтары сәсеүгә ҡарағанда, мәғәнәһеҙ реклама һәм тапшырыуҙарҙы үткәреү отошлораҡ. Экранда үҙгәреүсән миллиондарса образ беҙҙең иғтибарҙың кәмеүенә алып килә, беҙ ҡабул иткән дөйөм күренеш тиҙ арала аңдан сығып китеүсән.
Мәҫәлән, матур ерҙәргә сәфәр ҡылған сәйәхәтселәрҙе ҡарайбыҙ ҙа тиҙ үк онотабыҙ. Ә бына һин ғаиләң йә дуҫтарың менән тәбиғәттең мөғжизәле ерҙәренән, йәнгә-тәнгә ял бирер һуҡмаҡтарынан төрлө мажаралар һәм уйҙар менән әҫәрләнеп, ысынбарлыҡта үтһәң, тормошоң да сағыуыраҡ, мәғәнәлерәк һәм хислерәк булыр ине, моғайын. Экрандағы күренеш яһалма, һәм һинең тормошоң түгел. Ваҡытыңдың ҡәҙерле бер мәлен шул телетормошҡа арнағансы, ысынбарлыҡта ял итергә, ҡайҙалыр барырға, сәйәхәт ҡылырға мөмкин бит.
Кешенең булмышы һәм үҫеше өсөн бары үҙенең кисерештәре, уйланыуҙары, тойоуҙары аша үткән әйберҙәр генә рухи аҙыҡ була ала. Билдәле хис-тойғо ярҙамында ниндәйҙер бер фильм геройының тормошона инеп йәшәү, әкренләп кенә үҙеңдең дә шул образға күсеүеңә булышлыҡ итә. Ә кем ул һинең аңыңа ингән герой, ниндәй маҡсаттар, принциптар менән йәшәй? Ләкин ул барыбер һин түгел. Шулай минуттар, сәғәттәр, көндәр, йылдар булып был тормошоң һинһеҙ үтә.
Ҡасандыр әүлиә әйткән борсолоулы һүҙҙәр күптән инде шулай тормошҡа аша, күрәһең... Уйланырға саҡыра.
Телевидение-Интернет ярҙамында кеше менән идара итергә мөмкин. Ябай ғына дәлилдәр: ул артығын да түгел, ә камераға төшөрөлгән әйберҙәрҙе генә күрә һәм ҡабул итә; кеше күргән һәм ҡабул иткән күренештәргә идара итә; экранда бары тик алып барыусы йәки режиссер күрһәтергә теләгән нәмәләрҙе генә ҡарай ҙа ҡарай.
Шуға ла үҙегеҙҙе ошо, бәлки, артыҡ иғтибарға алынмаған һәм ғәҙәти кеүек ҡабул ителгән заман тәьҫиренән ҡурсаларға теләйһегеҙ икән, уяу булығыҙ. Бер ҡасан да тәртипһеҙ рәүештә кәрәкле тип тапмаған тапшырыуҙарҙы ҡарарға йәки телевизор пультына баҫҡыслап ултырырға ғәҙәтләнмәгеҙ. Телевизорҙы асаһығыҙ икән, файҙалы һәм алдан һайлаған тәғәйен тапшырыуҙы һайлағыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән иғтибарығыҙҙы телевизорҙан ситкә, урамға йүнәлтегеҙ, бәлки, ысынбарлыҡта һеҙ күрергә теләгән ҡыҙыҡлыраҡ күренеш барҙыр... “Мөжәүир хәҙрәт”тә әйтелгән иман, әҙәп, тәүфиҡҡа ҡайтыу юлы ла, бәлки, шул бер көндөң бәләкәй генә һәм ябай шатлыҡлы күренешенән башланыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 994

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 903

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 569

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527