Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бер кеше эшләй торғас, күп итеп байлыҡ туплаған. Ошонан һуң, бына бит күпме мөлкәтем бар минең, хәҙер кешесә ял итеп алһам да, рәхәтләнеп муллыҡта йәшәһәм дә була, тигән ул. Уйлап та бөткән, уның янына ғазраил килеп тә еткән. Күп эшләп, тәжрибә туплаған кеше иблис менән бер аҙ һатыулашырға ла тартынмаған:
– Миңә ял итергә өс йыл булһа ла ваҡыт бир, ә үҙең байлығымдың өстән бер өлөшөн ал, – тигән.
Ғазраил уны ишетмәгән дә.
– Ярай улайһа, ике... юҡ... бер йыл булһа ла йәшәргә рөхсәт ит. Ә байлығымдың яртыһын бирергә лә ризамын. Бер генә йыл... Ошо яҡты донъяның матурлығына бер һоҡланып ҡарар өсөн, эш менән булып күп осраҡта иғтибарымдан ситтә ҡалған яҡын кешеләремде күрер, рәхәтләнеп бер һөйләшер өсөн... Зинһар...
Әммә иблис үҙен бында килтергән уйынан баш тартмаған. Өмөттәре аҡланмаған кеше һуңғы сиктә ғазраилдан был донъялағы иң яҡын кешеләренә хат яҙырлыҡ ҡына ваҡыт биреүен һорап, илап ялбарған. Уның был теләге үҙ тәҡдиренә сыҡҡан.
“Ғүмереңдең һәр минутының ҡәҙерен бел, – тип яҙған үлер алдынан хатында улына был әҙәм. – Сөнки мин ғүмерем буйы туплаған байлығым менән артабан йәшәр өсөн бер генә артыҡ сәғәт тә һатып ала алманым”.

Аҡсаламы бәхет?!

Өйрәнсек Һөнәрсенән һорай икән:
– Бөгөн “Аҡсаламы бәхет?” тигән һорау ике яҡлы уйға һала... Башым етмәй... Аҡсаламы бәхет, Һөнәрсе?
Һөнәрсе һорауҙың бәхәсле булыуын шунда уҡ инҡар иткән:
– Төрлө яҡлап уйлап ҡарағанда ла, яуаптың “юҡ” икәнлеген иҫбатлау ауыр түгел, Өйрәнсек. Әлбиттә, аҡсаға йоҡлар түшәк һатып алырға мөмкин, әммә йоҡоно һатып алып булмай. Аҡсаға ашар аҙыҡ һатып алып була, әммә ашау теләген һатып алып булмай. Дарыуҙар ҙа һатып ала алырһың, тик һаулыҡты түгел; хеҙмәтселәрең дә булыр, тик дуҫтарҙы таба алмаҫһың; ҡатын-ҡыҙҙарҙы яуларһың, әммә мөхәббәтте түгел; әллә нисәмә ҡатлы йорт һатып алырһың, әммә өй йылыһын түгел; аҡсаң иҫәбенә күңел асырһың, тик ихлас шатлыҡ был ығы-зығыла булмаҫ; белемде лә һатып ҡына алырһың, әммә аҡылыңды түгел... Миҫалдар бының менән генә бөтмәй. Теләһәң дауам ит, тик бынан ары үҙеңде “Бәхет аҡсаламы?” тигән ғазаплы уйҙарыңдан арындыр. Бәхет – ул һинең үҙеңдәлер, бәлки...

Турғайҙар һәм ҡусҡар

Һалҡынса бер яҙғы аяҙ көндә бәләкәй генә ҡусҡар шау сәскәгә күмелгән һоҡланғыс емеш ағасына үрмәләй башлай.
Күрше ағаста сыр-сыу килгән турғайҙар, ҡусҡарҙан көлөп:
– Ниңә ул ағасҡа үрмәләйһең? Бигерәк бейеген һайлағанһың. Өҫтәүенә унда бер ниндәй ҙә емеш юҡ, күрмәйһеңме ни? – ти.
Ҡусҡар иһә, үрмәләүенән туҡтамай, былай тип яуаплай:
– Был ағастың күп емешле булыуын мин сәскәләренән үк беләм. Ә бына башына менеп еткәнсе, ул емештәрен дә бирәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә