Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙгәреш осоронда…
Үҙгәреш осоронда… Мине редактор итеп 1986 йылдың ғинуар айында билдәләнеләр. М.С. Горбачев илде, тормошто яңыртырға тотонған ваҡыт ине. Ул саҡтағы тәртип буйынса Мәскәүҙә Үҙәк комитетта ике бүлектә әңгәмәләшеү үткәс, иртәгәһенә Өлкә Комитет бюроһында раҫлап та ҡуйҙылар. Быға тиклем район гәзитендә, китап нәшриәтендә, журналда эшләп, Мәскәүҙә Ижтимағи фәндәр академияһында уҡып, Өлкә Комитетта пропаганда бүлеге мөдиренең матбуғат буйынса урынбаҫары булып өлгөргәйнем.


Редакцияла бик тәж­рибәле журналистар эшләй ине, шуға улар менән уртаҡ тел табып, бергәләп гәзит сығарыу ауыр булманы. Күмәк ижад, ғөмүмән, ығы-зығылы гөжләп торған бал күсе эшен хәтерләтә. Баш мөхәррир бүлмәһенән һис ҡасан кеше өҙөлмәй. Берәү керә, берәү сыға. Коридор аша ла секретариаттың ишектәре шар асыҡ, унда ла ҡулдарына йә ҡағыҙ, йә һүрәт тотҡан ағайҙар мәж килә. Түр бүлмәнән яуаплы секретарь Аҡмал Ғәниевичтың:
– Беренсе битте биләмәй тороғоҙ, Аҡ йорттан ҙур материал килә, – тигән тауышы ишетелә.
Уның урынбаҫары Кинйәғәле Яҡуп улы хәбәрҙәр бүлегенән көн ҡаҙағына һуҡҡан мәғлүмәт талап итә.
Секретариатҡа әленән-әле ҡулына киләһе һандың биттәрен тотҡан баш мөхәррир урынбаҫары инеп сыҡҡылай. Буш ҡалған урынға “досыл” һорай. Көҙгө ырҙын табағындағы кеүек, һәр кем үҙ урынында “ыңғыраша”. Тик ырҙында бер ай ыңғырашһаң, гәзиттә – көн дә. Тиргәшеп тә китәбеҙ. Гәзитте аҙна буйы ваҡытында сығарырға кәрәк ине.
Баш мөхәррир булып эшләй башлауымдың тәүге көндәренән кисергәндәрем – ул яңылыҡ һәм ижад шатлығы. Бер уйлағанда, гәзит тигәнең торғаны бер мөғжизә ине. Ижадсы ҡәләм менән ҡағыҙға һүҙ төшөрә, был һүҙ шундай мәғәнәгә эйә, хатта тормошта юҡты бар йә иһә барҙы юҡ итә. Ташҡа баҫылып сыҡҡан мәҡәлә бына шундай көскә эйә була торғайны. Совет заманында бөтә матбуғат баҫмалары ла партия ҡулы аҫтында булды, уның етәкселегендә эш итте. Ә партияның ҡулы ауыр. “Һүҙ азатлығы” тигән нәмәгә, хаталарға юл ҡуйырға ярамай торғайны, сөнки матбуғат һүҙенең көсө, ҡеүәте бик ҙур ине.
“Башҡортостан”дың ул заманда тиражы 110 мең данаға етте. Был редакция коллективының, райком һәм горком етәкселәренең, беҙҙең ауыл һәм ҡала хәбәрселәренең ныҡышмалы хеҙмәтенең һөҙөмтәһе булды. Эшләй башлағас та, баш мөхәррир булараҡ, секретариат, бүлектәр, үҙ хәбәрселәр алдына шундай талап ҡуйҙым: гәзит битендә кеше уҡымай торған бер генә мәғлүмәт тә булырға тейеш түгел. Алдағы һанға мәҡәләләрҙе секретариатҡа инеп үҙем һайлап алам. Илке-һалҡы яҙылғандары баҫылып сыҡмай ҡала килде. Һәйбәт, уҡымлы әйберҙәргә ҡытлыҡ кисерелде, ләкин тора-бара күп яңы рубрикалар, темалар, жанрҙар барлыҡҡа килде. Улар ил, республика, иҡтисад, сәйәсәт, мәҙәниәт, халыҡ тормошона бәйле ине. Гәзиттә яҙышырға әҫәрҙәре уҡымлы яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы, тормоштоң уртаһында ҡайнаған эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең әйберҙәрен, үҙебеҙҙең даими уҡыусыларыбыҙҙы киң йәлеп иттек.
Август, сентябрь айҙарында Өфөлә, бүтән ҡалаларҙа һәм райондарҙа иң һәйбәт мәҙәниәт һарайҙарында “Башҡортостан”дың һәм уның дуҫтарының байрамдарын үткәрҙек, уларға республиканың иң данлыҡлы һәм танылған кешеләрен – үҙебеҙҙең авторҙарҙы саҡырҙыҡ. Ошолай эшләү барышында мин тағы бер ҡыуаныслы хәҡиҡәткә инандым. Ул гәзиттең, журналистарҙың тормошо менән ябай кешенән алып ауыл, ҡала, завод, хужалыҡ, республиканың көндәлек ихтыяждарының тығыҙ бәйләнгән булыуын аңлау ине. Матбуғаттың көсө дөрөҫлөктө, алдынғыны, яңыны яҡлауҙа ине.
Тәнҡитте бер ҡасан да яратмайҙар. М.С. Горбачев “билдәлелек – үҙгәртеп ҡороуҙың төп шарты” тип иғлан иткәс, журналистарҙың эше тағы ла ҡатмарлашты. Хәбәрселәр тәнҡит утын көсәйтте, горком, райком секретарҙарының, министрлыҡ, ведомство, предприятие, хужалыҡ етәкселәренең етешһеҙлектәре тураһында яҙа башланы. Һөҙөмтәлә обком пленумы етһә, беҙҙең тетмәне-тетәләр. Таяҡтың башы иң тәүҙә баш мөхәрриргә төшә. М.З. Шакиров матбуғатты яҡлай, аппаратта теләһә кемгә уның эшенә тығылырға ирек бирмәй ине. “Башҡортостан” өҫтөнән бер нисә ялыуҙы тикшерергә Фәйзулла Солтановҡа йөкмәтте. Ул обком секретары булған кеше. Беҙҙең гәзитте көн һайын энәһенән-ебенәсә уҡый. Һиҙәбеҙ, эшебеҙҙең ыңғай яғын да, етешһеҙлеген дә белеп тора. Бөрйән,Ҡыйғы, Күмертау партия комитеттары менән гәзит араһында ҙур ығы-зығы ҡупҡас, ул эште ҙурға ебәрмәне. Ғәйеп атта ла бар, тәртәлә лә бар, тип үҙ фекерен яҙып бирҙе.
“Башҡортостан”да эшләгән дәүерҙә тағы шуға инандым. Кеше өсөн иң ҙур бәхет – эштән кинәнес табып, ҡәнәғәт булып йәшәү. Ошо ваҡытта мине матбуғат эшенең бөтә аҡылымды, йәнем-тәнемде биләгән, һис биҙҙермәй, гел үҙенә тартып торған бер шөғөл икәнлегенә төшөндөм. 12 сәғәтлек эш ваҡытым “һә” тигәнсә үтеп китә ине. Коммунистик урамынан йәйәү Хоҙайбирҙин, Пархоменко урамдары аша Матбуғат йортона йәйәү йөрөй торғайным. Эшкә барышлай атлап барған ыңғайы үҙем дә һиҙмәҫтән аяҡтар үҙенән-үҙе йүгерә башлай торғайны.
Редакцияла дүрт йыл эшләү дәүерендә журналистар коллективы яртылаш алмашынды. Иң ауыр 70-се йылдарҙа “Совет Башҡортостаны”н халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанған иң уҡымлы матбуғат баҫмаһы иткән А.Ғ. Саптаров, А.Р. Йосопов, Ғ.Ш. Үз­бәков, К. Амантаев, А. Байсурин, Р. Насиров, И. Мырҙабаев, Ю. Әхмәҙиев, Ә. Бик­ҡолов, М. Мостафин, Ф. Абдуллин, М. Тимербулатов, Н. Иҫәнбаев, С. Бәҙретдинов, М. Шәрипов, Й. Яҡшыдәүләтов һәм башҡа журналистарҙың исемдәрен хөрмәт менән телгә алам.
Әле әйтеп үткән ветерандарҙың күпселеге хаҡлы ялға киткәс, редакцияға йәштәр килде: Ишембайҙан ҡала гәзите редакторы Марат Муллаҡаев – сәнәғәт бүлегенә, Сибайҙан ҡала мәғариф мөдире Самат Мөхәмәтйәнов – совет бүлегенә, редакцияның хаттар бүлегенә – Фәүзиә Иҙелбаева, әҙәбиәт бүлегенә – Сабир Шәрипов. Коллективта журналистар, үҙ хәбәрселәр, тәржемәселәр, секретариат хеҙмәткәрҙәре, корректорҙар бер төптән эшләне. Гөлфиә Янбаева, Әлфиә Аҡбутина, Мәхмүт Хужин, Рәшит Кәлимуллин, Тәлғәт Шаһманов, Марат Төхвәтуллин, Марат Байназаров кеүек йәштәр төпкә егелеп, әүҙем эшкә тотондолар.
Гәзиттең ул замандарҙа уңышы, хәҙер аңлауымса, тимәк, редакцияның, халыҡты борсоған, уны ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр буйынса үҙ ҡарашы, көн дә сыҡҡан баҫманың уңышы мәҡәләләр өймәһе түгел, ә тормоштағы һәр нәмәгә үҙенең мөнәсәбәтен, ҡарашын белдергән көндәлек иптәш булыуында ине.
Тағы бер әйбер хаҡында әйткем килә. Халыҡ бөйөк, бөтәһен дә күрә, белә тиһәк тә, ул да ҡайһы бер ауыр мәлдә ҡаушап, ойоп, күңеле төшөп китә. Бына был саҡтарҙа уның рухын күтәргән, өмөтөн арттырған, ихтыярын нығытҡан шағирҙар, ғалимдар, тура һүҙле, аҡыллы йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәренең фекере кәрәк. Улар менән һәр саҡ дуҫ йәшәргә, һәммәһен гәзиткә яҙышырға йәлеп итергә кәрәк.
Һүҙемде тамамлап, редакция коллективына, унда ҡасандыр эшләп киткән журналистарға, гәзиттең дуҫтарына ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, күңел көрлөгө, тормошта һәм эштәрендә уңыштар теләйем. Тыуған республикаһының исемен йөрөткән “Башҡортостан” йәшәһен. Халҡы күрһен сафаһын. Оло байрам менән!

Мансур ӘЙҮПОВ,
1986 – 1990 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә