Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заһит Шәрҡи – көрәш өйөрмәһендә
Заһит Шәрҡи – көрәш өйөрмәһендәБашҡорт матбуғатына нигеҙ һалыусылар араһында Заһит Шәрҡи тигән шәхес бар. Өс йыл буйы “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзите­нең мөхәррире булып эшләгән был кешенең тулы исем-фамилияһы — Мөхәмәтзаһит Ғәйфулла улы Йосопов. Ул 1901 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур ҡалаһында эшсе ғаиләһендә донъяға килгән, бер нисә йыл Ырымбурҙың “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған. Шәкерттәр болаһында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн мәҙрәсәнән ҡыуылғас,
13 йәшлек ғисъянсы (ғәрәпсә: фетнәсе, боласы) типографияға хәреф йыйыусы булып урынлаша һәм заманының күренекле кешеләре Шәриф Камал, Мирхәйҙәр Фәйзи, Сәғит Рәмиев, Шакир Мөхәммәтов, Шәйехзада Бабич кеүек әҙиптәр, батша тәртиптәрен күрә алмаған алдынғы фекерле матбуғат хеҙмәткәрҙәре, типография эшселәре йоғонтоһонда тәрбиәләнә.



Февраль революцияһы һәм унан һуңғы ваҡиғалар, бигерәк тә милли хәрәкәттәрҙең үҫеүе егет ҡорона ултырған Заһитты халыҡ азатлығы өсөн көрәш өйөрмәһенә алып инеп китә. Ул 1918 йылда большевиктар партияһы сафына баҫа. Ә инде Ырымбурҙы ҡыҙылдар алып, унда “Башҡортостан хәрби инҡилаб комитетының мөхбире” гәзите ойошторолғас, уның мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Заһит исеменә “Шәрҡи” ҡушаматын ала. Тик бында оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Ырымбур тирәһендә һуғыштар көсәйә һәм Заһит Йосопов, Ҡыҙыл Армияға яҙылып, Аҡтүбә — Турғай фронтына һуғышҡа китә. Йәш ҡыҙылармеец 1919 йылдың июнендә Өфөнө азат итеүҙә лә ҡатнаша, Петроград фронтына ла барып ҡайта.
Партия Үҙәк Комитетының ҡушыуы буйынса 1919 йылдың көҙөндә Төркөстан фронтының хәрби-революцион комитеты, гәзит-нәшриәт эше менән таныш булған бер нисә кешене һуғыш яланынан алып, ваҡытлы матбуғат ойоштороу өсөн Башҡортостанға ҡайтара. Улар араһында фронттың “Ҡыҙыл маяҡ” гәзитендә мөхәррир булып эшләп йөрөгән Заһит Шәрҡи ҙә була. Стәрлетамаҡҡа ҡайтҡас, Заһит Шәрҡи “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзитенең мөхәррире итеп раҫлана. Әйтергә кәрәк, унда эшләгән осоронда Заһит Шәрҡи республикабыҙҙың халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, халыҡ араһында сәйәси-тәрбиә эштәре алып барыуға, аң-белем таратыуға көсөнән килгән ҡәҙәр өлөш индерә.
“Башҡортостан хәбәрҙәре” редакцияһында уны Дауыт Юлтый алмаштырғас, Заһит Шәрҡи тыуған ҡалаһына ҡайтып, 1922—1928 йылдарҙа төрлө яуаплы эштәр башҡара. РКП(б)-ның Ырымбур гу­берна комитеты ағзаһы, ҡала Советы депутаты сифатында ижтимағи тормоштоң уртаһында ҡайнай, унан ике йыл буйы Һамарҙа сығып килгән “Урта Иҙел” гәзитен мөхәррирләй. Ғөмүмән, 20-се йылдарҙа Заһит Шәрҡи үҙен бик әүҙем эшләгән, оҫта ҡәләмле публицист итеп күрһәтә, журналист оҫталығын йылдан-йыл камиллаштыра бара, заманының арҙаҡлы әҙиптәре сафына баҫа.
1930 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты эргәһендәге марксизм-ленинизм курсын тамамлағас, Заһит Шәрҡи Донбассҡа эшкә ебәрелә һәм унда “Пролетарий” гәзитенең яуаплы секретары итеп тәғәйенләнә. Тынғыһыҙ, тырыш, белемгә атлығып торған З. Шәрҡи 1934 йылда күптәнге хыялын тормошҡа ашыра. Мәскәүгә барып, Ҡыҙыл профессура институтына уҡырға инә. Талантлы журналист белем алып йөрөү менән генә ҡәнәғәтләнмәй, үҙәк гәзиттәргә яҙыша һәм оҙаҡламай СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының Милләттәр Советы органы булған “Коммунист” гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып эшләй башлай. Институтты тамамлағас, “Литературная газета” редакцияһында СССР халыҡтары әҙәбиәте бүлеге мөдире итеп эшкә ҡалдырыла, бер үк ваҡытта Партиздатта милли әҙәбиәт мөхәррире вазифаһын башҡара.
Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Сәләмәтлеге ҡаҡшаған журналисты фронтҡа алмайҙар. Ул Башҡортостанға ҡайтып китә. Бында ул партияның Ҡыйғы район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире итеп раҫлана. 1944 йылдан пенсияға сыҡҡанға тиклем Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Бында Заһит Шәрҡи башҡорт әҙәбиәте тарихын бирелеп өйрәнә, әҙәбиәтсе һәм ғалим булараҡ, матбуғатта йыш сығыш яһай. “Баш­ҡорт совет әҙәбиәтенең тыуыуы һәм формалашыуы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, Салауат Юлаев, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Сәйфи Ҡудаш, Ғәйнан Хәйри, Ғ. Сәләм ижадтарын тикшерә, әҙәбиәт буйынса дәреслектәр төҙөүҙә ҡатнаша. Заһит Шәрҡи хикәйәләр, пьесалар ҙа яҙған.

Дәүләт МӘҺӘҘИЕВ.

(“Башҡортостан”, 1993 йыл,
19 февраль).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә