Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милли матбуғаттың хәле уйландыра...
Милли матбуғаттың хәле уйландыра...Бер минең генә түгел, күптәр өсөн “Совет Башҡортостаны” гәзите иң тәүҙә хәреф танырға, артабан һүҙҙәрҙе ижекләп уҡырға, ахыр килеп, тотош һөйләмдәрҙе һәм мәҡәләләрҙе хәтер һандығына һалып ҡуйырға ярҙам иткән уҡыу әсбабы ла, төп матбуғат баҫмаһы ла булды. Йылдар үткәс, оло донъяны танып белергә өйрәткән, ғүмерлек рухи аҙыҡ биргән ошо олпат гәзиттә эшләргә тура килер, тип ул саҡта кем уйлаған инде.

1917 йылдың 14 июнендә Ырымбурҙа донъя күргән “Башҡорт иттифаҡи бюро­һының мөхбире” гәзитенең беренсе һаны Башҡорт милли хәрәкәтенең мөхтәриәт төҙөү өсөн көрәшендә тәүге матбуғат ҡоралы ролен үтәй. Артабанғы йылдарҙа исеме үҙгәреп торһа ла, ул асылы, рухы менән саф башҡорт баҫмаһы булып ҡала. Республика исемен йөрөткән бөгөнгө “Башҡортостан” гәзите – элекке традицияларҙы уңышлы дауам иткән, үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәгән һәм башҡорт халҡының ижтимағи-сәйәси, рухи-мәҙәни тормошонда мөһим урын биләгән баҫма ул.
1989–1990 йылдарҙа “Ленинсы” һәм “Йәшлек” гәзиттәре мөхәррире урынбаҫары вазифаһын башҡарыу, 1991 йылда Ғафури районының “Табын”, артабан Ырымбур башҡорттарының “Каруанһарай” гәзиттәрен нәшер итеүгә ирешеп, уларҙың тәүге мөхәррире булыу, 1994–1997 йылдарҙа “Йәшлек” гәзитенә етәкселек итеү матбуғат өлкәһендә шаҡтай тәжрибә тупларға ярҙам итте. Өҫтәүенә юғары дәүләт органында байтаҡ йылдар эшләгәс, республикабыҙҙың төп баҫмаһы булған “Башҡортостан” дилбегәһен 2011–2015 йылдарҙа ҡулда ышаныслы тоторға булышлыҡ иткәндер.
Ошо арауыҡта гәзиттең йөкмәткеһен, биҙәлешен һәм тел-стилен камиллаштырыуға әҙме-күпме көс һалынды, иң мөһиме – үтә ауыр шарттарҙа баҫманың тиражын һаҡлап ҡалыуға өлгәшелде. Төп иғтибар гәзит уҡыусыларҙы уйландырырлыҡ, уларға фәһем бирерлек аналитик мәҡәләләр әҙерләүгә йүнәлтелде. Заман талаптарын һәм халыҡтың ихтыяжын, зауығын иҫәпкә алып индерелгән өр-яңы махсус биттәр, рубрикалар күптәрҙең күңеленә хуш килде. Был йәһәттән гәзит битендә донъя күргән тәнҡит мәҡәләләренә, уҡыу­сыларҙың хат-үтенестәренә министрлыҡтарҙан, ҡала һәм район хакимиәттәренән яуап талап итеп, уны баҫтырып сығарыу баҫманың йоғонтололоғон күтәреүгә булышлыҡ итте. Ысын халыҡ баҫмаһы нәҡ шулай халыҡ хәстәре менән йәшәргә тейеш тә.
Социаль әһәмиәтле төрлө акциялар (ташҡындан зыян күргән Белорет һәм Әбйәлил райондары халҡына, Бөрйән районының ауыр сирҙән яфаланған балаларына хәйриә ярҙамы ойоштороу, күрше төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәргә китап-журнал йыйып оҙатыу, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондарында ағас ултыртыу һ. б.), конкурстар (“Һөнәрлене данлай “Башҡортостан”, “Талантлыны данлай “Башҡортостан”, “Бөтөн коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” һ. б.), милли көрәш буйынса бәйгеләр, райондарҙа, ҡалаларҙа күренекле әҙиптәр һәм танылған артистар ҡатнашлығында осрашыуҙар үткәреү, министрҙар, депутаттар һәм башҡа етәкселәр менән иң ҡырҡыу мәсьәләләр буйынса “тура бәйләнештәр”, “түңәрәк өҫтәл”дәр уҙғарыу ҙа, моғайын, гәзиттең абруйын күтәреүгә булышлыҡ иткәндер.
Ваҡытлы матбуғат баҫма­ларында оҙаҡ йылдар эшләгән журналист һәм мөхәррир булараҡ, был тармаҡтың барса проблемаларын да һәйбәт беләм, тип әйтә алам. Ошо хаҡта ҡайһы бер уй-фекер­ҙәрем менән уртаҡлашмаҡ­сымын. Уҙған быуат матбуғаты һәм XXI быуаттың гәзит-журналдары йөкмәткеһе йәһәтенән дә, күләме яғынан да, уларҙы таратыу буйынса ла бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла. Заман башҡа – заң башҡа, тиеүҙәре нәҡ ошо өлкәлә сағылыш таба ла инде. Хәҙер социализм дәүерендәге кеүек ваҡытлы матбуғатты алға этәгән, уны халыҡҡа еткереүҙә көс һалған партия ла, комсомол да, хатта пионер ойошмаһы ла юҡ. Матбуғатты упҡындан йолоп алып ҡалыу өсөн Рәсәй Феде­рацияһының Дәүләт Думаһы кимәлендә айырым закондарға үҙгәреш һәм төҙәтмәләр индереү фарыз.
Бөгөн мәктәптәрҙә башҡорт телен аҙнаһына бер сәғәт уҡыталар икән – был дәүләт теленең әкренләп юҡҡа сыға барыуын күрһәткән аныҡ һан. Туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтмәй, мәктәптәрҙә уны өйрәнеүҙе аҙнаһына өс-биш сәғәткә еткермәй тороп, республикабыҙҙа “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шонҡар”, “Ағиҙел” журналдарын, “Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрен һәм башҡа баҫмаларҙы алдырып уҡыусыларҙы яҡын йылдарҙа бөтөнләй юғалтасаҡбыҙ. Өҫтәүенә “Рәсәй Почтаһы”ның матбуғатты таратыуға ныҡ аяҡ салыуын иҫәпкә алһаҡ, хәлебеҙ маҡтанырлыҡ булмауы һәр кемгә аңлашылыр. Эйе, һағындыра һәр ғаилә тиерлек уртаса өс – ун дана алдырып уҡыған уҙған быуаттың “торғонлоҡ осоро”...
Башҡорт телендә сыҡҡан республика, район һәм ҡала баҫмаларын юҡҡа сығыуҙан ҡотҡарып ҡалыу өсөн кисекмәҫтән “Милли матбуғатты һаҡлау һәм артабан үҫтереү тураһында” дәүләт программаһын ҡабул итергә кәрәк.
Әйтәһе лә түгел, беҙҙең быуынды заман ҡаты һынай. Хәйер, Рәсәй халҡына ҡасан еңел булған һуң?! Нисек кенә ауыр булмаһын, колхоздар төҙөү, аяуһыҙ сәйәси золом, михнәтле һуғыш осоронда ла бит гәзит-журналдар нәшер ителеүҙән туҡта­маған.
Әгәр XXI быуат башҡорт матбуғатының боғаҙына баҫҡан икән, был йәһәттән иң беренсе илебеҙҙең Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһындағы республикабыҙ вәкилдәре һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары гәзит-журналдарҙы нисек ҡотҡарырға икән тип баш баҫып уйланырға тейеш. Уларҙың тәҡдиме менән ҡабул ителгән закондарҙы үтәү йәһәтенән Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселеге бәлтерәгән милли матбуғатты аяҡҡа баҫтырыу өсөн, һис шикһеҙ, тейешле сара күрәсәк. Киң таралған “Спасение утопающих – дело рук самих утопающих” тигән әйтем башҡорт матбуғатына һис тә ҡағылырға тейеш түгел.
Милли баҫмалар – башҡорт халҡының ҡаҙанышы, үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәккә бағыр тәҙрәһе. Тимәк, уларҙы ҡотҡарыу һәм һаҡлап ҡалыу — һәммәбеҙҙең дә намыҫ эше.

Нияз СӘЛИМОВ,
филология фәндәре кандидаты,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә