Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матбуғат йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр
Мин армияла хеҙмәт иткәндә (уҙған быуаттың 40-сы йылдар аҙағы – 50-се йылдар башы) үҙебеҙҙең гәзитте уҡып бара инем. Часта Башҡортостандан байтаҡ ҡына егеттәр булып, замполиттан “Ҡыҙыл Башҡортостан” (һуңға табан “Совет Башҡортоста­ны”) гәзитен алдырыуҙы һорағас, ул беҙҙең теләккә ҡаршы килмәне һәм артабан тыуған ер хәлен белеп торорға форсат тыуҙы. Уҡый-уҡый дәртләнеп китеп, бер иптәшем менән ҙур ғына мәҡәлә лә яҙып ебәргәйнек хатта — баҫылманы. Совет яугире булараҡ, патриотик тойғо менән үтә мауыҡҡайныҡ шикелле, шулайыраҡ иҫтә ҡалған — килештермәгәндәрҙер... Әммә эш унда түгел, эш журналистикаға тартылыуҙа ине буғай.


Хеҙмәтте тултырып ҡайтышлай шул тәьҫорат шойҡаны менән Өфөлә туҡталырға тура килде. Ниәт — гәзит редакцияһына кереп сығыу.
...Редакция бинаһына изге бер урындай күреп барып индем. Карл Маркс урамындағы 25-се йортта ине ул. Икенсе ҡатҡа менгәс, иң элек күҙгә ташланғаны ҡулына ҡағыҙ тотҡан ке­шеләрҙең коридор буйлап тегеләй ҙә былай йүгергеләүе, ҡолаҡҡа салынғаны бик күп яҙыу машинкаһының тыҡылдауы булды. Әмәлгә ҡалғандай, оҙаҡҡа һуҙмай, эшкә лә алдылар.
Мөхәррир — Ғаффан ағай Ғафаров. Сибәр йөҙлө, мөләйем ҡа­рашлы, заманына күрә бик бөхтә кейемле, ҡупшы кеше ине. Мөлә­йемлеге менән бер ҡатар талапсанлығы ла һирпелеп торор ине — һәлкәүлекте, эшкә өҫтөн-мөҫтөн ҡарауҙы, шапшаҡлыҡты яратма­ны. Күрәһең, гәзиттең гел “йәшел йорт” (партия Өлкә Комитеты) күҙәтеүендә тороуы йыйнаҡлыҡҡа өйрәткәндер, бәлки, тәбиғәте шулай булғандыр. Редакция эшендә шунлыҡтан рәсмилек көслө ине. Мәҡәләләрҙең теле лә бер тәртипкә ҡуйылған, бер ҡа­лыпҡа һалынған кеүек ҡоро, сикләнгәйне. “Йәшел йорт”тағылар аңламаған һүҙҙе ҡулланыу шунда уҡ тәнҡиткә эләгә торғайны. 30-сы йылдарҙа башланған ҡыҫым, шулай итеп, дауам итә, “государство”, “общественность”, “издательство”, “урожай”, “дисциплина” кеүек күп кенә төшөнсәләр тәржемә ителмәй алына. Әгәр инде бер-бер бәләкәй генә хата киттеме, иртәгәһенә шау-шыу ҡуба, ә мөхәррир Өлкә Комитеттың идеология буйынса секретары, ҡайһы саҡ хатта беренсеһе ҡаршыһына барып баҫа. Редакция мөхитендә ошо мәсьәләгә ҡағылышлы ҡыҙыҡ ҡына хәбәр ҙә йөрөй ине: бер көн ҡайһылыр һанда (миңә тиклем булған хәл) һүҙҙе юлдан-юлға күсергәндә саҡ ҡына яңылышлыҡ киткән икән дә, әллә ниндәй мәғәнә барлыҡҡа килгән һәм Ғафаров ағайҙы “йәшел йорт”ҡа саҡыртып та алғандар. Беренсе секретарь С. Игнатьевтың үҙенә... Ярай әле мөхәррирҙең башы еткән: “Башҡортта ундай һүҙ юҡ, башҡорт уны аңламай”, — тип һалдырған һәм шелтәнән, бәлки, ҡатыраҡ та язанандыр, ҡотолоп ҡалған был. Беренсе секретарь, урыҫ булғас, ҡуйыртырға ла теләмә­гәндер — үҙең белмәгәнде ниңә ҡабартып маташырға!
Был ваҡиға әле ҡыҙыҡ ҡына тойолһа ла, ул саҡта бик мәрәкә булдымы икән? Дежур иткәндә бушҡа ғына һәр һүҙҙе хәрефләп тигәндәй берәмләп уҡып ултырмағанбыҙҙыр. Беҙҙең арала (йәштәрҙе әйтәм) бик хөрмәтле, абруйлы өлкән журналист Роза апай Кәримова (әле уйлаһаң, оло йәштә лә булмаған) айырыуса һаҡ, дежурҙа үтә лә мыжыҡ булыр ине. Типографиянан әле генә килтерелеп, буяуы һылашып торған “полоса” өҫтөнә (гәзиттең бер яҡлы бите) ятып тиерлек эйелеп, ҡысҡырып уҡыр ине. Эргәһендә башҡа кешеләр бармы-юҡмы (бер бүлмәлә ике-өс бүлек эшләй) — уның хәстәре түгел, тик хата ғына китә күрмәһен...
Бына шулай, баштан-аяҡ бирелеп китеп, өлкән журналистар менән гәзит сығарабыҙ. Барыһы ла ихтирамға лайыҡ ағай-апайҙар ине. Бөтә ғүмерен матбуғатҡа арнаған, заманында мөхәррир ҙә булған етди һәм кешелекле Ғәли Зөлҡәрнәев, олпат кәүҙәле, ҡарап тороуға мөһабәт Ғәзиз Ғәлин, гәзит сығарыу тәртибен һыу кеүек эскән яуаплы секретарь ярҙамсыһы Барый Сафин, һуғышҡа тиклем үк һәләтле шағир булып танылған, Ленинград фронтында контузия алып ҡайтҡас, шиғриәтте ташлап, журналислыҡ менән мәшғүл Фәйзи Бикбов, тапҡыр һүҙле Имел Ниғмәтуллин, һуғыш һурпаһын буйтым татыған, демобилизацияланыу менән гәзит донъя­һына сумған очерксы, артабан күренекле яҙыусы, “Кинйә” романы авто­ры Ғәли Ибраһимов, “Тальян гармун” менән театр мөхитен шау­латҡан Ғабдулла Әхмәтшин кеүек инде күптән мәрхүм ағайҙар һаман да иҫтә.
Алдан әйтеүемсә, көн һайын Өлкә Коми­теттың “һиҙгер ҡурсыуы” аҫтында ижад иткән ошо коллективҡа (ә гәзит эше, ни тиклем генә кәмһетергә маташмаһындар, иң тынғыһыҙ, иң мәшәҡәтле инде ул) Ғаффан Ғафар улы Ғафаров етәкселек итте. Ләкин берҙән-бер көн көтмәгәндә үҙенең мәкерлеге менән яҙыу-һыҙыу донъяһында күптәрҙең ҡотон алып бөткән идеология буйынса секретарҙың ҡушыуы буйынса әҙәби хеҙмәткәрҙәр мөхәррир бүлмәһенә йыйылды. Өҫтәл артынан саҡ күренгән башын ҡалҡыта биреп, ул яңы мөхәррир менән таныштырҙы. Ул шағир, филология фәндәре кандидаты Ғилемдар Рамаҙанов ине.
Шулай итеп, беҙ хөрмәтле Ғаффан ағай Ғафаров менән хуш­лаштыҡ. Ә ни теләһә шуны ҡылырға ҡулынан килгән баш идеолог ул көнө тағы ла бер “ҙур эш” башҡарып ташланы.
Анһаттан түгел ине ул мәлдәрҙә гәзит сығарыуы, ҡайһы берҙә дежурҙар, “баҫырға рөхсәт” тигән ҡултамғаһын ҡуйып, таң атҡас ҡына ҡайтып китә ине. Хатта икенсе көн башҡалар эшкә килә баш­лағанға тиклем тотҡарланған саҡтар ҙа булғыланы. Ни эшләп тиһәң: берҙән, техника бик иҫке, икенсенән, Мәскәү интектерҙе. Көн дә тиерлек бит-бит, хатта тотош һан Мәскәүҙән бирелгән рәсми мәғлүмәттәр тәржемәһе менән тула торғайны. Уларҙы башҡортсаға ауҙарыу үҙе бик күп ваҡытты алһа, баҫып сығарғанға саҡлы тағы әллә ниндәй мәшәҡәттәр өҫтәлер ине. Иң асыуға тейгәне — төҙәтмәләр. Мөхәррирләнеп, йыйылып, нәшерләнеп, дежурҙар тарафынан уҡылып бөткән мәҡәләләргә телетайп аша абзац-абзац яңы текст ебәрелә башлай, теге йәки был абзацты, һүҙҙе, һөй­ләмде алып ташларға ҡушыла. Әйҙә шуны йәнә тәржемә ит, тей­ешле урынына ҡыҫтыр, яңыларҙы көт...
ХХ съезд барған көндәр ошоғаса хәтерҙә: съезд материалдары тәрже­мәһен ҡарарға үҙебеҙҙекеләргә генә ышанмай, китап нәшриәте “марксистарын” да йәлеп иттеләр. Нәшриәттең марксизм-ленинизм әҫәрҙәрен башҡортса сығарған редакцияһы мөхәррирҙәрен — Әхмәт Ҡотошов, Әхтәм Йомағужин, Рауил Сабашев ағайҙарҙы — “марксистар” тип атайҙар ине ул саҡта. Үҙебеҙҙекеләр, тәр­жемә төркөмөнән Әминә апай Ҡыуа­това, Рәғәнә Енгалычева, бүлек­тәрҙән Зиннәт ағай Ишмаев, Юныс Әхмәҙиевтәр туранан-тура машинкаға “диктовать” итеп башҡортсаға әйләндерҙе, ә башҡалар менән “марксистар” шуны мөхәррирләне. Был көндәрҙә гәзитте ваҡытында сығарып өлгөрөү тураһында һүҙ ҙә алып барылманы. Үҙе бер мәхшәр булды ул мәлдәр...
Ғилемдар ағай Рамаҙанов теге “йәшел йорт”тан бигүк шөрләп торманы шикелле. Ул килеп бер аҙ ваҡыт үтеү менән телгә ҡарата ирек бирелгәне һиҙемләнә башланы. “Государство”, фәлән-төгәндәр һаман әүәлгесә ҡала килһә лә, башҡа яҡтан, ҡәтғи ҡоро телдән әкренләп арына барыу төҫмөрләнде. Мөхәррир уға-быға иғтибар итеп ваҡланманы, өҫтөнөрәк торҙо. Телде йәнләндереүгә ынтылыу уға урынбаҫар булып Вәли ағай Нафиҡов килгәс, уғата көсәйеп китте, әммә йүгәнһеҙләнмәне.
Гәзит эше, шулай итеп, был йәһәттән еңеләй­һә лә, икенсе яҡтан ҡаңғырыш йышайҙы. Хәйер, быға халыҡ күнеп бөткәйне инде. Хрущев аҙна-ун көн эсендә “яңылыҡ” табып һөрән һалмаһа, тормоштоң ҡайһы яғылыр китек тойола башлай ине. “Яңылыҡтар” беҙҙе, журналистарҙы ла, тыныс ҡалдырманы. Бөгөн бер нәмәне күккә күтәрһәк, иртәгәһен шуның кип-киреһен пропагандаларға тотондоҡ, сөнки партия исеменән алға ҡуйылған һәр эш беҙҙең тарафтан дөрөҫ һаналды.
Миңә нәҡ ана шул осорҙа, ауыл хужалығы бүлеге мөдире булараҡ, ауыл хәлен эсендә йөрөп тигәндәй күрергә тура килде. Ауыл ул саҡта көн дә тулғанып торҙо. Сиҙәм астыртып, ҡырсынлы-ташлы даланы аҡтартыуҙан башла­ғайны Н. Хрущев, үҙ эшен кукуруз сәстереү, йылҡы, кәзә малын ҡырҙыртыу, колхоздарҙы бер ҙурай­тып, бер айыртыу, совхоздар ҡорҙортоу, бәләкәй ауылдарҙы ҡороттороу, райондарҙы бөтөрөп, идаралыҡтар ойоштороу һәм иҡтисадты тамам ҡаҡшатыу менән туҡтап ҡуйҙы.
Ләкин “Совет Башҡортостаны” (хәҙерге “Башҡортостан”) ошондай шарттарҙа ла, бригадирҙан өҫтәрәк торған вазифалы кешегә ҡарата артыҡ “ауыр һүҙ” ысҡындырырға ярамаған саҡта ла (айыры­уса тәхеттә Л. Брежнев ултырған йылдарҙа) үҙ һүҙен әйтә алды. “Ҙур кешемен” тип ҡуҡрайып йөрөгәндәр ҙә уның әсе, әммә хаҡ баһаһынан “мәхрүм” ҡалманы, тәнҡит мәҡәләһе баҫылмаған бер генә һан да сыҡманы (мин ауыл хужалығына, ауыл еренә ҡағылыш­лыларын әйтәм) тиһәм дә хаталанмамдыр, моғайын. Хатта тотош бер районды байҡаған бит-бит рейд яҙмалары ла ойошторолдо. “Тешле рейдтар” райкомдарҙың беренсе секретарҙарына ла тыныс йәшәргә ирек бирмәне. Ә иң мөһиме — бер генә тәнҡит мәҡәләһенә лә, ҙурлығына-бәләкәйлегенә ҡарамай, урындан тейешле яуап алынмай ҡалманы. Әгәр телгә алынған район, колхоз, совхоз йәки айырым вазифалы кешенең етешһеҙлегенә ҡарата ниндәй сара күрелеүе хаҡында үҙҙәре белеп хәбәр ебәрмәһә, хаттар бүлеге юлларға тотонор һәм ҡуҙғыта башлар ине, сөнки гәзиттең тәьҫирлелеген һүндерергә ярамай.
Гәзиттәргә һис тынғылыҡ булманы. Баяғыса идаралыҡтар ҡороу мажараһы ҡупҡас, мөхәррир Вәли Нафиҡов (1958 йылда, Ғилемдар Рамазанов яңынан ғилми эшкә күскәс тәғәйенләнде) Зиннәт Ишмаев менән икебеҙҙе (Зиннәт ағай яуаплы секретарь ине) әле генә ойошоп ятҡан Туймазы ауыл хужалығы идаралығы зонаһына сығарып ебәрҙе. Идаралыҡтың эш башлап ҡына торған сағы. Нимәгә тотоноп китергә лә белмәйҙәр... Ҡаңғырыш... Шулай ҙа берәү ҙә һыр бирмәй. Беҙ ҙә улар ыңғайына райондан-районға йөрөп, колхоздарҙа булып, юлъяҙмалар яҙабыҙ ҙа кистәрен телефон аша стенографисткаға тапшыра барабыҙ. Йөрөй торғас, аҙна-ун көн үтеп тә китте. Ҡайтыуыбыҙға бер нисәһе баҫылып та өлгөргәйне инде. Шулай итеп, “яңылыҡты” кеше мейеһенә һеңдерергә тырышабыҙ.
1962 йылдың 10 авгусы... Мөхәррир ураҡ барышына арналған сираттағы кәңәшмәнән ҡайтып инде лә, мине саҡыртып, бөгөн Илеш иген һатыу планын тултыра, иртәгә тотош һанға материал әҙерләргә кәрәк, тип хәбәр һалды. Төш ауған мәл ине.
— Ҡасан, ҡалайтып? — Мин ҡаушап ҡалдым.
— Хәҙер “Кызыл таң”, “Советская Башкирия” кешеләре менән өсәүләп бер машинала китәһегеҙ. Әхмәтйәнов та барыр, өс гәзит­кә бер фотохәбәрсе етер. Иртәнге һанға өлгөрт, — тине.
Ҡойоп ямғыр яуа. Ә беҙ дүртәү – Ноғоманов, Кудряшов, Әхмәтйәнов һәм мин киттек, “Волга”ға ултырып. Илеш еренә етһәк, унда ла ҡоя. “Бынауы көндә кем ашлыҡ тапшырып йөрөр икән?” — тип шикләнәбеҙ.
Райкомға барып ингәндә ҡараңғы төштө. Беренсе секретарь Ә. Әминев менән башҡарма комитет рәйесе Т. Рахманов, беҙҙән алда ҡайтып, көтөп ултыра ине. Бушҡа шикләнгәнбеҙ. Тултырғандар.
Ҡайһы гәзиткә ниндәй колхоз, игенселәрҙән кем алынырға тейешлеген билдәләштек. Өсөнсө секретарь шылтыратып, исемлеккә керетелгән­дәрҙе саҡырырға тотондо, ә беҙ ул арала район хужалары менән әңгәмәләшеүгә йәбештек. Ығы-зығы төн уртаһына саҡлы һуҙылды...
Иртәнге алтыла беҙ Өфөлә инек. Төш етеүгә тотош һанға етер­лек мәҡәлә яҙылып, тапшырылып бөтөлдө.
Илештең уңышы республика игенселәренә, моғайын, дәрт тә, дарман да өҫтәгәндер. Һәм был дәрт-дарманды иң элек, моғайын, гәзит ҡуҙғытҡандыр. Быға минең иманым камил, сөнки матбуғат — көслө сара ул.
Ғөмүмән, “Башҡортостан” 80 йыл буйы ана шулай республикабыҙ тарихының ҡап урта­һында барған һәм барҙы. Минең быуынға тиклемге һуғышсан, тәүәккәл, арҙаҡлы журналистар ҙа, беҙҙең тиҫтерҙәр ҙә үҙ бурысын намыҫ менән үтәне.
Намыҫ тигәндән, бындай сифатҡа эйә булған журналистарҙан Вәли Нафиҡов, Ғәли Шәрипов, Зиннәт Ишмаев, Заһир Исмәғилев, Мирза Мостафин, Роза Кәримова, Ғәзимә Ғәйнетдинова, Юныс Әхмәҙиев, Рәғәнә Енгалычева, Әмир Гәрәев, Айҙар Буранғолов, Иш­булды Рауилов­тарҙы, үҙ хәбәрселәребеҙҙән Мөхтәр Тимербулатов, Фәтих Абдуллин, Хәмит Шәрипов, Фәтхулла Комисса­ровтарҙы әле лә юғары баһалайым, мәрхүмдәрен хөрмәтләп иҫкә алам мин.
1918 йылдың 1 мартында сыға башлап, ошо көнгәсә башҡорт иленең көҙгөһө булып торған “Башҡортостан” йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне улар.

Фуат БИИШЕВ.

(“Башҡортостан”, 1999 йыл, 15 июнь).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 566

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524