Күпселек һөнәрҙәр көндәлек тормошта күҙгә ташланып бармай. Ә ҡайһы берҙәре, көн һайын кәрәкле шөғөл тип иҫәпләнһә лә, дөйөм йәки шәхси иғтибар үҙәгенән юғалғылап ала. Фәҡәт бер генә эшмәкәрлек тәүлектең бер генә мәлендә лә күҙ уңынан ысҡына алмаясаҡ. Ул – киң мәғлүмәт саралары. Шулар иҫәбенә ингән баҫма матбуғат нисек көн күрә бөгөн? Бөгөнгө баҙар иҡтисадында ҡағыҙҙағы хәреф юлдарының хаҡы күпме? Милли матбуғаттың глобаль баҫымға ҡаршы тора алыуына һеҙ, уҡыусыларыбыҙ, ярҙам итәһегеҙме?Тәүге ижади сәфәрҺәр журналист беренсе командировкаһын хәтерләйҙер, моғайын. 1983 йылдың ямғырлы көҙөндә мин, кисә генә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған йәш белгес, Туймазы районына тәүге ижади сәфәремә юлландым. Кеҫәлә – өр-яңы журналист танытмаһы. Хәйер, яңы әйбер шуның менән сикләнә лә, сөнки өҫтәге кейем маҡтанырлыҡ түгел. Әле генә уҡыу йортон тамамлаған һәм йәш ғаиләһе менән Өфөнөң әле бер урамында, әле икенсе биҫтәһендә көн күргән кешенең аҡсаһы ҡайҙан булһын? Ҡуртымдағы фатир өсөн дә ай һайын эш хаҡының яртыһы самаһын сығарып һалырға кәрәк. Тик ул саҡта быға әллә ни иҫ китмәй ине: саҡ эш башлап торған һабаҡташтарымдың барыһы ла шундайыраҡ хәлдә. Тәжрибәле журналистарҙың бушлай фатир алыуын, хатта тора-бара уны ҙурырағына алмаштырыуын, бер тин сарыф итмәй генә йыл һайын шифаханаларға юлламаға эйә булыуын, ҡала ситендә баҡса үҫтереүен, сиратта тороп булһа ла “Жигули” һатып алыуын күреп торабыҙ бит. Тимәк, көнкүреш кимәле тураһында борсолаһы түгел, киләсәктә барыһы ла булыр. Тик бына оҫталыҡ буйынса нисек юғары күтәреләһе, өлкән ағай-апайҙарыбыҙ кеүек йотлоғоп уҡырлыҡ очерктар, ғәйеплеләрҙе оятҡа ҡалдырырлыҡ үткер фельетондар яҙырға нисек өйрәнәһе? Шул уй ине башыбыҙҙа.
Поезд менән Туймазыға килеп төшкәс тә, ҡар ҡатыш ямғыр көсәйҙе. Шул мәлдә кемдеңдер “Беҙ аҡса өсөн түгел, ә идея хаҡына эшләйбеҙ” тигән һүҙҙәренең хаҡлы булыуына шикләнеп ҡуйҙым: итек тә ныҡ туҙған икән, береһенән һалҡын һыу үтә башланы, ойоҡ лысма һыу. Өфөлә уны урамда итек ремонтлап ултырған бер оҫтанан йүнәттерергә тырышып ҡараным да, булманы. “Йүнәтерлек урыны ҡалмаған, ташла быны”, – тип ҡул ғына һелтәне ағайыбыҙ. Әйтеүе анһат та ул, әле кәләшкә итек алмағанбыҙ, мин инде нисек тә түҙермен бер ҡышҡа. Көндәр һалҡынайтып, аяҡ аҫтының туңға әйләнеүен генә көтәһе... Ҡунаҡхана бүлмәһенә ингәс тә алмашҡа алған ҡоро ойоҡто кейҙем дә аяҡты полиэтилен тоҡсайға ураным. Һыу үтһә лә, хәҙер ойоҡ сыланмаясаҡ.
Партия район комитетының өсөнсө секретарына (идеология эше өсөн улар яуап бирә ине) шул килеш барып индем. Ул минең килерҙе белә ине, ҡунаҡханаға ла айырым бүлмә алып ҡуйған, беҙ барасаҡ предприятие һәм ойошмалар етәкселәре лә иҫкәртелгән. Шулай булмай ни – мин бит партия (КПСС) Өлкә Комитеты органы булған гәзиттә район Комитетының эшен күрһәтергә тип килгәнмен. Ә мин яҙғанды Өлкә Комитетта иртәгәһенә иртән үк күрәсәктәр.
Яҙманыҡ, ләкин
төп тема булдыБеренсе командировканы ошолай тәфсирләп яҙыуымдың сәбәбе шул: беҙ, ауыл балалары, ҙур ҡалала шулай ауырлыҡ менән көн күреп алып киттек. Кейем-һалым бер хәл әле, иң интектергәне (һәм быны милли матбуғат ветерандарының барыһы ла раҫлар тип уйлайым) – торлаҡ мәсьәләһе. Йәшәр урының булмаһа, тимәк, ғаиләң дә ысын ғаилә түгел, бала тәрбиәләрлек шарттарың да, мал-мөлкәтең дә юҡ.
Урыҫ гәзиттәренә был йәһәттән күпкә еңелерәк: улар кадрҙарҙы Өфө кешеләренән һайлай ала, ә “Башҡортостан” (“Совет Башҡортостаны”) гәзитендә бер ҡасан да Өфөлә тыуып үҫкән һәм атай йортонан эшкә йөрөгән кеше булманы шикелле. Башҡорт һәм татар баҫмаларына белгестәрҙе йә райондарҙан саҡырып килтерергә, йә яңы ғына уҡыу йортон тамамлаған әлеге йорт-ерһеҙ йәштәрҙе алырға тура килә ине, сөнки баш ҡалала башҡорт телен республика гәзитендә эшләрлек кимәлдә белгән йәштәр тәрбиәләнмәне, һәм әле лә был хәл артыҡ маҡтанырлыҡ түгел. Әммә һәр ҡайһыһына торлаҡ кәрәк, ә сират ҙур. Етмәһә, күбебеҙ – Урал аръяғы һәм көньяҡ райондар балалары, йәғни матди яҡтан ярҙам итерлек атай-әсәйҙәр бик алыҫта. Әйҙәгеҙ, дөрөҫлөктөң күҙенә тура ҡарайыҡ: беҙ йәшәү урынын һәм матди яҡтан аҙмы-күпме аяҡҡа баҫыу хәстәре менән йәшәгән арала, нигеҙҙә, Өфө кешеләренән торған урыҫ гәзиттәрендә журналистарҙың үҙ оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә эшләү мөмкинлеге булды, тимәк, улар милли баҫма хәбәрсеһе менән сағыштырғанда алғараҡ китте.
Әгәр ҙә кемдер: “Райондан килгән йәки яңы институт тамамлаған ауыл балаһы һәр ойошмала ла эште шундай ауырлыҡ менән башланы, был редакцияларға ғына ҡағылмай”, – тиһә, мин бигүк риза булмаҫ инем. Йәш сағымда Өфө моторҙар берекмәһенең эшсеһе булдым. Ауылдан килеп урынлашҡанмын. Хеҙмәт хаҡы айына 200 – 300 һум, юғары разрядлы эшселәрҙеке 500 – 600 һумға етә. Ятаҡ өсөн ай һайын 3 һум 50 тин генә түләргә кәрәк. Ә хәҙер 80-се йылдарҙа Матбуғат йортона эшкә килгән осорҙа республика гәзитендә эшләгән юғары белемле йәш журналист менән сағыштырығыҙ: айлыҡ хеҙмәт хаҡы – 120 һум, шуның 40 – 60 һумы фатир хужаһының кеҫәһенә күсә.
Аҡсаһыҙ һәм...
абруйлыӘ бит, уйлап ҡараһаң, ғәжәп тә кеүек – быларҙың береһе лә журналист һөнәренең абруйын төшөрмәне, ул тиҫтәләрсә йылдар буйы юғары ҡала килде. Энтузиазм (бөйөк сатирик Аркадий Райкин совет йәмғиәте тураһында һөйләгәндә мыҫҡыллап әйткәнсә – “энтузизазизм”) көслө ине әле. Коммунистик киләсәк төҙөү тураһындағы идеологик нигеҙҙә тәрбиәләнгән быуын хатта эшкә урынлашҡанда хеҙмәт хаҡының күпме буласағын һорауҙы ла оят һананы. “Торлаҡ-2000” кеүек ҙур программаларҙы тормошҡа ашырғанда йөҙҙәрсә ғаиләнең дәүләт иҫәбенә фатирлы булыуы тураһындағы ҡыуаныслы репортаждар яҙғанда йәки башҡа ҡаҙаныштар хаҡында мәҡәләләр әҙерләгәндә беҙҙең үҙ хәлде башҡа тармаҡтар менән сағыштырып ҡарау зарурлығы иҫкә лә төшмәгәндер тип уйлайым. Хәйер, ижад кешеләре матди кимәлде һәр саҡ рухи-мәҙәни уңыштан түбәнерәк ҡуя.
Ул саҡта һәр баҫма партияның өлкә, район йәки ҡала органы булды, хатта предприятиеларҙа сығарылған гәзитте лә ошо коллективтың партия бюроһы контролдә тота ине. Аҙмы-күпме тәжрибә булғас ҡына төшөндөм: мәҡәләне идеологик йүнәлештә дөрөҫ яҙыу, партия ҡарарҙарының уңышлы үтәлешен күрһәтеп барыу – төп талап, етәкселәрҙе тәнҡитләгән яҙма ферма мөдире йәки ашхана директоры кимәленән дә юғарыраҡ күтәрелә алмай ине. Ул саҡтағы гәзит төпләнмәләрендә һеҙ партияның район йәки ҡала комитетын тәнҡитләгән бер мәҡәләне лә таба алмаясаҡһығыҙ. Өлкә комитет тураһында әйтәһе лә түгел. Был “табу” район советы башҡарма комитетына ла ҡағыла ине (Совет власын нисек тәнҡитләйһең?). Депутаттарға ҡарата ла тәнҡит яҙылғанын һис хәтерләмәйем (уларҙы бит совет халҡы һайлап ҡуйған!). Булһа ла, депутатлыҡ вәкәләттәре үткәс йәки район советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһынан бушатырға ҡарар ителгәс юғарынан ҡушыу буйынса ғына яҙылғандыр.
Ғәҙеллек
көрәшсеһе – һөнәр улӘ шулай ҙа совет журналисы минең аңымда ғәҙеллек өсөн көрәшкән, халыҡ тураһында хәстәрлек күргән, уның мәнфәғәттәре өсөн янған-көйгән кеше булып ҡала (башҡаларҙың хәтерендә дә шулай икәнлегенә иманым камил). Уйлап ҡараһаң, Коммунистар партияһы ҡарарҙарының барыһы ла халыҡтың тормошон ҡайғыртыу йүнәлешендә ине бит... Журналистың тырышлығы ла шуға уҡ йүнәлтелде. Әммә эштең һүҙҙән ары китмәүе өсөн ул ғәйепле түгел, ул – һүҙ оҫтаһы ғына. Бөтә ғиллә хеҙмәтте матди дәртләндереүгә ҡайтып ҡалған икән шулай ҙа... Баҙар иҡтисады быны бар асыҡлығында күрһәтте.
Совет осоронда мин аҙ ғына эшләп ҡалдым һәм үҙемде “перестройка” дәүерендә формалашҡан журналист тип иҫәпләйем. Элек тыйылған темаларға бер-бер артлы мәҡәләләр яҙыу, тарихтың “аҡ таптары”н асыу, эшен үҙгәртеп ҡорорға хәленән килмәгән (беҙҙең уйыбыҙса) министрҙар һәм башҡа етәкселәрҙе тәнҡитләү нисек ылыҡтыра ине... Шул арала Көнбайышҡа мөкиббән китеп табына башлағаныбыҙҙы ла, илдәге иҡтисади “реформалар” арҡаһында хәлебеҙ мөшкөлләнеүен дә, күп кенә хәбәрселәрҙең “аҡса тоҡсайҙары”на һатылғанын һәм заказлы тәнҡиткә күскәнен дә абайламай ҡалғанбыҙ... Хәйер, һуңғыһы милли матбуғатҡа ҡағылмайҙыр, тип уйлайым.
Эш аҡсала түгелЭйе, ваҡытлы матбуғаттың тиражы йылдан-йыл кәмей һәм милли матбуғатҡа, йәнә килеп, башҡалар менән сағыштырғанда ҡыйыныраҡҡа тура килә. Ни өсөн икәне лә аңлашылалыр: бағыусы булырлыҡ, ҡарт-ҡороға һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән уларҙы үҙ иҫәбенә гәзиткә яҙҙырырлыҡ кешеләр, йәғни эшҡыуарҙар ҡатламы тулыһынса тип әйтерлек урыҫса уҡый. Милли матбуғатта реклама баҫтырыу бизнесмендың тауарын йәки хеҙмәтен баҙарҙа үтемлерәк итергә һис ярҙам итмәй, шуға күрә был өлкәне баҙар иҡтисады берәмеге тип ҡарап буламы икән? Кемдер берәү шулай тип әйткәйне: “Хәҙер киң мәғлүмәт саралары юҡ, медиабизнес ҡына бар”.
Ләкин беҙҙең халыҡтың 90 проценты самаһы бының айырмаһын белмәй ҙә, күрмәй ҙә, ахыры. Үҙебеҙҙең милли матбуғатҡа яҙылыу өсөн аҡса юҡлыҡҡа һылтаныу, тикшереп ҡарай башлаһаң, күпселек өсөн дөрөҫкә тап килмәй. Ауыл һайын өй һалалар, һәр кемдә тиерлек заманса техника, Өфөлә йәшәгән башҡорттарҙың әллә һәр береһендә “иномарка” инде... Ә гәзиткә яҙылырға мөмкинлектәре юҡ... Тимәк, эш аҡса таба алмауҙа түгел, ә рухи ҡиммәтте һәм милләт яҙмышын ихтыяждар баҫҡысында ҡайһы урынға ҡуйыуҙа.
Ваҡытлы матбуғат – интеллектуаль яҡтан күпмелер дәрәжәлә көсөргәнешлек талап иткән әйбер. Икенсе төрлө әйткәндә – уны уҡығанда, телевизор менән Интернеттағы һымаҡ, күҙҙе һәм ҡолаҡты ғына түгел, ә мейене лә эшкә ҡушырға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа үҙемә ағай-эне тейешле бер нисә пенсионерға ярты йыл һайын “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырып килдем. Береһе лә баш тартмай, ләкин бөхтә генә итеп бер урынға өйөп барһалар ҙа, уҡымайҙар икән – ваҡыттары ла юҡ, ниндәйҙер проблеманы төшөнөп уҡырға түҙемлек тә етмәй. Хатта ул пенсионерҙарға ҡағылышлы социаль мәсьәләгә арналған мәҡәлә булһа ла.
– Йылдан-йыл наҙанлыҡтың үҙ тирәһенә ғәйәт ҙур кеше ресурсын йыя барыуын күҙәтәбеҙ, халыҡ китап уҡыуҙан туҡтаны, уға ошо наҙанлыҡ мөхитендә йәшәүе бик уңайлы, – тигәйне Дағстандың ул саҡтағы етәксеһе Рамаҙан Абдулатипов, Дагомыста “Бөтә Рәсәй-2016” фестивалендә сығыш яһап.
Әйтергә теләгәнем: гәзит уҡыусы уйланырға һәләтле генә түгел, ә тирә-яғындағы тормошто сағыштырып ҡарарлыҡ, яҡшыны насарҙан айыра белгән кеше лә булырға тейеш. Телевизорҙа “брендовый” йырсыны йәки “Әйҙә, өйләнешәйек!” һымаҡ күңел асыу тапшырыуҙарын сәғәттәр буйы ҡарай алған апай-ағайҙарыбыҙ етди гәзит уҡыусы була алмайҙыр. Күмәк ағас ҡына дауылдан ҡурҡмай, тиҙәр. Ә үҙ урманынан ситләшкән һәр ағасты заман елдәре сит шырлыҡҡа илтеп ташлай бара, һәм улар күптән шундағы мөхиткә яраҡлашҡанын һиҙмәй ҙә, ахыры... “Милли үҙаңы булмаған халыҡ – башҡа ҡәүемдәрҙе үрсетеп ятҡан тиҙәк ул” – был һүҙҙәрҙе бөйөк урыҫ реформаторы Петр Столыпин юҡҡа ғына әйтмәгәндер.
Интернетҡа ҡарата ла шундайыраҡ һүҙҙәрҙе әйтергә була: уны ҡулланыу уңайлы, мәғлүмәт ҙур тиҙлектә бирелә һәм ҡабул ителә, тәнҡит һүҙҙәрен урынлаштырырға теләгәндәр өсөн күпселек сайттарға “фильтр” юҡ тиерлек, ләкин ҡулланыусының ышанысын яулау буйынса ул ваҡытлы матбуғаттан ҡалыша әле. Үткәндә Өфөләге Конгресс-холда “Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтары этностарының һәм конфессияларының үҙ-ара мөнәсәбәтенең тарихи тәжрибәһе – республикалағы милләт-ара мөнәсәбәттең факторы һәм артабанғы үҫештең ыңғай векторы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында бер юғары вазифалы ханымдың сығышы аптыратты: “Һеҙҙә ниндәйҙер милләтселәрҙең шикле митингтары бара икән, әллә нисә сайтта күреп өлгөрҙөм инде!..” – тип һалды был. Күрәһең, самолетта Мәскәүҙән осоп килгәндә смартфонын ҡарап ултырған да шунда уҡығанын трибунаға сығып һөйләрлек нигеҙ итеп алған. Милли сәйәсәт өлкәһендәге белгестәрҙең сығышын уҡырға ваҡыты ҡайҙан ғына булһын...
“РБК” агентлығының Бөтә донъя гәзит һәм яңылыҡтар ассоциацияһы (WAN-IFRA) мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итеүенсә, планета халҡының яртыһы самаһы гәзит-журнал уҡый, был осраҡта уларҙың 2,5 миллиарды ҡағыҙ баҫманы һатып ала, ә 600 миллионы ошо баҫмаларҙың электрон версияһын уҡый икән. Сәбәбе: күптәр тиҙлеккә ҡарағанда ышаныслы, шәхес үҫешенә ярҙам иткән, ваҡиғалар айышына дәлилдәр һәм сағыштырыуҙар аша төшөндөргән мәғлүмәтте өҫтөнөрәк күрә.
...Уйлап ҡараһаң, ҙур ҡаҙаныш бит – башҡорт халҡының төп (ә ҡасандыр – берҙән-бер) милли баҫмаһы булған “Башҡортостан” гәзите 100 йыл буйы сығып килә! Шул дәүерҙең 25 йылы минең дә хеҙмәт биографияма тура килгәненә сикһеҙ ғорурланам. Һәр хәлдә сирек быуат элегерәк нисек булғанды бөгөнгө тормош менән сағыштырып ҡарарға хаҡлымындыр. Һәм элекке ихласлыҡ, матбуғатта уҡыусы менән көндәлек аралашыу, “прагматик булмаған” мөнәсәбәт һағындыра, һәм мин һаман да “Башҡортостан” гәзите халыҡ трибунаһы – башҡорт милләтенең үҙ-ара фекер алышыу майҙансығы – булып ҡалырға тейеш тигән уйҙамын.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН,
хеҙмәт ветераны,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.