Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмышым – сәхнә
Яҙмышым – сәхнә...Бәллеү тирбәлә,
Әлли-бәлли, бәлли-бәү.
Сеү! Бала йоҡлай...
Көндөҙ арыған, көлөп, илап,
Йоҡлай бала, төштәр күрә-күрә,
Әлли-бәлли, бәлли-бәү!
Тыуған ауылым – Башҡортостандың ғорурлығы булған гүзәл тәбиғәтле Дүртөйлө районы (хәйер, һәр кеше үҙенең тыуған төбәге менән ошолай ғорурланалыр инде) Исмаилдың киң, бөхтә урамынан атлайым. Кемдеңдер тәҙрәһенән бәллеү күренә. Бишек тә тиҙәр уны. Минең ҡапыл: «Күҙең йом да онот бөгөнгөңдө, бер ҡайт әле бала сағыңа», – тип урам тултырып ҡысҡырғым килде. Уйҙарымды бер-бер артлы бүлеп үткән хәтирәләрем юлға сыҡты...
Бына ул минең бала сағым. Татыу, матур, күптәргә өлгө булып йәшәгән уҡытыусы һәм колхозсы Мәҙинә менән Ибраһим ғаиләһе. Бөтә ауыл, нәҫел-нәсәпте шаулатып, өсөнсө бала булып тыуғанмын. Ниңә шаулатып, тиһегеҙме? Һирәк осрай торған хәл: бала йөҙлөк (бит пәрҙәһе) менән тыуған. «Үтә бәхетле, тәүфиҡ­лы, гүзәл булыр был бала», – тигән кендек инәйем. Рәхмәт уға! Бөтә юрағандары юш килде. Эшемдән уңдым, ғаиләмдән уңдым, яҙмы­шымдан уңдым. Эйе, эйе!
...Бына мин ошо урам буйлап, әнейемдең итәгенә йәбешеп (ул уҡытырға бара, ә мин әле мәктәп йәшендә лә түгел) китеп барабыҙ. Күрше инәй, «яҡын әбейем», осрай. «И-и-и, ҡыҙым да эшкә барамы ни, үҫкәс кем булаһың һуң? Әнейең кеүек уҡытыусылыр инде?» – ти икән. Мин әле теле яңы асылып килгән бала: «Ту-у-у-ҡ, әртиш булам», – тим, имеш, эре генә.
Ана-а тегендә, инеш һыуын көҙгө итеп, сәс тарай-тарай, һыуға ҡапланған урын. Ана, апам Гөлшат менән “кәртишкә” төшкән өй. Ауылға ситтән фотограф килеү – һирәк була торған хәл. “Фотограф килгән, фотограф килгән!..” Был хәбәр беҙгә лә килеп етте. Тик ниндәй аҡсаға төшөргә? Бала-сағаға бер кем дә аҡса тоттороп бармай. Байтаҡ баш ваттыҡ. Уйлап таптыҡ! Мал өйө эргәһендәге тауыҡ ояһында йоморт­ҡалар кү-ү-п. Тик тауығы оянан сыҡмай һаҡлай. Ояны тирәләйбеҙ. Нисек тә бер ун йомортҡа сәлдереп “кәртишкә”гә төшөргә иҫәп! Апам тауыҡты ҡыуа, тауыҡ, ҡәһәрең, ҡытҡылдай. Мин йомортҡаларҙы итәккә тултырам. Ә өҫтә – сәхнәлә бейер өсөн төрлө-төрлө таҫмалар менән тегелгән “украин” костюмы (кем генә булып бейемәнем, рәхмәт әнейемә, ул тегә, мин кейәм, осам сәхнәлә, йырлайым, бейейем). Итәк тулы йомортҡа. Йүгерҙек. Быға тиклем урлашып эш итмәгәнгәлер инде, йүгерә торғас, мәтәлеп барып төштөм. Күлдәк, ҡул, бит йомортҡаға батты. Ул ғына туҡтата аламы һуң? Фото бит алыҫҡа китәсәк, иҫтәлек буласаҡ. Барып төштөк. Тик йомортҡаларҙың ҡайһы берҙәренән себеш баштары күренә ине, шуларҙы йәлләп, юл буйы илап ҡайттыҡ. Ҡайттыҡ та үҙебеҙгә яза бирҙек: кесерткән араһына инеп, үҙебеҙҙе әрләп, ҡаты сағылыуҙан әрнеп, бер кемгә лә күренмәй оҙаҡ яттыҡ...
Яҙмышым – сәхнә...Алға атлайым. Бына мин уҡыған мәктәп. Бөтә яҡлап та беренсе булырға яраттым. Тырышмай ҙа инем, үҙенән-үҙе шулай килеп сыға ине. Ир балаларға һис баш бирмәнем. Ана, теге тыҡрыҡта, ҡыҙҙарҙы ҡыйырһытҡандары, әйткәнемде тыңламағандары өсөн йәштәш малайҙарҙы дөмбәҫләп ҡайтарғайным...
Хәҙер осрашһаҡ, иҫкә төшөрөп көлөшәбеҙ. Мин иҫ китмәле көслө булыр инем. Йыуан-йыуан утындарҙы киҫкәндә ағайым бысҡының бер башын тотһа, икенсе башында булыр инем. Ҡойма ҡаҡһаҡ, сүкеш минең ҡулда. Хатта бер мәл әнейемдәр Өфөнән йөрөп ҡайтыуға әтейемдең әҙерләп ҡуйған таҡталарын киҫкеләп, йоҡо бүлмәһе бүлеп, эшләп ҡуйғайным.
Ул саҡ мәктәптә укол, прививкалар яһау модала ине. Башҡа балалар икенсе көнөнә сирләп, дәрескә килмәй ята, ә мин бер сана утынды балта менән киҫеп, ярып, өйөп ҡуям: сир ҙә теймәй, утын да киҫелгән.
Йәмле йәй етеп, тирә-йүн йәшеллеккә күмелеп, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре сығыр ваҡыт етһә, өйҙөң ике яғында үҫеп ултырған ҡайыныбыҙға ҡарғалар эйәләшә торғайны. Яратмайым шуларҙың тауышын. Тегеләр бер-ике бәпкәнең башына еткәнсе түҙәм, әлбиттә, шунан инде әнейемдәрҙең әйткәндәрен көтмәйем, “разбираться” итергә ағас башына үрмәләйем. Өй ҡыйығында мейес торбаһы емерелгән, тиҙ генә кирбес мендереп өйөп ҡуйыу – бөтәһе лә минең ҡулдан үтте.
Эх, һин, мәктәп йылдары! Һағынды­раһың. Рәхмәтлемен һиңә! Күпме эш өйрәндем һиндә! Класта староста ла, отряд, дружина советы рәйесе, мәктәптең стена гәзитендә мөхәррир ҙә, пионер вожатыйы ла, тағы әллә күпме йәмәғәт эштәре тағылған. Ошо тиклем эштәр йөкмәп, насар уҡып ҡара! Грамоталар, дипломдар, приздар – барыһын да алдыҡ. Балалыҡ, мәктәп йылдарына уйҙарым менән әйләнеп ҡайтһам, ирекһеҙҙән 4-се класта уҡытыу­сым ауырыған ваҡытта бер дәрес бир­гәнем иҫемә төшә лә йылмайып ҡуям. Эх, бала саҡ, бала саҡ! Беҙгә аң-белем биреү өсөн ғәзиз уҡытыусыларыбыҙ күпме көс һала. Йыш ҡына беренсе уҡытыусым, ҡәҙерле Мөсфирә апаны иҫкә алам. Һаулығы булмауға ҡарамаҫ­тан, беҙҙе 4-се класты бөтөртөргә күпме тырышты ул. Бик ауыр булған минуттарында таҡтаға яҙаһы өлгөләрҙе минән яҙҙырыр ине, дәфтәрҙәрҙе ҡа­рарға ла ярҙамлашыр инем. Балалыҡ менән аңлап бөтмәгәнбеҙҙер инде, хәҙер үҙем шул йәшкә еткәс, бөтәһен дә аңлайым, хөрмәтле уҡытыусым!
Бер саҡ шулай класс алдында дәрес алып бара башланым, йәнәһе, “уҡытам”. Бер малай Мичуринды дөрөҫ әйтмәй бит. “Мучирин” тип тик тора, ҡабатлатам, тағы шул уҡ хәл. “Мучирин”, – ти. Ҡыуып алып киттем тегене, ул мейес артына йүгерҙе, мин дә – мейес артына, ул – мейес башына, мин дә – мейес башына, бөтә класс дыу ҡуптыҡ. Көн һайын бәрәңге ҡырып, крахмалланған аҡ яғам өҙөлөп ҡыйшайған, ҡара күлдәгем мейес бурына буя­лып, ала-ҡолаға әйләнгән. Шулай итеп, минең уҡытыусылыҡ даным ошоноң менән тамамланды, әммә “артист” булам тигән даным көндән-көн күтәрелде.
Уйҙарым ары китте. Бына Исмаил ауылы мәҙәниәт һарайы. Әнейем, һөйөклөм! Ғүмер буйына артист булырға хыялланған. Сәхнәнән төшмәгән, йырлаған, бейегән, уйнаған, һөйләгән. Ул әле 80 йәштән уҙғанда ла әллә күпме шиғырҙарҙы яттан белә, үҙе яратҡан шағирҙарының китаптарын ҡулынан төшөрмәй ине. Ә әтейемдең тауышы үтә лә моңло ине, тик сәхнәгә менмәне, беҙҙең өсөн, ҡунаҡтар өсөн йырлар ҙа күҙенә йәш тығылыр ине. Мин дә әтейем кеүек илаҡмын. Хәйер, илай алыу – үҙе ҙур бәхет бит ул, күңел таҙарынып, бушанып ҡала. Кеше көлһөн дә, илаһын да ул! Яҡташым, бөйөк шәхес Назар Нәжми әйткәнсә:
...Берәү тыуа, берәү үлә,
Берәү илай, берәү көлә...
Көлмәй ҙә ул, иламай ҙа –
Бәхетһеҙлек бына ҡайҙа!
...Мин мәҙәниәт һарайының эсенә атлайым. Ысынлап та, ниндәй серле, мөғжизәле урын был һарай, һарай – батша һарайы! Артистар һарайы, беҙ батшаларға бәрәбәр, тимәк, ошо һарайға беҙ хужа! Күпме күҙ төбәлгән миңә, анау хәтлем йылдар эшләү дәүерендә күпме ролдәр уйналған, күпме күҙ ҡараған минең уйыныма, минең менән бергә көлөп, илап, ышанып. Бына ҡайҙа ул йөҙлөк менән тыуған балаға кендек инәйенең әйткән һүҙҙәре: “Бәхетле, тәүфиҡлы булыр был бала”. Рәхмәт уға!
...Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан көнөмдө хәтерләйем. Мәктәпкә төшмәгәй­нем әле. Гөлшат апам әллә 1-се класта уҡый ине, уға эйәреп минең дә сәхнәгә сыҡҡым килде, һәм әнейем беҙгә “украин” костюмы текте, үҙенә күрә бейеү ҙә ҡуйҙылар. Ул ғына аҙ тойолдо микән, шиғыр ҙа һөйләргә булдым. Уҡып бөткәс, баш эйергә кәрәк, тигәндәрҙер инде, мин шундай итеп эйҙем, тигеҙлегемде юғалтып, алға тәкмәс атып киттем. Был, әлбиттә, ысын тамаша булды, тәкмәс атып, һикереп баҫтым да тағы баш эйҙем. Шул ваҡытта юғалып ҡалмағаныма әле шаҡ ҡатам. Шунан алып 10-сы класты тамамлағансы сәхнәнән төшмәнем.
Шундай уҡ хәл өлкәнерәк класҡа еткәс ҡабатланды. 6-сы класты бөткәс, сөгөлдөр һәм мәк үҫтергән өсөн мине мандолина менән бүләкләнеләр. Тиҙ генә бер нисә көй өйрәндем дә (”Өй артында шомортом”, “Ҡом бураны” һәм бейеү көйө), сәхнәгә сығып үҙем уйнап, үҙем йырламаҡсы булдым. Бер куплет йырлап өлгөр­мәнем, мандолинамдың бер ҡылы өҙөлмәһенме?! Сәхнәнән сығып китһәм, һәйбәт булыр ине лә бит, юҡ, аҙағына тиклем өҙөк ҡыл менән уйнап, йырлап бөтөп сыҡтым. Артист булыу теләге ниҙәр генә эшләтмәгән.
Мин 7-се класты бөтөүгә, беҙҙең ауылда яңы мәҙәниәт һарайы төҙөлә башланы. Бөтә халыҡ сыҡты был эшкә. Мин дә бер төркөм иптәштәр менән “ҡара эшсе” булып ялландым (беҙҙең вазифа – кирбес, цемент, иретмә ташыу, килте­релгән һыу етмәгән осраҡта көйәнтәләп һыуға барыу). “Илһөйәргә бейергә сәхнә киң булһын”, – тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай тырышты ауылдаштарым, “Һиңә ошо урын етәме, бейеп ҡара әле”, – тиҙәр. Ә хәҙер ғорурланам, ошо сәхнәне төҙөшөүгә минең өлөшөм дә инде бит, тим.
Тәҙрәләрҙә уттар ҡабынды. Ауы­лымдың изге сәхнәһендә баҫып торам. Ошо сәхнә мине оло юлға сығарҙы, Өфөгә театр училищеһына уҡырға оҙатты. Мандолинанан башлан­ған бай ижад тормошом оркестрға барып тоташты. Әле лә ошо сәхнә, ауылым, талапсан ауылдаштарым һәр спектаклемде ҡарай, баһа бирә. Мин улар алдында имтихан тотҡан кеүек ҡайтам, уйнайым.
...Мәҙәниәт һарайынан сығып, талпынып, Ағиҙел буйына ҡарай атланым. Бала сағымдан уҡ баржалар менән ярышып, арҡырыға-буйға йөҙгән Ағиҙелем, сәс­кәләргә күмелгән болондарым, емештәрен күтәрә алмай һығылып ултырған балан, сейә, гөлйемешле, муйыллы, ҡамырлыҡлы туғайҙарым, күпме хозурлыҡ бар һеҙҙә, тыуған төйәгем минең! Әтейем беҙҙе ошо туғайҙарға, болондарға йыш алып сығыр ине. Һағындыра. Әтейемә, арабыҙҙан иртә киткән Хәниф Фәйез улына, инде олоғайып барған уҡытыусыларыма, әнейемә, бөгөн дә әле, минән бик күпкә йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ижадымды күтәргән, йыйған уҡытыусыларға, гел изге теләктәрҙә булған ауылдаштарыма ихтирам менән рәхмәт уҡып, баш эйеп баҫып торам. Ана, күктә йондоҙ атылды!
Күптәрҙең бала саҡ хыялдары мәктәпте тамамлар алдынан үҙгәреүсән була. Артислыҡҡа уҡыу теләге ни тиклем көслө булһа ла, 8-се класты бөтөүгә миндә лә икеләнеүҙәр тыуа башланы. Әнейем – уҡытыусы, бәлки, уҡытыусы булырмын, бәлки, өлкән пионервожатый, бәлки, рәссамлыҡҡа барырмын.
Тыуғанда уҡ маңлайыңа яҙыла тигәндәре лә, бәлки, хаҡтыр. 9-сы класта уҡығанда өлкәнерәк кластағыларҙан кемдер мәктәпкә Ғ. Әбсәләмовтың “Аҡ сәс­кәләр” романын алып килде. Китте ҡулдан-ҡулға йөрөтөп китап уҡыу. Хәтеремдә, шул осорҙа мәктәптә өлгәш түбәнәйҙе, сөнки дәрес әҙерләр урынға китап уҡыйҙар. Китап минең ҡулға килеп кергәндә ярайһы уҡ таушалғайны. Ике төндә уҡып бөттөм, ҡулдан ысҡынғансы бер нисә урынын (билдәле, Гөлшәһиҙә һүҙҙәрен) күсереп тә алдым. Ул ваҡыттарҙа радиоалғыстар тыңлай инек. Шунда “Аҡ сәскәләр”ҙең телеви­зион спектакль итеп ҡуйылыуы тураһында һөйләнеләр, өҙөк бирҙеләр һәм йырын ишеттем. Шул тиклем күңелемде ҡуҙғытты, мотлаҡ артистка булам тигән ҡарарға килеп йәшәй башланым. 10-сы класты тамамлап йөрөгәндә ауылға М. Кәримдең “Айгөл иле” спектакле менән Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарының килеүе, минең улар алдында шиғырҙар һөйләүем, Гөлшәһиҙә монологын уҡып күрһәтеүем (3. Арыҫ­ла­нова, Г. Арыҫланов, А. Мөбәрәков, А. На­фиҡоваларҙы хәтерләйем), уларҙың миңә сәнғәт училищеһына барырға кә­ңәш итеүҙәре – бөтәһе лә теләгемде тормошҡа ашырырға саҡырҙы, һәм ауылымдың кескәй ҡапҡаһын ябып, Өфөнөң оло ҡапҡаһына ҡарап юл тоттом.
Өфө сәнғәт училищеһында уҡы­ған ваҡыттарым (1968 – 1972 йылдарҙың мартына ҡәҙәр) – ысын мәғәнә­һен­дә ҙур донъяға аяҡ баҫып үҙаллы йәшәй башлаған, ауыл, район сәхнәлә­рендә генә түгел, ҡала кимәлендә сәнғәт донъяһына сумған мәлем. Студент йылдарында Мәжит Ғафури театрына тәүҙә тамашасы булып йөрөнөк. Быға тиклем гәзит-журналдарҙан ғына уҡып, радионан тауыштарын ғына ишетеп белгән артис­тарҙы сәхнәлә күреү ниндәй бәхет булғанын әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Ул замандың мәшһүр артистарын күреп белеү, һуңғараҡ практикаға йөрөгәндә күмәк сәхнәләрҙә улар менән йәнәш баҫып тороу, сәхнәлә “йәшәргә тырышыу” мәлдәре калейдоскоп кеүек күҙ алдымдан үтә. Мәшһүр режиссер һәм актер Вәли Ғәлимов, арҙаҡлы артистарыбыҙ Арыҫлан Мөбәрәков, Хөсәйен Ҡудашев, Рим Сыртланов, Ғәзим Туҡаев, Әмир Зөбәйеров, сәхнә королеваһы Зәйтүнә Бикбулатова, Рәғиҙә Янбулатова, Әҡлимә Садиҡова, Рәхимә Һәүбәнова, Зәкиә һәм Ғата Арыҫлановтар һ. б. корифейҙар быуыны менән бер нисә йыл сәхнәлә партнерҙар булып уйнап ҡалдым бит мин.
Икенсе курсты бөткәс, 1970 йылдың йәйендә, театрҙың ул ваҡыттағы баш режиссеры Вәли Ғәлимов, бер нисә көн репетициялар яһап, С. Поварисовтың “Кәрлә йондоҙ” спектакле менән гастролгә сығарҙы. Юғарыла әйтеп үткән корифейҙарҙың бик күбеһе ул спектаклдә ҡат­нашты. Хәтеремдә, мин уйнаған образ, ауыл ҡыҙы Дәриғә, ректор бүлмәһенә инеп (ректор – Арыҫлан Мөбәрәков): “Ағай, мине уҡырға алығыҙ инде, өләсәйем ашарға тип ҡаҡлаған ҡаҙ ебәрҙе, тик мин уға тәғәм дә ҡағылманым, һеҙгә бүләк итәм”, – ти. Әлбиттә, тамашасы йығылып көлә, ә Арыҫлан ағай спектаклдәге һүҙҙәрҙән тыш, миңә һорауҙар биреп, үҙ һүҙҙәре менән шаяртыр ине.
Ниндәй бөйөк ине улар таланттары менән. Ул ваҡытта клубтар бәләкәй, декорациялар сәхнәгә һыймай. Күберәк ырҙын табағында, яландарҙа машина кузовтарында уйнарға тура килде. Быға тиклем бер генә тапҡыр ҙа спектаклдә уйнағаным булмағас, ул бәләкәй сәхнәләргә ҡуйылған декорацияларға бәрелеп-һуғылып, күгәрмәгән ерем ҡалмай ине. Бына шулай “артистка” булып киттем.
Күңелемдә уйылып ҡалған тағы ла бер ваҡиға: беренсе курсты бөтөр алдынан беҙҙең фа­культетҡа телевидениенан килеп, Ә. Еникиҙең “Кем йырланы?” повесы буйынса төшөрөләсәк телефильмға өсөнсө курсты бөткән Ә. Абушахманов менән мине саҡырҙылар. Уның режиссеры танылған бейеүсе Закир Исмәғилев булды. Ауыл күренештәрен Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында төшөрҙөләр. Бына шунда Әхтәм уйнаған образдың әсәһен мәшһүр артистка Бәҙәр Йосопова башҡарҙы. Шул тиклем мөләйем, гел йылмайып һөйләшкәне, “башҡорт бейеүен бына ошолай бейейҙәр”, – тип, өлкән йәштә булһа ла, һығылмалы хәрәкәттәр менән бейеп күрһәткәне әле лә күҙ алдымда. Съемканан ҡайтҡас, оҙаҡ та тормай, уны һуңғы юлға оҙаттыҡ. 1971 йыл­дың көҙөндә дүртенсе курсҡа килгәс, Әхтәм диплом алды. Эшенә ҡайтҡан Р. Исрафилов беҙҙең аранан Ғәлиәбаныу роленә ҡыҙҙар һайланы. Шыбаға миңә сыҡты. Уҡыуымды ла дауам итәм, театрға репетицияларға ла йөрөйөм. Әлбиттә, тәжрибәле артистар алдында мин юғалыбыраҡ ҡалдым, сәхнәгә сығырға тартына, ояла инем, рәхмәт уларға түҙемлек күрһәтеп ярҙам иткәндәре өсөн.
1972 йылдың 5 апреле. Сәхнәлә – “Ғәлиәбаныу”. Шығырым тулы зал, йәш артистканы ҡарарға тип бик күп өлкән артистар ҙа килде. Ҡаушамаҫ ереңдән ҡаушарһың. Иҫ китмәле де­корация, шаршау күтәрелеп китә лә Ғәлиәбаныу тәбиғәт ҡосағына сыға. Һөйгәнен көтөп ҡайындар араһында, болан балаһымы ни, йүгереп йөрөй. Бер ҡайын ағасы беркетелмәгән булған – йығыла башланы бит. Күп уйлап торорға ваҡыт юҡ, күтәреп алдым да ҙур ағасты урынына ултыртып та ҡуйҙым. Эй, беренсе көндән үк шундай һынау ебәрер икән Хоҙай. Ундай һы­науҙар сәхнәлә йыш булмаһа ла, осрап торҙо. Студент эскәмйәһенән сыҡҡас та шундай образ тыуҙырыу бик еңелдән булманы. Әкренләп-әкренләп тәжрибә туплап, үҙеңә ҡарата ышаныс та нығынғас, спектакль уйнау үҙе бер байрамға әйләнде. Парт­нерҙар кемдәр ине бит: Асия Нафиҡова, Шамил Рәхмәтуллин, Лүзә апай һәм Хәй ағай Фәхриевтәр, Рәхимә Һәүбәнова, Фәриҙә Камалетдинова, Әхәт Хөсәйенов, Ғайса Хәсәнов, Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров, һуң­ғараҡ Илдар Ғүмәров. “Ғәлиәбаныу” 20 йыллап сәхнәлә барҙы, артабан да 50 йәшкә еткәнсе концерттарҙа һәм осрашыуҙарҙа айырым сәхнәләрен күрһәтеп йөрөнөк. Рәхмәт Рифҡәт Вәкил улы Исрафиловҡа шундай ҙа мөхәббәтле һәм тетрәндергес спектакль өсөн.
Ошо миҙгелдә үк миңә алдараҡ сыҡҡан спектаклдәрҙән дә ролдәр бирҙеләр. Беҙ килгәндә театрҙа йәштәр юҡ кимәлендә ине. Артабан Н. Асанбаевтың “Һыу юлы”нда – Ҡарлуғас, Ә. Мирзаһитовтың “Бәхтегәрәй”ендә – Мөнирә, И. Абдул­линдың әҫәре буйынса ҡуйылған “Тиле йәшлек” спектаклендә Һандуғас образдарын тамашасы хөкөмөнә сығарҙым. Шулай итеп, репертуарға бик тиҙ кереп киттем һәм тамашасылар ҙа мине шул йылды уҡ ҡабул иттеләр, мең рәхмәт уларға.
Үҙемде йырсы тип иҫәпләмәйем, ләкин күп кенә йырлы ролдәр уйнарға насип булды. Шамил Рәхмәтуллин И. Абдуллиндың “Бажалар”ында Зөлфиә ролен бирҙе, йәнле оркестр менән башҡара инек йырҙарҙы. Бер нисә йыл гастролдәрҙә лә йөрөнөк. Шамил ағай ҡыҙыҡ, юморлы актер булараҡ, режиссерлығы ла үҙенсәлекле ине. Комедияларҙы үҙе уйнағанса ҡупыртып тамашасыға еткерергә ҡуша ине. Уны беҙ уйнауҙан туҡтап күҙәтәбеҙ... Мин уның ҡуйыуында алты спектаклдә ҡатнаштым. Артабан Лек Вәлиевич Ғ. Әх­мәтшиндың “Тальян гармун”ын ҡуйҙы, Һөйөклө образын эшләнем. Шул тиклем яратып уйнаным, бигерәк тә Илдар менән (Ф. Ғафаров) аңлашҡан сәхнәләре әле лә онотолмай, яҡты нур кеүек һаман күңелемдә. 80-се йыл ғүмеремдең иң иҫтәлекле, онотолмаҫ ваҡиғаларға бай, күп кенә ижад емештәре татытҡан йыл булды. Халыҡта шундай әйтем бар бит: бирһә бирә бит Хоҙай. Минең дә ошо­лайыраҡ килеп сыҡты. Ул йылда университетты уңышлы тамамланым. Диплом эшем дә бик үҙенсәлекле темаға яҙылды: “Инсценировка – жанр”. М. Ға­фури әҫә­ренә нигеҙләнеп Ғ. Әмири һәм В. Ғәлимов яҙған инсценировка буйынса “Ҡара йөҙҙәр” драмаһы диплом эшенең нигеҙе булып барҙы һәм шул миҙгелдә М. Ға­фуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”ендә Ғәлимәне лә уйнарға насип итте. Был хәлде мин яҙмыш бүләге тип ҡабул иттем. Кемдәр генә хыялланмай Ғәлиәбаныу менән Ғәлимәне уйнарға... Шул бәхет миңә тәтене. Бик күп эҙләнергә тура килде. Репетициялар тамамланып, артистар ҡайтып бөткәс, Матросов паркына сығып, ялан аяҡ япраҡ ҡыштырҙауҙарын тойоп (көҙгө мәл ине), үҙемде Ғәлимә хәленә ҡуйып йүгереп йөрөгәндәремде хәтер­ләйем. Был образым менән дә бик оҙаҡ айырылышманым. Мәктәптәрҙә осрашыу­ҙарҙа, Башҡорт дәүләт университетында бер нисә тапҡыр М. Ғафури ижадына арналған сараларҙа, ҡайҙа ғына концерт менән барһаҡ та, Ғәлимәнең, ауырығас, Закир менән осрашыу сәхнәһен уйнай инем. Хатта әҙәбиәт йылына арнап үткәрелгән сарала Ғәлимәне уйнаным. Ә уның йыры!?
Йәшлек ғүмеремде йотормо ни
Ҡараңғы ла тормош упҡыны?
Ҡыҙғаныс, видеояҙмалар төшөрөл­мәгән, һағынам Ғәлимәмде. Ошо уҡ миҙгелдә М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Ғ. Әхмәтшиндең “Яр буйында усаҡтар”, “Тальян гармун” әҫәрҙәре ҡуйылды. Йәмилә, Оля-Бибигөл, Һөйөклө кеүек йырлы ролдәрҙе ижад иттем.
1981 йылда “Зәңгәр шәл”де ҡуялар тигән хәбәр булды. Быға тиклем йырлы ролдәр уйнап ҡарағас, күңел төбөндә күптән Мәйсәрә ролен уйнау хыялы йөрөй ине, тик... Мин күмәк сәхнәлә генә. Әммә репетициялар ваҡытында Мәйсәрә сәхнәһен йотлоғоп күҙәтә инем. Йырҙары ла, һүҙҙәре лә ятланған, өйрәнелгән. Теләгем шул тиклем көслө булғандыр инде, барыбер Мәйсәрәне уйнарға насип булды: бер нисә генә спектакль, әммә мин булдыра алғанымды иҫбатланым. Театр донъяһы шулай инде, режиссер һине ул ролдә күрмәһә...
Тағы ла бер яҙмыш бүләген татыным. М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса ҡуйылған “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектаклендә. Тәүҙә күмәк сәхнәлә. Таңсулпан Бабичева икенсегә бәпәй үҫтергәндә Аҡйондоҙ ролендә үҙемде һынаным. Ул йәйҙе күп райондарҙа йөрөнөк. Саҡмағошта спектаклдән һуң Мостай ағай менән Рауза апайҙың биргән баһаһы бик йылы булды. Рәхмәт уларға! Хатта партнерҙарым араһынан Аҡйондоҙға ҡарата (миңә түгел...) мөхәббәттә аңлашыусылар булды...
Шуныһы ҡыуаныслы: 2003 йылда А. Абушахманов тарафынан был спектакль ҡабат ҡуйылды һәм унда Кесе инәй, Ҡәфиә образдарын тыуҙырҙым.
Әле мин яратҡан героиняларымды иҫкә төшөрәм. Беҙҙең йәшлекте күрмәгән тамашасы уйламаһын тағы, гел үҙе яратҡан ғына образдар уйнаған икән тип. Төрлөһө булды: хатта физик яҡтан бөтөнләй тап килмәгән бер ролде башҡарҙым.
В. Сәйфуллин ҡуйылышындағы X. Иб­раһимовтың “Еҙнәкәй” музыкаль коме­дияһы ун йылға яҡын гөрләп барҙы сәхнәбеҙҙә. Төп роль Сажиҙә былай ҡарағанда ҡатмарлы образ түгел, әммә режиссер һиңә ышанып ролде бирә икән, артист төрлө уйындар менән байытырға тырыша. Шул тиклем йырҙары матур ине. Нисәмә ҡатын-ҡыҙ роле бар – барыһы ла йырлай. Иҫ киткес матур комедия уйнаныҡ.
Ул ваҡытта спектаклдең һәммәһенә рецензия яҙҙылар, һәр бер уйнаған ролеңә баһа бирелеү артистар өсөн бик файҙалы ине, тәнҡит булһа, хаталарҙы төҙәтергә мөмкин. Йылдар үткәс, уйнаған образдарыңа бирелгән баһаны уҡыуы бик тә ҡыҙыҡлы.
Тағы ла бер яратҡан спектаклем, этап­лы ролем, тамашасыларҙың миңә булған иғтибарын, ихтирамын көсәйткән эшем – ул 1984 йылда Л. Толстойҙың В. Сәй­фуллин тарафынан ҡуйылған “Тере мәйет”ендә сиған ҡыҙы Маша. Бына була шундай образдар – ул һинеке. Ролде биргәс, мин ҡурҡып та ҡалдым, сөнки тормошта романстар йырламайым. Был образды эшләгәндә, ғорурланып әйтә алам, минең ҡара тырышлығым еңеп сыҡҡан­дыр. Баҙарға барып сиғандарҙан һөйләм­дәр яҙып алып, бейеүсе Гүзәл Маминанан сиған хәрәкәттәрен өйрәнеп йөрөгәндә, филармонияға сиғандар төркөмө килде. Улар менән танышып, концерттарын ҡа­рап, баҙар сиғандарынан яҙып алған һүҙҙәрҙе дөрөҫләп әйтергә өйрәнеп, рәхәтләнеп эшләнем һәм уйнаным. Был спектакль миңә ҙур уңыштар килтерҙе. Вәзих Кашап улына бик рәхмәтлемен матур-матур ролдәр уйнатҡаны өсөн. Ауыр тупрағы еңел булһын.
Талантлы режиссер Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов ҡуйған спектаклдәрҙәге ролдәрем дә ижадымда лайыҡлы урын алды. М. Кәримдең “Киске табын”ында – әсә образы Йәннәт, студент саҡтан уҡ хыялланған “Айгөл иле”ндә – Зөлхәбирә, Н. Ғәйетбаевтың “Аты барҙың дәрте бар”ында – Октябрина, Г. Әхмәтҡужинаның “Әйҙәгеҙ, танышайыҡ”та – Тамсыгөл, С. Латыповтың “Көнләш, Америка, көнләш!”ендә – Нәфисә. Был спектаклдәр йөҙөп уйнаған саҡтар ине. Нәҡ ошо әҫәрҙәрҙә минең әсәйҙәр образына күсеү осоро башланды.
2004 йылда бар коллективты таң ҡалдырып, Зинира апай Атнабаева “Өҙөлгән туй” тигән пьеса яҙып килтерҙе. Артистарға бик оҡшаны һәм шул миҙгелдә үк ҡуйырға булдылар. Пьеса ҡатнашҡан барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар образының йөкмәткеле булыуы менән ҡәҙерле. Йәштәргә лә, беҙгә лә бөтә һәләтебеҙҙе асып уйнау мөмкинлеге булды, халыҡ күңеленә хуш килгән спектакль ҡуйылды (режиссеры – Рөстәм Хәкимов).
Ижадымда драмаларға өҫтөнлөк бирәм, күңелем ҡәнәғәтлек кисерә. Шуға ла Майнурбикә образын бик яратып, кинәнеп уйнаным.
Аллаға шөкөр, уҡып ҡайтып, театр донъяһында талантлы өс режиссер эшләй башланы: А. Абушахманов, Р. Хәкимов, И. Муллабаев, һәр береһенең үҙ почеркы, таланты. Бына 2008 йылда Илнур Муллабаев Ә. Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” спектаклен ҡуя. Әсә роле – Хазина тәжрибәле артистар менән бер рәттән миңә лә бирелә. Был пьесала тырышып, күңел рәхәтлеге кисереп эшләнем һәм спектакль минең ижадымда илаһи күренеш булды: оло быуын әсәләре образдарын һынландырыуға күсеүҙең кульминацияһы булғандыр тип уйлайым.
Апайым һәм ҡустыларым ҡарағас: “Тере әнейемһең” тип баһа бирҙеләр. Минең өсөн был бик ҡәҙерле һүҙ.
44 йыл эшләү дәүеремдә иң күп ролдәрем режиссер Р. Исрафилов ҡуйған спектаклдәрҙә булды. Төп ролдәр ҙә, икенсе пландағыһы ла, эпизодик күренештәр ҙә. Рифҡәт Вәкил улы үҙенең ҡуйған спектаклдәре менән яңы һулыш алып килде. Шул тиклем халыҡҡа дәрт өҫтәрлек, илһам бирерлек, йәшәүгә көс уятырлыҡ спектаклдәре менән – “Ғәлиәбаныу”, “Тапшырылмаған хаттар”, “Ғәлиә”, “Ҡыҙ урлау”, “Зәңгәр шәл”...
Лек Вәлиевтең “Салауат”, “Нәркәс”, “Бә­лә кеше башынан йөрөй”, “Ҡыҙыл паша”, “Мут егет” һ. б. спектаклдәрендә бик матур ролдәр уйнаным: “Бәхтегәрәй”­ҙәге Мөнирә үҙе ни тора. “Һыу юлы”, “Йырланмаған йыр”, “Гармунсы дуҫ”, “Ут”, “Зәйтүнгөл”, “Яр буйында усаҡтар”, “Тальян гармун”, “Беҙ казактар бит әле”, “Тиле йәшлек”, “Утлы өйөрмә” һ. б. Был образдарым өсөн һеҙгә рәхмәт, хөрмәтле уҡытыусым!
Хәтер кисәгеҙҙә һеҙ ҡуйған С. Айыт­матовтың “Әсә – Ер-әсә” спектакленән Тулғанайҙы уйнаным... Бына күпме эштәр башҡарғанмын һеҙҙең ҡуйылышта. Рәхмәт, уҡытыусым!
Ғүмер шул тиклем тиҙ йүгерә, ҡыуып етерлек тә түгел, әле яңы театрға килгәйнек, 45 йыл үтеп тә китте, һуңғы тиҫтә йылда яҙмыш мине бик ҡаты һынауҙар аша үткәрҙе, Хоҙай: “Яратҡаныма бирермен”, – тигән бит. Үҙе һынай, үҙе ярҙамын да ебәрә. Аллаға шөкөр, әлегә аяҡтамын. Ошо тиҫтә йыл эсендә 14 спектакль өҫтөндә эшләнем. Алдараҡ ҡайһы берҙәрен әйтеп киттем. Ролдең бәләкәйе, ҙуры юҡ, тиҙәр бит. Бәл­ки, шулайҙыр ҙа. Быға миҫал Т. Дәү­ләт­бирҙинаның “Минең ғаиләм” спек­таклен­дәге Маруся ҡарсыҡ. Артыҡ ауыр­лығы ла юҡ, күренештәр араһын бәйләүсе сәхнә­ләр. Шул тиклем күңел би­реп эшләнем һәм уйнаным. Коллегала­рым­дың баһаһы буйынса үтемле, яғым­лы, үҙен яраттырыусы ҡарсыҡ бул­ды. Шул образда мин үҙемдең “ҡартлығымды” күрәм.
Артабан X. Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” спектакле. Был спектаклде яратмау мөмкин түгел. Тамашасы үҙенең яратҡан артистары менән ҡабат осрашты. Фиданды һуңғы йылдарҙа театр артисы булараҡ юғалтып та торҙолар. Бик күп көс талап ителһә лә, Фидан был спектаклдә йөҙә, йәшлек партнеры Нурия менән ҡабаттан бергә уйнауҙары – тамашасының күптән көтөп алған теләге. Йөкмәткеһе лә үҙебеҙ тураһында булғас, беҙгә бик рәхәт был спектаклдә. Тама­шасыларыбыҙға рәхмәт, гел шулай “ҡыланығыҙ”, залыбыҙҙы тултырып килегеҙ.
Репертуарҙа өлкән быуын артистары өсөн яратып уйнаған спектаклебеҙ Н. Ғәйетбаевтың “Бер мәл санаторийҙа” булыуы – бик күңелле күренеш. Рәхәтлә­неп, үҙебеҙҙән үҙебеҙ көлә-көлә (персонаж­дарҙан) уйнау йылы тойғолар уята. Ҡайҙа ғына уйнаһаҡ та, тамашасы күңеле хушланып ҡала. Ошо спектаклдәге образдарҙа оло быуын кешеләре үҙҙәрен күрә.
Актерға үҙе ижад иткән һәр роле ҡәҙерле һәм ҡиммәтле, сөнки роль өҫтөндә эшләгәндә бөтөн булмышыңды һалып эҙләнәһең, уйлай­һың, табаһың. Була уңышлы миҙгел, ҡайтышырағы. Була һине танытҡан, тамашасыға яҡынайтҡан ролдәр һәм киреһенсә. Нисек кенә булмаһын, һәр тыуҙырған образыбыҙ йөрәгебеҙ аша үтә.
2014 йылда Т. Миңнуллиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Мин – ҡатын-ҡыҙ” бишек йыры һәм “Ҡара йөҙҙәр” спектакле тураһында яҙҙым инде, ҡабатланғым килмәй. Шуныһын ғына әйтмәксемен: бер тапҡыр ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡабат репертуарға алып, әҫәрҙе яңыса уҡыу – заман талабына яраштырыу ре­жиссерҙа­рыбыҙҙың булдыҡлылығын күрһәтә. Артабан да матур, халыҡ күңеленә үтерлек, йә­шәйештә үрнәк, ғибрәт алырлыҡ спектакл­дәр булып торһон, ижад ҡомары һүрелмәһен!
Ә “Ҡара йөҙҙәр” спектакленең “Алтын битлек” милли премия-фестиваленә тәҡдим ителеүе – театрыбыҙҙың, коллек­тивыбыҙҙың, режиссер А. Абушах­манов­тың, рәссам А. Нестеровтың, төп ролде уйнаусы Г. Ҡаҙаҡбаеваның ҙур еңеүе.
2012 йылда сәхнәбеҙ түренә Остров­скийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ”ы күтәрелде. Огудалованың ми­ңә бирелеүен аяҙ көндә йәшен йәшнәгән кеүек ҡабул иттем. Классикаларҙа күп уйнаным тип маҡтана алмайым, уйнарға өмөтөм дә бик үк юҡ ине. Рәхмәт Олег Закир улына ышанып тапшырғаны өсөн!
Оҙаҡ ҡына йылдарҙан һуң туған театрына әйләнеп ҡайтҡас, уның да беренсе эше булды Островский. Белмәйем, Олег Закир улына беҙҙең менән эшләү нисегерәк булғандыр, әммә беҙ, артистар, ифрат тырыштыҡ. Йәштәребеҙ бик матур күренде, беҙ ҙә уларҙан ҡалышманыҡ. Театр өсөн Островский әҫәрҙә­ренең репертуарҙа булыуы мотлаҡ.
Бына Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап ҡуйылған М. Багаевтың “Ике төш” драмаһы (режиссеры О. Ханов) ре­пертуарҙа үҙ урынын алды.
Пьесаны уҡығанда бында миңә роль юҡ тип тыңланым – әсәһе өсөн йәше­рәкмен, килене өсөн олораҡмын һымаҡ. Приказ булғас, ҡурҡыбыраҡ ҡалдым, сөнки режиссер был әҫәрҙе үҙенсәлекле формала ҡуйҙы: өн һәм төш. Артистар өсөн ғәҙәти булмаған яңы бер мөхиттә йәшәүҙе талап иткән форма. Режиссер ҡуйған талаптарҙы оҙаҡ ҡына үтәй алманым, шуға образға яйлап килдем.
Әсә образы – һуғышҡа балаларын, ирҙәрен оҙатып, уларҙы көтөп ала алма­ған, меңәрләгән, миллионлаған әсәләрҙең йыйылма образы. Бер көндә өс улының үле хәбәрен алған, өс ҡыҙының ҡышлаған ашлыҡ ашап, ағыуланып үлгәнен күргән әсәне сәхнәлә нисек һынландырырға һуң? Быларҙың бөтәһен дә йөрәк аша үткәрергә кәрәк бит әле. Иларға ярамай, төштө һөйләйбеҙ. Ә бер юлы алты балаһын юғалтҡан әсә трагедияһы – көслө әсә образы минең өсөн, һис шикһеҙ, бөйөк классиктарыбыҙ Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Чехов, Шекспир, Достоевскийҙың геройҙарына тиң.
Бына шулай йылдарҙы йылға, миҙгел­дәрҙе миҙгелдәргә бәйләп, көн артынан көн үтә, яңы образдар, спектаклдәр тыуа. Ғүмерҙең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Сәхнә ул – минең яҙмышым, йәшәү сығанағым, рәхмәтлемен тормошома, тамашасыма!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872