Башҡорт Википедияһы менән 2015 йылдың мартында таныштырғандарынан бирле юл сатында торҙом кеүек: ошо һөйләм эсендә төшөп ҡалған өтөрҙө ҡайҙа ҡуйырға? Башҡа бөтөн эштәремде артҡа ташлап, өҫтөнлөктө википедияға бирергә һәм ошо шөғөлдө “үҫтерергә, ярамай туҡтатырға” маҡсатына тулыһынса буйһонорға кәрәк буласаҡ... Ошоғаса килгән йәшәү рәүешемде ҡырҡа ғына үҙгәртеп булмағанын белгәнгә күрә, был йүнәлеште “үҫтерергә ярамай, туҡтатырға” тигән мәлдәрем дә булғыланы. Ул сағында донъянан артҡа ҡалырымды беләм. Тимәк, иңемә ҙур яуаплылыҡ менән һалынған бурыстарым, алдыма алған маҡсаттарым менән википедия араһында алтын урталыҡты табырға, ваҡыт төшөнсәһе менән тағы ла һағыраҡ эш итергә ҡала.Халҡыбыҙ, милләтебеҙ алдына килеп баҫҡан оло һынау — туған телде яҡлау, һаҡлау, үҫтереү мәсьәләһенә бәйле килеп тыуған ваҡиғалар ҡойононда, әлбиттә, Башҡорт Википедияһын “үҫтерергә, ярамай туҡтатырға” варианты өҫтөнлөк алды. “Мәғлүмәт донъяһында йәшәйәсәкбеҙ” тигән иҫкәртеүҙәрҙе бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмай йөрөгәнебеҙ әле генә ине! Шуның менән бәйле тиҙлек заманында йәшәүебеҙҙе белекһеҙ әҙәм генә тоймаҫ!
Шулай итеп, башҡорт телен донъя кимәлендә танытыу, Ер шарының бөтә ҡитғаларында ҡулланылышҡа индереү йәһәтенән Башҡорт Википедияһын үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки унда мәҡәләләр яҙыу өсөн дә, яҙылғанды уҡып ҡулланыу өсөн дә телде бөтә нескәлектәрендә белеү талап ителә. Был иһә заманына күрә иң уңайлы, һөҙөмтәле алым! Яҙма телде онотола төшкән һүҙҙәр, ҡәрҙәш телдәргә уртаҡ һәм яңы уйлап табылған терминдар иҫәбенә байытыу күҙ уңында тотола бында. Википедиялағы телдәрҙең үҙ-ара мәғлүмәт менән алмаша алыуы һөҙөмтәһендә, халыҡ-ара мәҙәни аралашыу, бер-береңде таныу, ойошоу, берләшеү идеялары ғәмәлгә ашырыла. Википедия аша донъя кимәлендәге мәғлүмәтте үҙләштереү аңыңды байытыуға, иң гуманлы юл менән рухи үҫешкә өлгәшеүгә килтерә.
Мәскәүҙә 14-15 октябрҙә уҙғарылған XI вики-конференцияла ҡатнашыу ошоғаса булған икеләнеүҙәрҙе бөтөнләй юҡҡа сығарҙы. Унда тыңлаған сығыштар аң-зиһендәребеҙҙе әллә күпмегә киңәйтеп, рухыбыҙҙы әллә күпме баҫҡысҡа күтәрҙе тиһәк, һис кенә лә маҡтаныу булмаҫ! Конференцияла Башҡортостан википедиясыларына, бигерәк тә вики-өләсәйҙәргә ҡарата уғата ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтеүҙәре һөйләп тә, яҙып та бөтөргөһөҙ баһа булды. Ә төрлө тарафтарҙан йыйылған википедиясыларҙың ниндәй юғарылыҡта алдынғы ҡарашлы, ғилемле шәхестәр булыуына ҡарамаҫтан, аралашыуҙа күрһәткән ябайлыҡтарынан хатта аптырашта ҡалдыҡ. Бөйөклөк – ябайлыҡта, тигәнгә ысын мәғәнәһендә өлгө ине был хәл.
Ойоштороу йәһәтенә килгәндә, саралар бөтә яҡлап уйланылған, ваҡыттың һәр сәғәтен файҙалы ҡулланыу маҡсатына ярашлы булыуы менән һоҡландырҙы. Юл сығымдарынан тыш, конференция үтә торған Н. А. Некрасов исемендәге китапханаға яҡын урында ҡунаҡханаға урынлашыу, эшлекле сараларҙан һуң мәҙәни ял итеү мөмкинлектәре ентекле хәстәрләнгән булып сыҡты.
Үҙемә килгәндә, артабан мөмкин тиклем күберәк яҡташтарымды, милләттәштәремде Башҡорт Википедияһына ылыҡтырыуҙа, ошо гуманлы ирекмәнлек хеҙмәте аша аң, рух кимәленә өлгәшеүебеҙҙә көсөмдө һәм ваҡытымды тағы ла нығыраҡ сарыф итеремә иманым камил. Бөгөнгө мәғлүмәт донъяһында фәҡәт тыныс һәм мәҙәни юл менән беҙ, милләт булараҡ, донъя кимәлендә үҙебеҙҙе лә, туған телебеҙҙе лә һаҡлаясаҡбыҙ. Башҡорт Википедияһын “үҫтерергә, ярамай туҡтатырға”!
Рәшиҙә ҒИЗӘТУЛЛИНА.***
Конференцияға ҙур теләктәр, уй-хыялдар менән барҙым, сөнки ике йылға яҡын Башҡорт Википедияһына мәҡәләләр яҙыу барышында әллә күпме һорау тыуып, хәл итәһе мәсьәләләр алға килеп баҫҡайны.
Сара барышында Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән википедиясылар менән бергәләшеп бик күп фәһемле докладтар тыңланыҡ, төрлө секцияларға бүленеп, википедияның төрлө өлкәләрендә эшләү юлдарын өйрәндек.
Беҙҙең Башҡортостан төркөмө был конференцияла иң ҙурыһы һәм күренеклеһе булды, төркөмөбөҙҙөң етәксеһе Рөстәм Нурыев алып барған “Рәсәй халыҡтары телдәрендәге википедиялар” секцияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был секцияның эше видеоға яҙҙырылды, скайп аша Израиль һәм башҡа илдәрҙең википедиясылары тәжрибә уртаҡлашты.
Беҙҙең төркөмдәге вики-өләсәйҙәр ҙә үҙебеҙҙең эш тәжрибәһен башҡаларға һөйләне. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: конференцияға килгән һәм унда ирекмән булған башҡа төбәк һәм сит ил википедиясылары барыһы ла тиерлек ир-ат затынан торһа, беҙҙең төркөмдәге ун кешенең һигеҙе – ҡатын-ҡыҙ, күбебеҙ хаҡлы ялдағы уҡытыусылар һәм барыбыҙ ҙа әүҙем эшләүселәр ине.
Конференция секцияларында беҙҙең өсөн оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк ҡорҙар үткәрелде, уларҙа музейҙар менән хеҙмәттәшлек итеү, карточка-шаблондар төҙөү, юзер төркөмдәр, вики-мәктәптәр ойоштороу, вики-һүҙлек төҙөү юлдары, мәҡәләләрҙе ярымавтомат юл менән википедияға индереү, төрлө конкурстар үткәреү, карталар төҙөү, вики-экспедициялар ойоштороу, машина тәржемәсеһен файҙаланыу мәсьәләләре ҡаралды.
Конференцияла ҡатнашыусылар өсөн мәҙәни саралар ҙа үткәрелде. Секцияларҙа эштәр тамамланғас, беҙ “Немец биҫтәһенең мәҙәни мираҫы” тигән йәйәүле экскурсияға, Н.А. Некрасов исемендәге китапхананың һирәк фондына экскурсияға барҙыҡ. Фондтағы 1610 йылда Германияла сыҡҡан бәрхәт тышлы, металл биттәрҙә баҫылған Тәүратты үҙ ҡулыбыҙ менән тотоп, уҡып ҡараныҡ. XVII-XVIII быуаттарҙа сыҡҡан ҙур-ҙур (40х70 cм), ҡалын-ҡалын бер нисә француз энциклопедияһын, немец рыцарҙары тураһындағы китапты, батша Николай Икенсенең улы Алексей уҡыған “Азбука”ны ҡулыбыҙҙа тотоп, асып уҡып ҡараныҡ, ундағы гравюралар беҙҙе хайран ҡалдырҙы.
Һанай китһәң, ундағы һирәк осрай торған китаптар, төрлө экслибристар, дворяндар гербтары һәм башҡа экспонаттар бик күп ине. Рәсәй Викимедиа ойошмаһы Башҡортостан төркөмөнә автобуста төнгө Мәскәү буйлап өс сәғәтлек экскурсия туры бүләк итте. Төнгө Мәскәүҙең төрлө төҫтә балҡып торған уттары аҫтында беҙ баш ҡаланың матурлығына һоҡландыҡ, уның тарихи урындарын күрҙек.
Мәскәү — матур ҡала, уның тарихи урындары беҙгә билдәле, шуға күрә миңә иң ныҡ оҡшағаны төнгө Мәскәү-сити, Поклонная тауы, ундағы скульптор Салауат Щербаковтың еңеүселәргә арналған стелаһы, Еңеү паркы булды.
Мәскәүгә килгән көндә төркөмөбөҙ менән Ҙур театрға Римский-Корсаковтың “Псковитянка” операһы буйынса ҡуйылған опера премьераһына барҙыҡ. Композиторҙың йөрәктәргә ингән музыкаһын, опера йырсыларының арияларын һоҡланып тыңланыҡ, театр йыһазы, архитектураһы, хоры, оркестры онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә ҡалды.
Шулай итеп, донъя, кешеләр күреп, тәжрибә туплап, тағы ла күберәк һәм оҫтараҡ итеп википедияға мәҡәләләр яҙырбыҙ тигән хыял-ышаныста ҡайттыҡ.
Банат ВӘЛИЕВА-ЯУБАҪАРОВА.***
Рәсәй кимәлендәге Вики-конференцияла ҡатнашыу, Мәскәү, етәкселәребеҙ: Рөстәм Нурыевтың һәм Зөфәр Сәлиховтың, Башҡорт Википедияһының ил кимәлендә абруйының бик юғары булыуын күреү, хакимыбыҙ Рөстәм Нурыевҡа секция, “түңәрәк өҫтәл” эшен алып барыуҙы тапшырып ҡуйыуҙары, барлыҡ сараларҙың, мөнәсәбәттәрҙең юғары энергетикаһы – һәммәһе лә һушымды алды. Ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтҡанымды һүҙҙәр менән әйтеп бөтә алмамдыр... Унда үткән һәр мәлгә бары өндәү билдәһе генә ҡуя алам!
Конференция тығыҙ һәм эшлекле үтте. Бөтә сығыштар ҙа ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле, файҙалы, фәһемле ине. Ирекмәндәрҙең етди әҙерләнеп килеүе, ҙур яуаплылыҡ менән саралар үткәреүе – изгелектең, ярҙам тигән төшөнсәләрҙең юҡҡа сыҡмауына, бар һәм буласағына сағыу бер дәлил булды.
Конференцияла төрлө төбәктән, төрлө милләттән, төрлө йәштәге, төрлө әҙерлекле, ғалимдарҙан алып ябай уҡытыусыларға тиклем вәкилдәр ҡатнашты. Ҡайһыларына, былар “Индиго балалар” араһынандыр, тип һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.
Әммә ундағы аралашыуҙың, кеше-ара мөғәмәләнең шундай ябай, йылы, кешелекле, изгелекле булыуы, йәш һәм рангылар айырмаһының бөтөнләй тойолмауы – иҫ китмәле.
Беренсе көндә бер “түңәрәк өҫтәл” тик беҙҙең, Башҡорт википедияһына, атап әйткәндә, вики-өләсәйҙәрҙең эшмәкәрлегенә арналды. Икенсе көндә лә, “Рәсәй халыҡтары телдәрендәге википедиялар” секцияһын хакимыбыҙ Рөстәм Нурыев алып барыуы беҙҙең күңелдәрҙә шундай ғорурлыҡ хисе тыуҙырҙы.
Конференцияла скайп аша Нью-Йорктан һәм Иерусалимдан билдәле программалаусылар менән аралашыу, заман технологияларының күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә юғары үҫеүе, фән сиктәренең ирегәндәй юҡҡа сығыуына тамаша ҡылыу үҙе бер ғәжәйеп хәл булды.
Мәскәүгә беренсе тапҡыр килеүем. Элек кино- һәм телеэкрандар аша ғына күргән тарихи урындарҙы күрҙем. Бөйөктәр эҙенән үттем. Күк күкрәтеп, йәшен йәшнәтеп үткән дәһшәтле ваҡиғаларға “шаһит”тарҙы үҙ күҙҙәрем менән күреп, ҡулым менән тотоп ҡараным.
Арҡаларыбыҙға ҡанат үҫкәндәй ҡыуанып, тағы ла дәртләнеберәк эшләргә тигән маҡсат менән ашҡынып ҡайтып төштөк Башҡортостаныбыҙға.
Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА.***
Башҡорт Википедияһы етәксеһе Рөстәм Нурыев алып барған түңәрәк өҫтәл тулыһынса тиерлек Башҡортостан вики-өләсәйҙәре төркөмөнөң эшмәкәрлегенә арналды. Был һөйләшеүҙә һәр беребеҙ нисек яратҡан шөғөлөбөҙгә килеүебеҙ тураһында күҙҙәребеҙҙә осҡон сығарып һөйләнек. Ҡалған википедиясылар, күпселеге – йәш ир-егет, Тыванан, Бүрәт, Татарстан, Чечен республикаларынан килгән. Улар беҙгә һоҡланыуын йәшермәне. Уларҙа өлкән йәштәгеләр, бигерәк тә вики-өләсәйҙәр юҡ. Был һөйләшеү ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, төрлө файҙалы фекерҙәр әйтелде, тәҡдимдәр индерелде.
Сергей Лещинаның “Ҡалып-карточкалар” менән таныштырыуы киләсәктә мәҡәләләрҙе һөҙөмтәле тиҙлектә ҡуйыу өсөн ғәмәли әһәмиәткә эйә булыуын асты. “Асыҡ карталар һәм экспедициялар” тигән секцияла әйтелгән яңылыҡтар илдә туризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәген күрһәтте.
Был конференцияның төп маҡсаты – дөйөм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу йүнәлешендә тырышлыҡ һалыу, Рәсәй халыҡтарын, телдәрен донъяға танытыу эшен артабан да үҫтереү пландарын тормошҡа ашырыу теләге булғанлыҡтан, үҙебеҙ өсөн алда нимәләр эшләргә кәрәклеген дә билдәләнек.
Мәҫәлән, “Әрмәнстан Викимедиаһы” етәксеһе Сусанна Мкртчяндың сығышынан һәм презентацияһынан беҙ әрмән дуҫтарҙың вики-проекттары алдынғы идеяларға таянғанын күрҙек. Улар йәш егет һәм ҡыҙҙарҙы, уҡыусы балалар һәм студенттарҙы вики-ҡатнашыусылар рәтенә күпләп йәлеп итә, бының өсөн вики-лагерҙар, үҙенсәлекле ярыштар ойоштора. Бәлки, Мәрйәм апай Бураҡаеваның “Йәйләү” лагерҙарында ла (Интернетлы урындарҙа) йәш википедиясы мәктәптәрен ойошторһаҡ, тигән хыял барлыҡҡа килде. Башҡорт телен яҡшы белгән өлкән класс уҡыусыларын һәм студенттарҙы артабан да вики-түңәрәктәр аша ошо файҙалы эшкә йәлеп итергә, Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренең сафын йәш көстәр менән тулыландырырға кәрәк.